Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ас тылсымын семәрле һандығыңдың!..”
“Ас тылсымын  семәрле һандығыңдың!..” Халҡыбыҙҙың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бөгөн яңы һулыш ала, тергеҙелә. Милли кейемдәргә, боронғо биҙәнеү әйберҙәренә ҡыҙыҡһыныу артыуы — матур күренеш. Был йәһәттән Әбйәлил районы элек-электән үҙ асылына, булмышына тоғро.


Һәр йортта тиерлек ата-бабаларҙың изге ҡомартҡылары һаҡлана, инәй-өләсәйҙәрҙең һаҡал-ҡашмауҙары түрҙән урын алған, милли кейемдәр эленгән. Күп ауылдарҙа халҡыбыҙҙың боронғо әйберҙәренән музейҙар ойошторолған, улай ғына түгел, ҡайһыларының йор­то­ноң бер бүлмәһе музей булараҡ йыһаз­ландырылған. Талантлы, дәртле, сәмсел һәм рухлы әбйәлилдәр, республика халҡын таң ҡалдырып, тәүгеләрҙән булып районда Һандыҡ байрамын да ойошторҙо.
“Ас тылсымын  семәрле һандығыңдың!..”Сара 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек рәүешендә үтте. Ата-баба­ла­рыбыҙ һөнәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, улар­ҙың нескәлектәрен йәш быуынға еткереү, халыҡ ижадын киң таратыу, оҫталарҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу маҡса­тында ойошторолдо был байрам. Серле Һандыҡ байрамында Әбйәлил оҫталары ғына түгел, Учалы, Мәләүез райондарынан да бәйгеселәр ҡатнашты.Ә инде Ырымбур өлкәһендәге Ҡыҙыл гвардия районының Үрге Ильяс ауылынан бер төркөм Буранғоловтар – мәшһүр сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың вариҫтары — килеүе йыйынға мәртәбә өҫтәне.
Асҡарҙың үҙәк майҙанында тирмәләр ҡоролдо, түрҙәрендә иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе — һандыҡ урын алды. Электән һандыҡ өҫтөнә хужаби­кәләр иң ҡәҙерле балаҫ-мендәрҙәрен, буй һәм арҡыры юрғандарын тәҫләп һалып ҡуйыр булған. Өләсәйҙәр, ейәнсәрҙәре донъяға килеү менән уларға бағышлап һандыҡ эшләтеп, бирнәлек әйберҙәр йыйған. “Етенән йыйһаң — етер, алтынан йыйһаң — артыр”, — тигән ололар. Изге китап Ҡөрьәнде, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы өскөл хаттарҙы, өләсәйҙең милли кейемдәрен, еңгәйҙәрҙең беләҙек-сулпыларын, ҡашмау-селтәрҙәрен һаҡлаусы тылсымлы һандыҡты белмәгән кеше юҡтыр.
“Һандыҡ-шоу” байрамы ошо изге ҡо­мартҡыға дан йырлауҙан башланды: һан­дыҡҡа бәйле халҡыбыҙ йолаларын сәхнәләштереү менән бер рәттән дәртле бейеүҙәр күрһәтелде, моңло йырҙар яңғыраны. Һандыҡ эсендәге сер һәр кемде үҙенә йәлеп итте, уны эшләүсе алтын ҡуллы оҫталар һоҡландырҙы, йөҙәр йыл­лыҡ тарихы булған боронғо һандыҡ­тарҙың бөгөнгәсә һаҡланыуы хайран ҡалдырҙы.
Әбйәлилдәге был сараны бар ғаләм күрһен тип, төрлө шарҙарҙан эшләнгән һандыҡ һауаға осоролдо. Шуныһы ҡыуаныслы: һандыҡ биреп ҡыҙҙы кейәүгә оҙатыу йолаһы бөгөн дә халҡыбыҙҙа юғалмаған, шуға күрә әле лә ошо семәрле хазинаны булдырыусы ижадсыларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, Красная Башкириянан Өлфәт Хәлисовтың һан­дығы матурлығы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Оҫта әйтеүенсә, һандыҡҡа берке­телгән сәскәләр алюминдан эшләнгән, ҡалай биҙәктәр нескәлеге, сихрилеге менән әйбергә йәм өҫтәй.
“Ас тылсымын  семәрле һандығыңдың!..”Амангилденән Рәфис Абдуллиндың һандыҡтары заманса эшләнеүе менән айырыла. Күберәк заказ буйынса яһайым, буласаҡ килендәр өсөн һатып алалар, ти ул. Бер һандыҡтың уртаса хаҡы (күләменә ҡарап) — 3 мең һум тирәһе. Учалы районының Уральск ҡасабаһынан килгән Сәлимйән Ғатауллин иһә 1979 йылдан алып ошо шөғөлдө үҙләштергән. Йылына 10 дана эшләгәндә лә, оҫтаның әле күпме һандығы кемдеңдер йортон биҙәй. Уның яҡташы, Юлдаш ауылынан килгән Нәғим Аллаяров та ошо йыһазды эшләү менән күптән шөғөлләнә.
Һандыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: бер сөй ҡаҡмайынса эшләнгәндәре лә, хаждан алып ҡайтҡандары ла, тимерҙән, ағастан семәрләп яһалғандары ла, аҡҡош төшөрөлгәндәре лә, бәләкәйҙәре лә, хатта ҡағыҙҙан килтереп сығарылғандары ла. Оҫталарҙың фантазияһына, талантына, өлгөләрҙең камиллығына, матурлы­ғына һушың китерлек... Шуға күрә баһа­лаусыларға һандыҡтарҙың иң-иңдәрен декоратив, эксклюзив, үҙенсәлекле антиквариат булараҡ һайлап алыу еңелдән булманы. Ишкилде ауылынан Мансур Усманов менән Күсемдән Исмәғил Билаловтың эштәре иң яҡшыһы тип танылды. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе төрлө номинацияларҙа махсус бүләккә лайыҡ булды.
Бөтә донъя фольклор байрамына, “Һандыҡ-шоу”ға арнап төрлө әйтем, са­ҡырыу, таҡмаҡ ижад итеүселәр конкурсы ла булды. Яҙғы көндөң бер аҙ болоҡһоп тороуы, ямғыр яуып алыуы ла бәйге­се­ләрҙең, тамаша ҡылырға килгән халыҡ­тың кәйефен ҡырманы. Һәр кем, кире­һенсә, серле һандыҡтың әллә күпме тарих һаҡлауына, семәрле хазинаның ни тиклем бай, ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуына төшөндө. Артабан да күңел­дә­ребеҙҙе байытыр, халҡыбыҙҙың йолаларын балҡытыр байрамдар күп булһын тигән изге ниәттә таралышты халыҡ.



Рим СЫҢҒЫҘОВ,
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:

— Элек-электән һандыҡ өйөбөҙҙөң түрендә булды, унан сыҡҡан изге ҡомартҡы-хазиналарҙы бәләкәйҙән күреп үҫтек. Бөгөнгө сара маҡсатына өлгәште, райондың ғына түгел, күрше төбәктән килгән оҫталарҙың да эшен күреп баһаланыҡ. Минең өс ҡыҙым бар, уларҙың барыһын да һандыҡлы итеп кейәүгә оҙаттым, йыһазды махсус рәүештә Әбйәлил оҫталарынан һатып алдым.

Зөһрә ИСМӘҒИЛЕВА, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе:
— Байрамдың 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына арнап үткәрелеүе бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки беҙ әле үк фольклор байрамына күрһәтә алырлыҡ оҫталарыбыҙ менән танышабыҙ, халҡыбыҙҙың боронғо милли көнкүреш әйберҙәрен, кәсептәрен сағылдырған эштәрҙе барлайбыҙ.

Исмәғил БИЛАЛОВ,
иң оҫта һандыҡ эшләүсе:

— Бындай конкурстың әһәмиәте ифрат ҙур тип иҫәпләйем. Ауыл ерҙәрендә оҫта ҡуллы һандыҡ эшләүселәр бар, күбеһе бәйгелә ҡатнаша алманы, шуға күрә йола артабан да дауам итһен, халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлдәре тергеҙелһен тип теләйем.


Автор: Кәримә Усманова. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә