Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙеллеккә һәм асыҡлыҡҡа табан
Ағымдағы йылдың 18 сен­тябрендә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә – Рәсәй Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайланасаҡ. Әҙерлек әле үк ҡыҙыу бара. Яңылыҡтар ҙа юҡ түгел – быйылғы һайлауҙа “барыһына ла ҡаршы” графаһы буласаҡ, бер мандатлы округтар буйынса ла тауыш биреү ойоштороласаҡ, сәйәси партиялар өсөн “үтеү сиге” түбәнәйәсәк (элек ул 7 процент булһа, быйылдан 5-кә төштө).

Дәүләт Думаһы – Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһы, закондар сығарыусы иң юғары власть органы. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә уның етенсе саҡырылыш депутаттары һайланасаҡ. Тәүгеһе, хәтерләйһегеҙҙер, Федерация Советы менән берлектә 1993 йылдың 12 декабрендә ойошторолғайны. Артабан һайлауҙар 1993, 1995, 1999, 2003, 2007 һәм 2011 йылдарҙа үтте. Беренсе саҡырылыш Думаһы, ҡану­ниәткә ярашлы, ике йылға тупланды. Артабан дүрт йыллыҡ срок индерелде, алтынсы саҡырылышта иһә депутаттар биш йылға һайланды. Сираттағыһы ла “биш йыллыҡ”ты күҙ уңында тота, әммә, башҡа осорҙарҙан айырмалы, был юлы тауыш биреү ҡатнаш һайлау системаһына нигеҙ­ләнәсәк. Нисегерәк була, тиһегеҙме? Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы 450 депутаттан тора. Быйылдан был состав сәйәси партиялар исемлеге буйынса, шулай уҡ бер мандатлы округ буйынса һайлау һөҙөмтәһендә туплана. Йәғни 2016 йылдың 18 сентябрендә халыҡ ике бюллетень буйынса тауыш бирәсәк: партия исемлеге өсөн һәм бер мандатлы округтағы айырым кандидат өсөн. Рәсәйҙә бындай система 1993 – 2003 йылдарҙа эшләп кил­гәйне, әммә 2007 һәм 2011 йылдарҙа Дума партия исемлеге буйынса ғына тупланды. Бынан тыш, партияларға һынауҙы үтеү өсөн тауыштарҙың 7 процентын алыу шарт ине.
Әйткәндәй, сираттағы һайлауҙарға нисә кеше килһә лә, ул үткән тип һана­ласаҡ, бер ниндәй ҙә сик юҡ. Әммә шуны күҙ уңынан ысҡынды­рырға ярамай – һайлаусыларҙың күбеһе “барыһына ла ҡаршы” тауыш бирә икән, сараны ҡабаттан үткәрергә тура киләсәк.
Алдан тауыш биреүгә килгәндә иһә, “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарҙы тәҡдим итеүҙә үҙенә күрә өр-яңы механизм булдырҙы. Ғөмүмән, партия эсендә алдан тауыш биреү рәүеше бик үҙенсәлекле. Сәйәси “бәйге”лә үҙен һынап ҡарарға теләгән (фирҡә ағзаһымы ул, әллә бөтөнләй партияһыҙ кешеме – уныһы хатта мөһим дә түгел) һәр кем ҡатнаша ала. Әлбиттә, ҡануниәттә яҙылған талаптарға ярашлы. Мәҫәлән, хөкөмгә тарттырылмауың, сит илдә байлығың булмауы шарт. Әйткәндәй, ошоғаса Рәсәйҙә бер партияның да бындай аҙымға барырға йөрьәт иткәне юҡ ине әле.
Праймеризға Рәсәй буйынса меңдән ашыу ғариза ҡабул ителһә, республикала 170 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Кандидаттар араһында ир-ат күберәк – 77 кеше. Ике дәғүәсе урта белемле, ҡалған­дарының урта махсус йәки юғары белеме бар. Теркәлеү үткәндәрҙең 61-е – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, 40 кеше иһә бер фирҡәлә лә теркәлмәгән. Праймеризда ҡат­нашыу­сылар араһында йәштәр ҙә күп, 35 йәше тулмаған дүрт тиҫтәгә яҡын кеше бар.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, партия кемделер тәҡдим итәсәк йәки ҡурсалаясаҡ тип көтөргә ярамай. Һәр кандидат халыҡтың ышанысын үҙе яуларға тейеш. Алдан тауыш биреү 22 майға тәғәйенләнгән.
Әле Башҡортостанға праймериз өсөн өс телдә яҙылған 920 мең бюллетень килтерелгән дә инде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин билдәләүенсә, улар “Гознак” фабрикаһында етештерелгән һәм юғары сифатҡа эйә.
– Бюллетендәр ике төргә бүленә: берәүҙәре – партия исемлегенә, икенселәре бер мандатлы округтарға тәғәйенләнгән. Партия алдан һайлауҙы асыҡ һәм ғәҙел үткәреүҙе маҡсат итеп алған, – тине ул.






Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә