Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теш һыҙлауын баҫа ихласлыҡ
Теш һыҙлауын баҫа ихласлыҡ “Әҙәм балаһы ике нәмәгә һаҡсыл ҡарамаҫ: ул – буш ваҡыт һәм һаулыҡ” тиелә бер хәҙистә. Ысынлап та, көндәлек мәшәҡәттәргә башкөллө бирелеп, үҙ сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртыуҙы, ваҡытында дауалауҙы онотоп та ҡуябыҙ ҡайһы саҡ. Ошо йәһәттән теш табибына күренеү – халыҡ өсөн иң ҡурҡыныс тойолған, әммә мөһим ғәмәлдәрҙең береһе. Был мәсьәләне һис ауыртыу кисермәй, еңеллек менән хәл итеү мөмкинлеге бар, әлбиттә. Бының өсөн беҙ заман ҡорамалдарына, юғары белемле табиптарға рәхмәт әйтергә, үҙ тештәребеҙгә тейешле, дөрөҫ мөнәсәбәт күрһәтергә бурыслы.
Бөхтә йыһазландырылған, моңло башҡорт йыр-көйҙәре яңғырап торған стоматология кабинетын олоноң да, кесенең дә йөрәген усына тотоп инергә мәжбүр иткән бүлмә тип күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел һымаҡ. Шулай ҙа был – ысынбарлыҡ. “Хирургтың эш урынындағы тәҙрә төбөндә гөл үҫтереү, диуарға һүрәттәр элеү генә тыйылған. Моңдо ныҡ яратам, теш дауалауҙы ла йырлап башҡарам”, – тип бәйән итте Республика стоматология поликлиникаһының юғары категориялы табибы, хирург Хәмит УСМАНОВ.



1951 йылда асылған был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы тәүҙә Өфөнөң Туҡай урамында урынлашып, алты дауалау, ике хирургия, дүрт теш ҡуйыу креслоһы менән тәьмин ителгән була. Поликлиниканың тәүге баш табибы итеп Хәйерниса Шарапова тәғәйенләнә. Ярты быуат самаһы алып барылған намыҫлы хеҙмәт сылбыры бөгөн дә төплө дауам итә, стоматологтар баш ҡала һәм республика халҡын лайыҡлы хеҙмәтләндерә. Бында дауаланырға килгән һәр кемгә иғтибарлы ҡараш булдырылған. Төрлө йүнәлешле дауалау алып барған 63 табип араһында медицина фәндәре докторҙары, кандидаттары, юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр бар, күптәре “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Хәмит Усманов – Учалы районының Малай-Муйнаҡ ауылынан. Стоматология ғилемен Башҡортостан дәүләт медицина университетында эстәгән, уны 1988 йылда тамамлағас, Республика стоматология клиникаһында интернатура үткән. Хеҙмәт юлын ошо ойошмала башлаған да уға бөгөнгәсә – 25 йыл дауамында – тоғролоҡ һаҡлай.
– Күптәр теш табибына ҡурҡа-ҡурҡа ғына килә, улар өсөн дауаланыу ҙур һынау һәм батырлыҡ һанала. Бындайҙар менән уртаҡ тел табыуҙың сере бармы? Шәхсән һеҙ эште нимәнән башлайһығыҙ?
– Теште ҡарау, йүнәтеү алдынан иң тәүҙә па­циенттың күңел торошон тойомларға кәрәк. Улар­ҙың һәр кеме ниндәйҙер ярҙамға өмөтләнеп килә, беҙ иһә йылы мөнәсәбәт булдырырға, борсоған мәсьәләһенә тулы яуап табырға, ышанысын аҡларға бурыслы. Ваҡытында дауаланмайһың, сәләмәтлегеңде ҡайғыртмайһың, тип әрләү һис килешмәй. Бындай шелтә баланы ла, олоно ла табиптан тиҙ биҙҙерә, улар хатта һүҙ әйтергә лә ҡый­май. Пациент менән танышып, уны нимә бор­соғанын, нимәнән ҡурҡҡанын – ауыртыуҙанмы, шешеп китеүҙәнме, тешһеҙ ҡалыуҙанмы икәнен – һорашып, дауалауҙың мөһим һәм ябай икәнен аңлатып ҡына уртаҡ тел табып була. Дауа­ла­ныусының күңеле асыла, эш тә еңел башҡарыла. Шуға ла мин тап ошо алымды ҡулланам. Теше нисек кенә һыҙламаһын, кеше менән аҙ ғына һөйләшеп алһаң да, ауыртыу баҫыла төшә.
– Ишетеп-күреп белеүебеҙсә, һеҙҙең өлкә медицинаһы йылдан-йыл яңы ҡорамалдарҙы киңерәк ҡуллана. Теште һурҙырыу ҙа – бер ауыртыуһыҙ атҡарылған алымдар­ҙың береһе. Бөгөнгө стоматология үҫеш юлында тип әйтһәк, яңылышмаҫбыҙмы?
– Тап шулай, мин эшләй башлаған осор менән хәҙергеһе араһында ҙур айырма. Поликлиникала дауалау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, амбулаторияла һәр төрлө операцияны яһау мөмкинлеге бар. Тешкә ҡуйылған диагноз терапевт, хирург, ортодонт, ортопедтар ҡатнашлығында кәңәшмәлә ентекле тикшерелә, дауалауҙың иң ҡулай һәм һөҙөмтәле юлдары асыҡлана. Элек беҙ алынған теш урынына уның “күрше”ләрен йәлеп итеп, “күпер” ҡуйыу кеүек алымға мөрәжәғәт итһәк, бөгөн эргә-тирәһендәгеләргә теймәйенсә буш ергә имплантат ултыртыуҙы ҡулланабыҙ. Терапияла яңы микроскоп эшкә егелә, хирургияла лазер күп нәмәне еңеләйтә. Һөҙөмтәлә кеше ауыртыуҙан азат ителә.
– Һеҙгә тотош республика халҡының дауаланырға килеүе мәғлүм. Улар йышыраҡ ниндәй ауырыу менән мөрәжәғәт итә? Башлыса кемдәр: ололармы, йәштәрме?
– Мөрәжәғәттәрҙең 50-60 проценты теше һыҙлауға бәйле. Башҡортостан ҡала һәм райондарынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә килеп дауаланалар. Эш барышында теште һаҡлап ҡалыуға ҡарағанда һурыу йышыраҡ күҙәтелә. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа бер кимәлдә тиерлек.
– Тешенең торошо боҙолоуҙа кеше үҙе генә ғәйеплеме, әллә туҡланыу, һауа, тәбиғәт шарттарының да йоғонтоһо бармы?
– Ул яғы ла бар, шулай ҙа төп яуаплылыҡ – кешенең үҙендә. Теш табибында йылына иң кәмендә бер тапҡыр тикшерелергә кәрәк, әгәр ҙә инде ике тапҡыр булһа, бигерәк тә яҡшы. Сәләмәтлеккә, тән торошона иғтибарығыҙҙы, үҙегеҙгә ихтирамығыҙҙы йәлләмәҫкә, ваҡытында килеп, ҡатмарлыҡһыҙ дауаланырға кәңәш итәм һәммәһенә лә. Теш боҙолмаһын өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе даими үтәргә кәрәк. Ҡайһы берҙә пациенттың тешен дөрөҫ таҙартмауы ла асыҡлана. Бындай осраҡта кеше ҙур зыян күрә. Төрлө ҡатламдар барлыҡҡа килеүе лә ошонан ғибәрәт. Һөҙөмтәлә теш менән итте тоташтырып торған бәйләүес боҙола. Ваҡыт үтеү менән шешеү процесы ит аҫтына – һөйәккә – барып төшә. Ошондай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн ауыҙ, теш гигиенаһын теүәл үтәү, стоматология белгестәренә даими күренеп тороу зарур. Теште дөрөҫ таҙартыу кариестан, теш ҡаҙнаһы ауырыуҙарынан һаҡлап ҡына ҡалмай, уны һурҙырыуға ла юл ҡуймай.
– Матур йылмайыу, сәләмәт булыу өсөн бөгөн беҙ нимә эшләргә йә эшләмәҫкә тейеш?
– Теш ебен ҡулланыуҙан тартынмағыҙ. Щетка менән таҙартыуға тиклем ҡыҫылып ҡалған аҙыҡ ҡалдыҡтарын еп ярҙамында сығарығыҙ. Телдә, сикәләрҙең эс яғында, теш итендә лә бактерияларҙың байтаҡ булыуын онотмағыҙ. Теште көнөнә ике тапҡыр – кисен һәм иртән – таҙартығыҙ. Бактериялар 12 сәғәт һайын үрсеп тора. Матур итеп йылмайыу өсөн ҡәһүә, кола кеүек эсемлектәрҙе күп ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Улар теш эмаленең төҫөн боҙа. Ҡуйы сәй, һуттар ҙа тештәрҙе “буяй”. Тәмәке тартыу иһә, насар төҫ биреүҙән бигерәк, тештәрҙең сәләмәтлеген дә ҡаҡшата. Ашағандан һуң ауыҙығыҙҙы махсус эликсир йә ҡайнатылған һыу менән сайҡағыҙ. Быны эшләй алмаған осраҡта шыйыҡ, шәкәрһеҙ сәй эсегеҙ йә берәй ҡаты емеш, йәшелсә ашағыҙ. Һағыҙ сәйнәп алырға ла мөмкин, әммә ул мотлаҡ шәкәрһеҙ булһын. Аҙыҡты сәйнәгән ваҡытта шайыҡ күпләп бүленгән кеүек, һағыҙ ҙа 15-20 минут эсендә төрлө кислоталарға ҡаршы көрәшә, тештәрҙе таҙарта.
Көн буйы һис тынмаған хирургия бүлегендә хисле ҡурай моңо яңғыраны. Үҙ эшенең оҫтаһы Хәмит Мирза улы телефондан шылтыратыусыға тиҙ генә яуап бирҙе лә, йылдам баҫып, дауаланыусы егет янына йүнәлде. Еңел булмаған хеҙмәт үҙ хужаһынан ҡыйыулыҡты ла, ғилемде лә, егәрлелекте лә бер кимәлдә талап итә. “Ҡатмарлы операция яһағандан һуң берәй яратҡан шөғөлөмә әүрәп, ауыр тәьҫирҙән арынам: китап уҡып алам, баҡсала эшләйем, йыр-моң, радио, телевидение менән дә дуҫлыҡты өҙмәйем”, – ти табип. Пациенттары уның янынан асыҡ йөҙ, шат күңел менән сыға һәм донъяға нур һибеүен дауам итә. Йылмайыу – ул үҙе ҙур сауап.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872