Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Өс ҡыҙым — минең хазинам”, — тиер булған ул
“Өс ҡыҙым — минең хазинам”, — тиер булған ул Хазина менән Бәҙретдин Латиповтар хаҡында бынан күп йылдар элек район гәзитендә яҙып сыҡ­ҡайным. Һоҡланғыс ғаилә ине улар, алма кеүек өс ҡыҙҙары үҙаллы тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан осор. Әбйәлилгә юл төшкәс, Таштимерҙәге таныш йортҡа һуғылмай булдыра алманым.

— Ағайың донъяларҙан китеп барҙы бит, — тип иламһырап ҡаршыланы Хазина апай. — Ауырып та йөрөмәне, ҡан баҫымы бик юғары ине, үҙе һаман эш менән булды. Ишек алдына сыҡҡым да килмәй, бөтә нәмә уның ҡулдары менән эшләнгән, һәр нәмә уны хәтерләтә. Йомош менән булып йөрөнө лә төпкө бүлмәгә инеп китте. “Мин үләм, әбей”, — тигәнен ишетеп барып инһәм, Бәҙретдинем диванда ята. “Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал”, — тиергә итәм, үлергә булыр ҙа китер, тип ҡурҡам. “Алай ҙа балаларыбыҙ булды әле”,— тине әкрен генә. Яңғыҙ түгелһең, тимәкселер инде... Шулай мине ташлап китте лә барҙы.
Ҡырҡ йылдан ашыу “Путь Ленина” колхозында алдынғы­лыҡ­ты бирмәгән комбайнсы-механизатор, дүрт саҡырылыш ауыл Советы депутаты, йәмәғәт тормошонда һәр ваҡыт ихлас ҡатна­шыу­сы теремек, әммә бик ба­ҫал­ҡы, ябай ағайҙы иҫән килеш күр­мә­үемә әсендем. Хазина апай ҙа өйҙә генә ултырманы, бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ йорт эштәрен алып барыу менән бергә китапханала йыйыштырыусы булып та эшләне, колхоз тормошонан да ситтә ҡалманы. Уларҙың ябай ғына, әммә гелән бөхтә донъяларын ғәжәп иткән­дәргә Бәҙретдин ағай: “Бар хазинам — өс ҡыҙым”, — ти торғайны, йылмайып. Ә өй алдынан “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу төшмәне.
Үткән быуаттың 53-сө йылында ғаилә ҡорғандарында апайға ни бары 17 генә йәш була. Ағай ҙа саҡ егермеһен тултырған. Свердловск ҡалаһында токарь һөнәрен үҙләштергән Бәҙретдинде Әбйә­лил МТС-ына эшкә ҡайтаралар. Әлмөхәмәттә тыуып үҫкән, ғаилә­лә иң өлкән бала булған үҫмер уғаса тимерсе, балта оҫтаһы һөнәрҙәренә лә өйрәнгән була.
— Эшкә мөкиббән кеше ине мәрхүмкәйем. 1952 йылда уны комбайнға ултырттылар, тәүҙә алдынғы комбайнсы Ғәлиәхмәт Исҡужинға ярҙамсы булды. Йәнә бер йылдан үҙаллы эшләй башланы. Ә ярҙамсы итеп мине алды, — тип Хазина апай йылмайып ҡуя йә иламһырап ала.
Тәбиғи, егәрле, уңған, төҫ-баш­ҡа ла күркәм егет сәскә кеүек си­бәр Хазинаға шунда уҡ ғашиҡ була.
— Ағайым бригадир ине, мине тауға бесәнгә ебәрмәксе булғас, Бәҙретдин: “Юҡ, уны үҙемә штурвалсы итеп алам”, — тип ныҡ торҙо. Уның ышаныслы булыуын шунда аңлағанмындыр. Мине икенсе берәүгә ҡоҙалайҙар ине, уныһы күңелемә ятманы. Ә Бәҙретдин менән комбайнда бергә эшләй башлаған йылда уҡ өйләнештек. Тора-бара ул эштән киттем. Икәүләшеп төнгө икелә ҡайтып, таңғы дүрттә ҡабат баҫыуға сығып йөрөп булмай бит инде. Эш тип янған һөйөклөмдө һәйбәт ҡарарға тырыштым. Ҡасан ҡайтһа ла, өҫтәлдә йылы ризыҡ булды. Һис бер ваҡыт бер-бе­ребеҙҙе рәнйетеп йөрөмәнек, хәҙер хәтерләйем дә, бигерәк һәй­бәт кеше булған икән, тим. Иҫ китмәле матур йәшәгәнбеҙ, — Хазина апайҙың ауыр көрһөнөп ҡуйыуынан үткән тормошон һағы­ныуын аңлайым. — Яңғыҙ ҡарға булып үҫтем, атай-әсәйемдең балалары гел үлеп торған, ағайым менән икәү генә ҡалғанбыҙ. Бына бөгөн дә яңғыҙ ҡарға булып тороп ҡалдым. Ҡайһы ваҡыт үҙ-үҙем ме­нән һөйләшеп алам... Нимәгә то­тонһа ла, эш рәтен белә ине ағайың. Әле бына бөтә нәмә уны хә­терләтә. Балаларға, ейән-ейән­сәрҙәремә рәхмәт, хәл беле­шәләр, ярҙам итәләр, тик һәр ҡайһыһының үҙ тормошо, үҙ эше...
Бәҙретдин Яхъя улы Латипов — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры. Ул иҫ китмәле ипле, тыйнаҡ кеше булып хәтеремдә ҡалған. Хазина апай менән 62 йыл татыу ғүмер кисерҙеләр.
Өс ҡыҙы, ысынлап та, хазина ул Хазина менән Бәҙретдин Ла­типовтарҙың. Өлкәндәре Зөлфиә, юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙ­мәт юлын Ҡырҙас урта мәктә­бендә башлаған. Хәҙерге мәлдә Краснокама районының Николо-Березовка ауылында йәшәй. Утыҙ биш йыл мәктәптә география уҡытыусыһы булып эшләп, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерация­һының мәғариф алдынғыһы” тигән юғары исемдәргә лайыҡ булған, Рәсәй Президентының грантын да тәүгеләрҙән булып алған, “Уҡытыусы — уҡытыусыға” программаһында ҡатнашып, дүрт йөҙ дәғүәсе араһынан еңеүселәр рәтенә сығып, Америка Ҡушма Штаттарының Монтана штатында мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарында бер айлыҡ стажировка үткән. Зөлфиә менән Вәғиз Исламовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Юридик белемле ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән, хәҙер иһә — ирекле адвокат. Улдары Илшат, Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының юридик факультетын тамамлап, “Лукойл” компанияһының Төркиәләге рәсми вәкиле булып эшләй. Азамат, Башҡорт дәүләт универ­ситетының юридик, Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетының сит телдәр факультеттарын бер юлы тамамлап, Санкт-Петербургта прокурор ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Исламовтарҙың ике улы ла инглиз, француз һәм башҡа телдәрҙә иркен аралаша. Ҡыҙҙары Гөлсинә Рәсәй финанс-иҡтисад институтынан һуң Өфөлә эшләп йөрөй.
Зөһрә Бәҙретдин ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Рәсәй Мәғариф һәм фән ми­нистрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Яҙмышын үҙе кеүек үк педагог Сәлим Дәмин­дәров менән бәйләгән. Балалары Гүзәлиә менән Фуат өсәр юғары уҡыу йортон бөтөргән. Гүзәлиә — Өфөлә ЗАГС системаһында, ә Фуат Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы спорт идаралығында эшләп йөрөй. Кинйәләре Эльвира Магнитогорск ҡалаһында университетта уҡый. Зөһрә менән Сәлим Дәминдәровтар Әбйәлил ҡаса­баһында йәшәй, күпләп мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә. Хазина апайға яҡын йәшәгәнлектән, бөгөн улар — әсәй кешенең беренсе ярҙамсылары.
Зәкирә Бәҙретдин ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетында кафедра доценты, география фәндәре кандидаты, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, сәскәләр үҫтерә, йорт дизайны менән шөғөлләнә. Тормош иптәше Илшат Шәүәли улы Рысаев — философия фән­дәре кандидаты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү ака­де­мияһында кафедра мөдире. Ҡыҙҙары Эльмира Мәскәүҙә иҡтисад буйынса юғары белем алды.
Машиналар тауар ташый
Ҡаланан ҡалаларға.
Белоретта ФЗО бар
Бәхетһеҙ балаларға, —
таҡмаҡ оҫтаһы Хазина апайҙың дәфтәрендә һаҡланған был юлдар Бәҙретдин ағайҙан отоп алынған. Заманында ФЗО-ның әсе һурпаһын татыған кеше ине районыбыҙ ғорурлығы Бәҙретдин Латипов. Бөгөн иһә ҡыҙҙары-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, Ватаныбыҙ данын арттыра.



Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә