Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Реаль эштәр” күп йүнәлешле
 “Реаль эштәр” күп йүнәлешле “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ғәмәлгә ашырылған “Реаль эштәр” проекты – тормош талабы. Йәшерен-батырын түгел, әммә бөгөнгө сәйәси система парламент депутаттары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыуын етерлек дәрәжәлә контролдә тотмай. Бының иһә халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы, башҡарма власть органдарының эшмәкәрлегенә ышанысты кәметеүе ихтимал. Партия ағзалары хәлде белә, аңлай һәм әлеге проекттың башланғыс алыуы ана шул кәмселектәрҙе бөтөрөргә тырышыуҙың бер сағылышы ла инде.
Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөмкин­лектәргә килгәндә, улар етерлек: республикабыҙҙағы һәр ҡала һәм районда “Берҙәм Рәсәй”ҙең бүлексәһе бар, партия контролен тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған. Ә иң мөһиме – проект халыҡтың ышанысын яулап өлгөрҙө. “Реаль эштәр”ҙең ысынлап тормошҡа ашырылыуы кемгә оҡшамаһын?
Ғөмүмән, “Реаль эштәр” проекты тәү сиратта халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн һәр төбәктә эшсе төркөм ойошторолған. Халыҡтың үҙенең әүҙемлеге лә иҫәпкә алына. Улар йыйылыш үткәреп, ҡарарҙар ҡабул итә һәм партияның төбәк бүлексәһе менән бәйләнешкә сыға. Әле республикала “Реаль эштәр” проектына ярашлы йөҙҙәрсә саҡрым юл ремонтланған, тиҫтәләп күпер төҙөкләндерелгән, урамдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, балалар баҡсалары, мәктәптәр, парктар тәртипкә килтерелгән, уйын майҙансыҡтары булдырылған. Иң мөһиме – был сик түгел. Проект артабан да дауам итәсәк.
Мәҫәлән, тиҙҙән Өфөнөң Дим районында балалар өсөн заманса уйын комплекстары төҙөләсәк. Майҙан­сыҡтарҙы ҡайһы биләмәгә урынлаштырыу мәсьәләһен халыҡ үҙе хәл иткән. Һөҙөмтәлә, быйыл йәй биҫтәнең “Орион” балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә, “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркында, Левитан, М. Йәлил урамдары ихатаһында яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, Дим биҫтәһе проектта тәүгә ҡатнашмай. Тәүге йылда районда йәшәүселәрҙең мөрәжәғәте буйынса ”Дим” мәҙәниәт һәм ял паркында “Ермак” аттракционы ҡуйылғайны. Бөгөн парктан, айырыуса ял көндәрендә кеше өҙөлмәй.
Проектҡа туймазылар ҙа дәррәү ҡушылды. Былтыр районда 34 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, Туймазы ҡалаһында һәм Ҡандра, Собханғол, Серафимовка ауылдарында күп ҡатлы 30 йорт йүнәлтелгән, район үҙәк дауаханаһына рентген диагностика комплексы һатып алынған, Туҡмаҡ-Ҡаранда заманса дүрт теплица төҙөлгән, балалар, спорт һәм уйын майҙансыҡтары сафҡа ингән һ.б. Быйыл иһә проектҡа ярашлы райондың Имәнкүпер, Татар-Олҡан, Николаевка ауылдарында һыу үткәргестәрҙе төҙөкләндермәкселәр.
Ғөмүмән, “Реаль эштәр” социаль, көнкүреш объекттарын төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдарҙы ипкә килтереү йәһәтенән ҙур ярҙам. Әммә төп маҡсат – урындағы мәсьәләләргә халыҡты йәлеп итеү. Ни тиһәң дә, һуңғы ваҡытта кешеләрҙең бер-береһенә, йәшәгән төйәгенә битарафлығы әсендерә. Әллә улар түрәләргә шул тиклем ышанған, әллә башҡа сәбәп...
“Ниңә уны беҙ эшләргә тейеш әле, Хөкүмәттең йөкләмәһе бит”, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Көтөп ятырға ярамай. Мәҫәлән, әлеге проектҡа ярашлы ниндәйҙер бер биләмәгә юл һалынды, ти. Урындағы халыҡтың фатихаһы менән тормошҡа ашырылған изге ғәмәлде ауыл кешеһе мотлаҡ ҡарап, һаҡлап тотасаҡ. Фәҡәт проектҡа килгәндә, уның киләсәге өмөтлө. Халыҡта дәррәү ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Реаль эштәр” ысынлап тормошҡа аша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә