Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таныш йөҙлө йәлләт
Таныш йөҙлө йәлләт Был фажиғә ауылды ғына түгел, тотош районды тетрәндерҙе. Кешеләр туҡталыштарҙа, эш урынында, урамда шул хаҡта ғына һөйләне. “Вәхшиҙәрсә ҡылынған енәйәт!” – тип баш сайҡаны ололар. Йәшерәк ҡатындар араһында: “Шулай кәрәк ирҙәргә! Бүтәндәргә аҡыл булыр!” – тиеүселәр ҙә табылды. Һәләк булған ирҙең туғандары менән аралашыу ҙа ауыр тойғо ҡалдырҙы:
“Ул (килен кеше) һәр саҡ үҙе менән бысаҡ алып йөрөгән. Ябай бысаҡ түгел, ә салғынан эшләнгән ҡорал. Был хаҡта һуңынан балалары илай-илай һөйләне. Уға ҡустыбыҙҙы үлтерергә сәбәп кенә кәрәк булған...”


Эйе, кеше ҡарбуз түгел, уның эсен ярып ҡарап булмай. Шулай ҙа күп балалы әсәнең тормош юлы ҡурҡыныс фажиғәләр менән бәйле. Тәүге ирен йоҡлаған ерендә аҫылынған килеш табалар. Ул ваҡытта ла ауылда төрлө имеш-мимеш тарала. “Нисек инде кисә кис йылмайып һөйләшеп, киләсәккә пландар ҡорған шәп белгес үҙ-үҙенә ҡул һалһын? Эскелек менән мауыҡманы, элмәккә этәргән кредиттары ла юҡ ине. Был тигенгә генә ҡылынған эш түгел”, – тип аптыраша ауылдаштары.
Абруйлы ир-уҙаманды ерлә­гәндә, әсәһе ҡатынға ташлана. “Һин еттең уның башына! Һин үлтерҙең! Һинән башҡа янында кеше булманы! Көнләше­үеңдән баламды юҡ иттең!” – тип илай әсә. Тик ул саҡта оло кеше­нең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғандар һирәк була. Кемдер: “Бахыр әсә. Улын юғалтыуҙан ни һөйләгәнен дә белмәй. Бигерәк ауыр ҡайғы шул. Донъянан ваз кискәндәр яҡын­дарын уйламай шул”, – тип кенә ҡуя.
Шулай ҙа тиҙҙән кешеләр был сәйер үлем тураһында йышыраҡ һөйләй башлай: кемдер ниҙер ишеткән, бәғзеләргә ҡатын үҙе яңылыш әйтеп ысҡындырған. Ысынлап та, ул үҙенең төҫ-башҡа күркәм, яҡшы урында эшләгән ирен бик көнләшкән. Хатта янъялдар ҡуптарып, уға ҡулына нимә эләгә шуның менән ташланғаны ла булған. Ир тәүҙә балалар хаҡына тип барыһына ла теш ҡыҫып түҙһә, һуңынан ҡатынына ҡарата һыуына башлай. Бынан һуң ғаиләлә ыҙғыш-талаш тағы ла йышая. Урамда, эшендә абруйлы, кешелекле-кеселекле ирҙең йортонда ғына ҡәҙере булмай. Ауылдаштары ҡатындың: “Әгәр ул айырылышырға уйлаһа, үҙенә үпкәләһен. Йә – минеке, йә бер кемдеке лә булмаясаҡ!” – тип янауҙарын да ишетә. Шулай ҙа хәл былай фажиғәле тамамланыр тип бер кем дә уйламай. “Был эште яңынан тикшертергә кәрәк”, – тигән һүҙҙәр ҡуйыра башлағас, ҡатын икенсе ауылға күсеп китә.
Күңелсәк тол ҡатын ирҙәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай, әлбиттә. Уға ошо ауылда йәшәгән ҡарт буйҙаҡ ҙур теләк менән өйләнә. Быға тиклем ғаиләһе булмаған ир бәхеттең етенсе ҡатында була, ҡатынының бар теләгәнен тормошҡа ашырырға тырыша, балаларын үҙ итә, ярата. Тик, тормошо яйға һалынғас, хужабикәгә күңелһеҙ була башлай, күрәһең. Ул берсә ирен ҡыуып сығарып, берсә кире индереп, үҙ мелодрамаһын яҙа.
Ир ҡаушап-юғалып ҡала. Буйҙаҡ сағында бергә ауыл ҡыҙырған әшнәләренә йыш бара башлай, улар менән көмөшкә һеме­рә. Айыҡ сағында йыуаш булған кеше, эсеп алғас батырая, йәнә ҡатыны янына тартыла. “Бергә йәшәйек! Мин бит һине яратам!” – тип ялбара. Тик уныһы тағы ҡыуып сығара.
Икенсе ваҡыт килгәнендә полиция саҡырта. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡатындың ғаризаһын ҡабул итә. Бындай осраҡтар йышая башлай. Ир эсеү менән хоҡуҡ һаҡсылары ла килеп етә. Үҙенә бер ниндәй насарлыҡ ҡылмаһа ла, ҡатын ирен полицияға оҙатыуҙан ләззәт тапҡан төҫлө тойола башлай. Хәйер, тиҙҙән ауылда уның йәш килендәргә был хаҡта “һабаҡтар” биреүе ишетелә башлай. “Ирегеҙ тауыш күтәрһә, полиция саҡыр­тығыҙ. Өҫ-башығыҙҙы туҙыратып: “Ул мине сәсемдән һөйрәп йө­рөттө, “үлтерәм” тип янаны. Һәр ваҡыт мине шулай рәнйетә, уның менән йәшәргә ҡурҡам” тип илағыҙ, – тип өйрәтә ул. — Закон барыбер ҡатын, әсә яҡлы. Ирҙән әҙерәк хәмер еҫе сығыуы ла уны ғәйепле итергә нигеҙ буласаҡ”.
Бындай “дәрестәр” йышая башлағас, ауылдағы ирҙәр генә түгел, ололар ҙа асыуын белдерә. Ҡатын күпмегәлер тынып ҡала. Шулай ҙа ирен берсә саҡырып индереп, берсә ҡыуыуын дауам итә. Туғандары тегеһен ситкә сы­ғып китергә өгөтләй. “Күпме ыҙа­ларға, кәмһетелергә була? Үҙең дә йәшәмәйһең, беҙгә лә тынғы юҡ. Һине ҡасан тағы бикләп ҡуялар, тип борсолоп йәшәүҙән арыныҡ. Һинең турала, беҙҙең хаҡта нимә тип кенә һөйләмәй ул! Кешенән оят бит!” – ти улар.
Тик ир унда-бында йөрөп аҡса эшләү менән ҡатыны янына ашыға. Балалары ла был кешене ихтирам итә, ярата, сөнки ул һәр береһенә ярҙам итергә тырыша, матур итеп аралаша. Балалар үгәй атайҙарының һәр саҡ үҙҙәре менән генә йәшәүен теләй. Тик аҡсаһы бөтөү ме­нән ир кеше тышҡа ҡыуылып сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Сираттағы янъялдан һуң ир, башын эйеп, урам буйлап китеп бара. Был — ауылдаштары өсөн ғәҙәти күренеш. Аяҡта­ры үҙе­нән-үҙе шешәләш­тәренә илтә. Улар мыҫҡыллы йылмайып ҡаршы ала, “ҡыуылып ҡайтҡан килен” тип үртәйҙәр...
Бер көн оҙаҡ уйланғандан һуң ир “ауылдан китергә!” тигән ҡәтғи ҡарарға килә. Ситтә эш тә табыла. Был хаҡта ишеткән туғандары иркен тын ала. “Исмаһам, китер­һең дә онотолорһоң! Бәлки, яҙған йәрең дә табылыр”, – ти улар.
Тыуған ауылы менән хушлашыу теләге ирҙе урамға саҡыра. Ул оҙаҡ ҡына атай йорто янында баҫып тора, унан эскәмйәгә барып ултыра. Ана, класташы эштән төшкө ашҡа ҡайтып бара. Ҡаршыһына улы йүгереп сығып, ҡосаҡлап алды. Бер ҡатын ауыр сумкаһын һөйрәп тигәндәй магазиндан сыҡты. Ул өйөндә аҙыҡ-түлеген бушата һалыр ҙа ире ҡайтыуына өтәләнеп төшкө аш бешерер, тәмле еҫтәр сығарып, шыжылдатып ҡоймағын ҡойор. Өй эсе илаһилыҡҡа күмелер. Ир һәм ҡатын һуңғы яңылыҡтарын уртаҡлашып, балалары менән тәмләп сәй эсер...
Их, ул да бит ошондай татыу ғаилә, бәхетле йәшәйеш тура­һында хыялланды! Ҡатынын осратҡас та ғашиҡ булды бит. Ул һәр саҡ күтәренке кәйефле, йорт эштәренә лә оҫта ине. “Бына бит, мин дә бәхетемде, үҙ яртымды таптым!” – тип төндәрен ҡыуанысынан йоҡлай алмай ятыр булды. Ни өсөн ғаиләләрен һаҡлай алманы һуң улар? Тәүҙә мөхәббәтле ҡарашын айырмаған ҡатыны ни өсөн улай үҙгәрҙе? Үҙендә лә ғәйеп етерлектер инде. Матур һүҙҙәр һөйләй белмәй, ә ҡатындар ҡолағы менән ярата, тиҙәр бит. Иптәштәре менән “һуғып” алған саҡтары ла булды. Тик был ғәҙәт менән хәҙер кемде аптыратырһың? Уның ҡарауы, эсһә лә, бер ҡасан да ғауға ҡуптарманы, киреһенсә, тиҙерәк ятып йоҡларға тырышты. Иртән­сәк ҡатынынан ғәфү үтенде, насар ҡылыҡтың башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаясағы тураһында анттар бирҙе. Тик йомошон үтәгәндән һуң киң күңел­лә­неп, күптәр аҡсаға көмөш­кәһен дә ҡушып бирә. Бергә эшләгән иптәштәрҙән айырылып булмай бит инде тигән һылтау менән ҡушылаһың...
Бына тағы бер класташы йорто яғына ашығып үтеп китте. Ҡулын­да икмәге лә бар. Ашығып-ҡаба­ланып атлай. Белә – уны көтәләр, яраталар. Ә уның ни ере кәм һуң? Ни өсөн ул яратҡан ҡатыны, балалары менән йәшәй алмай? Бәлки, тағы бер тапҡыр ғына һөй­ләшеп ҡарарғалыр? Аңлатырға, хистәрен белдерергә! Ҡатынына оҡшамай икән, бөгөндән бер грамм да эсмәйәсәк. Ышанмаһаң, әйҙә, дауаланырға барам, тип әйтергә!
Үҙенең бар тормош ауыр­лыҡ­тарын хәл итеү юлын тапҡанын тойған ир ҡатыны янына ашыҡты. “Хәҙер төшкө аш мәле. Беҙ ҙә бәхетле сағыбыҙҙағы кеүек бер­гәләшеп ултырырбыҙ, мин бары­һын да аңлатырмын. Ә ул аңларға тейеш, аңларға! Беҙҙе бит бер-беребеҙгә ҡарата иҫ киткес йылы хистәр бер йән, бер тән итеп ҡауыштырғайны!” – тип уйлана-уйлана атланы ул.
Тик уны был юлы ла бер кем дә көтмәй ине. Тәүҙә ҡатыны уны йортона индерергә теләмәне. Ир “һөйләшергә кәрәк” тип ныҡышып соланға үтте. Ҡатыны уға бер һүҙ әйтергә лә бирмәй, сәрелдәп әрләшеүен дауам итте. Ирҙең: “Әйҙә, барыһын да яңынан баш­ла­йыҡ. Балалар хаҡына!” – тигән һүҙҙәре лә һауала аҫылынып ҡалды.
Ирен эткесләп тә йорттан сығара алмаған ҡатын күптән әҙерләп ҡуйған бысағын килтереп сығара ла ҡаршыһында баҫып торған кешегә бер нисә мәртәбә сәнсә. Ғаиләһенә ҡайтып, артабан бергә йәшәргә өмөтләнгән ир бер нәмә лә аңламай ҡала. Берсә эсенән субырлап аҡҡан ҡанға, берсә яратҡан кешеһенә ҡарай. Ул сайҡала-сайҡала әкрен генә өйҙән сығып китә. “Был нимә булды һуң? Ни өсөн?” Зиһене бутала башлаған ир ҡапҡаға тотоноп, көскә урам­ға сыға. Бер нисә аҙым атла­ған­дан һуң, аңын юғалтып ҡолай. Барыһын да тәҙрәнән күҙәтеп торған ҡатын “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу тура­һында уйлап та бирмәй. Һис ни булма­ғандай, көндәлек мәшәҡәт­тәренә тотона. Ирҙең туғандары әйтеүенсә, ҡатын балаһын был ҡурҡыныс енәйәтте кеҫә теле­фонының видеокаме­раһына төшөрөп алырға мәжбүр итә.
Ҡот осмалы үлтереү бул­ған өйҙөң ҡаршыһында йәшә­гән инәй: “Ҡарайым, йорттан сайҡа­лып саҡ атлап килеп сыҡты. Был мәхлүк тағы эсеп, ҡаты­нының йортона индереүен ялбарып йөрөйҙөр инде, тип уйланым. Унан ҡоланы. Шул тиклем эсмәһә лә була инде, тип тик йөрө­нөм. Йөҙтүбән йығылғас, ҡан­һы­рап ятыуын күрмә­нем”, – тине.
Эйе, тәүҙә иргә бер кем дә иғтибар бирмәй. Үтеп барған­дар уны иҫереп ҡолап ята тип уйлай. Шулай ҙа барып, ҡалҡы­тырға маташыусылар табыла. Шунда бары­һы ла асыҡлана. “Ашығыс ярҙам” са­ҡыр­тыла, тик үтә һуң була шул. Ғаиләһенә ҡайтыу хыялы менән янған ир мәңгелек донъяға күсә.
Был фажиғә ауылдың тормошона шом һала. Етмәһә, кеше үлтереүсе ҡатындың ҡулға алынмауы, уның: “Миңә барыбер бер нәмә лә булмаясаҡ. Мин бындай хәлгә алдан әҙерләнеп барҙым”, – тиеүе ауылдың көслө заттарын сығырынан-сығара. Бер көн улар бергәләшеп ауыл ситенә йыйыла. Йәш егеттәр ҙә, урта быуын вә­кил­дәре лә, ололар ҙа был ҡатын­ды ауылдан ҡыуырға кәрәк тигән фекергә килә. “Әгәр беҙ уның ағыу сәсеүен туҡтат­ма­һаҡ, ул йәш ҡыҙҙарҙы, килен­дәрҙе яуыз­лыҡ­ҡа өйрәтәсәк. Хоҡуҡ һаҡсыла­рының көсө етмәй икән, бар ауыл менән ҡаршы сығырға кәрәк!” – тип ярһый улар.
Шулай ҙа ир-егеттәр араһында һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай алған­дары була. Улар ауылдаштарын тынысландырып: “Үлтереү кеүек ҡурҡыныс енәйәт язаһыҙ ҡалмай, ҡабаланмайыҡ. Ә уны ауылдан ҡыуырға һәр саҡ өлгөрөрбөҙ”, – ти. Унан үтә ҡыҙған йәшерәк ир­ҙәрҙе: “Самосуд яһап, үҙ башы­ғыҙ­ға бәлә алмағыҙ”, – тип тыялар.
Ауыл халҡы, ҡатындың бер ни ҙә булмағандай ҡыланыуына асыуы ҡабарһа ла, теш ҡыҫып тү­ҙергә мәжбүр була. Тикшереү эше бик оҙаҡ бара. Ҡатын, хөкөм эскәмйәһенә ултырғас та, үҙенең ғәйебен таныманы: “Мин үҙемде һәм балаларымды яҡланым. Шулай булмаһа, ул мине үлтерер ине”, – тип аҡланды.
Эйе, һәр ғаиләнең сағыу нур­ҙарға сорналған бәхете лә, сит күҙҙәрҙән йәшергән хәсрәте лә бар. Ир менән ҡатындың хистәре бер тулҡында йөҙгәндә генә бар кәртәләр юҡҡа сыға, шатлыҡлы көндәр ишәйә. Бәхетһеҙлеккә дусар булмаҫ өсөн шул тойғоларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, ә инде улар юҡҡа сыҡһа, уңмаған юлды ҡыумай, бер-береңде ғәфү итә белергә кәрәктер...



(Әхлаҡи сәбәптәр буйынса исемдәр яҙылманы).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872