Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Браконьерҙар таңда йөрөй
Браконьерҙар таңда йөрөй Таң саҡ һыҙыла башлағанда дүрт кеше катерға ултырҙыҡ: фоторәссам Нәсих Хәлисов, дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Александр Деньгин, 1-се разрядлы белгес Анатолий Петров. Һыуыҡ. Ағиҙел ярҙарынан сыҡҡан. Тап ошо мәлдә һыу ятҡылыҡтарында браконьерҙар йәнләнә башлай ҙа инде, сөнки ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта балыҡ тотоу күпкә еңел. Бары тик уның юлдарын белергә кәрәк.

– Беҙ базанан сығып китеү менән, шымсылар браконьерҙарға шылтыратып та ҡуя. Килеп еткәндә, улар ауҙарын йәшереп, үҙҙәре ҡасып өлгөргән була. Йылға буйындағы һәр ауылда тиерлек шымсылары бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн браконьерҙар беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йыһазландырылған, уларҙың катерҙары ла заманса, – тип уфтана инспектор Александр Николаевич.
Ул был хеҙмәттә ике тиҫтә йыл самаһы эшләй. Тәжрибәләренә, тойомлау һәләттәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Тәү ҡарашҡа Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылы эргәһендәге ҡултыҡта иғтибарҙы йәлеп итерлек бер нәмә лә юҡ ине. Моторҙы һүндереп, яйлап ҡына ярға табан йөҙәбеҙ. Инспекторҙарҙың “бесәй” тигән инструменттары бар. Шуны сығарып, һыуҙың төбөн “сапсый” башланылар. Был урында бер түгел өс ау таптыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эләккән балыҡтары күптән үлгән, еҫләнә башлаған ине. Браконьерҙар үҙҙәре үк ауҙы ҡайҙа ҡуйғандарын онотҡан, күрәһең. Шуныһы үкенесле – эре-эре ағасъяңаҡ (жерех) ошо тирәләге тымыҡ урынға ыуылдырыҡ сәсергә юлланған булған. Сама менән әйткәндә, балыҡтарҙың ауырлығы ике-өс килограмм. Нисек кенә булмаһын, уларҙы йыйып алдыҡ. Ауҙарҙың береһендә генә ике ҙур табан балыҡ тере ине. Уларын ысҡындырып, һыуға ебәрҙек. Моғайын, был юлы иҫән ҡалғас, икенсеһендә ауға эләкмәҫтәр. Ауҙарҙы ла бөкләп йыйып ҡуйҙыҡ. Инспекторҙар һәр аҙымды видеока­мераға төшөрөп тора, сөнки һуңынан уларға отчет бирергә кәрәк.
– Был ерҙә ау торғанын ҡайҙан белдегеҙ һуң? – тип һорайым, аптырап.
– Ағастың ботағы һелкенеп тора ине бит! – тип яуапланылар.
Бына ни тиклем иғтибарлы булырға кәрәк!
Артабан йөҙәбеҙ. Ҡыҙылъярҙы үткәс, һоҡланғыс күренеш асыла – Тоҙлотау. Тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән ул. Алыҫтан ҡарағанда һоҡланып туймаҫлыҡ: ҡаяның ҡатламдары буйынса ерҙең барлыҡҡа килеүен ғалимдар тап ошо урында өйрәнгән. Ҡая Башҡортостан һәм Рәсәйҙең фән әһелдәрен генә түгел, сит ил ғалимдарын да ғәйәт ҡыҙыҡ­һындыра икән. Шуныһы ҡыҙғаныс: тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡарайбыҙ – һәйкәл булһынмы ул, ауыл күле йә быуаһы булһынмы... Эргә-тирәһе сүп-сарға күмелә. Айырыуса ҡар иреү менән умырзаяларҙан алда сүп-сар өйөмдәре ҡалҡып сыға бит! Тоҙлотауҙың аҫты ла сүпкә тулған. Пластик шешәләр, полиэтилен ҡапсыҡтар, ҡороған ағас ботаҡтары һәм тағы ла башҡа һыймаҫлыҡ әйберҙәрҙән бында сүп утрауы барлыҡҡа килгән! Әйткәндәй, был урында балыҡ тотоу бөтөнләй тыйылған. Шуға ҡара­маҫтан, браконьерҙар ау һалған да инде. Моғайын, беҙҙән саҡ ҡына иртәрәк үткәндәрҙер. Ауҙарына бер балыҡ та эләгеп өлгөрмәгән. Яйланмаларын йыйып алдыҡ. Ҡыйбатлы ғына, намыҫ менән эшләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, уны ла инспекторҙар утҡа ташлаясаҡ.
Благовещен ҡалаһына тиклем барып еттек. Бәхеткә күрә, браконьерҙарҙы тап итеп булманы. Әлбиттә, беҙҙең ҡыҙыҡһыныу көслө ине. Законды боҙған кешенең нисек аҡла­нырын, тотҡан балығының нисә һумға барып баҫырын күрге килде. Хатта, рейд тамамланғас, бер аҙ кәйеф тә төшкәйне. Һуңынан, хис-тойғо бер аҙ баҫылғас, “Инспекторҙарҙың бер көнөнөң тыныс үтеүе– һәйбәт һөҙөмтә бит”, – тип ҡыуандыҡ.
Тәртип һаҡсыларының аһ-зарын да гәзит битенә төшөргө килә. 2007 йылда үткәрелгән ҡыҫҡартыуҙар һөҙөмтәһендә, хеҙмәткәрҙәр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Вәкә­ләттәрҙең дә күпселеге Һамар идаралығына күскән. Инспекторҙар көн һайын иртән рейдҡа юллана. Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр, ул-был хәл була ҡалһа, үҙҙәрен яҡлау өсөн ҡоралдары ла юҡ. Һәр браконьер йәһәт кенә үҙенең ғәйебен танып, штраф һалғанды тыныс ҡына көтөп тормай бит! Рейд өсөн бүленгән яғыулыҡ күләме тураһында һөйләүе лә оят. Көн һайын сығыуға иҫәпләп бүлһәң, көнөнә ни бары бер стакан бензин тура килә. Ә бит рейд һайын яҡынса 60-80 литр сарыф ителә. Идаралыҡҡа был осраҡта битараф булмаған балыҡсылар ярҙам ҡулы һуҙа. Уларҙың йәмәғәт ойошмалары браконьерҙарға ҡаршы сығыш яһай. Ҡайһы саҡта бергәләп рейдҡа сығалар, йышыраҡ бензин менән тәьмин итәләр. “Ни өсөн?” тип һораусылар ҙа булыр. Яуап ябай ғына: йылға һәм күлдәрҙә ау аҙыраҡ булған һайын, ҡармаҡҡа эләккән балыҡтар һаны ла арта. Анатолий Петров быларҙы һөйләп, уфтанып ҡына ҡуйҙы.
– Хәҙер күптәр, балыҡ юҡ йылғаларға балыҡ ебәрергә кәрәк, тип борсола. Ә мин иһә, киреһенсә, бөтөн көстө булғанды һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтергә кәрәк тип уйлайым. Әлегә браконьерҙарға ҡаршы көрәшебеҙ әллә ни һөҙөмтә бирмәй, сөнки уларҙың аппа­ратураһы ла, кәмәләре лә күпкә ҡеүәтлерәк. Теләгән хәлдә лә, тиҙлекте сәғәтенә 60 – 70 километрға еткерһәк тә, браконьерҙың яңы моторлы кәмәһен ҡыуып етә алмаясаҡбыҙ, – тине ул.
Был осраҡта уның менән килешмәү мөмкин түгел.
– Хәбәрселәрҙе сенсациялар ҡыҙыҡһын­дыра. Был юлы рейд тыныс ҡына үтте. Көҙ етә башлаһа, йәнә осрашырбыҙ, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе инспекторҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә