Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Затыңды беләһеңме?
БДУ-ның Сибай институтындағы барлыҡ факультеттарҙа башҡорт теле дәүләт статусында уҡытыла. Уны аңлап та, иркен аралаша алмаған йәш милләттәштәребеҙҙән һәм башҡа халыҡ вәкилдәренән тупланған башланғыс төркөмдәрҙә грамматика өйрәнелһә, телде камил белгәндәр тарихи үткәнебеҙҙе, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе төплө үҙләштерә.

Билдәле, дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен ятлатып ҡына йәштәрҙең күңелендә рухи ҡиммәттәребеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, дәрестәрҙә шәжәрәне өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был эш тема буйынса ғилми хеҙмәттәрҙе байҡау, дөйөм мәғлүмәт алыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Башланғыс төркөмдәге студент­тарға, мәҫәлән, һәр башҡорт ырыуы шәжәрәһенең үҙенсәлектәре тураһында сығыш әҙерләргә, уларҙа осраған легенда-риүәйәттәрҙе тикшерергә ҡушыла. Телде һәйбәт белгәндәр иһә үҙенең “нәҫел ағасы”н төҙөргә тейеш. Өйгә бирелгән бындай эштәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: йәштәр башҡорт шәжәрәләре буйынса мәғлүмәт туплап ҡына ҡалмай, ә тоҡомоноң тамырҙарын да барлай. Һөҙөмтәлә нәҫелендәге шәхестәр үрнә­гендә камиллыҡҡа ынтылғандар арта.
Контингент төрлө булғанлыҡтан, төр­көм­дәрҙәге дәрес программалары бер-береһенән айырыла. Шулай ҙа студент­тарҙың ихтыяждары тап килә. Мәҫәлән, барыһына ла өйгә эште башҡарыуҙа, һис шикһеҙ, өлкәндәрҙең ярҙамы кәрәк. Һөҙөмтәлә уҡытыу барышына ата-әсә, олатай-өләсәй йәлеп ителә, шул рәүешле белем биреү аудиторияһы бермә-бер киңәйә.
Өҫтәүенә шәжәрәләрҙең төҙөлөшө буйынса теоретик материалдар практикала ҡулланыла, уларҙы дөрөҫ төҙөү компетенциялары формалаша. Юғиһә һуңғы йылдарҙа “Атайым яғынан шәжәрәмде белмәйем, шуға әсәйемдең туғандарын барланым”, йә булмаһа “Туғандарымдың барлыҡ балаларын һанап сығырға теләнем, шуға ҡатын-ҡыҙ исемдәрен дә яҙҙым” тигән яуаптар йыш осрай. Йәштәр, үҙ шәжәрәһен өйрәнеүҙең әһәмиәтен тойоу менән бер рәттән, уны дөрөҫ төҙөй ҙә белергә тейеш. Бында уларға ижадилыҡҡа ла урын бар: эштең яңы формаларын уйларға ҡушыла.
Шуныһы айырыуса мөһим: шәжәрә төҙөү ғаиләлә ир-аттың абруйын артты­рыуға, баһаһын күтәреүгә туранан-тура булышлыҡ итә. Быны студенттарҙың яуап­тары ныҡлы раҫлай. Мәҫәлән, бер студент­тың атаһында, улына ярҙам иткәндән һуң, нәҫелдәре тураһында ейәндәренә лә оло мираҫ ҡалдырыу теләге тыуа, һәм ул шул бурысын атҡарыуға дәртләнеп тотона. Икенсе төркөмдәге ҡатнаш ғаиләлә тәрбиә­ләнгән студент, өйөнә ҡайтып, шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында әйткәс, яҡындарының йөҙө балҡып китә. Ҡыҙ атаһының шул тиклем ныҡ ҡыуаныуы, ҙур дәрт менән ихлас ярҙам итеүе тураһында ғорурланып һөйләне. Нәҫеле хаҡында дөйөм мәғлүмәт туплау урынына ул матур итеп төҙөлгән бай шәжәрәһен алып килде.
Затыңды белеү туғандар араһында ҡан ҡатнашыуға юл ҡуймай. Мәғлүм булыуынса, ата-бабабыҙ халҡыбыҙҙың генофондын һаҡлауға ҙур иғтибар биргән. Ғаилә ҡороу, йәше еткән ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреү, егеттәрҙе өйләндереү йәһәтенән бурыс башлыса өлкәндәр тарафынан хәл ителгән.
Бынан тыш, һәр кем үҙ шәжәрәһен яттан белгән, был һәр башҡортҡа зарур һаналған. Шуға күрә туғандар араһында ғаилә ҡороу тигән күренеш һәм уның эҙемтәһендә зәғиф бала тыуыу осрағы бөтөнләй булмаған. Хәҙерге, ололар әйтмешләй, “туған туғанды танымаған” заманда шәжәрәне өйрәнеүҙең әһәмиәте айырыуса ҙур.
Ҡайһы бер студенттарҙың ырыу ағасында бер-ике ботаҡтың башҡа төҫкә буялғанын күрергә лә тура килде. Сәбәбе менән ҡыҙыҡһынғас, улар ҡатнаш никах арҡаһында был тармаҡтың үҫеүҙән туҡтауын аңлатты.
Тамырҙарын ныҡлы белгән студент­тарҙың йөҙөндә ғорурлыҡ тойғоһо сағыла. Улар ата-бабаһынан ҡалған шәжәрәләре тураһында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сығыш­тары менән тотош аудиторияны арбай. Бындай йәштәргә һоҡланырлыҡ ҡына түгел, хатта көнләшерлек – ҡулдарында шундай байлыҡ! Китаптарҙан уҡып белгән тарихи ваҡиғаларҙа ата-бабаларының ҡатнашыуы, ил яҙмышының һынылышлы мәлдәрендәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәндә уларҙың үҙҙәренең дә төҫ-ҡиәфәте үҙгәреп китә: баштар юғарыраҡ күтәрелә, һындар турая, күкрәктәр кирелә. “Мин – Сура батыр нәҫеленән!”, “Беҙҙең тоҡомда Салауат батыр ҡаны аға!”, “Олатайым Әхмәтзәки Вәлидиҙе яҡындан белгән!” … Бындай һүҙҙәрҙе әйткәндәрҙең күңелендә ниндәй тойғо-кисереш ҡайна­ғанын һиҙмәү мөмкин түгел. Ошо ғорурлыҡ халҡыбыҙҙың аҫыл ирҙәренең нәҫелдәрен дауам иткән йәштәргә яуаплылыҡ, саялыҡ өҫтәй. Был үҙ сиратында замана ба­тыр­ҙарын тәрбиәләүгә туранан-тура булыш­лыҡ итә.
Әлбиттә, шәжәрәләрҙең бөгөнгө көнгә килеп етеүе – һәр нәҫелдең зыялы­ларының хеҙмәте. Уларға оло хөрмәт менән баш эйергә генә ҡала. Ә йәштәргә ошо байлыҡты киләһе быуындарға мираҫ итеп ҡалдырыу, аманат итеп еткереү бурысы йөкмәтелә. Беҙҙең вариҫтарыбыҙ ҙа үҙҙәрен ышаныслы, ғорур тойһон, халҡыбыҙҙың тарихы онотолмаһын өсөн.

Г. СӘМЕРХАНОВА,
БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы.




Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә