Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа...
Эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа... “Башҡортостан” гәзитенең 29 апрель һанында Айгиз Баймөхәмәтовтың “Закон эттәр яғындамы?” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Уйландырҙы. Мәсьәләнең республика райондарына ғына түгел, ә тотош илгә хас проблема булыуы асып һалынған. Ысынлап та, эт кешенең дуҫы, юлдашы тигәндәрен бала саҡтан уҡ ишетеп беләбеҙ. Әммә, кешеләр бер үк булмаған кеүек, эттәрҙең дә төрлөһө бар. Шул арҡала ҡайһы бер саҡтарҙа уларҙың дошманға әйләнеп китеүен дә һиҙмәйбеҙ. Был осраҡта үҙенә эйәләтеп, күҙенә ҡарап торған хайуанды йүнләп ашатмаған, йә иһә, кәрәге бөткәс, уны бөтөнләй ҡыуып сығарған хужа ғәйеплеме, әллә кешегә ышанысын юғалтып, ниндәй юл менән булһа ла тамағын туйҙырырға тырышҡан этме — яуап биреүе ауыр. Ҡала урамдарында өйөрө менән йөрөгән эттәргә лә, уларҙың көнө-төнө өрөүенә лә хәҙер инде күнегеп барабыҙ. Ошо арҡала тағы ла бер социаль мәсьәлә — берәҙәк эттәр проблемаһы — ҡалҡып сыға. Бер ниҙән дә ҡурҡмай, урам тултырып иркен йөрөгән эттәр бигерәк тә балаларға, малға хәүеф тыуҙыра.

Белорет районының Егәҙе ауылында йәшәгән Мәүсилә Ишмөхәмәтова ла ҡарауһыҙ эттәрҙән зыян күргән.
— Былтыр июнь башында дүрт һары­ғымдың ете бәрәсе булды. Хоҙайҙың биргәненә ҡыуанып, нығынғансы уларҙы өйҙән сығармай тәрбиәләнек. Аяҡтарына ныҡлап баҫып киткәс, әсәләренә эйәртеп, урам буйына ебәрә башланыҡ. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы — ошо бәрәстәрҙең барыһын да урам буйында йөрөгән ҡарауһыҙ эттәр ашап бөттө. Ауыл ерендә күҙ терәп торғаның — мал. Кемдеңдер ғәмһеҙлеге, йүнһеҙлеге арҡа­һында шул тиклем малым юҡҡа сыҡты! Был проблема менән ауыл Советы хакимиәте башлығына ла мөрәжәғәт иттем, әммә күңел йыуатырҙай яуап ишетмәнем. “Уларҙы тотоу, атыу өсөн ҙур сығымдар кәрәк. Был хеҙмәткә түләргә хакимиәттең хәленән килмәй”, — тип яуап бирҙеләр. Эттәрен бәйле тотмағандарға штраф һалып, зыянды ҡаплатһалар, бәлки, битарафтар әҙерәк уйланыр ине, — тип әсенә Мәүсилә апай.
Эйе, бер кем дә малын икенсе берәүҙең этенә ем булһын тип үҫтермәй. Ауыл ке­шеһенең һәр һыйыр йә һарығына, уларҙың буласаҡ быҙауҙарына, бәрәстәренә, хатта тауығына, себештәренә бәйле күңел төбөнә һалып ҡуйған уй-ниәттәре була. Малың зыянланыуы ниндәй ҡаза булыуын уны тәрбиәләүгә әллә күпме көсөн һалған, иртә таңдан ҡара кискәсә аҙбар-ҡуранан сыҡмаған ауыл кешеһе генә беләлер.
Мәүсилә апайҙың һорауына ниндәйҙер яуап алыу өсөн Егәҙе ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәил Ғәлиуллинға мөрәжәғәт иттек.
— Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк: берәҙәк эттәр проблемаһын халыҡ үҙе тыуҙыра. Ыҙалап мал аҫрап, етеш йәшәргә тырышҡан кешеләр кемдеңдер йүнһеҙлеге арҡаһында зыян күрә. Шуныһы насар: беҙҙең биләмәлә элек-электән көтөү булмаған, мал һәр саҡ үҙ иркенә йөрөгән. Тәртип урын­лаш­тырайыҡ, тип әйтеп ҡараһаҡ та, көтөүсе булырға ла, малды көтөүгә ҡыуырға теләүселәр ҙә табылмай, — тип башланы һүҙен Рәил Ишмырҙа улы. — Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң, этең насар булһа, атып ҡотолорһоң, тиһәләр ҙә, урамда йөрөгән һәр этте юҡ итә алмайбыҙ. Бының өсөн айырым рөхсәт кәрәк. Ошо эш менән шөғөлләнгән ойошмаларға мөрәжәғәт иткәндә, бер этте аттырыуға ғына яҡынса 1300 һум аҡса китә. Ҡаланан беҙгә тиклем юлдың оҙон булыуы сәбәпле, сығымдарҙы ҡапламай тип, килеп эттәрҙе ауларға әллә ни ашҡынып тормайҙар. Уларҙың һорауы буйынса бер юлы 20-30 этте табып та булмай, сөнки ул тиклем күп түгел берәҙәктәр. Әлбиттә, был мәсьәләгә күҙ йомоп, ҡул һелтәп ҡуймайбыҙ. Урам буйында йөрөгән эттәрҙең хужаларын табып, иҫкәртеү яһайбыҙ. Шелтәне ҡабул итеп, эттәрен бәйләп ҡуялар ҙа ул, әммә бәйгә өйрәнмәгән, гел иректә йөрөгән хайуандар сынйырын өҙөп тағы ҡаса. Хакимиәткә зарланыуҙан ғына хәл үҙгәрмәйәсәк. Был йәһәттән халыҡ үҙе лә әүҙем булһын ине. Эттең кемдеке булыуын дәлилләргә лә кәрәк бит әле. Белһәләр, шунда уҡ хужаһына барып әйтһендәр ине, сөнки иҫкәртеү яһағанда “минеке түгел” тип, этенән баш тартҡандар ҙа осрай. Ғәйеплеһең, тип, кемгәлер нигеҙһеҙ дәғүә белдереп, штраф һалып та булмай, сөнки хакимиәттең быға хоҡуғы юҡ.
Эттәр мәсьәләһе буйынса гәзиттәрҙә күп мәҡәләләр донъя күрә. Проблема бер Егәҙе ауылында ғына ла күҙәтелмәй. Бөтә хакимиәт башлыҡтары ла, төп эштәренән айырылып, эттәргә ҡаршы көрәшкә сыҡҡан, тиһәк тә хата булмаҫ. Шул арҡала хаки­миәт бюджетындағы әҙме-күпме аҡсаны ла берәҙәк хайуандарҙан ҡотолоу өсөн сығарып һалырға мәжбүрҙәр. Әлбиттә, аҡ эт бәләһе ҡара эткә тигәндәй, мәсьәләне хакимиәткә генә япһарып ултырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Әммә халыҡ урындағы властың көсөнә ышана һәм ниндәйҙер проблемаларын тәү сиратта уның ярҙамы менән бөтөрөрөнә өмөт итә.
Башҡа хакимиәттәрҙә хәлдең нисегерәк булыуын белештек.
Инйәр ауыл Советы хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов:
— Берәҙәк эттәр проблемаһын уйлаһаң, йән әсеүҙән сәсең үрә торорҙай. Беренсе­нән, проблеманы халыҡ үҙе булдыра, икен­сенән, уны сығымдарһыҙ ғына, үҙ-ара хәл итеү мөмкин түгел, — тине. — Нин­дәйҙер саралар күрә башлаһаң, китә үпкәләүҙәр, ошаҡлауҙар, ялыуҙар... Ошо рәүешле үҙҙәре ултырған ботаҡты тумыралар, әллә күпме аҡсаны туҙҙырталар. Хакимиәт башлығы вазифаһын 2007 йылдан бирле үтәйем. Бер йылда ла был проблемаға барып төртөлмәй ҡалғаныбыҙ юҡ. Артыҡ гуманлы булыуыбыҙ арҡаһында кешегә әллә күпме зыян килтергән, хәүеф тыуҙырған берәҙәк эттәрҙе халыҡтан өҫтө­нөрәк ҡуя башланыҡ түгелме? Проблемаға ҡаршы көрәш өсөн кәрәкле дарыуҙар алырға, эттәрҙе юҡ итеүҙең рәхимле юлда­рын табырға, белгестәр саҡыртырға, әллә күпме документ тултырырға, кешеләрҙе йәлеп итергә тура килә. Халыҡтың ғәм­һеҙ­леге, аңларға теләмәүе шул тиклем үҙәк­кә үтте. Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол­тай депутаттарына мөрәжәғәт итеп, ҡа­тыраҡ закон ҡабул итеүҙәрен һорарға кә­рәк. Һәр эттең мотлаҡ ветеринар кенәгәһе, паспорты булыуын да талап итеү мөһим. Полиция участковыйҙарының да әүҙемлек күрһәтеүе шарт. Һәр эт артынан йүгереп йөрөһөндәр, тимәйем, әммә мәсьәләне контролдә тотһалар, ваҡытында иҫкәртеү яһаһалар ҙа файҙаһы булыр ине. Ярай әле ауылдарҙа старосталар бар, тәртип булдырыу йәһәтенән улар ҙур эш башҡара. Ә бит бының өсөн бер тин дә түләнмәй. Ке­шенең тырышлығын баһалау өсөн ста­росталарҙы матди йәһәттән дәртләндереү сараһын да табырға кәрәк әле.
Беҙҙең халыҡ “мал хаҡы бар” тип бушҡа әйтмәгән. Этте аҫрағас, ул да, бер һүҙһеҙ, ошо исемлеккә инә. Тотаһың икән, тимәк, үҙ өҫтөңә уны ҡарау, ашатыу кеүек яуап­лылыҡты алаһың. Урамға сығып, кеше малы менән тамаҡ туйҙырырға тейеш түгел эт.
Географик яҡтан мөмкинлек булмау сәбәпле, Инйәрҙә көтөү ойоштороу — ҡыйын мәсьәлә. Тик береһенә лә көтөү юҡ, мал тотмағыҙ, тип әйтеп булмай. Ә инде ошоларҙы белеп тә мал үрсетәләр, эт аҫрайҙар икән, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы ла үтәргә тейештәр. Беҙҙең хакимиәт районда иң ҙуры. 21 ауылдың проблемаларын хәл итеү, һәр ғаиләне, кешене күҙ уңында тотоу, халыҡтың ваҡ-төйәк мәшә­ҡәттәре өсөн төрлө белеш­мәләр биреп ултырыу биш кенә хеҙмәткәргә йөкмәтелгән. Ауылдар буйлап эт аулап, штраф һалып йөрөй башлаһалар, уларҙың эшен кем баш­ҡарыр? Этенә баш була алмай, уны берәҙәккә әйләндергән кешелә лә, малын урамда ҡарауһыҙ йөрөтөп, харап иттергән хужала ла ғәйеп бар. Ябай ғына тәртип­тәрҙе боҙмай, үҙ-ара дәғүә­ләшмәй генә, мәсьә­ләне тыныс юл менән хәл итһәк, һөҙөмтә яҡшыраҡ булыр ине. Юғиһә халыҡҡа тигеҙ юлдар ҙа кәрәк, һы­уы ла эргәлә булһын, эте лә йөрө­мә­һен... Ә үҙҙәре ошоларҙы булдырыу өсөн бәләкәй генә бурыстарын да үтәргә онота. Аҡсаның бер кеҫәнән сығыуын да оноторға ярамай. Ошоға тиклем йыл һайын берәҙәк эттәрҙе аулау өсөн ауыл Советы ҡаҙнаһынан 70-100 мең һумды сығарып һала торғайныҡ. 2016 йылдан берәҙәк эттәр проблемаһы район хакимиәте ҡарамағына тапшырылды, һәм шул арҡала был сығымдарҙы муниципаль бюджет ҡаплай. Әле йылдың биш айы ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, был маҡсатҡа ярашлы 67 мең һум самаһы аҡса тотонолған да инде. Икенсе тапҡырға эт аулауға заявка бире­леүен иҫәпкә алһаң, Инйәр зонаһы буйынса дөйөм сумма күпме булырын әлегә әйтеп булмай. Ошо һандарҙы күреп, халыҡ әҙерәк уйланһын ине. Бәлки, был аҡсаға күпме социаль проблеманы хәл итә алыуыбыҙҙы самаларҙар. Һүҙ ҙә юҡ, кешелекле, рәхимле булырға кәрәк, бынан берәү ҙә баш тартмай. Әммә ҡайһы саҡта артыҡ тырышлыҡ күрһәтеүебеҙ менән эттәрҙең социаль ғына түгел, медицина проблемалары ла тыуҙырыуын онотоп ебәрәбеҙ.
Аҡса сығармайынса ҡыл да ҡыбырлатып булмаған заман бөгөн. Һәр кем хәленән килгәнсә донъя көтөргә тырыша. Малды ла берәү ҙә ҡыҙыҡ күреп, матурлыҡ өсөн аҫрамай, һәр ҡайһыһы унан файҙа күреүҙе, килем алыуҙы күҙ уңында тота. Һыйыр-һарығына күҙ төбәп торған ябай ауыл кешеһенең хәүеф-хәтәрен эттәрҙе атып ҡына бөтөрөп булһа икән... Проблеманың сығанағын асыҡларға, уны яйға һалырға тейешле власть вәкилдәрен, хоҡуҡ һаҡлау органдарын, мал хужаларын бер сылбыр менән тоташтырырға кәрәк, әлбиттә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872