Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әкиәттәребеҙ юғалмаһын тиһәк...
Әкиәттәребеҙ юғалмаһын тиһәк... – Һин кем?
– Ә минең исемем Бесәйбикә. Һин ҡайҙа икәнеңде беләһеңме?
– Юҡ. Һеҙҙең хозур тәбиғәтегеҙҙе күреп, самолетымдан төшөп ҡалдым.
– Һин күп милләтле Башҡортостан илендә.
– Бәлә! Бәлә! Минең илдә әкиәттәр юғала! Һеҙҙең ил әкиәттәрен үҙем менән алырға ине...
– Ах, һин, яуыз, беҙҙең әкиәттәрҙе урламаҡсы булдыңмы?
– Ю-юҡ, киреһенсә, үҙ илемдә һеҙҙең әкиәттәрҙе данларға уйым.
– Ниәтең изге икән, дуҫым! Беҙ йыл һайын әкиәт донъяһына байҡау яһайбыҙ...
Ошондай тамаша менән баш ҡала балалары араһында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” халыҡ әкиәттәрен һөйләү конкурсының йомғаҡлау кисәһе башланды.



Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уҙған сара кескәйҙәр өсөн оло байрамға әүерелде. Етенсе йыл рәттән үткәрелгән был конкурстың маҡсаты – әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү һәм тергеҙеү, үҫеп килгән йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл оҫта әкиәтселәрҙең һаны арта бара.
Кисәне “Тамыр” студияһында шөғөлләнгән балалар дәртле йыр менән асты. Сәхнәгә беренсе булып иң кескәй әкиәтсе – ике йәш тә һигеҙ айлыҡ Лилиә Ғәбитова сыҡты. Ул “Бүре менән кәзә бәрәстәре” әкиәтен һөйләп ишеттерҙе.
Киров районының 170-се балалар баҡсаһына йөрөгән Камилә Кирәева тамашасылар иғтиба­рына “Ҡошҡа әйләнгән әбей” әкиәтен тәҡдим итте.
– Мин әкиәт тыңларға яратам, үҙем теләп ятланым, уйынсыҡ­тарыма ла әкиәт һөйләйем, – тине Камилә.
Баш ҡаланың 75-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр “Шалҡан” рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштерһә, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары “Кем көслө?” тигән әкиәтте күрһәтте. Шулай уҡ 122-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Наҙгөл Ғарифул­линаның “Төлкө менән Ҡырмыҫҡа” исемле ҡаҙаҡ халыҡ әкиәтен һөйләүе тамашасыны битараф ҡалдырманы.
Конкурс мәлендә башҡорт, рус, ҡытай, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡ­тарҙың әкиәттәре яңғыраны. Балаларҙың һәр сығышы оҫта һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Кон­курсанттарҙы әҙер­ләгән тәрбиә­селәр, уҡытыусылар сәхнәгә сығарыласаҡ тамаша­ларҙың эстәлегенә, тәр­биәүи әһәмиәтенә ҙур иғтибар бүлгән.
Берҙәмлектең, татыу­лыҡтың оло көскә эйә булыуы, яҡшылыҡ­тың һәр саҡ яманлыҡты еңеүенә байрамда тағы бер ҡат инандылар. Ваҡыт һиҙҙермәй генә үтеп тә китте. Шулай итеп, иң тул­ҡынландырғыс минуттар ҙа килеп етте – конкурстың еңеү­селәре билдәләнде. Сығыштарҙы өс төркөмгә бүлеп баһаланылар – балалар баҡсаһында тәрбиә­ләнеүселәр, башланғыс һәм V – VII класс уҡыусы­лары. Кескәйҙәр араһында гран-приҙы 240-сы балалар баҡсаһынан Камилә Бикбулатова яуланы, I – IV клас­тар­ҙан – 122-се башҡорт гимна­зияһынан Наҙгөл Ғарифуллина, V – VII кластар араһында М. Кә­рим исемен­дәге 158-се башҡорт гимназияһынан Гөлназ Әхмәт­йәнова алдынғы­лыҡты бирмәне. Әкиәтте иң оҫта сәхнәләштереү буйынса ла 158-се башҡорт гимна­зияһы фольклор коллективына етеү­се булманы. “Әки­әт­те оҫта һөй­ләүсе”, “Әкиәт аша дуҫлыҡ тойғо­һо тәрбиәләү”, “Иң тәмле телле әкиәт­се”, “Иң яҡшы хә­тер­­ле әкиәтсе”, “Халыҡ әкиәт­тәренә һөйөү тойғоһо тәрбиә­ләү” номинацияларында айырым уҡыусылар билдәләнде.
Йәш әкиәтсе­ләрҙең сығышын Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та ҡараны.
– Бөгөнгө бәйгелә оҫта әкиәтсе­ләрҙең күп булыуы бик һөйөн­дөрә. Ҡыуанысҡа күрә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны, сығыштарҙың сифаты арта, – тине үҙенең сығышында Сынтимер Биктимер улы. – Ошондай конкурстың булыуы беҙҙең милли рухыбыҙҙы күтәрә. Әкиәт тыңла­ған балалар аҡыллы, зирәк, ҡыйыу булып үҫә.
Байрамға килгән ҡунаҡтар тамашанан ҡәнәғәт ҡалды. Әкиәттәр балаларға дуҫлыҡ, тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ, зирәклек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кеүек төшөнсә­ләрҙе аңлатты.



Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә