Башҡортостанда ниндәй еңел автомобилдәр күберәк ҡулланыла? Дәүләт автоинспекцияһында теркәү үткән машиналар араһында һан буйынса тәүге ун урында торған моделдәр түбәндәгеләр булып сыҡты.Lada Granta
Ыңғай яҡтары. Хаҡы сағыштырмаса арзан, хәрәкәте тыныс һәм динамикалы. Багажнигы иркен, унда кер йыуыу машинаһы кеүек ҙур йөктө лә һыйҙырырға була, шулай уҡ велосипед йәки үҙенең дүрт тәгәрмәсен һалыу ҙа ҡыйын түгел. Артҡы ултырғыстарын йәйергә мөмкин. Салоны уңайлы, тыштағы тауыш бигүк ишетелмәй. Йылытыу системаһы ыңғай баһалана. Тиҙлек сәғәтенә 190 километрға еткәндә лә еңел идара ителә. Яғыулыҡ күп сарыфланмай: ҡалала 100 саҡрымға 9 литр бензин китһә, трассала 5 литр ғына.
Кәмселектәре. Хәрәкәт барышында машинаның артҡы өлөшөндә шығырҙау ишетергә мөмкин. Ныҡ һалҡын мәлдә тапшырыуҙар ҡумтаһы геүелдәй һәм тотҡаһын ҡуҙғатыу ауырлаша. Панелдәр таҡтаһында двигателдең температураһы күрһәтелмәй, уның урынында – 115 градусҡа еткәс кенә яна торған лампочка. Ләкин йылының кинәт артыуы тәҙрәләрҙең тирләүенә алып килә. Капот аҫтындағы патрубкалар ныҡ тарттырып ҡуйылған, шуға улар тиҙ үк ярыла башлай. Бензин багының ҡапҡасы һаҡланмаған – уны сит кешеләрҙең дә еңел асыуы ихтимал.
Hyundai Solaris
Ыңғай яҡтары. Тышҡы йөҙө һәм стиле заманса, шуға күрә юғарыраҡ класлы машина һымаҡ та ҡабул ителә. Корпусты тәгәрмәстәргә тоташтырыу яйламалары Рәсәй юлдарын иҫәпкә алып эшләнгән, йәғни йөрөгәндә соҡор-саҡыр бик беленмәй. Автомобиль ышаныслы техник күҙәтеүҙәрҙе ваҡытында үтеп торғанда, хужаһын артыҡ борсомаясаҡ. Машина ике хәүефһеҙлек мендәре, АВS, рулде көсәйткес, борт компьютеры менән йыһазландырылған. Кузовы биш ишекле “хэчбек” формаһында эшләнгәнендә климат-контроль, ҡабырға яҡ хәүефһеҙлек мендәрҙәре, күн тиреле мульти-руль бар.
Кәмселектәре. Элегерәк (2011 йылға саҡлы) сығарылған машиналарҙа артҡы амортизаторҙар йомшаҡ, шуға ҙур тиҙлектә барыуҙың хәүеф тыуҙырыуы мөмкин. Двигателдән һәм урамдан тауыш салонға еңел үтеп инә. Арттағы пассажирҙарға урынлашыу яйһыҙыраҡ: унда тығыҙ, тәпәш.
Kia Rio
Ыңғай яҡтары. Һатып алыу һәм хеҙмәтләндереү хаҡы килеме уртаса булған рәсәйлегә иҫәпләнгән. 2013 һәм 2014 йылдарҙа сығарылған машиналарға биш йыллыҡ гарантия бирелә. Дизайны күркәм, багажнигы ҙур. Климат-контроль йылдам эшләй: һалҡын осорҙа салон бик тиҙ йылытыла, артыҡ томра булғанда шулай уҡ тотҡарлыҡһыҙ һыуытыла. Был модель яғыулыҡты трассала ла, ҡала шарттарында ла экономиялы тотоноуы менән билдәле. Еңел идара ителә: киҫкен боролоштарҙа тотороҡлолоҡто һәм тигеҙлекте һаҡлай, маневрлылыҡ һәләте юғары. Тиҙлекте йәһәт арттыра, шул уҡ ваҡытта тормозы ла һиҙгер, һәлмәк туҡтата.
Кәмселектәре. Тиҙлек сәғәтенә 100 километрҙан ашҡанда, салонға тауыш ныҡ үтеп инә башлай. Картерҙы аҫтан һаҡлау өсөн пластик ҡуйылған, юл тигеҙһеҙ булһа, ул оҙаҡҡа түҙмәй, шуға күрә автосервиста яңыртып алырға тура килә. Радиатор ҙа ышаныслы түгел, уның аҫтына ваҡ селтәрле япма ҡуйыу һәйбәтерәк.
Renault Duster
Ыңғай яҡтары. Ҡатмарлы рельефты еңел үтә, ауыл юлдарында йөрөү өсөн һәйбәт машина. Тормозы һиҙгер, насар һауа шарттарында ла машинаны тиҙ туҡтата ала. Салоны иркен, ултырғыстары уңайлы. Яғыулыҡты күп талап итмәй: ҡалала һәр 100 километрға 7 һәм трассала 5 литр самаһы.
Кәмселектәре. Башҡа кроссоверҙар менән сағыштырғанда, хаҡын бик арзан тип булмай. Салон көпләмәһенең осһоҙ материалдан эшләнгәне шунда уҡ күҙгә салына, ул оҙаҡ хеҙмәт итә алмаясаҡ. Деталдәрҙең заводта йыйылыу сифатын да юғары кимәлдә тип булмай: тоташып етмәгән урындары байтаҡ, улар араһына ҡыҫтырылған пластик тиҙ туҙа һәм насар еҫле. Приборҙары артыҡ түбән ҡуйылған. Тыштағы тауыш салонда ныҡ ишетелә.
Volkswagen Polo
Ыңғай яҡтары. Миҙгел-ара мәлдәре ҡатмарлы һәм ҡышы һыуыҡ булған Рәсәй шарттарына бик һәйбәт яраҡлашҡан. Ышаныслы, алғы тәгәрмәстәре хәрәкәткә килтерә, тапшырыуҙар ҡумтаһы биш быуынлы, багажнигы 500 литр күләмле. Хеҙмәтләндереү ҡатмарлы түгел.
Кәмселектәре. Аҫты тәпәш һәм был соҡорло урындарҙа йөрөүҙе ауырлаштыра. Бамперының ҙур булыуы бейек бордюрлы йәки ҡарлы урындарҙа туҡтарға ҡамасаулай. Хаҡын арзанайтырға ынтылып, салонына осһоҙ көпләмә ҡуйылған. Күпмелер ваҡыттан уның шығырлай башлауы ихтимал.
Lada Kalina
Ыңғай яҡтары. Салоны иркен, кузов тәгәрмәстәрҙә бейек ултыра, ишеге ҙур, тутығыуға бирешмәй, иретеп йәбештерелеү сифаты яҡшы. Комплектацияларҙы һайлап алыу мөмкинлеге лә ҙур. Тәҙрәләрҙән һәм көҙгөләр аша күҙәтеү форсаты киң. Ҙур булмауы туҡталышта урын табыуҙы еңелләштерә. Хаҡы башҡа автомобилдәр менән сағыштырғанда байтаҡҡа арзан.
Кәмселектәре. Һелкенеү (вибрация) көслө, тышҡы тауыштар ныҡ ишетелә, рулдең әйләнеше оҙаҡ, ҡабырға яҡ тәҙрәләре тулыһынса төшә алмай, “бардачок” бик бәләкәй.
Ford Fokus
Ыңғай яҡтары. Буяуы яҡшы сифатлы (ҡалын), шуға күрә кузов һыҙырылған осраҡта ла бик беленмәй. Яғыулыҡты һаҡсыл тотона, тормоздары уңайлы урынлашҡан. Был машинаның хужалары автозапчастарҙың ҡиммәт булмауын да билдәләй.
Кәмселектәре. Фараларын тоҡандыра торған селектор сифатлы түгел, уның тирәһендәге пластик тиҙ туҙа. Интерьерын әллә ни күркәм тип булмай, ултырғыстарының көпләмәһен таҙартыуы ҡыйын.
Lada Priora
Ыңғай яҡтары. Элекке моделдәр менән сағыштырғанда, дизайны, яҡтыртыу техникаһы, артҡы яҡ деталдәр, ишек тотҡалары камиллаштырылған. Ултырғыстар сифатлы материал менән көпләнгән. Машинаны тоҡандырыу алдынан йылыта торған ҡоролма, Bluetooth фирмаһының магнитолаһы бар. Багажнигы ҙур, унда селтәр элеү өсөн беркетмәләр ҙә ҡуйылған.
Кәмселектәре. Тиҙлек тотҡаһын күсереү тотҡарлана, ҡайһы саҡта быны эшләп тә булмай, вибрация тәьҫир итә. Ултырғыстарҙың ҡабырға яғында таянғыс юҡ. Алғы тәҙрәләрҙе яртылаш ҡына төшөрөргә мөмкин. Артҡы ултырғыстарға баш терәү өсөн ҡуйылған яйлама водителгә тышты күҙәтеү мөмкинлеген кәметә.
Chevrolet Cruze
Ыңғай яҡтары. Тышҡы күренеше ҡеүәтле булғанлыҡтан, ҙур машина тәьҫирен ҡалдыра, айырыуса – алғы яғы. Эстәге интерьеры ла күркәм. Фараларының, радиатор рәшәткәһенең ҙурлығы ла күптәргә оҡшай. Приборҙар панеле мәғлүмәткә бай, ул еңел уҡыла. Хаҡы ошондай класлы автомобилдәр менән сағыштырғанда арзаныраҡ.
Кәмселектәре. Седан һәм хэтчбек рәүешендә эшләнгәндәрендә кондиционер юҡ, уны өҫтәмә хаҡ биреп тә ҡуйҙыртып булмай – урын билдәләнмәгән. Тышҡы буяуы сифатһыҙ, был моделде ҡулланыусылар уны тырнаҡ менән дә сыйып булыуы тураһында иҫкәртә. Конструкция үҙенсәлектәре арҡаһында алғы тәгәрмәстәрҙең таяуы шыҡылдай. Тыштағы тауыш көслө ишетелә.
Renault Logan
Ыңғай яҡтары. Багажнигы ҙур, клиренс (ерҙән алып автомобилдең төбөнә саҡлы ара) юғары. Тәгәрмәс таяуҙары һәм терәтмәләре ышаныслы. Водителдең ултырғысы бейек, шуға уға тышты күҙәтеү уңайлы. Тормоз системаһы яҡшы, яғыулыҡ аҙ тотонола.
Кәмселектәре. Кузовтың дизайнын бик матур тип булмай. Салондың биҙәлеше ярлы. Артты күҙәтеү яйһыҙ: ҡабырға яҡ көҙгөләр бик бәләкәй. Водитель урынындағы эргономика (тирә-яҡтағы приборҙар һәм ҡулайламалар менән эш итеүҙең уңайлылығы) насар тәьҫир ҡалдыра. Тиҙлекте йәһәт арттыра алмай. Тапшырыуҙар ҡумтаһының эше тотҡарлана.