Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Рус менән тормош кисерҙек һайрашып…”
Быны татар халҡының бөйөк шағиры әйткән. Ғөмүмән, Туҡай ижадында Рәсәйгә мөхәббәт, уның халыҡтары араһында быуаттар буйы килгән яҡын дуҫлыҡ, рухи берҙәмлек мотивтары айырыуса ныҡ кәүҙәләнде. Әле күптән түгел, туҡһанынсы йылдар башында, донъялар болғанып китеп, күмелеп тә төптә серемәй ятҡан сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, Мостай ағайҙың “Россиянмын” тип аталған классик шиғырына ла тел тейҙерә башланылар. Ярай әле әҫәр, шағир үҙе лә ул саҡта сағылдарҙа үҫкән имән һымаҡ ныҡлы ине. Тарих иләге аша үтеп, утта янмай, һыуҙа батмай ҡалған хәҡиҡәтте осраҡлы ел генә ауҙара алмай ул. Әммә “демократия”, “мөстәҡиллек” кеүек юғары идеалдарҙың йәмғиәткә ниндәй хәтәрҙәр алып килеү ихтималы һәммәбеҙ өсөн дә һабаҡ булды.

Донъяла бер генә ҡәүем дә, бүтәндәрҙән айырылып, япа-яңғыҙы йәшәмәй. Уның янында, теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, дине, шөғөлө, тормош рәүеше менән айырылһа ла, шулай уҡ ҡыуана һәм һыҙлана белгән, шундай уҡ йылмайыу йөҙөн яҡтыртҡан, хыялланған һәм хафаланған, һөйгән һәм һөйөлгән, ниндәй шарттарҙа ла сабыйына күкрәк һөтө биргән кемдер барыбер була. Шундай халәтһеҙ донъя ниндәйерәк күренер ине икән?
Кешенең тәбиғәте сәйер: уның ете диңгеҙ аръяғында йәшәүсе кемдеңдер яҙмышы тураһында хафаланыуы ихтимал, әммә янында ғүмер итеүсе яҡынының кәйефенә, ниндәй уйҙар менән йәшәүенә илтифат итмәүе мөмкин. Пафослыраҡ итеп әйткәндә, был – беҙҙең менталитеттың бер өлөшө. Башҡорт, мәҫәлән, бер көйҙө көйләп, һүҙҙе берҙәй үк тип әйтерлек һөйләп йәшәүсе күршеһенең татар милләтенән булыуына иғтибар итә тиһегеҙме? Айырыуса – ябай хеҙмәт кешеһе. Телдәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, диндәр яҡын булмаһа ла, рус халҡының нисәмә быуаттар буйы йәнәш кенә йәшәүенә шул ҡәҙәр өйрәнгәнбеҙ, хатта уларһыҙ донъяның булыу ихтималын да күҙ алдына килтермәйбеҙ.
Бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе рус ҡәрҙәштәребеҙҙең ергә түккән тире һәм республикала ғүмер кисереүсе бүтән халыҡтарға яһаған йоғонтоһо тураһында уйланғанда был йоғонтоноң шул тиклем дә күп яҡлы һәм тәрән булыуына хайран ҡалаһың. Мөғәллимдәрҙә: “Тәрбиәләнеүсе үҙен тәрбиәләгәндәрен һиҙмәҫкә тейеш, сөнки ул процесс тормоштоң үҙе кеүек тәбиғи булғанда ғына һөҙөмтә бирә”, – тигән раҫлау бар. Шуның һымаҡ, русса һөйләшеү, русса уйлау – Рәсәй мөхитендә ҡайнап йәшәүсе һәр кеше өсөн ғәҙәти хәл. Хәҙер “Мин русса һөйләшә беләм” тигән берәүгә ғәжәпһенеп ҡарарҙар ине, сөнки башҡортса һөйләшкән кешенең рус телен белмәүе – һирәк осрай торған күренеш.
Рустар менән рус теле Башҡортостанда ғәйәт мөһим функциональ йөктө үҙ иңендә тотоп бара, һәм ошо күҙлектән ҡарағанда телевидение һәм радио программаларында ғына түгел, бәлки концерт, башҡа мәҙәни саралар үткәргәндә Башҡортостанда миллион ярым рус кешеһе йәшәүен хәтерҙә тотһаҡ ине. Беҙ башҡорттоң, татарҙың, сыуаштың милли-мәҙәни ихтыяждары тураһында күп һөйләйбеҙ, унан да күберәк эшләйбеҙ, ә рус кешеләренең кәйефе, теләге үҙенән үҙе ҡәнәғәтләндерелер тигән фекер ҡала. Еренең киң, икһеҙ-сикһеҙ булыуы менән рус күңеле, физик география менән рустың күңел географияһы араһында туранан-тура бәйләнеш бар. Рус далаһындағы кеүек үк, рус халҡының күңеле лә ҡолас етмәҫлек киң, уның ихласлығы сикһеҙ. Ысындан да, кешенең ҙурлығы уның буйы менән үлсәнмәй. Күп һәм аҙ һанлы төрлө халыҡтар менән аралашып йәшәү осоронда рус­тар был хәҡиҡәтте бихисап мәртәбә тәҡрарланы инде.



Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә