Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙип әҫәрендә – халыҡ яҙмышы
Әҙип әҫәрендә – халыҡ яҙмышы Хәтерләйһегеҙҙер, “Башҡортостан” гәзитендә (2013 йылдың 25 декабрь һаны) “Бер ҡарағас бәләһе” тигән хат баҫылып сыҡҡайны. Унда бәйән ителгән ваҡиға бик күптәрҙе шаңҡытты. Танылған яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафиндың күптән түгел донъя күргән “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” повесы ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырманы. Әҙип менән Әбйәлил районының Хәмит ауылында үткән осрашыу ошоно тағы бер ҡабат раҫланы.

“Ә был ике ваҡиғаның ниндәй уртаҡ­лығы бар һуң?” тип ғәжәпләнер ҡайһы берәүҙәр. Баҡһаң, автор был әҫәрҙе Хәмит ауылы халҡының “Башҡортостан” гәзитенә ярҙам һорап яҙған хатына таянып ижад иткән. Ил ағаһын ерләгәндә ҡәберлеккә боронғо йола буйынса бура ултыртҡан­дарҙы хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың эҙәрлекләүе һәм көс еткеһеҙ штраф түләтеүе әрнеү уятҡан уларҙа. “Үлер көнөңдө белеп, ҡара­ғасты алдан үҫтереп, уны ҡырҡыу өсөн рөхсәт билетын хәстәрләп ҡуйып булмай бит”, – тип әсенә хат авторҙары. Бындай хәл яҙыусыны тетрәндермәй ҡалмаған һәм ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән. “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” повесында ла халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешле ҡайһы бер түрәләрҙең баш-баштаҡлығы, милләттәштәребеҙ араһында берҙәмлек­тең юғала барыуы, иң аҫыл улдарыбыҙҙың да “йәшел йылан” ҡолона әүерелеүе, быуындан быуынға күсеп килгән боронғо йолаларҙың онотолоуы һәм онотторолоуы кеүек етди мәсьәләләр күтәрелә. Шуға ла Хәмит ауылы халҡы был китапты ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыған һәм авторҙың үҙе менән осрашырға теләк белдергән икән.
Әҙип осрашыуға яңғыҙ килмәгәйне. Танылған яҙыусы, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Сабир Шәрипов менән яҡындан аралашыу хәмиттәр өсөн оло шат­лыҡҡа әүерелде. Ошо төбәктән моң һәм илһам алып ижад иткән Зөлфирә Ҡа­ра­ғужина, Мәҙинә Йәғәфәрова, Иҙрис Ноғоманов, Радик Өмөтҡужин, Флүрә Низамова, Зөһрә Усманова, Ибраһим Әхтә­мов, Еңеү Әхмәтйәнов кеүек һүҙ оҫтала­ры­ның йыйылыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне.
Әҙип әҫәрендә – халыҡ яҙмышыТәүҙә яҙыусылар бындағы урта мәктәп менән танышып сыҡты, уҡыусылар менән осрашты. Төпкөл ауыл тип һаналған Хә­миттә балалар тауышынан гөрләп торған шундай мөһабәт белем усағы булыуы ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Ысынлап та, һәр мил­ләттең төп байлығы – алмашҡа үҫеп килгән йәш быуын, тиҙәр бит. Бөгөн улар лайыҡлы үҫешә алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған – директор Ғәлим Нуриман улы Һаҙыев ошоно айырым билдәләне.
Мөнир Ҡунафиндың ижады менән мәктәптә яҡындан танышып өлгөргәндәр икән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Илһөйәр Абдуллина үткәргән асыҡ дәрес йәнле аралашыуға әүерелде: балалар әҙиптең тормош юлы менән ҡыҙыҡ­һынды, повесть геройҙарына ҡылыҡ­һыр­лама бирҙе, уларҙың теге йәки был аҙым­дарын баһаланы. Йәш быуын араһында фекерләй белгәндәрҙең күплеге, бәләкәй­ҙән изгелек һәм яуызлыҡ, аҡ һәм ҡара ке­үек төшөнсәләрҙе айыра алыуҙары күңелгә йылы өрҙө. Был, һис шикһеҙ, ошонда тир түккән уҡытыусыларҙың да хеҙмәт емеше. Тимәк, күпселегебеҙгә маңҡортҡа әйләнеү хәүефе янамай әле. Уҡыусылар әҙерләгән концерт та ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде булһа кәрәк. Быны дәррәү алҡыш­тарҙан төшөнөргә була ине.
Ауыл китапханаһының бөгөнгөһө менән дә танышып сығырға форсат тейҙе. Бында милли матбуғатыбыҙ – көтөп алынған ҡунаҡ: өҫтәлдәрҙәге ”Башҡортостан”, ”Йәш­лек” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журнал­дары – ошоға ишара. Әҙәбиәт тә байтаҡ, тышлыҡтары таушалып бөткән китаптарға ҡарап, ҡайһыларын айырыуса яратып уҡығандарын төшөнөргә була. Ауыл халҡы ла матбуғат менән әҙәбиәттән сит түгел икән. Шулай ҙа тиҫтәләрсә дана менән генә таратылыуы маҡтау өсөн сәбәп була алмай. Кәмендә һәр ғаилә башҡорт баҫ­маһы менән танышып барырға тейеш, ти­гән фекер яңғыраны бында. Баш ҡаланан буш ҡул менән килмәгәйнеләр – китапхана юлын өҙмәүселәр хәҙер ҡулдарына нәшриәттә яңы ғына баҫылған китаптарҙы алып һөйөнәсәк.
Ауыл мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтарҙы икмәк һәм тоҙ менән ҡаршы алдылар. Клуб бинаһы бер нисә сәғәткә Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса фекер алышыу майҙансығына әүерелде. Бында инде халыҡ үҙен борсоған һәм әрнеткән проблемалар тураһында йәшермәй һөйләне. Әҙипкә ошондай сетерекле темаға тото­норға ҡыйыулыҡ иткәне, ауыл яҙмышына битараф ҡалмағаны һәм милләттәштә­ребеҙҙең ысынбарлыҡтағы хәлен сағыл­дырғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Быны ветерандар советы етәксеһе Еңеү Шакирйән улы ла билдәләне. Уныңса, бөгөн ситтән килгән әтрәгәләмдәр “ыһ” та итмәй меңәр кубометр ағасты “һоғона”. “Хоҡуҡ һаҡлаусылар, ысын енәйәтселәр­ҙең ҡулын ҡайырыр урынға, ҡәберлеккә бура өсөн бер ҡарағасты йыҡҡанды язаға тарттырыуҙы хуп күрә. Ҡасандыр ошо урманды ултыртҡан кешенең ағаслы булырға бөгөн хоҡуғы юҡ!” – тип әсенде ул.
Бындай фекер менән ауыл халҡы ла килеште. Халыҡ хоҡуғын яҡларға тейешле­ләрҙең йәмһеҙ ҡыланыштары барыһының да асыуын ҡайнатҡан икән. Кеше ҡайғынан зар илаған мәлдә ҡәберлектәге бураны үлсәүгә баҙнат итеүҙәре генә ни тора! Бер кубометрға ла тулмаған шул бүрәнә өсөн дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләгә көс етмәҫлек бурысҡа батып штраф түләргә, мыҫҡыллауҙарға һәм йәберләүҙәргә түҙергә тура килә! Бына бит бөгөн ни хаҡҡа төшә халҡыбыҙға үҙ урманындағы ҡарағас!
– Ҡәберлеге бураһыҙ ҡалған Әғзәм Ҡотлобай улы Яңыбаев илебеҙ кисергән бөтөн ауырлыҡтарҙы татыған тыл һәм хеҙмәт ветераны ине. Бынан ҡырҡ саҡ­рымда ятҡан Амангилде ауылынан ташып, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте. Үҙенең 80 йылдан ашыу ғүмерендә аҙ ағас ултыртҡанмы ни? Беҙ ҙә бәләкәйҙән йөрөнөк ул эштә. Бөгөн урманыбыҙҙы кемдәрҙер ҡырҡып кинәнә, ә беҙгә ҡәбер­леккә бура өсөн йығыу ҙа рөхсәт ителмәй! Был бит ҡолаҡ ишетмәҫ хәл! Шуға түҙмәнек һәм “Башҡортостан” гәзитенә яҙып ебәр­гәйнек. Ҡарға күҙен ҡарға суҡымаҫ инде, тип уйланыҡ үҙебеҙ. Юҡ, дөрөҫлөк өҫтөн сыҡты. Мөнир Ҡунафиндың халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолоп яҙған “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” тигән әҫәре лә ошоно дәлилләй. Мин уны бер тынала уҡып сыҡтым, – тип һөйләне сығышында Майҙа Мөхәммәҙиева.
Яҙыусылар ошондай осрашыуҙарға йышыраҡ килһен, шундай фәһемле әҫәрҙәр күберәк яҙылһын ине, тигән теләк тә белдерҙе ул.
– Ауыл халҡына таныш, ябай тел менән яҙылған был әҫәр. Яҙыусының ваҡиғаны үҙ йөрәге аша үткәргәнен тойҙом. Китапта ҡарағас ваҡиғаһы ғына һүрәтләнмәй бит, милләтебеҙҙең киләсәге тураһында борсо­лоу­ҙар ҙа асыҡ сағыла. Иң мөһиме, берәү­ҙе лә битараф ҡалдырмай – шуныһы ме­нән отошло, – тип алдағы сығыш яһау­сы­ның һүҙен йөпләне уҡытыусы Фирүзә Ғәҙелшина. Уныңса, был ваҡиғаның республика кимәлендә сағылыш табыуы, хатта әҙәби әҫәр булараҡ донъя күреүе башҡаларға һабаҡ буласаҡ. “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә” тигән боронғолар, ә үҙ халҡыңа ҡарата ҡылынғаны – бигерәк тә. Ошоно онотмаһындар ине, тигән фекерҙә хәмиттәр.
– Драматургияла әүҙем эшләгән ижадсы булараҡ, Мөнир Ҡунафин прозала символ­дарҙы бик урынлы ҡуллана. Әҫәрҙәге һәр деталгә уҡыусыны уйландыра алырлыҡ йөк һалынған. Мәҫәлән, мәрхүм ҡарттың ҡул таяғы йә егеттең ҡашын ҡырҙырыуға баҙнат итеүе – һәр береһе өр-яңы әҫәргә нигеҙ була алыр ине, – тип, шағирә Мәҙинә Йәғәфәрова сығышында повесҡа әҙәби анализ да яһаны.
Башҡорт баҫмаларының киләсәге лә әҙибәлә тәрән борсолоу уята икән – ул бөгөн матбуғатыбыҙҙың милләттәштәр яр­ҙамына мохтаж булғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, “Башҡортостан” кеүек гәзит-журналдарыбыҙ халыҡ мән­фә­ғәтендә ошондай киҫкен мәсьәләләрҙе күтәреүҙән ҡурҡмай икән, тимәк, урындағы халыҡ та баҫмаларыбыҙҙың киләсәгенә би­тараф ҡалырға тейеш түгелдер, моғайын.
– Тап йолаларыбыҙ башҡортто башҡорт булараҡ йәшәтә әле. Был ауылдағы ваҡиға иһә – шул йоланың һәм илдәге ҡануниәт­тең бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килеүе һөҙөмтәһе. Эйе, бөгөн беҙҙең асылыбыҙҙы онотторорға теләүселәр юҡ түгел. Мөнир Ҡунафин ошо ҡатмарлы хәлде нәфис әҙә­биәт кимәлендә күрһәтә алған, – тине Радик Өмөтҡужин.
Ысынлап та, аяныс: хәмиттәргә ҡәбергә бура ултыртыу йолаһынан баш тартырға тура килгән. Тиҙҙән сит илдәрҙәге кеүек мәйеттәрҙе үртәргә ҡушырҙармы икән ни, тип әсенде бындағылар.
Яҙыусы Сабир Шәрипов әйтеүенсә, бөгөн илебеҙҙә патриотизм тураһында күп һөйләнелә.
– Әммә ватансылыҡ тойғоһон киңерәк аңларға кәрәктер тип уйлайым. Әгәр бөгөн Хәмит ауылында мәктәп, клуб, китапхана эшләй, телен һәм мәҙәниәтен, әҙәбиәтен белгән йәш быуын үҫә икән, был да – пат­риотлыҡ. Әгәр халыҡ берҙәм, бер-бе­ре­һенең зарына битараф түгел икән, уныһы ла – патриотлыҡ. Бындай милләт­тәштәребеҙ – илебеҙҙең ҙур байлығы. Ошоға тиклем Хәмит ауылында булырға тура килмәгәйне, хәҙер иһә күңелемдең юғалып йөрөгән өлөшөн яңынан тап иткәндәй шатланам, – тине әҙип.
Сабир Шәриповтың әйтеүенсә, бөтә донъяның ҡиблалары буталғанда ла, башҡорттоҡо юғалырға тейеш түгел. Борон-борондан килгән йолаларыбыҙға таянырға тейешбеҙ. Шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаның фекеренсә, рухиәтен юғалтыу ғына милләтте һәләк итә ала. Милли матбуғатыбыҙ уҡылғанда, әҙәби әҫәрҙәребеҙ саңға күмелеп ятмағанда, әҙиптәребеҙ илһамланып ижад иткәндә, ошоға өмөт итә алабыҙ һәм тарих төпкө­лөндә юғалыуға дусарҙар хәлендә ҡалмаясаҡбыҙ.
– Ауылығыҙҙағы был ваҡиға бик тетрән­дергәйне. Шуға ла уны әҫәремдең төп детале итеп алырға баҙнат ҡылдым. Ә повесть геройҙары – уйлап сығарылған шә­хес­тәр, әлбиттә. Хаталарҙан азат бул­ма­ған осраҡта ла, был ябай ауыл егет­тәрен­дә рухиәт юғалмағанлығын, уларҙың бер-береһе өсөн утҡа һәм һыуға инергә әҙер­леген күрһәткем килгәйне. Ошондай бер­ҙәмлек кенә беҙҙе ҡотҡара ала. Ниндәй генә ауыр хәлдәргә тарығанда ла, халҡы­быҙ киләсәгенең яҡты буласағына өмөт уятырға тейеш был төп геройҙар, – тип яҙыусылыҡ серҙәре менән дә уртаҡ­лаш­ты әҫәрҙең авторы Мөнир Ҡунафин.
Ысынлап та, бик күп фекерҙәр яңғы­ра­ны был осрашыуҙа. Һәр кем үҙен борсо­ғандарҙы еткереп ҡалырға тырышты. Бөгөнгө ауылдың көнитмеше, әҙәбиәте­беҙҙең һәм матбуғатыбыҙҙың киләсәге иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Ауыл халҡының да әҙип һүҙенә сарсағанлығы тойолдо. Яҙыусының автографлы китаптарына һыу буйы сират теҙелеп китеүе лә тап ошо турала һөйләй торғандыр, моғайын.
“Ул йылғаның осо-ҡырыйы юҡ,
Тулҡын һөйрәй хәлһеҙ аттарҙы,
Кешнәй-кешнәй һыу төбөнә китә
Бер-бер артлы йылҡы баштары.
Ах, бик тә йәл, тыуған илен ташлап
Сараһыҙҙан киткән был аттар.
Ир-егеткәй менән ат башына
Тағы йырҙар яҙыр быуаттар…”
Эйе, был Мөнир Ҡунафиндың “Йөҙөп бар­ған, ти, аттар диңгеҙҙә” әҫәренә исем биргән шиғырҙан өҙөк. Ысынлап та, мил­ләтебеҙҙе ниндәй яҙмыш көтә? Беҙ замана диңгеҙендә берәм-берәм батып бөтөрбөҙ­мө, әллә, ниһайәт, үҙ ярыбыҙҙы таба алыр­быҙмы? Ниндәй көс беҙгә ярҙам итер? Әллә бөтәһе лә тик үҙебеҙҙең ҡул­дамы? Яҙыусының да әҫәре тап ошо турала бит.
Шуныһы ҡыуандырҙы: бер-береһенең ҡайғыһына битараф булмаған, фекерләй һәм уйлана белгән халыҡ йәшәй икән Хәмиттә. Әҙәби һүҙ көсөнә ышанған һәм милләтебеҙҙең йөҙө булған кешеләр. Ә бындай милләттәштәребеҙ булғанда яҡтыға һәм яҡшыға ышаныс ҡаласаҡ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872