Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Легендар “Катюша”
Легендар “Катюша” 1941 йылдың 14 июле – легендар “Катюша”ның тыуған көнө. Бынан 75 йыл элек реактив минометтар батареяһының тәүге залпы яңғыраған.

“Катюша” – Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы БМ-8, БМ-13, БМ-31 реактив артиллерияһы хәрби машиналарының халыҡ ҡушҡан исеме. Был ата­маның килеп сығышы хаҡында бер нисә фекер бар. Шулай ҙа тәүге хәрби машиналарҙы эшләгән заводтың “К” маркаһына бәйлелеге хәҡиҡәткә нығы­раҡ тап килә, ти белгестәр. Заманында киң таралған йырҙың исеменә ҡағы­лышлылыр тигән фекер ҙә инҡар ителмәй.
“Катюша” залп менән атыусы күп зарядлы тәүге мобиль реактив система булараҡ танылған. Унда снарядтар, эшләтеп ебәреү ҡулайламалары, атышҡа идара итеү, транспорт саралары тупланған. Күп зарядлылыҡ бер нисә майҙандағы сәптәргә бер ваҡытта һөжүм итеү мөм­кинлеген бирһә, залплы ут ҡаршы барыуҙа етеҙлекте тәьмин итә.
Төтөнһөҙ дарылы реактив снарядтарҙы яһауға 1920 йыл башында ракета техникаһы энтузиастары Владимир Артемьев менән Николай Тихомиров юл һала. Ете йылдан иһә пироксилин-тротиллы тө­төнһөҙ дары эшләнә. Тиҙҙән ракета двигателле, төтөнһөҙ дарылы тәүге снаряд 1 300 метр арауыҡты осоп үтә. Тап шул осорҙа, 1928 йылда, Ленинград ҡалаһында Газодинамика лабораторияһы булдырыла (аҙаҡ Реактив ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә).
Реактив снарядтарҙың ике өлгөһө яһала – ярсыҡлы РС-82 менән ярсыҡлы-фугаслы РС-132. Тәүҙә улар самолеттарҙы йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнгән булһа, 1938 йылдың йәйендә Иван Гвай етәкселегендәге бер төркөм инженер күп зарядлы реактив ҡулайламаны караптар һәм ҡоро ер ғәскәрҙәре өсөн проектлай башлай.
Бөйөк Ватан һуғышында реактив артиллерия беренсе эшелондағы уҡсылар дивизияһының ут ҡеүәтен, тотороҡлолоғон арттырыу өсөн ҡулай булған. Яңы ҡоралды ҡулланыуҙағы төп талаптар – ҙур дәүмәл­лелек һәм көтөлмәгәнлек. Мәскәү өсөн алыш мә­лендә, фронттағы хәлдең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, командование реактив артиллерияны диви­зияларға бүлеп ҡулланырға мәжбүр булған.
1941 йылдың аҙағында дивизияларҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ауырлаша. Ҡарарға ярашлы, 20-се гвардия миномет полкын туплау башлана. Ул идаранан, өс батареялы өс дивизиондан тора. Һәр батареяла – дүртәр хәрби машина. Тимәк, 12 машиналы бер генә дивизиондың ғына залпы ла юғары ҡеүәткә эйә булған. Тәьҫир ҙур: залп мәлендә барлыҡ ракеталар тиерлек бер ваҡытта осорола, бер нисә секунд эсендә реактив снарядтар сәп янындағы ерҙең аҫтын өҫкә килтерә. Ҡулайламаның хәрә­кәтсән­леге позицияны тиҙ арала үҙгәртеп, дошман­дың “яуабы”нан ҡасыу мөмкинлеген бирә.
1942 йылдың июль-август айҙарында “Катю­ша”лар бер нисә көн дауамында немецтарҙың 1-се танк армияһы һөжүмен тотҡарлаған Көньяҡ фронт­тағы Күсмә механи­за­цияланған төр­көм­­дөң төп көсө була. Был хәл генерал Гальдерҙың көндә­лек­тәрендә лә билдәләнгән.
1942 йылдың авгусында Сочи ҡалаһындағы “Кавказ ривьераһы” шифаханаһы гаражында М-8 снарядлы күсмә ҡулайлама уйлап сығарыла, ул “Тау катюшаһы” исемен ала. Уларҙың тәүгеләре тауҙағы 20-се уҡсылар дивизия­һына бирелә, Гойтх артылышындағы яуҙарҙа ҡулланыла.




Автор: Г. МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә