Оҙонса итеп төшөрөлгән был фотоһүрәтте мин бик ҡәҙерләп, яҙышҡан һәр кемдә була торған ҡағыҙ даръяһында юғалтмай, байтаҡ йылдар һаҡлайым. Яңылышмаһам, уны күренекле оҫта, яугир, элекке хеҙмәттәшем Анатолий Михайлович Виноградов төшөргән. Әйткәндәй, был ғәжәп егәрле фотожурналистан тау-тау һүрәттәр ҡалды, уларҙы юғалтмау, яйы сыҡҡанда файҙаланыу – үҙебеҙҙең мәйелдә.Үҙе киткәс тә, был донъяла һәр кемдән ниндәй ҙә булһа эҙ ҡала. Баҫыуҙар ошонда тир түккән, туҙан йотҡан игенсене хәтерләй, уҡытыусыһын күңелендә йөрөтмәгән кеше лә булмайҙыр. Төҙөүсенән ул күтәргән йорттар ҡала, әҙиптең йөрәге әҫәрҙәрендә йәшәй, композиторҙарҙың рухы, моң булып, беҙҙе ғүмер баҡый оҙата бара. Әгәр тормошта йыр-моңдо, һүҙҙе ишетмәһәк, яҡтыны күрмәһәк, ҡыуанысты кисермәһәк, бәхеттән иләҫләнмәһәк, тәүбә-тәүбә, йәшәүебеҙҙән мәғәнә булыр инеме икән?..
Әйҙәгеҙ тәүҙә ошо фотоға эләккән шәхестәрҙең кем икәнлеген барлап алайыҡ. Ултырып төшкәндәр (һулдан уңға ҡарай) – яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәев, композитор Заһир Исмәғилев, рәссам-сценограф Мөхәмәт Арыҫланов, актриса Зәйтүнә Бикбулатова, композитор Хөсәйен Әхмәтов, яҙыусы Зәйнәб Биишева, йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин, улар артынан теҙелгәндәр (һулдан уңға) – шағир Муса Ғәли, төҙөүсе һәм архитектор Лев Хихлуха, ҡурайсы һәм йырсы Ишмулла Дилмөхәмәтов, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, балерина Фирҙәүес Нафиҡова, әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов, шағир Хәким Ғиләжев, актриса Гөлли Мөбәрәкова, хореограф Фәйзи Ғәскәров.
Республикалағы иң мәртәбәле дәүләт премияһын алғандарҙың әле һеҙ күргәндәр менән сикләнмәүе мәғлүмдер. Шөһрәт атының алтын ялын һыйпап ҡараған кешеләр, шөкөр, үҙ мөҙҙәте менән арта бара. “Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтенә ҡарап дан үҫер” тигәндәй, “салауаттар” (халыҡ иһә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алғандарҙы шулай тип йөрөтә) үҙ һөнәренә мөнәсәбәте, ижадтан ғына торған тормошо, бар булмышы менән нисәмә быуын ватандаштарыбыҙға тәбиғи һәләтлекте һаҡлай һәм халыҡҡа ҡайтара белеү өлгөһөн күрһәткән. Бына мин уларҙың бәғзеләре менән ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрендә осрашыуымды хәтер иләгенән үткәреп ултырам.
Студент ғүмере ҡыҫҡа бит инде, ғалим-ғалимә уҡытыусыларыбыҙҙың лекцияларын ҡалдырмаҫҡа тырышып, үҙ мәшәҡәттәребеҙ менән ҡаңғырып йөрөй торғас, башта осо-ҡырыйы күренмәҫтәй тойолған уҡыуҙың да ахыры яҡынлаша. Мифтахетдин Аҡмулла ижады менән бер килке илереп йөрөһәм дә, диплом эше әҙерләр ваҡыт еткәс, башҡорт прозаһында интеллектуаль геройҙың нисек сағылдырылыуын бер нисә әҫәр миҫалында күрһәтергә дәртләнеп киттем. Ғилми етәксем – филология фәндәре докторы Әхнәф Нурый улы Кирәев тә (яҙыусы, фольклорсы-ғалим Кирәй Мәргән) дәртемде һүрелтмәй.
Байтаҡ сәсмә әҫәрҙәрҙең тетмәһен-тетеп, Әнүәр Бикчәнтәевтең “Ожмах вәғәҙә итмәйем” романындағы төп герой Хәйҙәр Айҙаровҡа ентекләп туҡталғайным. Бик күп йылдар үткәс, Тихорецкая урамындағы дауаханала ятабыҙ. Күрше палатала – Шәриф Бикҡол менән Әнүәр Бикчәнтәев. Табиптар бушатҡан арала бар шөғөлдәре – шахмат. Бер сулаһын табып, Әнүәр Ғади улына Хәйҙәр Айҙаров тураһында әйттем. “Ҡарасәй юлы”, “Яҙым минең – яҙмышым”, “Адъютантҡа үлем юҡ”, “Нисә йәш һиңә, комиссар?” һымаҡ мәшһүр әҫәрҙәр яҙған оҫта кәмһенмәне, йәш журналисҡа ипле һүҙен тапты.
Студент йылдары һәм уның аҙаҡҡы айҙарына ҡағылып, йәнә бер кеше тураһында әйтәйем әле. Баяғы диплом эшен дәүләт комиссияһы алдында яҡлағанда, уның рәйесе Ким Әхмәтйәнов булып сыҡты. Ағай үҙебеҙҙеке, Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан ул. Дәрестәрҙән буш һәр көнөм Н.К. Крупская исемендәге Республика китапханаһында үтә. Ким Әбүзәр улы иһә, ғөмүмән, ошонан ҡайтмай, ахыры. Университетта Ким ағайҙың “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре” тигән хеҙмәтен өйрәнергә ҡушалар. Беҙ һабаҡты тамамлап, Әхмәтйәнов мине диплом эшен “бишле”гә яҡлауым менән ҡотлаған йылда ғына 33 йәшлек ғалимдың “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” тигән классик хеҙмәте донъя күрҙе. Ким Әбүзәр улы беҙҙе ҡалдырып киткәндә уға 48 йәш тә тулмағайны. Яратҡан ағайымдың төҫө, исеме һәр даим хәтерҙә ине, әлбиттә, шулай ҙа, йылдар үтеү менән, Әхмәтйәнов мине йәнә ҡыуып етте. Уның исемен йөрөткән премияны яҡташтарым миңә лә тапшырҙы.
Олоғайғас, ғүмер эңере етте тигәндә, яҙмыштың “амин!” тип сауаплаған сағына тап килепме, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Гөлли Мөбәрәкова һәм бүтән байтаҡ сәнғәт, әҙәбиәт, фән әһелдәре бер йортҡа күсенеп сыҡтыҡ. Икенсе өйҙә йәшәһәләр ҙә, Зәйнәб Биишева, Мәғәфүр Хисмәтуллиндар ҙа алыҫ түгел. Зәйнәб апайҙың китаптарын уҡығас, Мәғәфүр ағай иң шәп йырсы булғас, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы уйнаған театрға йөрөгәс, үҙеңде лә ҙур сәнғәткә ҡатнашлығың бар һымаҡ тояһың. Ошо бөйөктәрҙең күптәрен студент саҡта уҡ күргәнһең. Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының, уның “Ҡурай” каналының Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов көйҙәренә һирәк иғтибар итеүенә, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтова һымаҡ башҡарыусыларҙы онотоуына эс боша. Әйткәндәй, Хөсәйен Әхмәтов композитор ғына түгел, сағыу тауышҡа эйә булған йырсы ла ине бит.
Университетта уҡытыусыбыҙ Жәлил Кейекбаев ағай беҙгә башҡорт халыҡ йырҙарының стилистик үҙенсәлектәре тураһында лекция уҡығанда зыңғырлатып йырлап та ебәрә торғайны. Олпат юғары уҡыу йортонда башҡортомдоң көйө бер нәмәгә ҡарамаҫтан яңғырап китһә, йөрәгеңдең ҡошсоҡтай талпыныуы шул булыр.
Хәҙер нисектер, иллә беҙҙең заманда университеттың өсөнсө ҡаттағы ҙур залы инабатлы ҡунаҡтарҙан өҙөлмәй ине. Сәхнәгә, бына, ап-аҡ сибәр йөҙлө, күпереп торған ҡуйы сәсле Хөсәйен ағай Әхмәтов килеп сыға. Ул буй-һын, һәр хәрәкәтендәге нәзәкәтлелек, телмәр оҫталығы!.. Шул тиклем дә аристократик булмыш Мәскәү профессорҙарынан киләме, әллә Баймаҡ яғының, Һаҡмар һыуының бер сереме? Баймаҡҡа ғүмерем эсендә нисәмә тапҡыр барып ураһам да, халҡыбыҙҙың һәммә таланттарын үҫтерә алған ошо ерҙең мөғжизәһен аңлауға барыбер яҡыная алманым. Уның моңо, шиғриәте әллә ошо таулы-ташлы ерҙә һибелеп ятамы икән? Йә иһә серҙәрен йәшереп һаҡлаусы атамаларҙамы?..
Бер мөхиттә йәшәгәс, өлкәндәр тормошон ситтән булһа ла күрмәй ҡалмайһың. Зәйнәб апай, редакцияға шылтыратып, эшебеҙҙе анда-һанда тәнҡитләп ала. Үткер зиһенле әҙип, әлбиттә, беҙ шәйләгәнде күрә йөрөп, уйҙарын хистәре тулышҡас ҡына бүтәндәргә еткергәндер. Үпкәләйһеңме, юҡмы, ләкин апай һеңдереп әйтә һәм уның хаҡлығын күңелең баҫыла төшкәс кенә аңлайһың. Заһир ағай ҙа йомолоп йөрөмәй, осраша ҡалһаҡ, “Һин, брат мой, ҡайҙа ҡасып йөрөйһөң, ә ниңә инеп хәл белешмәйһең?” – тип шелтәләп ала. “Китап” нәшриәтенә рәхмәт, 2002 йылда “Заһир Исмәғилев. Тормошо һәм ижады” тигән альбом сығарырға ниәтләгәс, баҫманы сығарыуға яуаплы Ғәлиә Ғәлимова мәҡәлә яҙып биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Рус телендә яҙылған “Страна высоких гор” тип аталған әйберҙең бер нисә юлын ғына әле килеп хәтерегеҙҙә яңыртмаҡ булдым.
“Профессиональ музыканан алыҫ кешегә Заһир Ғариф улы Исмәғилев кеүек мәшһүр композиторҙың ижады тураһында фекер әйтеү мөмкин дә түгелдер. Беҙ, ғади әҙәми заттар, моңдоң яралыу серенә яҡыная ла алмайбыҙ, беҙ көйҙө тыңлауға һәм ошо мөғжизә эргәһендә йәшәүгә генә һәләтлебеҙ. Беҙгә музыканы бар итеүсе композиторҙың хис-тойғоһон белеү яҙмаған, сөнки композитор менән нота дәфтәре араһында, инструменттан бүтән, һис кем дә һәм бер нәмә лә булмай. Кисерештәр, һыҙланыу, һоҡланыу – фекерҙәр бәрелеше, нервылар төйнәлеше нота дәфтәренә тамсы рәүешендәге тауыш булып төшә, гүйә, композитор музыканы “ҡәләменең осон үҙ ҡанына манып яҙа”.
Өфө әүәлдән илдәге иң матур ҡалалар иҫәбендә йөрөй торғайны. Хәтерегеҙҙәме, Рәғиҙә апай Янбулатова: “Һиндә тыуҙым, эстем һыуҙарың, / Тыңланым йыр, ҡурай моңдарың, / Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам, / Ах, Өфөм, һин минең баш ҡалам”, – тип йөрәген ярып сыҡҡан шиғырын ҡағыҙға төшөрөүе булды, Хөсәйен Әхмәтов уға көй ҙә яҙып өлгөрҙө. Был йыр-вальс әле лә Өфөнөң формаль булмаған гимны тип ҡабул ителә.
Ғөмүмән, пайтәхеттең исеме йырҙарҙа данланыуы, йөҙө матур йорттар, һәйкәлдәр менән биҙәлеүе тәбиғи һәм мәслихәт хәл. Ошо юҫыҡта ике ир-арыҫлан – бөйөк рус скульпторы Лев Кербель менән Туймазыла тыуған үҙебеҙҙең күренекле архитектор Лев Хихлуханың хеҙмәттәре тос. Лев Ефимовичтың Мәжит Ғафуриға Башҡорт дәүләт академия драма театры алдына ҡуйылған һәйкәлен асҡанда тантананы ла, хатта көндөң сыуаҡлығын да бөгөнгөләй хәтерләйем. Бер ҡулы менән бөйөрөнә таянып, икенсеһен тубығына һалған олоғая башлаған шағир, төрки-мосолман донъяһына мәғрифәт өләшкән зыялы ҡарашын алға төбәгән. Әйтерһең, Мәжит ағай халҡының киләсәген төҫмөрләргә, уның бер ваҡыт рәхәтлектә йәшәү мөмкинлеген күрергә теләй.
Лев Васильевич Хихлуха, бүтән бик күп скульптура-архитектура эштәре менән бер рәттән минең күңелдә оло ҡаһарманлыҡ өлгөһө лә булып ҡалды. Хәтерегеҙҙә булһа, 1988 йылдың 7 декабрендә Әрмәнстанда һәләкәтле ер тетрәп, утыҙ меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Лев Хихлуха ул саҡ Мәскәүҙә, РСФСР-ҙың Төҙөлөш буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй ине. Тәбиғи, яҡташыбыҙ шул ҡаза эҙемтәләрен еңеү өсөн ғәйәт ҙур хеҙмәт һалған. Мин дә, әлеге ер тетрәүҙең егерме йыллығы алдынан, күләмлерәк әйбер яҙайым тип, күптәрҙе, шул иҫәптән Лев Васильевичты ла маҙаһыҙланым. Атаҡлы архитектор бында ла ярҙамсыллыҡ күрһәткәйне.
Күп һәләттәргә эйә ғалим, дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, скульптор, әлеге ваҡытта Федерация Советы ағзаһы сенатор Рафаил Зиннуровтың бихисап мауығыуҙары араһында уның Әрмәнстан тарихы айырым урын биләйҙер. Рус телендә донъя күргән “Армения – путь тысячелетий…” тигән тарихи-шиғри ҡамусы – шуға дәлил. Йәш сағынан уҡ инглиз, төрөк һәм әрмән телдәрен үҙләштергән хоҡуҡ белгесе, тарихсы һәм әҙип Ерҙә кешелек хасил булғандан алып көн иткән әрмәндәргә булған ихласлығын ошо ҡәүемдең боронғо мәҙәниәтенә хөрмәт менән аңлата. Һәм был ихласлыҡҡа ышаныуы ауыр түгел.
“Бар белгәнеңде һөйләмә, нимә һөйләгәнеңде бел”, – тип киҫәтеп торһалар ҙа, күңелеңдәге тел осонда торғас, үҙеңде тыйыуы ла тәбиғәтеңә ҡаршы килгән һымаҡ. Ошо фотолағы апай-ағайҙарҙың һынамсыл ҡараштары менән осрашҡан һымаҡ булам да ҡаушай төшәм. Хәким Ғиләжев, рус һәм башҡорт телдәрендә Бөйөк Ватан һуғышы, яугирҙәр яҙмышына арналған мәҡәләләремә һис ҡасан битараф ҡалмаҫ, гәзит ситенә булһын: “Рәхмәт, Марсель!” – тип яҙып ебәрер ине. Фронтовик, ҡарамаҡҡа ҡырыҫ ҡына күренгән ҙур әҙиптең һаран ғына шул һүҙҙәрен ишетеүе лә мәртәбә бит.
Хисмәтуллин исемен йөрөткән тыҡрыҡҡа яҡынлашҡан һайын, Мәғәфүр ағай тауышы менән йә Салауат арияһы, йә “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең” тип йөрәкһеү яңғырағандай була. Йыр, һүҙ, сәнғәттең мәңгелеген раҫлап, Гөлли Мөбәрәкова, шөкөр, сәхнәгә сығыуын дауам итә. Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров ҡуйған классик бейеүҙәр, ғөмүмән, донъя сәхнәләренән төшкәне юҡ. Муса Ғәли, Фәрит Иҫәнғолов ағайҙар башҡорт шиғриәтенең, сәсмә әҙәбиәтенең арбаһын һаман да төпкә егелеп тартҡан һымаҡ.
…Йылдар үтә, уларға эйәреп, йырҙар ҡала, тигән кеүек, тормоштары матур бер йырға оҡшаған кешеләрҙе һағынып йәшәү ҙә ҡараңғылыҡҡа сумып барыусы донъяны яҡтырталыр ул.