Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәләкәй бөжәктең оло хәүефе
 Бәләкәй бөжәктең оло хәүефе Башҡортостанда йыл һайын меңәрләгән кешегә талпан ҡаҙала. Ҡайһы бер бөжәктәрҙә, бигерәк тә эндемик биләмәләрҙә, кешегә ҙур зыян менән янаған энцефалит һәм боррелиоз вирустары осрай.

Талпан энцефалиты нервы сис­те­маһын ҡаҡшата. Вируслы бөжәк ҡаҙалғандан һуң ауырыу уртаса 7 – 14 көндән беленә башлай. Кешенең тән температураһы кинәт күтәрелә, ул өшөп ҡалтырана, бите ҡыҙара, баш һәм муйыны, елкәһе, күкрәге, бил мускулдары ауыртырға тотона, күңеле болғанып, ҡоҫҡоһо килеүе мөмкин. Ауырыуҙың эҙем­тәләре төрлөсә: һауығырға ла була, инвалид булып ҡалыу йә үлеү хәүефе лә ҙур. Боррелиоз сире лә ҡаты: нервы ғына түгел, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ла ҡаҡшауы ихтимал.
Вирустар кеше тәненә талпандан тешләнгәс үк тарала. Әммә энце­фалиттың икенсе ысул менән дә зарарлауы мөмкин. Мәҫәлән, талпан һырыған кәзә һәм һыйыр аша күсеп. Был осорҙа һөттө ҡайнатыл­маған килеш эсмәҫкә тырышығыҙ. Шулай уҡ талпанды тәнгә иҙеп үлтермәгеҙ һәм тешләнгән урынды тырнамағыҙ.
Энцефалиттан һаҡлаусы прививкалар бар. Уларҙы йылдың төрлө осоронда эшләтергә була, әммә август-сентябрь айҙары яҡшыраҡтыр. Укол ике инъекциянан тора: берен­сеһенән һуң 3 – 5 ай үткәс, икенсеһе ҡаҙатыла. Һуңғы инъекциянан һуң ике аҙна тирәһе ваҡыт уҙғас ҡына организмда талпан энцефалитына ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Бер йыл үткәс, ревакцинация эшләнә, артабан ул ғәмәлде өс йыл һайын ҡабатлау зарур. Вакцинаны талпандан сир йоҡтороу хәүефе ҙур булған биләмәләрҙә ҡырҙа (урманда) эшләүселәргә һәм ял итеүселәргә яһатыу мотлаҡ.
Тәбиғәткә сыҡҡанда оҙон еңле, капюшонлы, асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, салбар балағын ойоҡ эсенә ҡыҫтырығыҙ. Талпанды өркөтөүсе махсус химик саралар ҡулланыу ҙа хуплана. Ҡырҙан ҡайтҡас, тәнегеҙҙе ентекләп ҡарағыҙ. Талпандар, ғәҙәт­тә, йомшаҡ тирегә ҡаҙала. Әгәр ҙә үҙегеҙ менән йорт хайуандарын алып йөрөгән булһағыҙ, уларҙы ла тикше­регеҙ. Өйгә ҡыр сәскәләрен, ағас ботаҡтарын индермәҫкә тырышығыҙ.
Әгәр талпан ҡаҙалды икән, ни эшләргә? Әлбиттә, иң яҡшыһы – йәшәгән урынығыҙҙағы поликли­никаға йә травмпунктҡа күренеү. Бөжәкте тәндән тиҙерәк һурып алыу кәрәк, сөнки, төпкәрәк инһә, ҡотолоу ҡыйынға тура килер. Әгәр дауаханаға күренеү мөмкинлеге булмаһа, талпанды пинцет һәм көнбағыш майы ярҙамында үҙегеҙ сығарығыҙ. Тик һаҡ булығыҙ – моронсоғо тәндә тороп ҡалмаһын. Тешләнгән урынды спирт йәки йод менән эшкәртегеҙ.
Тәндән алынған талпанды лабораторияға тапшырып, унда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшертеү кәңәш ителә. Ундай ойошма баш ҡаланың Шәфиев урамындағы 7-се йортта (телефондар: 237-58-40, 237-42-56) эшләй, ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа филиалдары ла бар. Анализдар, әлбиттә, түләүле.
Әгәр тикшереү һөҙөмтәһендә талпандың вируслы булыуы асыҡ­ланһа, зарарланған кешегә тиҙ арала травмпунктҡа барып, энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙатырға кәрәк. Уколды талпан ҡаҙалғандан һуң дүрт көн уҙмаҫ борон эшләтеп өлгөрөргә тырышығыҙ. Ә инде боррелиоз булыуы асыҡланһа, уға ҡаршы антибиотик ҡулланалар.

Роза МОРАТОВА,
табип.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә