Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Осоп барып ҡуныр инем... “Лада”м күбәләк түгел
Осоп барып ҡуныр инем... “Лада”м күбәләк түгел Мәскәүҙәге автомобиль тығындары тамам үҙәккә үткәс, ҡала етәкселеге белгестәрҙе йыйып кәңәш ҡорған, имеш.
– Был ҡырҡыу мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлы бар, – тип сығыш яһай икән ҙур ғына бер түрә. – Уларҙың тәүгеһе ысын нигеҙгә таянһа, икенсеһе фантастик йүнәлеште күҙ уңында тота.
– Йә, йә? – ҡыҙыҡһыныу көсәйә.
– “Сколково” тигән ғилми үҙәк бар...
– Эйе, бар...
– Бына ошо үҙәктең ғалимдары, күмәкләшеп баш ватып, автомобилдәр өсөн телепортация ысулы уйлап тапһа инде...



Хәҙерге заманда ҡайҙалыр машина менән барып етеү бер ни ҙә түгел, ә бына автомобилеңде ҡуйырға урын табыуы... Бер нисә йыл элек Өфөнөң ҡайһы бер үҙәк урамдарын киңәйтә башлағас, хәл үҙгәрер, йәғни уларҙан тиҙ үтеп булыр һымаҡ тойолғайны. Ә бөгөн шул уҡ урамдарҙа йәнә тығындарға эләгәһең, сөнки юл ситенә ҡуйылған машиналар һаны ла артты. Былтырғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала һәр мең кешегә — 245, ә Өфөлә 254 шәхси автомобиль тура килә, шуға күрә тығындарҙың тағы ла “тығыҙыраҡ” була барыуына, машина ҡуйырлыҡ урындарҙың бөтөнләй тиерлек ҡалмауына аптырарлыҡ та түгел шул.
Ҡайһы саҡ, бер-береһенең өҫтөнә менә яҙып килгән машиналар ағымында нервы бөтөргәнсе (һәм бензин әрәм иткәнсе) тип, автобуста ғына йөрөргә уйлап та ҡуяһың. Тик бөгөн баҙарҙан аҙыҡ-түлек алып ҡайтырға, балаң менән бергә поликлиникаға инеп сығырға һ.б. кәрәклеген иҫләп, тағы рулгә ултыраһың.
Ғәжәп инде: элегерәк баҙарҙан ғына түгел, алыҫтағы райондан нимәлер алып ҡайтыр өсөн дә еңел автомобиль талап ителмәй ине, хатта ике-өс айлыҡ ҡына бала менән дә трамвайҙа йөрөүҙе ауырлыҡҡа һанаманыҡ. Бында “заман башҡа – заң башҡа” тигән һүҙҙәрҙе тағы бер ҡабатларға тура килә. Мәҫәлән, ейәндәрҙе, автобуста барырға күндереп ҡара – туҡталышҡа хәтлем йәйәү атлағансы, автомобилгә ултырып ҡына юл буйы смартфонда уйнап барыуҙы ҡулайыраҡ күрә улар. Эшкә көн һайын автомобилдә йөрөгән­дәрҙең дә сәбәптәре шуға оҡшаш: йәйәү йөрөмәү, һыуыҡта йәки ямғыр аҫтында автобус көтөп тормау, йәмәғәт транспортында ҡыҫылып барғансы, автосалон­дағы уңайлы мөхиттә ултырыу. Кеше яҡшыға ла, насарға ла тиҙ өйрәнә бит.
Автомобилдең күбәйеүе арҡа­һын­да уны ҡуйырға урын таба алмау тотош йәмғиәтте борсой икән, тип уйларға ярамай. Эвакуаторҙар, улар менән йәнәш йөрөгән дәүләт автоинс­пектор­ҙары, муниципаль ҡаҙна өсөн был хәл – алтын ямғыр.
Тығындарҙың артыуында, хәрәкәттең тотҡарланыуында автомобиль хужалары ла ғәйепле. Машинаны ҡуйырға урын булһа ла, уны икенсе, хатта өсөнсө юл һыҙатында ҡалдырғандарҙы йыш күрәһегеҙҙер. Йәнәһе, үҙе йомош менән килгән ойошмаға яҡыныраҡ туҡтарға тырыша. Тәүге рәттәге машиналар араһына “мороно” менән генә һыйынып, йәғни ярты корпусын юлға арҡыры ҡуйған автомобилдәр ҙә һирәк күренеш түгел. Ҡайһы бер автобус водителдәренең пассажирҙарҙы туҡталыштағы бордюр янында түгел, ә икенсе, өсөнсө юл һыҙаттарында төшөрөүенә күнегеп тә бөттөк инде. Былар барыһы ла хәрәкәттең нығыраҡ тотҡарланыуына килтерә.
Ғөмүмән, халыҡтың мәҙәни кимәле хатта автомобилдәр тығыны барлыҡҡа килеүҙә лә сағыла. Мәҫәлән, туҡталыштарҙа йәмәғәт транспорты өсөн махсус “кеҫә”ләр бар, ләкин уларҙа йыш ҡына такси ултыра. Ахырҙа автобустар юл һыҙатында туҡтарға мәжбүр. Дәүләт автоинспектор­ҙары бындай хәлгә юл ҡуймаҫҡа тейеш бит. Әммә уларҙың юл тығындарына идара иткән мәле – һирәк күренеш, һәм быға водителдәрҙең дәғүәһе күп.
Мәҫәлән, Өфө – Аэропорт юлының Дим биҫтәһенән килгән трасса менән тоташҡан урынында иртән һәр саҡ тығын барлыҡҡа килә. Сәбәбе ябай: Өфө районының көньяғында урын­лашҡан ҡасабаларҙан баш ҡалаға эшкә ашыҡҡандарҙың бәғзеләре, үҙ һыҙатында килгән автомобилдәрҙе уҙып китергә тырышып, Дим яғына боролған юлға сыға һәм тағы үҙ һыҙатына ҡушыла, йәғни уларҙың маҡсаты – ошо йүнәлештәге маши­наларҙың алдына барып сығыу. Һөҙөмтәлә был водителдәр үҙҙәре лә, көньяҡтан килгәндәр ҙә, Дим яғынан ашыҡҡандар ҙа бер урынға килеп тығыла. Ә бына ошо юл сатында дәүләт автоинспекторҙарының машинаһы ултырған осраҡта берәү ҙә кемделер уратып үтергә маташмай, һәр кем үҙ һыҙатынан ғына бара һәм көньяҡ күперҙе сағыштырмаса тиҙ үтеп китә. Ошо бер генә миҫал да беҙҙең мәҙәни кимәлде, дәүләт автоинспекция­һының нисек эшләгәнен асыҡ күрһәтеп тора.
Автомобиль тығындарын кәметеү, хәрәкәтте йәнлерәк итеү буйынса тәҡдимдәр күп. Шуларҙың береһе – Өфө буйлап электричка йөрөтөү. Тимер юлдың Дим районынан алып Шакшаға хәтлем үтеүен иҫәпкә алғанда, был проектты тормошҡа ашырыу ҡыйын түгелдер. Ләкин ул ҡала халҡы өсөн бик уңайлы булырмы икән: туҡталыштарға йәнә йәмәғәт транспортында барырға, уларҙан ҡала биҫтә­ләренә тағы килергә кәрәк. Шул ваҡыт эсендә, тығыла-тығыла булһа ла, автомобилдә Октябрь проспекты буйлап та үтергә мөмкин бит.
Бынан тыш, тиҙ йөрөшлө трамвай тураһында ла тәҡдимдәр йыш ишетелә. Ул йөрөгән юл бер урам менән дә киҫешмәҫкә, светофорҙарға осрамаҫҡа тейеш. Торлаҡ йорттарҙың 5-6-сы ҡаттары кимәлендә һауанан үткән бындай транспорт эстакадаларын фотола ғына күреп беләбеҙ. Тик ундай магистралдәр ҡороу мөмкинлеге, ай-һай, яҡын киләсәктә булырмы икән?.. Мәскәүҙә лә улар бер нисә йыл элек кенә күренә башланы. Шәхси инвесторҙарҙың да тиҙ табылыры шикле, сөнки ундай транспорт системалары ҙур табыш алыуҙы түгел, ә нигеҙҙә социаль мәсьәләне хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Хатта Мәскәү метрополитенының да табышлы эшләмәгәнен беләбеҙ бит.
Метрополитен тигәндәй, уның Өфөлә лә төҙөләсәге тураһында хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп ҡала, әммә һәр саҡ башламаҫҡа сәбәп тә табылып тора. Йәнәһе, ҡала аҫтында карст бушлыҡтары күп, улар эшкә ҡамасаулаясаҡ, хәүефле буласаҡ. Әйтерһең дә, башҡа урындарҙа ер аҫты идеаль шарттарҙан тора. Күршеләге Ҡазан һәм Екатеринбург ҡалаларында метро әллә ҡасан булдырылды, уларҙың станциялары ла арта бара.
...Быйыл 26 мартта Өфө тарихында автомобиль тығындары буйынса рекорд ҡуйылды: 8 Март, Комсомол, Әй һәм Галле урамдары киҫелешкән өлөштәге тығын 19,5 сәғәт дауам итте! Оҙонлоғо ике километр самаһы ине. Унан бер көн алда Революция урамы яғындағы тығын да оҙаҡ ҡына – алты сәғәт – дауам итте...
Шуға күрә йәмәғәт транспортында ғына йөрөүҙең, йәғни автомобилһеҙ йәшәүҙең дә файҙаһы бар тип уйлайым: ғаилә бюджеты өсөн отошло (бензинға хаҡтың нисек арта барғанын күҙ алдына килтерегеҙ, унан автозапчастар, ОСАГО һ.б.), нервы тынысыраҡ, атлап йөрөү һаулыҡ өсөн һәйбәтерәк, тәбиғәтте күҙәтеп барыу форсаты тыуа, күңел ял итә...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872