Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлең нисек, солоғом?
Хәлең нисек, солоғом? — Шәкир, һөйөнсө! Йәнһөйәрҙәге ҡарағайыңа ҡунған бит! – тип, урмандан ҡайтышлай һуғылып, ҡыуаныслы хәбәр әйтеп китте Закир бабайым. Был көн беҙҙең ғаилә өсөн оло байрамға әйләнде. Бөтәһенән дә бигерәк үҙем нығыраҡ ҡыуанғанмындыр әле. Бәләкәй генә булһам да, атайыма ҡарағай ябышырға йөрөйөм бит. Әллә ниндәй ҙур эш башҡара алмаһам да, атайым һораған батман, күрек, балта кеүек нәмәләрҙе арҡанға бәйләп алып бирәм, юғарынан төшөргән әйберҙәрҙе ситкә алып ҡуя алам. Көҙ еткәс, хуш еҫле ҡалын-ҡалын кәрәҙҙәр тултырылған батмандарҙы алып ҡайтыу — икеләтә ҙур байрам. Бала сағымдың шул бәхетле мәлдәрен берәм-берәм күҙ алдынан үткәрәм дә хәҙерге заманда урмандарға булған ҡырағай ҡылыҡтарҙы уйлап, йөрәгем әрней.


Солоҡ ҡарағайҙар – быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға, ҡулдан ҡулға күсеп килгән, ата-баба­ла­ры­быҙҙан ҡалған иң ҡәҙерле, изге мираҫ. Бөрйәнемдә генә һаҡланып ҡалған был ҡомартҡылар нисәмә быуын ата-бабаларыбыҙҙың тарихын һаҡлай. Ниндәй заман кешеләре ҡарағай япмаған да, кемдәр генә уның алтынға бәрәбәр гәрәбә балын ашап кинәнес кисермәгән!
Элек балды күп биргән икешәр-өсәр кейәле, ирҙәр исемен йөрөткән атлы ҡарағайҙар булғанын да белә­беҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ундай­ҙарҙы осратмаҫһың. Борон халҡым­дың тәбиғәт ҡанундары менән килешеп йәшәүе, уға һаҡсыл ҡарашта булыуы хайран ҡалдыра. Һәр солоҡтоң хисап дәфтәрендә ҡарағайҙы башлап юнған умартасының исем-шәрифе, ағас үҫеп ултырған урын, ер-һыу атамалары, үҙенең ниндәй сәбәптәр менән ошо милектең хужаһы булып китеүе тасуирлап яҙылған. Мәҫәлән, Әбделҡәйүм олатай Сәғитовтың 1923 йылдың иҫкесә 14 декабрендә яҙған хисап дәфтәрендә 123 ҡарағай теркәлгән. Унда ошондай юлдар бар: “№101. Абыҙгилде соҡороноң башында, Яҡшымбәткә бара торған юл һыртында, Мөхәмәтғәли юнмаһы. Байғаҙы Мөхәмәтзариф еҙнәнән һатып алған булырмын, йәш ҡарағай”. Солоҡтар башҡорттоң валютаһы ла булған. Хужа ҡарағайҙы дуҫына, туғандарына бүләк иткән, балаға исем ҡушҡанда, кешене ерләгәндә һәм башҡа йолаларҙа хәйер-саҙаҡа итеп биргән.
Һуңғы осорҙа ҙур-ҙур ҡалаларҙан аҡсалы кешеләр килеп, умарта­сыларыбыҙ менән бергә урманға барып, иң ҡиммәтле солоҡ балын алып ҡайтыуҙы өҫтөн күрә. Шулай яҡташ­тарыбыҙ кәсеп итеп ҡала. Уларға донъя көтөргә, балаларын үҫтереп, уҡытып, кеше итергә кәрәк. Ләкин күңелде хафаға һалған бер нәмә һис тә тынғылыҡ бирмәй, уйланырға мәжбүр итә. Хәҙер бит урмандарыбыҙ ҡуртымға бирелә. Бер көн килеп, был мөлкәткә беҙ хужа, теләй­һегеҙме-юҡмы, бал да — беҙҙеке тип әйтеп, ярыҡ ялғашта ултыртып ҡал­дырмаҫтармы умарта­сы­ларыбыҙҙы? Ул хәтлем бер ҡатлы­ланып, солоҡтар янына алып барыу кәрәкме икән ул сит кешеләрҙе? Ҡомһоҙҙоң үҙе туйһа ла, күҙе туймаҫ, гел уйнап торор, ти. Борон ҡорттоң балын урлау хурлыҡ, ҙур енәйәт булып иҫәпләнде. Ә хәҙер быны гонаһ тип тә тормаҫтар, солоҡтарға менер өсөн ҡулайламалар ҙа эшләрҙәр. Хужалары уйламағанда, балдарын алып китеп, халыҡты кәсебенән мәхрүм итмәҫтәр тимә. Солоҡ ҡорттары умар­талағыларҙан уҫалыраҡ була, сөнки улар ҡырағай тәбиғәт шарттарында үҙҙәрен һаҡлап өйрәнгән. Ә хужалары ошондай уҡ сифатҡа эйәме?
Урмандарыбыҙ ҡырҡ туғыҙ йылға ҡуртымға бирелгән. Донъялар үҙгәреп тора, шул ваҡыт эсендә ниндәй генә хәлдәр булмаҫ. Ҡырҡ туғыҙ йылда солоҡ юнырлыҡ булып үҫәме ҡарағай? Өй һалырлыҡ кимәлгә лә етә алмай бит улар. Урман киҫкән бер генә ойошма хеҙмәткәрҙәренең дә, ҡырҡылған ағастар майҙанының шул тиклем гектарына үҫенте ултыртҡайныҡ, күкрәп үҫеп киттеләр, тип яҙғанын ишеткәнем дә, күргәнем дә, уҡығаным да юҡ.
Өҫтәүенә сәселгән ҡарағай тәбиғи үҫкәне кеүек көслө була алмай. Ә нәфсе тигәндең бит сиге юҡ. Бынау ағас ҡайһылай матур булып үҫкән, солоҡҡа ҡалһын әле, тип тормаҫ шул берәү ҙә. Оҙаҡ йылдар бал биргән ағастар ҙа ҡартая, уларға алмашҡа йәшерәктәре үҫеп етергә тейеш. Әле иһә урмандарҙы ҡыра, һата ғына беләләр. Ҡырағайлыҡтың шаһиты булып, ҡәбер таштары кеүек, ағас төпһәләре генә тора һерәйеп. Киләсәктә солоҡсолоҡтоң яҙмышы нисек булыр? Әгәр ҙә урмандарҙы ҡырыуҙы дауам итһәк, килер быуын­дарға нимә ҡалдырырбыҙ? Һуңғы солоҡ төбөндә ләғнәт уҡыясаҡ бит ейәндәребеҙ.
Урмандарыбыҙҙың юҡҡа сығыуы менән бөтә тереклек һәләкәткә осрарын барыһы ла белә. Ғалим­дарыбыҙ күптән инде күп ҡоштарҙың, үҫемлектәрҙең ер йөҙөнән юғала барыуы тураһында борсолоп саң ҡаға. Бөтөрҙәр шул: урман менән бергә ундағы үҫемлектәр, бөжәктәр, ҡоштар, йәнлектәр һәләк була бит. Йылға-шишмәләрҙең ҡороуы ла урман­дарыбыҙҙың аяныслы хәлдә ҡалы­уына бәйле. Мәҫәлән, тыуған ауылым Ғәлиәкбәр эргәһендә өс шишмә сылтырап ағып ятыр ине. Яҙ Нөгөш буйраҡланһа, шуларҙан таҙа һыу ташып эсә торғайныҡ. Хәҙер үҙен тулыландырып торған ошо шишмәләр булмағас, йылға ла ныҡ һайыҡты, ауырыуға әйләнде.
Ғүмер буйы “яландарым, урманым, балдай татлы һыуҙарым” тип йәшәгән тәбиғәт балаһы башҡорттоң ерҙәре ситкә китһә, күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһо, һаҡсыллыҡ сифаты һаҡланырмы? Бушлыҡты ғәмһеҙлек, битарафлыҡ тултыра шул. Үҙҙәренә кәрәк-яраҡҡа ла ағас һорап ала алмағанлыҡтан, ҡайһы бер ауыл кешеләренең янғын һүндерергә лә сыҡмаған осраҡтары булды. “Был ерҙәр, урмандар беҙҙеке түгел. Кемдәр һатып алған, шулар һүндерһен”, — тине улар.
“Урман – планетабыҙҙың үпкәһе, уға һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға кә­рәк. Һеҙ яҙышҡан дәфтәрҙәрҙе эш­ләр өсөн ағастың юғары сифатлы булыуы, бик күп йылдар үҫеүе кәрәк”, – тип өйрәтер инек уҡыусы­ларыбыҙҙы. Балалар менән тырыша-тырмаша иҫке ҡағыҙҙарҙы йыйып, дәүләткә тапшыра торғайныҡ. Ҡайтарырға ине тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә күркәм ҡарашты. Урмандарыбыҙҙы ҡурсалап алып ҡала алһаҡ, бал ҡорттары ла, солоҡтарыбыҙ ҙа һаҡланыр.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524