Башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай ине ул: шул уҡ йыйырсыҡтар, сер һаҡлаусы уйсан күҙҙәр, ҡылғандай сал сәстәр, һәр быуыны тиерлек беленгән ҡулдар. Әммә, өлөшөнә төшкән дәүере нисек кенә кешеләрҙе бер-береһенә оҡшатырға тырышып, дөйөм ҡаҙанда ҡайнатмаһын, һәр кемдең яҙмышы маңлайына уйылған, күрәсәген икенсеһенә күрергә яҙмаған.
Яҙмамда “ине” тигән һүҙҙәрҙе ҡағыҙға төшөргән һайын йөрәк тертләп китә: әле яңы һөйләшеп ултырған һымаҡ инек, ә арала ике тиҫтәгә яҡын ғүмер ята. Тик күңелдә оло ағайҙың йөҙө, талғын ғына тауышы һаҡланып, хәтер йомғағын һүтә, өҫтәлдә “Мы старше своей смерти” тип аталған китабы ята...
Вәли Бикташев. Был исем үлемһеҙ документаль әҫәре менән уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында һәр өйҙөң ишеген ҡағып инде. Һис шаштырыу ҙа, шапырыныу ҙа юҡ. Унан һуң тыуғандар ҙа ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыны. Рух көсөнә, әҙәм балаһының сыҙамлылығына, азатлыҡҡа ынтылыуға һәйкәл ине ул. Автор үҙе иһә, ябай ғына уҡытыусы булып, йәш быуынды тәрбиәләне, ғүмерен, бар булмышын иленә арнаны...
Ситлек йәки азатлыҡ...Вәли аңына килә. Тәненең үлтереп һыҙлауына түҙерлек түгел. Ҡайҙа ул? Ошо һорауға яуап эҙләп, көс-хәл менән егет башын уңға-һулға бора. Эргәлә ыңғырашып яралылар ята, кемдер башын түбән эйеп ултыра, ә ҡаршыла... Юҡ, ышанғы килмәй, булмаҫ! Әммә һаташмай һалдат, ҡаршыһында ыржайып немец конвойы тора. Шунда ғына Бикташев үҙенең әсирҙә икәнен аңлай. Уның башы ҡабат ергә терәлә, күҙҙәр сытырҙап йомола. Әммә, күпме генә күренеште яҡшыға сырамытырға тырышмаһын, бер ни үҙгәрмәй.
Быға тиклем һуғыштың ни икәнен татып өлгөргән була Бикташев. 1938 йылда Ҡыҙыл Армияға алынған Вәлиҙең часы йәнә бер йылдан СССР-ға яңы ҡушылған Көнбайыш Белоруссияла баш күтәргән пандарға ҡаршы алыша. Көҙөн инде фин конфликтына ебәрелә, Выборг йүнәлешендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. Солох төҙөлөргә ике аҙна ҡалғас, взвод командиры урынбаҫары контузия ала, аяғы яралана. Шулай итеп, кесе командир вазифаһында Бикташев дары еҫкәп өлгөрә.
Умыртҡа һөйәге үлтереп һыҙлай. Һис ҡалҡынырлыҡ түгел. Тик бирешергә ярамай, артыҡ ыңғырашһаң, шунда уҡ маңлайыңа пуля алырһың да ошо ерҙә мәңгегә ятып ҡалырһың. Хәйер, әсирлектә булғаныңдан үлемең яҡшыраҡ түгелме? Әммә эске тауыш киреһен тылҡый — бирешмә, аяҡҡа баҫһаң, ҡаса ла алаһың бит!
Иртәгәһенә әсирҙәрҙе Лозовой ҡалаһына алып китәләр. Унда элекке кавалерия часының ат һарайына урынлаштыралар. Бикташев һымаҡ тағы ла 11 яралыны “яслеләргә” (атҡа бесән һала торған урын) ырғыталар. Ат тиҙәге ҡатҡан “яслеләрҙә” 28 көн буйы ятҡас, Вәли яйлап ултыра башлай. Өс ай тигәндә аяҡҡа баҫа.
– Ун бер ауыр яралынан беҙ икәү генә иҫән ҡалдыҡ. Уның да сәбәбен яраның асыҡ булмауынан күрәм. Яралары асыҡ булғандарҙы себен һырый, ҡортлап интегә меҫкенкәйҙәр, аҙаҡ үләләр... — тип хәтерләр булды шул көндәрҙе ветеран.
Өс айҙан һуң әсирҙәрҙе Павлоградҡа күсереп, элекке совет часы торған казармаларға ябалар. Аяғында йөрөгәндәр тышта үҙ этабын көтә. Бикташев үҙенсә күнекмәләр яһай, көн дә хәрәкәтләнергә тырыша, бер-ике булһа ла баҫҡыс арттырып, өҫкә-аҫҡа йөрөй. Нисек тә ихтыяр көсөн туплай, өмөт осҡоно ҡасыу теләген урғылта. (Һуғыштан һуң ғына Вәли Бикташев шул саҡта умыртҡа һөйәге һынғанлығын белә. Иҫ киткес: физик ауырлыҡ менән әхлаҡи ҡыйынлыҡты еңергә ниндәй көс кәрәк!) Һорау алған саҡта үҙенең коммунист, офицер икәнен әйтмәҫкә ҡарар итә. Шуға ла Вәли исемен үҙгәртергә була: бынан ары ул — Алексей Васильев.
Урамға сығып йөрөй башлағас, старшина Николай Соколовты осрата. Ул нисек әсирлеккә эләгеүҙәре хаҡында һөйләй ҙә инде. Баҡтиһәң, эргәлә шартлаған бомба тулҡыны Бикташевты әллә нисәмә метрға ситкә атып бәргән һәм балсыҡ, таш өйөмө менән күмеп ҡуйған, тик башы ғына күренеп торған. Соколов менән иптәштәре уны ҡотҡарабыҙ тип соҡоған саҡта, немецтар уратып алған. Шунда инде командирын ҡалдырырға теләмәгән старшинаның ҡулына автоматтан атҡандар, уныһы өҙөлөп төшкән. Үҙе яралы булыуға ҡарамаҫтан, Соколов Вәлиҙе үлтерергә бирмәгән һәм плащ-палаткаға һалып, үҙҙәре менән алған.
Уға тиклемге хәлдәрҙе Бикташев үҙе лә иҫләй. 41-ҙең ноябрендә Ҡыҙыл ғәскәрҙәр Ростовты ваҡытлыса ҡулға төшөргәс, Вәлиҙәрҙең 14-се гвардия уҡсылар дивизияһын Харьковты ҡамарға ебәрәләр. 1942 йылдың ғинуары менән февралендә дивизия Изюм, Барвенково, Лозовой ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашып, башҡа хәрби берләшмәләр менән Харьков эргәһендә позиция тота. Әммә немец та башһыҙ булмай, Ростовтан сигенгән частарын тулыландырып, башҡа хәрби көстәр өҫтәп, авиация, бронялы техника ярҙамында ҙур көс туплай ҙа контрһөжүмгә күсә. Шулай итеп, 6-сы, 57-се, 9-сы армияның тулыһынса тиерлек ҡамауҙа ҡалыу ҡурҡынысы тыуа. Быға ҡарамаҫтан, беҙҙең хәрби көстәр һөжүмгә күсә һәм 30 километр Харьковҡа табан эскә үтә. Ләкин 17 майҙа дошмандың 11 дивизияһы контрһөжүм башлай. Был инде үҙ көсөнә ныҡ ышанған ошо йүнәлештәге совет ғәскәрҙәренең тамырына балта сабыуға тиң була.
— 15 көн буйы туҡтауһыҙ һуғыш барҙы. Немец төрлө орудиеларҙан, самолеттарҙан бомба яуҙырҙы. Баш ҡалҡытырлыҡ түгел. Хатта көндөҙ тамаҡ ялғап та булмай. Етмәһә, ҡола яландабыҙ, ышыҡланырға ағас ишараты юҡ. Үлектәр, яралылар соҡорҙарҙа, йыйып бөтөрөрлөк түгел. Аҙыҡ-түлек бөттө, үлек аттарҙы бешергеләйбеҙ. Боеприпастар ҙа аҙ ҡалды, дошманға 50 метрҙан ғына атырға ҡушыла. Үҙәктән сигенергә лә бойороҡ юҡ, бер төрлө генә – позицияны тоторға! – тип иҫкә алды шул көндәрҙе ҡарт һалдат.
27 майҙа үҙ көстәре менән ҡамауҙы йырырға ҡушыла. Был Вәли Бикташевтың икенсегә “ҡапҡан”дан сығыуы була. Беренсеһе — һуғыштың тәүге көндәрендә Кахова ҡалаһы эргәһендә. Ул саҡта Вәли комиссар (политрук) булып хеҙмәт иткән артиллерия дивизионы пехотаға дошман танкыларын юҡ итеүҙә ярҙамлаша. Ҡаты алыштарҙың береһендә дивизион тотош дивизия менән бергә ҡамауҙа ҡала. Нисек тә уны йырып сығыу бурысы ҡуйыла. Молочное йылғаһын кисер алдынан ғына немец танкылары колоннаһына осрайҙар. Тиңһеҙ алышта командиры капитан Валентин Барабаштың күкрәген шартлаусы пуля тишә лә арҡаһынан йоҙроҡ ҙурлығындай булып килеп сыға. Комиссар Бикташев командалыҡты үҙ өҫтөнә ала. Бик күп юғалтыуҙар аша барлыҡ дивизиондан 22 яугирҙе, ике орудиены һәм командирының үле кәүҙәһен ҡамауҙан алып сыға...
Икенсеһендә бәхет йылмаймай.
— Беҙҙең дивизия барлыҡ ғәскәргә юл ярып алдан барырға тейеш ине. Северо-Донецкиға ҡарай юл тоттоҡ. Ут һыҙығы аша ике тәүлектән ашыу барғас, ҡыуаҡлыҡҡа еттек. Эргәләге йылғаны аша сыҡһаҡ, үҙебеҙҙекеләргә лә күп ҡалмаҫ ине. Ләкин яҡтырҙы, барыр әмәл юҡ. Шунда ҡаҙынып урын яһарға ла күренмәйенсә төндө көтөргә ҡарар иттек, – тип һөйләй Вәли бабай. – Тик фашист бомба яуҙырырға тотондо. Ҡыуаҡлыҡтан һөргән ер генә ҡалды. Иҫән ҡалғандар бер соҡор төбөнә төштөк. Самолеттар геүләүе тынғас, пехота һөжүмгә күсте. Беҙҙе үлеп бөткән тигәндәрҙер инде. Шулай ҙа бер атаканы кире ҡаға алдыҡ. Ҡабат бомбаға тоттолар. Шунда мине ниҙер күтәрҙе лә эҫе нәмә ҡыҫып алды...
Әсирҙәрҙе тауар вагонына тейәйҙәр ҙә Германияға табан алып китәләр. Вагон эсе тынсыу, ултырырлыҡ та урын юҡ. Ауырыуҙар ҙа, үлеләр ҙә шунда. Тик ҙур станцияларҙа ғына мәйеттәрҙе алалар.
Алексей-Вәлиҙең башын “ҡасырға” тигән уй ныҡлап сүкей башлай. Нисек тә Украина территорияһында төшөп ҡалырға кәрәк. Польшаға сыҡҡас һуң булыуы бар. Элекке политрук Бикташев, полкташы Николай Ищенко һәм яңы таныштары лейтенант Нестеров вагон башындағы люктан сығырға ҡарар итә. Николайҙың сылғауын люк ырғағына бәйләйҙәр. Аяҡтарҙы алдан сығарып, сылғауға тотонорға ла, вагондың уң яҡ стенаһы буйлап аяҡ аҫҡы планкаға терәлгәнсе төшөргә кәрәк. Һуңынан инде – ер...
Тәүҙә Нестеров, аҙаҡ Вәли, өсөнсө булып Николай һикерә. Бәхеткә күрә, имгәнмәйҙәр. Ҡасҡындар Бикташев ҡырына йыйыла. Ужым эсе буйлап урманға юлланалар. Төнөн ауылға баралар. Бер әбей менән бабайҙа өс көн хәл алғас, кейемдәрен алыштырып, көнсығышҡа табан атлайҙар. Тик ҡотола алмайҙар. Урманда күреп ҡалған бер украин егете уларҙы тоттора. Аҙаҡ инде һорау алыуҙар, туҡмалыуҙар...
Яңынан... ауыр бығауБыл юлы поезд таныш юлдарҙан сәнәғәт үҙәге Рур өлкәһенә тиклем алып барып еткерә. Уны фашистарҙың хәрби ҡоралын сүкеүсе һандал тип тә була. Эшсе көстәр ҙә күпләп кәрәк була. Әсирҙәрҙе Хемер ҡалаһындағы лагерға урынлаштыралар.
Бикташев йөк бушатыу-тейәүсе командаға эләгә. Бер көн уларҙы станцияға эшкә алып китәләр. Шунда бик күп әсир тейәлгән составтың көнсығышҡа йүнәлеүенә иғтибар итә. Ниндәйҙер сихри көс этәрәме уны, Вәли күп уйлап тормай, шәп тиҙлек менән килгән сираттағы поездың алдынан ғына икенсе яҡҡа һикерә. Шунан инде эшелондың бер вагоны баҫҡысына эләгә лә танк аҫтына йәшеренеп ята, ләкин оҙаҡ бара алмай. Конвой хәбәр итеп, Дортмунд станцияһында уны табалар. Тағы туҡмалыу, һорау алыу, туҡмалыу...
Өсөнсө ынтылышХәҙер инде баш бирмәҫ әсирҙе штрафлагерь һәм ауыр эш көтә. Уны Дортмундтан алыҫ булмаған шахтаға ебәрәләр. Бында урынлашҡан 28 шахтаны СС подразделениеһы һаҡлай.
– Мине Фридрих исемле эшсегә беркеттеләр. Ике көндән һуң һөйләшә башланыҡ, был ваҡытҡа инде мин дә апаруҡ нимессә һупалай инем, — тип хәтер йомғағын һүтә Вәли бабай. — Шуныһына иғтибар иттем: 55 йәштәрҙәге был кеше янына эшселәр йыйыла. Баҡһаң, ул коммунист икән. Былар фронт хәлдәрен һөйләшә, башҡа яңылыҡтарҙы еткерә. Аҙаҡ миңә ашарға ла килтерә башланылар. Бер көндө бик бойоҡ килде Фридрих. Гитлер армияһы Сталинград ҡырында еңелгәс, 15 көн бушлай эшләргә ҡушҡандар икән быларға. Рәсәй большевиктары был осраҡта эш ташлар йәки берәй зыян эшләр ине, тим мин. Үҙ-ара кәңәшләшкәс, немецтар ғына эшләгән төнгө сменала “стволға” (шахта ауыҙы) паровоз төшөрөргә булдылар. Ул былай эшләнә: стрелкаға килеп еткәндә генә юлды тейешле йүнәлешкә бороп ҡуяһың да, паровоз тиҙлек менән “клетка”ға оса. Пландарын тормошҡа ашырҙы антифашистар. Тик бер аҙнанан һуң гестапо эҙгә төшә башланы. Эҙҙең миңә алып килгәнен еткерҙе Фридрих. Ниместәр менән әсирҙәр сменаһы алышынған саҡтан файҙаланып, былар мине ҡотҡарырға булды. Алдан әҙер костюмды кейҙем дә тегеләр эшсеһе “номерогы”н ингән ерҙә ҡалдырып сыҡтым. Мине оҙатып килгән үҫмер сумка бирҙе. Уның эсендә икмәк, аҙыраҡ колбаса, бысаҡ-финка бар ине. Шулай итеп, мин тағы бер эшелонға эләктем һәм, тағы танк аҫтына йәшеренеп, көнсығышҡа табан киттем. Был юлы тәжрибә лә бар ине. Поездың станцияға яҡынлашыуы була, һикереп төшәм. Икенсеһен алыштырам. Шулай тотош Германияны үттем.
Үкенескә ҡаршы, Бикташевты Польша урмандарында бер поляк тоттора. Ул саҡта хәрби әсир өсөн 50 килограмм арыш менән 50 марка аҡса биргән булалар. Эҙәрлекләгән башмаҡтай эттәрҙең береһенә сәнсәйем тиһә, икенсеһе ҡулына, өсөнсөһө елкәһенә йәбешә.
— Хәҙер инде мине ныҡлап тикшерә башланылар. Ҡайҙан ҡасыуымды, кем булыуымды төпсөнәләр. Мин ниндәй лагерҙан булыуымды әйтмәнем. Поездан төшөп ҡалдым, тим. Аңды юғалтҡан саҡтарҙа кемлегемде әйтеп ҡуйырмын тип тә уйлайым. Шулай ҙа түҙҙем. Эс-бауырҙы иҙеп бөттөләр, ете тапҡыр үлем сигенә еткергәнсе туҡманылар, язалау ултырғысына ла ултырттылар, тырнаҡ араһына энә ҡаҙанылар, ишеккә бармаҡтарҙы ҡыҫтылар... Ҡайһы саҡ атһындар өсөн комиссарлығымды ла асып бирге килде, әммә, үлеү бер ҡасан да һуң түгел тип, үҙемде ныҡ тоторға тырыштым, – тип бабай һөйләүен дауам итә. — Туҡмап та, юхалап та мине һындыра алмағас, дөйөм камераға кереттеләр. Бәләкәй генә камерала 40-лап кеше. Ятыу түгел, ултырырға ла әмәл юҡ. “Параша” тулған, кеше тиҙәге аға. Бетте тәндәренән һыпырып ырғыталар. Һаҫый башлаған ике үлек ята...
Дөйөм камерала ла тындырмайҙар. Язалау, һорау алыуҙар дауам итә. Бигерәк тә йәлләт Бигловтың Бикташев ауыҙынан “коммунист”, “офицер” тигән һүҙҙәрҙе ишеткеһе килә, сөнки үҙе элек аҡ гвардияла хеҙмәт итеп, сит илгә ҡасҡан булған. Әммә Вәли өндәшмәй, исем-фамилияһын да Алексей Васильевтан рядовой Әнүәр Сынташевҡа үҙгәртә. Шулай итеп, эҙҙәрен йәшерә һәм ҡасырға ярҙам иткән немец антифашистарына шик күләгәһе ебәртмәй. Быларҙың барыһы ла ҡиммәткә төшә: тырнаҡ араһына энә, ағас шырау ҡаҙауҙар, артҡа ҡайырып бәйләнгән ҡулдарҙан “ҡарлуғас” һынында аҫып ҡуйыуҙар, механик ултырғыста язалауҙар, ишектә махсус эшләнгән урындарҙа бармаҡ быуындарын һындырыуҙар, электр үткәргес сымдар менән тәнен өтөүҙәр... Нисек кенә тырышмаһындар, палачтар Вәлиҙең ауыҙынан бер төрлө генә һүҙҙәрҙе ишетә: рядовой, партияһыҙ, хәрби әсир, поездан ҡастым.
Әлбиттә, түҙемлектең дә сиктәре була. Шул саҡтарҙа Вәлиҙең рухын Тыуған ил тойғоһо, Башҡортостаны, уны оҙатып ҡалған туғандары, яҡындары тураһында уйҙар нығыта. Бигерәк тә ҡатыны Ғәлиә менән үҫеп килгән Лена ҡыҙын бик һағына, ауыр минуттарҙа уларҙы юҡһына. Аралар алыҫ булһа ла, ҡайҙалыр йыраҡта көтөп торған кешеләре йәшәүгә көс, сыҙамлыҡ бирә, өмөт осҡондарын һүндермәй.
…Ғәлиә менән Вәли Өфөлә педтехникумда уҡығанда таныша. Бер каникул ваҡытында Ташкент яғына сығып китәләр һәм шунда өйләнешәләр. Үзбәкстанда йәшәгән туғандары иһә уларҙы бер аҙ “икмәкле ҡала”ла йәшәп торорға өгөтләй. Сәстәрен сәскә бәйләгән йәштәр, ғаилә ҡороу менән бер рәттән, педагогия институтына ла имтихандар тапшыра. Ә икенсе курста уҡығанда инде ҡыҙҙары тыуа. Оҙон ғүмерле булһын тип, уға Лена тигән исем ҡушалар. Сабыйына ике ай ғына булған сағында Вәлиҙе Ҡыҙыл Армияға алалар. Бик тиҙ генә ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтырға йыйынған 21 йәшлек Вәли һуғыш алдынан тик ялға ғына ҡайтып китә ала. Шулай ҙа Ғәлиәне тыуған Башҡортостанына ҡайтарыу әмәлен таба, сөнки Вәлигә һуғыш сығырын полк комиссары алдан әйткән була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялын да ул ойоштора. Ә полктың комсомол секретары Бикташевтың часына кире барыуына ай ҙа үтмәй, һуғыш башлана...
Тағы уңышһыҙлыҡ...Әсирҙе бер нисек тә теҙләндерә, үҙҙәренә кәрәкле яуап ала алмағас, штрафлагерға ебәрәләр. Был юлы тәҡдир уны Австрия еренә — Дахау яғына – алып китә. Бухенвальд, Освенцим, Майданек һәм башҡа шундай тамуҡҡа торошло йөҙҙәрсә урын менән рәттән “дан” алған ул. Шулай ҙа Бикташевты тәүҙән үк уға илтмәйҙәр, филиалы булып иҫәпләнгән Коттерн ҡалаһына алып китәләр. Унда эшсе төркөмгә беркетәләр. Яңы завод төҙөргә урын әҙерләргә йөрөтәләр. Шунда Вәли-Әнүәр капитан Гусев һәм медицина лейтенанты Рященко менән таныша. Өсәүһен дә ағас, таҡта эшенә ҡушалар, ҡалған эшселәр ер ҡаҙый. Әлбиттә, быларға еңелерәккә төшә, унан да бигерәк, бер мәл ҡулдарына тимер бысҡы килеп эләгә. Ошо тимер киҫәге таймаҫ өс тағанда тағы ла бунтарлыҡ осҡоно ҡабыҙып ебәрә. Етмәһә, Альп тауҙары ла яҡын, октябрь-ноябрҙә ҡар төшкәнсе унда юғалып була, томандар ҙа — йыш ҡунаҡ. Тауҙарҙа Югославияның партизан отрядтары йөрөүе лә өмөт уята.
Бысҡыны өс өлөшкә һындыралар ҙа, ботинка табанының ҡатлы-ҡатлы итеп йәбештерелгән араһына тығып, лазаретҡа алып ҡайталар. Һуңғараҡ ебен дә хәстәрләйҙәр.
— Беҙ лазареттың өҫкө ҡатында инек, ә тәүгеһенә поляк ғаиләләре килтерелгәйне. Бигерәк тә бәҙрәф ҡасыр өсөн уңайлы эшләнгән. Төндәрен рәшәткә тәҙрәһен алмашлап һаҡ ҡына киҫәбеҙ, ләкин өҙөп үк төшөрмәйбеҙ. Барыһы ла әҙер булған көндә йәрәбә һалдыҡ. Тәүҙә Рященко сығырға тейеш ине, ул китеп, 60-ҡа тиклем һанағас — мин, аҙаҡ – Гусев. Мәлен дә иҫәпләнек: һаҡсылар алышынған саҡта 3-4 минут ваҡыт үтә, шуны файҙаланып ҡалырға кәрәк. Мин барғанда Рященко аяғын тәҙрәгә тыҡҡан да аҫҡа еп буйлап төшөргә икеләнеп ултыра ине. Тиҙерәк, тим.
Уның юғалыуы булды, ике тапҡыр атыу тауышы яңғыраны. Ҡыҫҡаһы, төнө буйы туҡманылар, ҡалған тештәрҙе ҡойоп бөтөрҙөләр. Иртәгәһенә яралы Рященко менән мине “ҡара ҡарға” тип йөрөткән машинаға сығарып һалдылар ҙа Дахауға алып киттеләр, – ти Вәли бабай.
Концлагерға барғанда тағы ла Кемптендан ауырыу ике немец әсирен алалар, чех менән бер полякты ултырталар. Котерндан килеүселәрҙең совет һалдаттары икәнен белгәс, немецтарға йән кергәндәй була, улар әсирҙәрҙең ҡыйыулығына һоҡлана, нисек тә Дахауҙа ярҙам итеү әмәлен уйларға вәғәҙә бирәләр, ләкин әлегә 27-се блокка, тимәк, үлем блогына ырғытасаҡтарын юрайҙар...
Йәшәү йәки үлем… Үлем алдында теҙ сүкмәгән, тән йәрәхәттәренә ҡарамаҫтан, рухы һаман азатлыҡҡа ынтылған Вәлиҙе Дахау “брама”һы (ҡапҡа) аша алып керәләр. Гитлер был концлагерҙы 1933 йылда уҡ үҙенең сәйәси дошмандары өсөн төҙөткән була. Тимәк, тәүҙән үк фашистик режимға ҡаршы әүҙем көрәшселәр килтерелгән. Был тамуҡ киҫәүе аша барлығы күпме кеше үткәндер, әммә 1933—1945 йылдарҙа 238 756-һы үлтерелгән! Бикташев — шул иләктән тере ҡалғандарҙың береһе.
Әсир немецтарҙың һиҙемләүе дөрөҫкә сыға — Бикташевты 27-се блокка урынлаштыралар. Әлегә тиклем унда крематорийға “утын” әҙерләнеп торған, йәғни, бер-ике ай язалағас, тотҡондар өҫтөндә төрлө тәжрибәләр үткәргәндәр ҙә яндырырға оҙатҡандар. Һуңынан инде кешеләрҙән һауаға һорғолт-һары төтөн генә осҡан, ҡалған көлдәре ашлама итеп баҫыуҙарға һибелгән.
Бергә килгән юлдаштары әйткән вәғәҙәләрендә тора. Күп тә үтмәй, блок артынан бер кеше күренә. Был — подполковник Илларион Панов. Элегерәк улар карантинда танышҡан була. Шул саҡта уҡ Панов Вәлиҙе кешеләр араһынан эҙләп таба. “Таныш булайыҡ, — ти ул. — Мин дә Башҡортостанда дивизия төҙөшкән кеше бит...” Әле килеп Дахауҙа тағы осрашалар. Бикташев уның әсирҙәр араһында хөрмәт ҡаҙанғанын тәүге минуттарҙа уҡ һиҙә. Яңылышмай комиссар, Панов Дахауҙағы антифашистарҙың йәшерен ойошмаһы етәксеһе булып сыға. Бынан ары ике тотҡон – ике совет офицеры – айырылмаҫ дуҫтарға ғына түгел, тоғро көрәштәштәргә лә әйләнә.
Шул кистә Бикташевты санитар лазаретҡа алып китәләр. Урыҫ табибы Федор Врублевский Вәлигә: “Беҙ һине “үлтерәбеҙ”, йәғни һинең “номерлы” барлыҡ кейемеңде әле генә үлгән кешегә кейҙерәбеҙ, һиңә – уныҡын. Бынан ары исемең дә Әнүәр Сынташев түгел, ә Александр Крапивный”, – ти. Эҙ юғалтҡанға ҡәҙәр лазареттың моргында эшләп алырға тура киләсәген дә әйтә. Бер ай буйы үлектәрҙе крематорийға оҙатып торғас, Вәли-Александрҙы 6-сы урыҫ блогына күсерәләр.
Бынан ары Бикташев йәшерен ойошма эшенә ныҡлап ылыға, фашистарға ҡаршы тотҡонда ла көрәшеп булғанлығын аңлай. Тәү сиратта ул көрәш әсирҙәрҙе күңел төшөнкөлөгөнән арындырыуҙан, һатлыҡ йәндәрҙе юҡ итеүҙән, тотҡондарҙы рухи яҡтан совет армияһының һәм уның союздаштарының еңеүенә ышандырыуҙан, австриялар, югослав, чех, немец ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙан, ә иң мөһиме — һуғыш бөтөр алдынан Дахауҙағы 70 мең кешене ҡырҙыртмауҙан ғибәрәт була. Еңеү яҡынлашҡан һайын лагерь халҡының барыһын да юҡ итергә әҙерләнеүҙәре хаҡында нығыраҡ уйлана башлайҙар. Шуға ла ойошма бер нисә хәрәкәт планы төҙөй: барактарҙа үлтерергә ниәтләһәләр, ни эшләргә, аппельпласта һәм ситкә алып сығып атһалар... Икеләнергә урын ҡалмай — 1945 йылдың апрель урталарында подпольела эшләүселәр ҡулына Гиммлерҙың телеграммаһынан күсермә эләгә: “Бер генә әсир ҙә дошман ҡулына тере килеш эләгергә тейеш түгел”.
Көтөлгәндең өсөнсө варианты тура килә. Тимәк, тауҙарға алып сығып атасаҡтар! Йәшерен ойошмаға етәкселекте генерал Вишневский үҙ ҡулына ала. Ул һәр 100 кешегә бер етәксе тәғәйенләй, командирҙарға “Бей!” тигән команданы көтөргә ҡуша. Шул саҡ инде колонна конвойҙарға ташланырға тейеш була. Яйы тура килһә, хәрби келәтте баҫып алыу ҙа ҡарала. Бикташев та йөҙ кешене етәкләй.
26 апрель. Һуғыш канонадаһы ишетелеп тора. Тотҡондарҙы аппельпласҡа теҙәләр. Милләттәргә бүләләр: урыҫтар айырым, немецтар айырым һ.б. Ике тәүлеккә “етерлек” аҙыҡ (ус аяһындай икмәк, бер ҡабым ҡандан эшләнгән колбаса) тараталар ҙа ҡапҡаны асалар. Шулай итеп, беренсе этапта 10 мең кешенән торған колонна ҡуҙғала. Һәр 100 кешене 10-ар автоматсы һәм 2-шәр эт йөрөтөүсе һаҡлап бара.
Көнө буйы атлағас, ялға туҡтайҙар. Хәле бөткәндәрҙе, яралыларҙы юлда уҡ атып китәләр, ҡасҡандарҙы эттән талаталар. “Привал”да йәшерен ойошмасылар асыҡтан-асыҡ эш итә башлай, сөнки конвой әсирҙәр уртаһына керергә ҡурҡа.
— Төндә Вишневский соҡорлораҡ урындарға йәшеренеп ятырға ҡушты. Беҙҙекеләр шулай эшләне, ә бына йәһүдтәрҙең — күберәге тыныс халыҡ — быға баштары етмәгән. Конвойҙар йыш-йыш ут асҡанда уларҙың байтағы ҡырылды. Шулай уҡ иртән һөт тараттылар. Ас халыҡ ябырылып китеп шуны эсте — беҙҙе тыңламаны. Эстәре бороп (бәлки, берәй нәмә лә һалынған булғандыр), һөт эсеүселәр колоннаға баҫа алманы... Түҙер әмәл ҡалмағас, былай яйлап бөтөрәсәктәр, тинек тә, һәр 5-әр кешегә 1-әр конвой бүлештек, — тип хәтерләй шул саҡтарҙы Вәли бабай.
“Бей!” тигән команда яңғырай. Шуны ғына көткәндәй, әсирҙәр дошманға ябырыла. Ҡайһыһын өҙгөләйҙәр, ҡайһыһы ҡасып ҡотола. Ҡоралдарын тартып алғас, тотҡондар яҡындағы ауылға юллана. Унда бер кеше лә булмай, ни булырын һиҙептер инде, ҡасып бөткәндәр. Карателдәр килгәнсе, тотҡондар яҡындағы урман эсенә ышыҡлана. Әлбиттә, арттағыларҙы фашистар ҡырып өлгөрә. Ҡоралланғандар эҙәрлекләүселәргә яуап уты аса һәм тегеләрҙең ниәттәрен төңөлдөрә.
Генерал Вишневский яҡын-тирәгә разведка ебәрә. Киткән 10 кеше араһында Бикташев та була.
— Бер ауылға етәрәк 5 танк күренде. Ипләберәк ҡараһаҡ, башняларында аҡ йондоҙ төшөрөлгән. Тимәк, союздаштар! Беҙ уларға ҡаршы йүгерҙек. Танктар туҡтауға люктан ҡап-ҡара негрҙар килеп сыҡты. Баҡһаң, Америка негрҙарының танк полкынан икән улар. Ҡосаҡлашабыҙ, илашабыҙ... – ти ҡарт комиссар.
Шулай итеп, тотҡонлоҡ сылбыры өҙөлә. Дахауҙа ҡалған башҡа әсирҙәрҙе лә ҡотҡаралар...
Тыныс тормошта ла
күңел тынысланмай Әлбиттә, барлыҡ күргән михнәттәрҙе, кешенең тормош юлын бер мәҡәләлә генә яҙып бөтөп булмай. Дахау концлагерының йәшерен антифашистик ойошмаһы ҡушыуы буйынса Вәли Бикташев тотҡонда саҡта уҡ үҙе китап яҙа башлаған була. Шешәләргә тултырып йәшерелгән ҡағыҙҙар хәҙер ҡайҙалыр, әммә 60-сы йылдарҙа ветеран был эшенә ҡайтанан тотона. Бик күп архивтарҙа эшләгәндән, бергә булған дуҫтары менән хат алышҡандан һуң, тотҡондар көндәлеген “Мы старше своей смерти” тигән китап итеп туплай. Ул 1966 йылда баҫылып сыға.
Уҡыусыны Вәли Бикташевтың һуғыштан һуңғы йылдары ла ҡыҙыҡһындыралыр. Ул 1945 йылдың көҙөндә демобилизациялана. Тормош иптәше Ғәлиә 1938 йылда армияға киткән иренә һигеҙ йыл буйы тоғро ҡала. Вәлиҙең “ҡара ҡағыҙ”ы 1941 йылда уҡ килгән була, шулай ҙа йәш ҡатын өмөтөн өҙмәй. Башҡортостанға ҡайтҡас, ҡыҙын үҫтереү менән бер рәттән, Ғафури районының Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран мәктәптәрендә уҡыта. Һуғыштан һуң Вәлиҙең тыуған яғына — Ауырғазы районының Иҫке Төрөмбәт (Дүртөйлө) ауылына – ҡайталар. Икеһе лә ярты быуат ғүмерен мәктәпкә бағышлай.
Әсиргә эләккәнсе күрһәткән батырлыҡтары өсөн Бикташевҡа һуғыштан һуң I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары килә. Ул — халыҡ мәғарифы отличнигы. Вәли бабай тағы ла бер изге бурысын үтәгән — һуғыштан ҡайтмаған ауылдаштарының исемен, ҡайҙа һәләк булыуҙарын архив документтары буйынса тергеҙгән. Шулай уҡ 1987 йылда “Ауыл уҡытыусыһы яҙмалары” тигән китап сығарған. Бикташевтар өс бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем биргән.
Үҙенең иҫән ҡалыуын, михнәттәр алдында бөгөлөп төшмәүен Вәли Бикташев рух ныҡлығында күрҙе. Нәҡ ошо уға үлемде еңергә генә түгел, артабан йәшәргә һәм көрәшергә лә көс биреп, ғүмеренең һуңғы минутынаса ватансылыҡ тойғоһон йөрәгендә йәшәтте.