Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек
Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек Бала сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Шул осорҙағы башҡа балалар һымаҡ, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, етемлекте лә татыным. Һуғыш яланында ятып ҡалған атайым һәр яҙ һайын Еңеү көнөндә, күкрәк тулы миҙал тағып, йылмайып ҡайтып төшөр кеүек. Ҡайтмауын белһәм дә, һаман көтәм…

Һуғыш балалары арабыҙҙа һирәгәйә, мин дә бик олоғайҙым инде. Атайым тураһында хәтирәләремде уртаҡлашырға кәрәк тигән ҡарарға килдем.
Ул һуғышҡа тиклем Стәрлетамаҡта “Главмука”ның кадрҙар бүлеге мөдире булып эшләгән. Герман яуы башланған көндә үк фронтҡа алғандар. Миңлеғәзиз бабайым һәм ағайҙарым Хәмзә менән Хәйҙәр ҙә яуға киткән. Һуғыш бөткәс, Хәйҙәр ағайым ғына әйләнеп ҡайтҡан, ҡалған өс бер туған һуғыш яланында ятып ҡалған. Хәмзә ағайым танкист булған, Сталинград һуғышында ғүмере өҙөлгән.
Һуғыш башланғанда 10 йәшлек кенә үҫмер инем. Барыһы ла томан эсендә генә кеүек. Атайым Хәсән Ноғоманов ҡаҡса, оҙон буйлы, бәһлеүән кеүек, хәрби кейемдә матур ир-егет булып күҙ алдына килә. Ул аңлы, алдынғы ҡарашлы, зирәк кеше була. Бер ваҡыт Өфөгә ике туған ҡустылары Мәһәҙи, Харис, Харрас ағайҙарҙы эйәртеп, рабфакка урынлаштырырға тип алып китә, ләкин өсөһө лә кире әйләнеп ҡайта, атайым үҙе генә уҡырға тороп ҡала. Ул хәрби кейемдә йөрөй торғайны, шуның өсөн минең хәтерҙә лә шулай ҡалған. Атайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнаша. Ике тапҡыр – 1942 һәм 1944 йылдарҙа – ҡаты яралана. 1945 йылдың 16 февралендә ҡамауға ҡалған дошман төркөмөнә ҡаршы аяуһыҙ бәрелештә вафат була. Һуғыш тамамланғанда, үҙем йәш булғанлыҡтан, атайымдың документтары, хаттары, наградалары кемдә һаҡланыуы, уның яу юлы тураһында белә алманым. Шулай ғүмер үтте, белеп тә, белешеп тә булманы. Бына әле, 2015 йылда ғына, Мәскәүҙә йәшәгән Наилә ҡыҙым эҙләнеп, генерал-майор Павел Шафаренконың яҙмаларына тап булған. Уның “Мы все были солдатами” тигән яҙмаһында атайым хеҙмәт иткән 63-сө полк тураһында ла һүҙ бар.
Австрияла Ландекк ҡалаһы янындағы алыштан һуң атайыма II дәрәжә Ватан һуғышы ордены бирелә. Был наградаһы ауылға ҡайтып еттеме-юҡмы икән тигән һорау ҙа килеп тыуа әле миндә, сөнки бер ҙә күргәнемде хәтерләмәйем. Ошо бүләкләүҙең рәсми ҡағыҙы ла табылды. Бына уның күсермәһе: “Старший лейтенант Нугуманов Хасан Хакимович в наступательных боях в районе города Ландекк, исполняя должность командира взвода, показал себя смелым, решительным и инициативным офицером. 16 февраля 1945 года противник численностью до 1000 человек при поддержке самоходных орудий и бронетранспортеров атаковали полк с тыла и флангов. Ст. лейтенант Нугуманов Х.Х. первым поднял свой взвод в атаку и отбил немцев. В этом бою огнем из личного оружия уничтожил до 10 немецких солдат. При отражении одной из контратак пал смертью храбрых.
За проявленное в бою личное мужество и отвагу представляется правительственной награде – ордену Отечественной войны II степени (посмертно)”.
Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән осорҙа ғына мин атайымдың яу юлы тураһында бер мәғлүмәт ала алдым. Күңелемдең төбөндә “ул батыр кеше булғандыр” тигән һиҙемләү йәшәй торғайны инде. Дөрөҫкә сыҡты. Уның баһадирҙарса көрәшеүе, взвод командиры булыуы, офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итеүе, батырҙарса һәләк булыуы тураһында белдем. Быға тиклем күңелемде өйкәп торған һорауҙарға яуап алдым һәм 85 йәшемә еткәндә атайымды һуғыш яланынан эҙләп тапҡандай булдым. Атайым Хәсән Ноғоманов бар ғүмерен һәм һәләтен Тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә бағышлаған. Шуныһы ҡыҙғаныс: Еңеүгә ни бары өс ай ҡалғас ҡына ғүмере өҙөлгән. Шул Австриялағы Ландекк эргәһендә ерләнгәндер тип уйлайым үҙемсә.
Еңеү көнө! Ауыр һуғыш йылдарынан һуң был көн һәр кемдең күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалғандыр ул. Бөтә халыҡ илай, шатлана, көлә. Мин дә малайҙар менән бергә шатланам һәм ҡапыл ауыр уй килә: “Нисек инде ул, һуғыш бөткән, ә минең атай юҡ... Ҡайтмаҫмы икән ни?” Бына шул һорау минең зиһендә уйылып ҡалды.
Һуғыш тамамланғас та, илдә ҡапыл ғына тормош яҡшырманы. Аяҡҡа баҫҡансы, тамаҡ икмәккә туйғансы бик күп йылдар кәрәк булды. Һуғыш күңелемдә мәңгегә ауыр йәрәхәт булып тороп ҡалды. Уны һүҙ менән генә аңлатыуы ауыр.
Илдәр тыныс булһын. Ошо барлыҡҡа ҡәнәғәт булып, донъяның матурлығын күреп йәшәйек, ватандаштар!

Раян НОҒОМАНОВ,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә