Һуңғы ваҡытта баш ҡаланың “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексындағы “Театро” клубы милли-мәҙәни үҙәккә әйләнеп китте. Сараларҙың ниндәйҙәре генә үтмәй бында! Башҡорт КВН-ы булһынмы ул, шиғриәт кисәләреме... Конкурстар, төрлө кимәлдәге бәйгеләр, осрашыуҙар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Иң мөһиме – бында сикләүҙәр юҡ. Хәйер, рухиәт, күңел берлеге булған ерҙә сикләүҙең булыуы мөмкин дә түгел. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексының генераль директоры урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур ҠОЛҺАРИНА.– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, “Театро”ның заманса һулыш алыуында, һис шикһеҙ, һеҙҙең өлөш бар, сөнки, ни тиһәң дә, һеҙҙе яҡшы ойоштороусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тынғыһыҙ һәм эҙләнеүсән шәхес тип беләбеҙ. Баш ҡалалағы “Ирәмәл” ише ҙур комплекста милли мөхит тыуҙырыу ауыр булманымы?
– Эштең ауырын, еңелен һайламайҙар, һәр мәсьәләнең ҡатмарлылығы, һәр башланғыстың сетерекле ерҙәре була инде ул. Был осраҡта ла тота килеп кенә, һеҙ әйтмешләй, милли мөхит барлыҡҡа килмәне, әлбиттә. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта урбанизация процесы йылдамлаша бара. Шуға күрә яңы форматтағы ҡала мәҙәниәте барлыҡҡа килтереү зарурлығы тыуа. Ни тиһәң дә, хәҙер Өфөлә үҙ телендә һөйләшкән, аралашҡан өсөнсө-дүртенсе быуын йәшәй. Барыһына ла яйлап өлгәшелде. Башта – шиғриәт байрамдары, осрашыуҙар, аралашыуҙар, һуңынан – Башҡорт КВН-ы, гүзәллек бәйгеләре, төрлө кимәлдәге конкурстар... Билдәле яҙыусыларҙың ижад кисәләре лә матур йолаға әүерелеп бара. Әйткәндәй, бындай сараларҙың инеше шағир Азамат Юлдашбаевтың “Аҡлы-ҡаралы яҙмыш” исемле кисәһе менән башланып киткәйне. Артабан матур йоланы “Ҡош юлы” проектында ҡатнашыусыларҙың ижади йыйындары дауам итте.
Сараларҙың тематикаһы төрләнде, географияһы ла киңәйҙе хәҙер, әммә маҡсат бер – аралашыу, “үҙ ҡаҙаныбыҙҙа” ҡайнау, “үҙеңдекен” һаҡлап алып ҡалыу. Хәҙер беҙ бында балаларҙы ла йәлеп итә башланыҡ. Балалар йорттары, үҫмерҙәр өсөн клубтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырғанбыҙ. Төрлө йүнәлештәге хәйриә акциялары ла үтеп тора. Был мәрхәмәтлек саралары беҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенән һәм депутат ярҙамсыһы булараҡ минең иңгә һалынған дәүләт бурыстарынан тыш, йәмәғәт башланғысында башҡарыла. Төп эштәге ваҡыт ҡыҫынҡылығына ҡарамай, барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ.
– “Театро”ны заман йәштәренә генә бәйләп ҡуйып, хаталандым буғай. Хәтерем яңылышмаһа, бер нисә йыл элек бында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән бәйге лә ойошторолғайны. Республика кимәлендә үткәрелгән төрлө йүнәлештәге конкурстар, бәйгеләр һымаҡ, был сара ла халыҡ араһында үҙ йөҙөн, тәғәйен урынын тапты. Ә бит матур башланғысҡа нәҡ һеҙ нигеҙ һалдығыҙ...
– Ысынлап та, бар күңелем менән бирелеп, яратып башҡарған проектым булды ул. Башланғысыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам һәм иғтибар билдәһе тип аңларға кәрәк. Ғәҙәттә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең съезы йә булмаһа конференцияһы маҡтау ҡағыҙҙары таратыу, бүләкләү тантаналары менән тамамлана. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай сараларҙа маҡтау һүҙҙәре башлыса Өфө ҡалаһындағы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә төшә. Быға бер ҡаршылығым да юҡ, әлбиттә.
Өфө – баш ҡалабыҙ. Милләтебеҙҙең терәге булып торған күп зыялыларыбыҙ ошонда тупланған. Әммә “тылда” эшләүсе гүзәл заттарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауылда былай ҙа тормош еңелдән түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатнашыу... Ҡыҫҡаһы, мәшәҡәт етерлек. Шул уҡ ваҡытта, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ғәм менән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, берләштереп, төрлө ярҙам күрһәтеп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатындарыбыҙ ҙа бихисап. Ошондай гүзәл заттарыбыҙҙы күрһәтергә, уларҙың өлгөһөн танытырға ине. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде.
Ғөмүмән, ошондайыраҡ форматта конкурс ойоштороу ниәте менән күптән яна инем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең сираттағы идара ултырышында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән берлектә ошо тәҡдимде башҡаларға ла еткергәс, проектты миңә ышанып тапшырып ҡуйҙылар. Оҙаҡламай республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан апайҙарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙҙы йәлеп итер өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында тарихтағы беренсе республика конкурсын иғлан иттек.
– Конкурс бик йәнле үткәйне. Иманым камил, ул матур йолаға ла әүерелеп китер.
– Йыл һайын булмаһа ла, ике-өс йылға бер ойошторорға ине иҫәп.
– “Батырҙар” мәктәбен дә әүҙем алып барыуығыҙҙы күҙ уңында тотҡанда, берәүгә лә үпкәләргә сәбәп юҡ. Ҡатын-ҡыҙ өсөн – бынамын тигән конкурс, ир-азаматҡа – көрәш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге...
– Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың атаһы – легендар көрәшселәребеҙҙең береһе Харис Монасип улы – Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. Атаҡлы көрәшсенең улдары Марсель менән Морис (әйткәндәй, Морис ошоғаса Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһына етәкселек итте, әле – Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе һәм Силәбе өлкәһенең Билбау көрәше һәм милли көрәш буйынса федерацияһы президенты) атаһының шөғөлөн ташламай, көрәш буйынса уҙғарылған төрлө сараларҙа бағыусы булып килә. Уларҙың һәм көрәшкә битараф булмаған бағыусыларҙың көсө, атап әйткәндә, финанс ярҙамы менән Башҡортостаныбыҙҙа һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара кимәлдә ике бәйге ойошторҙоҡ. Береһе Билбау көрәше буйынса донъя кубогы булһа, икенсеһе – бынан ике йыл элек Салауат ҡалаһында ойошторолған Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты.
Райондарҙа, ҡалаларҙа үткән төрлө кимәлдәге турнирҙарҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Һуңғы ваҡытта ырыу батырҙары көрәше йәнләнеп китте. Ейәнсура районында – Үҫәргән, Ишембай районында – Юрматы, Ғафури районында Табын батырҙарын билдәләү матур йолаға әүерелеп бара. Быйыл тәү башлап Күгәрсен районында “Ҡыпсаҡ батыры” ойошторола башланы. Әлбиттә, спорттың был йүнәлешен үҫтереүсе, көйләүсе федерациялар, ойошмалар күп, был – уларҙың мөҡәддәс бурысы ла. Беҙ иһә мөмкин тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, уларға этәргес биреп, кәрәк саҡта терәк, фекерҙәш булырға тырышабыҙ.
– Йәнә “Ирәмәл”гә әйләнеп ҡайтайыҡ. Яҡын арала бында тағы ниндәй саралар көтөлә?
– Әле яңыраҡ ҡына Башҡорт КВН лигаһының сираттағы миҙгеле ябылды. Еңеү байрамы алдынан ветерандар менән осрашыуҙар үтте. Ошо айҙың аҙағына балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр ҡатнашлығында социаль проект әҙерләйбеҙ. Үҫмерҙәр клубы ағзаларын да йыйып алырға иҫәп бар. Ғөмүмән, киләсәктә Өфө, яҡын-тирә райондар менән генә сикләнмәй, географияны мөмкин тиклем киңәйтмәксебеҙ. “Ирәмәл”дең мөхитендә һәр кемгә урын табыласаҡ. Беҙҙә кино, боулинг, бильярд, балалар өсөн уйын залдары бар, комплекс янында Өфөнө бейектән күҙәтеү ҡуласаһы урынлаштырылған.
– Социаль проект тигәндән, һеҙ – был изге эшкә күптән юл һалған кеше. Яңылышмаһам, бынан бер нисә йыл элек “Изге эштәр шатлығы!” тигән хәйриә акцияһы ла нәҡ һеҙҙең башланғысығыҙ менән ойошторола башланы, һәм ул бөгөн дә иң уңышлы проект булараҡ тормошҡа ашырыла.
– “Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер” тиҙәрме әле? Бында ла шулайыраҡ килеп сыға инде. Хәйер, эш хатта проект авторы булыуҙа ла түгел. Иң мөһиме – идеяңды хуплаусы, күтәреп сығыусы фекерҙәштәрең булыуы. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында гражданлыҡ әүҙемлеге һиҙелә: гел үҙең, шәхси мәнфәғәттәрең өсөн генә йәшәп булмағанын аңлап, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, төрлө социаль йүнәлештәге саралар ойоштороу менән шөғөлләнә башланылар. Шул уҡ “Изге эштәр шатлығы!” хәйриә акцияһы ла балалар йорттары, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре өсөн үҙе бер байрамға әүерелде. Акция барышында уларҙы спектаклдәр, популяр кинолар, йәнһүрәттәр ҡарарға, төрлө спорт сараларына бушлай йөрөтәбеҙ, баш ҡалалағы мәҙәни-ял итеү урындарына алып сығабыҙ. Әйткәндәй, акция билдәле бер ваҡыт арауығы менән генә лә сикләнмәй. Саралар йыл дауамында бара.
– Һеҙҙең һәр эшегеҙ, һәр башланғысығыҙ йәштәр тормошо менән үрелеп бара. Һеҙ ҡайҙа – шунда йәштәр, йәштәр ҡайҙа – шунда һеҙ...
– Унһыҙ ярамай ҙа. Яңы быуын бит беҙгә ҡарап үҫә, нығына. “Йәштәр – киләсәгебеҙ” тип әйтергә күнеккәнбеҙ ҙә ул, әммә уларҙың беҙҙең бөгөнгө ысынбарлығыбыҙ ҙа булыуын онотмаһаҡ ине. Хәтерләйһегеҙме, тиҫтә йылдар элек Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты гөрләп эшләй ине. Ниндәй генә саралар ойошторолманы, ниндәй генә эштәр башҡарылманы ул йылдарҙа. Бөгөн иһә был структура Спорт министрлығы янында бер нисә кабинет менән сикләнгән. Ә бит йәшлек – ул иҫ киткес ҙур, киң даирә. Йәштәр сәйәсәтенә ҡарашты үҙгәртеү, уға ҡағылышлы норматив-хоҡуҡи базаны камиллаштырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин дә бит – ана шул “йәштәр мәктәбе”н үткән кеше. Шуға ла, ниндәй генә проект өҫтөндә эшләһәм дә, янымда йәштәр булыуын теләйем.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, һеҙҙе “Көмөш күгәрсен” милли йәмәғәт премияһы менән бүләкләнеүсе булараҡ та беләбеҙ. Был бүләк, белеүемсә, ватансылыҡ тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә.
– Был награданы Чечен һуғышында вафат булып ҡалған Башҡортостан егеттәре тураһындағы ике томлыҡ “Хәтер китабы” авторы сифатында алдым. Кем нисектер, әммә мин бер ваҡытта ла хәрбиҙәрҙең яҙмышына битараф ҡарай алмайым. Бигерәк тә Афғанстан, Кавказ тарафтарындағы яуҙар тетрәндерҙе. 2000 йылда, республикабыҙҙа иғлан ителгән Йәштәр йылында, Өфө ҡалаһында Ҡораллы бәрелештәрҙә һәм эске һуғыштарҙа ҡатнашҡандарҙы социаль-психологик реабилитациялау үҙәген асып ебәргәс, был мөхиткә башкөллө сумдым. Беренсе, икенсе Чечен кампанияларынан ҡайтҡан егеттәребеҙҙең хәле, ысынлап та, аяныслы ине ул осорҙа. Ҡайҙа барып төртөлөргә, тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙы нимәнән башларға белмәйҙәр ине. Гүйә, юғалып ҡалғайнылар. Үҙәктең етәксеһе булараҡ ул йылда республиканың төрлө район һәм ҡалаларында һигеҙ филиал асыуға өлгәштек. Белгестәрҙе Санкт-Петербургка ебәреп, психолог-реабилитолог һөнәренә уҡытып алдыҡ. Быныһы ла кәрәк ине, сөнки ул дәүерҙә, ышанаһығыҙмы-юҡмы, республикала һуғыштан ҡайтҡандарҙың күңелен дауалау менән шөғөлләнгән бер генә реабилитолог та юҡ ине. Маҡтанмайым, әммә тырышлығыбыҙ юҡҡа булманы. Күп егеттәребеҙ яңынан “терелде”, ысынбарлыҡты ҡабул итергә өйрәнде, күптәре белем алды, ғаилә ҡорҙо, тормошта үҙ юлын тапты. Ветерандар менән әле лә әүҙем эшләйбеҙ, Афған, Чечен һуғыштарында мәрхүм булып ҡалған егеттәребеҙҙең иҫтәлегенә бағышлап төрлө саралар ойошторабыҙ, уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Дөйөм алғанда, матди йәһәттән дә, рухи яҡтан да ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, 21 майҙа Стәрлебашта яугир-интернационалист Наил Рәжәпов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үткәрергә торабыҙ. Ошондай уҡ бәйге апрелдә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолғарин иҫтәлегенә ойошторолдо. Эш бит бындай сараларҙың ҡайҙа, ҡасан, нисә тапҡыр үткәрелеүендә лә түгел. Иң мөһиме – хәтер. Хәтер бар икән, киләсәк тә бар...
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.
Тимерйән РӘЖӘПОВ, Башҡортостандың Хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе:– Һуңғы ваҡытта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән “Театро” клубына “эҫенеп” киттек. Ҡайҙа йылы, яҡты, шунда тартыла бит әҙәм балаһы... Бында, ысынлап та, рухи, мәҙәни, әхлаҡи заң бөркөлөп тора. Әле яңыраҡ ҡына клубта Афғанстан яугирҙәре менән осрашыу үтте. Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ, хәтирәләрҙе яңырттыҡ, дуҫтарыбыҙҙы иҫләнек, күңелдәрҙе бушаттыҡ... Ойоштороусыларға, шәхсән Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына рәхмәт! Ниндәй генә сара үткәрһәк тә, уның ярҙамын тоябыҙ.
Альберт РӘХМӘТУЛЛИН, билбау көрәше һәм көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя һәм Рәсәй чемпионы:— Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы – төрлө яҡлап әүҙем кеше. Мин уны күптән беләм һәм ихтирам итәм. Бигерәк тә йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләүгә, спортты үҫтереүгә күп көс һалғаны өсөн. Район һәм ҡалаларҙа көрәш буйынса үткәрелгән барлыҡ спорт сараларын да тиерлек ойоштороуға ярҙам иткәнен көрәшселәр яҡшы белә. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы башҡарған эштәрҙең киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәгенә һәм беҙҙең Башҡортостандан билбау көрәше буйынса ла, милли көрәш буйынса ла яңы чемпиондар үҫеп сығырына ышанам.