Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерендә, Нефтекама – Өфө автомобиль юлы буйында урынлашҡан Яңы Аҡтанышбаш – райондың ҙур, төҙөк һәм матур ауылдарының береһе. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында ул, игенселек һәм малсылыҡ буйынса гелән алдынғы сафта барып, республикала билдәле “1 Май” колхозының төп бригадаһы булған.
Шул дәүерҙә нығынған тормоштоң һөҙөмтәһен татый бөгөн ауыл халҡы: заман һынауҙарына бирешмәйенсә донъя көтә, данлы үткәндәре менән хаҡлы ғорурлана, киләсәккә ышаныс менән баға.Янғындан һуң
йөҙ генә өй ҡалғанКүренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында яҙыуынса, Яңы Аҡтанышбаш айырым төйәк булараҡ 1844 йылдан билдәле. 1859 йылда бындағы 93 йортта 588 башҡорт көн күргән. Артабан халыҡ һаны арта барған, мәҫәлән, 1905 йылда 242 хужалыҡта 657 ир-ат һәм 640 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Ауылда өс һыу тирмәне, дүрт кибет, ике мәсет булған. 1920 йылда иһә йорттар 232-гә ҡалһа, халыҡ һаны 1 619-ға еткән. Дүрт йылдан ҙур янғын сығып, 100 тирәһе генә өй имен ҡалған. Өҫтәүенә ут ике мәсетте лә юҡ иткән.
1961 йылда донъя күргән “Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” исемле белешмә-китапта шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 1 124 башҡорт йәшәй тип күрһәтелгән. Совет осоронда халыҡ һаны уртаса шул самала һаҡланып килгән. Күпселекте күмәк хужалыҡтың игенсе-малсылары, 50-се йылдар аҙағында нефть һәм газ сығарыуға тотонған ҡеүәтле ике идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре тәшкил иткән.
Быуат аҙағында иһә билдәле сәбәптәр арҡаһында кемдәрҙер яҡындағы ҡалаларға, бәғзеләр сит тарафтарға юлланған. 2010 йылда ауылда ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ бер тигеҙ тиерлек ҡалып, дөйөм халыҡ һаны 735 булһа, әле 345 йорт-хужалыҡта 719 кеше теркәлгән. Мәктәптә 75 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһында 35 сабый тәрбиәләнә. Ауылда шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй, мәсет, магазиндар бар.
Ҡаһармандар төбәгеИлебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкәндәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы, һәр ерҙәгесә, ҡәҙерләп иҫкә алалар бында. Уларҙың хөрмәтенә обелиск ҡуйылып, батырҙарҙың исем-шәрифе мәрмәр ташҡа уйып яҙылған. Мәктәптә, китапханала, мәҙәниәт йортонда яугирҙәр хаҡында бай мәғлүмәтле альбомдар төҙөлгән, йөкмәткеле стендтар эленгән. Өлкән быуын милләттәштәребеҙҙең данлы-шанлы юлы йәштәрҙә һоҡланыу уята, уларҙың күңелендә ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Йыл да Бөйөк Еңеү көнөн билдәләгәндә был айырыуса асыҡ күренә.
Ауылдан һуғышта 258 ир-уҙаман ҡатнашҡан. Улар араһында III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары Мәғәсүм Закирйәнов, Ҡәнәф Шәймырҙин, Рәхим Хужин, II дәрәжә Дан ордены кавалеры Фәхерлеғаян Фәхрәзиев, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған Заһит Әйүпов, ошондай уҡ ике орден алған Хәмзә Ғилаев, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары Сәлих Садиҡов, Зәкәриә Мортазин, Ғүмәр Ялалов, Зәйнулла Хәлиуллин, башҡа орден-миҙалдар менән бүләкләнгән Рамаҙан Саматов, Сәйетгәрәй Әхмәтовтар бар.
Афған һуғышында хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Ришат Кирамов, Камил Миңдуллин (Хәйруллин), Хәлил Нуретдинов, Фәнис Солтанов, Артур Рәжетдинов, Илназ Талипов та ҙур ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Батырҙарса һәләк булып, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған Әлфис Мазмаевтың тыуған йортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, Төньяҡ Кавказдағы хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан ҡаһармандарға ла ауылдаштары йылы һүҙ-ҡарашын йәлләмәй.
Старостаның “йөгө” еңелме?Яңы Аҡтанышбашта ауыл старостаһы Рим Закирйәнов ҡаршы алды. Был яуаплы вазифаға уны хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң һайлағандар. Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ир-уҙамандың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу: ҡырҡ йылға яҡын “Арланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында электрмонтеры булған, намыҫлы эше өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһын алған. Шулай уҡ дүрт тиҫтә йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған, мәктәптә етәксе вазифаларҙы ла уңышлы башҡарған ҡатыны Фәриҙә Тимерйән ҡыҙы менән өс бала үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарғандар. Әле алты ейән-ейәнсәрен һөйөп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, мал-тыуар аҫрап, һоҡландырып йәшәүен дауам итә хеҙмәт ветерандары. Закирйәновтарҙың өйөнә “Өлгөлө йорт-ихата” тигән таҡта юҡҡа ғына беркетелмәгән.
Староста урындағы хәлдәр, бергәләп башҡарған эштәр тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, зыяратты тәртипкә килтереүҙә, уның оҙонлоғо өс йөҙ метрлыҡ ҡоймаһын яңыртыуҙа ауылдаштар ихлас ҡатнашҡан, дөйөм хеҙмәттән эргә-тирәләге халыҡ та ситтә ҡалмаған. Көтөү ойоштороу, урамдарҙы яҡтыртыу, йыл әйләнәһенә юлдарҙы тәртиптә тотоу, ҡарҙан ваҡытында таҙартыу, артезиан һыу башняларының тотороҡло эшен тәьмин итеү – ошо һәм башҡа бурыстар йөкмәтелгән Рим Мәғәсүм улының иңенә. Шушнур ауылы хакимиәте башлығы Фәриҙә Ғәниева, тәжрибәле етәксе булараҡ, ҡулы аҫтындағы барлыҡ старосталарҙың уй-теләген белеп тора, хәленән килгәнсә ярҙам итә.
Район хакимиәте лә халыҡтың йәшәйешен иғтибарҙан айырмай. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан тормошҡа ашырылған “Реаль эштәр” проектын айырым билдәләргә кәрәк. Ул Яңы Аҡтанышбаш халҡына ла ҙур ҡыуаныс алып килде: шишмә һәм уның эргәһендәге майҙансыҡ төҙөкләндерелде. Инешкә заманса материалдарҙан япма, кәртә эшләнде, ағып сыҡҡан урынына ҡапҡаслы торба ҡуйылды. Быға шатланып бөтә алмаған ауыл халҡы “Реаль эштәр” проектының дауам ителәсәген ҡушҡуллап хуплай.
“Көлөп” тора бында баҡсаһы ла!Күп урында балалар баҡсаһы бөтөнләй булмаған, ҡайһы берҙәре кескәйҙәр юҡлыҡтан ябылған осорҙа Яңы Аҡтанышбаш халҡының үҙҙәрендәге мәктәпкәсә учреждение менән хаҡлы ғорурланыуы ғәжәп түгел. Алыҫ 1978 йылда барлыҡ талаптарға яуап биргән баҡсаның асылыуы ла күп ауылдарға тәтемәгәндер. Ул осорҙа “1 Май” колхозы рәйесе булған арҙаҡлы ир-уҙаман Индус Бәхтиевтең: “Республикала хужалыҡ иҫәбенә һалынған тәүге балалар баҡсаһы нәҡ беҙҙеке ине”, – тип ҙур ғорурлыҡ менән хәтергә алыуы бер ҙә юҡҡа түгел. Етәксе был изге эше өсөн бер нисә быуын ауылдаштарынан рәхмәт ишетә.
– Кескәйҙәрҙе йәш ярымдан ҡабул итәбеҙ, – ти мөдир Эльвира Ғиләжетдинова. – Улар өс йәшкәсә – беренсе, артабан икенсе төркөмдә тәрбиәләнә. Бындай учреждение йәш әсәләргә хеҙмәт урынын һаҡлап ҡалыу, сабыйҙары хаҡында борсолмайынса яратҡан эшен дауам итеү өсөн яйлы.
Коллективтың көндәлек эшмәкәрлеге мәғариф өлкәһендәге федераль стандарттарға нигеҙләнгән ҡәтғи талаптарға ярашлы ойошторола, йәш быуынды бәләкәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һалына. Бында һәр кем хеҙмәтен намыҫ менән һәм күңел биреп башҡара. Һөҙөмтәлә учреждение район кимәлендә гел маҡтап телгә алына, коллектив яңы уҡыу йылына әҙерлек йәһәтенән үткәрелгән конкурстарҙа һәр саҡ призлы урын яулай.
Ошондай шәп балалар баҡсаһына күрше Шушнур, Яңы Нуғай ауылдарында йәшәгән ата-әсә лә сабыйҙарын ҙур теләк менән йөрөтә. Әйтеүҙәренсә, бәләкәстәр тәрбиәселәре янына атлығып тора, үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша, “икенсе өй”ҙәге күңелле тормошо хаҡында һөйләп туймай икән.
Етәксе төрлө йылдарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе, бөгөнгө коллегаларын ҙур ихтирам менән телгә алды. Эльвира Наил ҡыҙы үҙе йәш быуынды тәрбиәләүгә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлаған, шуның 18-е етәксе вазифаһында үткән. Йәмәғәт тормошоноң да үҙәгендә ҡайнай ул, урындағы Совет депутаты булараҡ, һайлаусыларының ышанысын аҡлауға күп көс һала. Ире Рөстәм менән ике ул үҫтерәләр.
Илһөйәрлек орлоҡтары шытаЙәш быуынды үҙаллы тормошҡа әҙерләү, уларға төплө белем, яҡшы тәрбиә биреү йәһәтенән тынғыһыҙ эшен лайыҡлы дауам итә урындағы мәктәп уҡытыусылары. Учреждениеның тарих башы 1924 йылға барып тоташа: 1 сентябрҙә ауыл балалары тәүге тапҡыр шәхси йортта урынлашҡан белем усағына бара. Артабан ул – ете, быуат уртаһынан – һигеҙ, ә 1973 йылдан урта мәктәпкә әүерелә.
Туғыҙ тиҫтә йылдан ашыу дәүерҙә меңдән күберәк уҡыусыға аттестат тапшырылған. Улар араһында илебеҙҙең генә түгел, донъяның төрлө ҡитғаһында билдәлелек яулағандар бихисап. Шул уҡ ваҡытта тыуған төйәгенә ерегеп, колхоз ҡырҙарында, малсылыҡ тармағында дан-шөһрәт ҡаҙанғандар ҙа аҙ түгел. Ленин, Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы, райондың почетлы гражданы Мулләхмәт Яҡупов, Ленин орденына лайыҡ булған һауынсы Әнисә Әхмәтғәлиева, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәүис Әхмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы Рәмзит Маннапов һәм башҡа уңғандар хаҡында бөгөнгө уҡыусылар ҙа яҡшы белә.
Педагогтар халҡыбыҙҙың бай тарихы, данлы ул-ҡыҙҙары өлгөһөндә йәштәр күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙе төп бурыстарының береһе итеп алған. Был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле һәм ныҡышмалы эш алып бара улар. Коллективтың тырышлығы менән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең йәмәғәт ойошмаларын тергеҙеү, уларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән генә түгел, ә кластан тыш сараларҙы ойоштороу, төрлө бәйге-конкурстарҙағы, спорт ярыштарындағы ҡаҙаныштар буйынса ла районда алдынғылар рәтендә килә. Ҡыҫҡаһы, бындағы мәғариф учреждениеларында киләсәк хаҡында ныҡлы хәстәрлек күрелә. Һөҙөмтәнең ыңғай булырына шик юҡ.
Дәррәү алҡыштарҙан
дәрт алып Халҡыбыҙҙың йыр-моңға, уйын-бейеүгә маһирлығын Яңы Аҡтанышбаш һәүәҫкәрҙәре миҫалында асыҡ күрергә мөмкин. Был һәләт быуындан быуынға күсеп килә. Өлкәндәрҙең хәтирәләренән күренеүенсә, ауылда клуб 1936 йылда эшләй башлаған. Әлеге мәҙәниәт йорто иһә 11 йыл элек асылған.
– Беҙҙә туғыҙ үҙешмәкәр коллектив уңышлы эшләй, – ти мөдир Динара Арслангәрәева. – Уларҙа сәнғәтте мөкиббән яратҡан төрлө быуын вәкилдәре ҙур теләк менән шөғөлләнә. Һәр береһе тәү сиратта ауылдаштарының ялын күңелле итергә, уларҙы матурлыҡҡа әйҙәргә ынтыла, шул уҡ ваҡытта шөғөлөнән үҙе лә ҙур ҡәнәғәтлек ала.
“Тамаша” театр түңәрәге, “Ихлас” йыр һәм ветерандарҙың “Науруз” ансамблдәре, балаларҙың “Шатлыҡ” бейеү һәм “Ҡурсаҡҡай” театр коллективтары, “Наҙгөл” төркөмөнөң сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул итә. Айырым башҡарыусыларҙы, төрлө музыка ҡоралында оҫта уйнаусыларҙы ла халыҡ һәр саҡ дәррәү ҡул сабып ҡаршы ала, ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып сығара.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө темаға кисәләрҙе даими үткәрә, милли байрамдарға, уйын-бәйгеләргә кешеләрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә тырыша. Һәр сара китапханасылар, уҡытыусылар, балалар менән берлектә ойошторола. Йыл да районда уҙғарылған “Ауылым һуҡмаҡтары” фестиваль-бәйгеһендә, һабантуйҙа уңышлы сығыш яһай үҙешмәкәрҙәр. Күптәргә өлгө күрһәтеп, сағыу милли кейемдәре менән һоҡландырып, башҡаларға дәрт-дарман өҫтәп, йыр-моңдан, бейеүҙән бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныс табып йәшәйҙәр. Киләсәктә лә үҙҙәрен ижад ҡомары ташламаһын.
Ысын хужаЯңы Аҡтанышбаштың элекке һәм хәҙерге хәленә туранан-тура ҡатнашы булған, урындағы тормошҡа ныҡлы нигеҙ ҡорған шәхес – Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почетлы гражданы Индус Мәғәфүр улы Бәхтиев 1974 – 2002 йылдарҙа ошондағы колхозға етәкселек иткән. Исеме республикала билдәле уның. Һигеҙенсе тиҫтәһен теүәлләүгә яҡынлашҡан хеҙмәт ветераны – гәрәй ырыуының хөрмәтле аҡһаҡалы.
Индус ағай менән ауылдың барлыҡ урамдарын тиерлек әйләнеп сыҡтыҡ. Асфальт түшәлгән юлдар, газ һәм һыу үткәргестәр, социаль объекттар башлыса уның башланғысы менән сафҡа индерелгәнлектән, һәр береһенең тарихы хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләне. Ҡайһы берҙәренең яҙмышын хәл итеү өсөн республика етәкселегенә тиклем барып етергә мәжбүр булған.
Индус Мәғәфүр улының бала сағы ҡәһәрле һуғыш осорона тура килә. Атаһы Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында көрәшә, 1943 йылдың көҙөндә Ворошиловград өлкәһен фашистарҙан азат итеү өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була.
Егет ул дәүерҙең бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫә. Тәбиғәттән бирелгән тырышлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, яуаплылыҡ кеүек сифаттар уны ғүмер буйы оҙата килә. Үҫмер сағынан спорт менән ныҡлы шөғөлләнә: йүгерә, саңғыла йөрөй, волейбол уйнай, бейеклеккә һикереүҙә алдынғылыҡты бирмәй, һабантуйҙарҙың көрәш майҙанынан бүләкһеҙ ҡайтмай.
Ергә берегеп, бәләкәйҙән мал-тыуар ҡарап үҫкән Индус, урта белемле булғас, өс йыл мәктәптә лаборант вазифаһын башҡара ла Өфөләге ауыл хужалығы институтына уҡырға юллана. Студент тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәү менән бер рәттән тырышып уҡый, спортты ла ташламай. Еңел атлетика, саңғы, волейбол һәм атыу буйынса институтта уға тиңләшеүсе булмай тиерлек. Йыйылма команда менән республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай, күп тапҡыр чемпион исемен ала.
Спорт Индус Мәғәфүр улының ғүмерлек дуҫына әүерелә: ул һәр саҡ сәләмәт тормош алып бара, тәмәке тартмай, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулына алмай. Һөҙөмтәлә 80 йәшенә яҡынлағанда ла ныҡлы баҫып йөрөй, һаулығына зарланмай ир-уҙаман.
1963 йылда институтты уңышлы тамамлағас, Индус Бәхтиев колхозда зоотехник булып эш башлай. Яратҡан һөнәренә ең һыҙғанып тотонған йәш белгесте бер йылдан баш зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Артабанғы осорҙа “1 Май” колхозы малсылыҡ тармағының бар йүнәлештәрендә лә бығаса булмаған үрҙәрҙе яулай. Нәҡ шул йылдарҙа Индус Мәғәфүр улында етәкселек таланты асыла башлағандыр. Ҡушылғанды намыҫ менән үтәү, яңылыҡҡа ынтылыу менән бер рәттән ул халыҡ менән аралашыуға ныҡлап өйрәнә.
Ярайһы тәжрибә туплаған Бәхтиев 1972 йылда район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына баш зоотехник итеп үрләтелә, тағы бер йылдан үҙ колхозына партком секретары итеп һайлана, артабан уға хужалыҡ дилбегәһе ышанып тапшырыла.
– Бурыстарымды еренә еткереп үтәргә тырыштым, – ти ветеран, оҙон хеҙмәт юлына байҡау яһап. – Кешеләргә гел яҡшылыҡ эшләргә тырыштым, ҡыйын булғанда ла, насар уйҙарҙы ситкә ҡыуҙым.
Ысынлап та, шулайҙыр. Ҡылған изгелектәре өсөн яҡташтары уға әле лә рәхмәт әйтә. Ә уҙамандың башҡарған эштәрен, өлгәшелгән уңыштарын барлаһаң, бер нисә том китап яҙырлыҡ.
Ир-егет бәхетен дә үҙ ерендә тапҡан Индус Бәхтиев. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Яңы Аҡтанышбашҡа урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелгән Яңауыл районы һылыуы Флүзә Йыһанур ҡыҙын егет тыуған колхозына практика үтергә ҡайтҡанда осрата. Бөгөн улар – тормошта үҙ урынын тапҡан, яратҡан эше менән шөғөлләнгән алты малайҙың һәм ике ҡыҙҙың ата-әсәһе, 12 ейән-ейәнсәрҙең һөйөклө олатай-өләсәйе.
“Һигеҙ балалы колхоз рәйесе республикала берәү. Ул – беҙҙең Бәхтиев”, – ти шаяртыу һәм сикһеҙ һоҡланыу менән краснокамалар. Ир-уҙаман иһә үҙе барлыҡ уңыштарының, яулаған бейеклегенең, ҡаҙанған хөрмәт-ихтирамының тос өлөшөн һөйөклө ҡатынына юллай.
Флүзә Йыһанур ҡыҙына килгәндә, оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләү өҫтөнә һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыу һәм бер үк ваҡытта колхоз рәйесе ҡатыны булыуҙың нимә икәнен ул үҙе генә беләлер. Яңы Аҡтанышбашҡа “таш булып төшкән” килен бөгөн – ауылдың ихтирамлы, хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе. Быға ул күп бала тәрбиәләп үҫтергән өсөн бирелгән “Әсәлек даны” ордендары менән генә түгел, ә намыҫлы эше, алсаҡ йөҙө, йомарт күңеле менән дә лайыҡ.