Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өҫтәлдең түренән төшмәһен
Ҡәҙерләйем икмәкте.
Ул аҙыҡ бик хикмәтле.
Атай ҡырҙа үҫтерҙе,
Әсәй үҙе бешерҙе.

Улар гел генә әйтә:
“Оло булма икмәктән.
Ул алтынға бәрәбәр
Асыҡҡанда интекһәң”,
– тип яҙа К. Булат үҙенең бер шиғырында. Эйе, икмәк – иң оло, хөрмәтле, ҡәҙерле ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Ошо һүҙҙе әйтеү менән күңелемде аңлата алмаҫлыҡ йылы тойғо солғап ала. Үҙем дә һиҙмәҫтән йылмайып ебәрәм, рухи тантана кисерәм.



Хәҙер икмәктең ниндәй генә төрө юҡ, йәнең теләгәнен һайлап ал. Был күренеште һуғыш осоро кешеләре күрһә, ожмах менән сағыштырыр ине. Шул ауыр йылдарҙа йәшәгән, аслыҡтан тилмергән өлкәндәрҙең ҡулына икмәк тотҡан һайын шөкөр иткәненә күп тапҡыр шаһит булдым. “Их, уны туйғансы ашар көн булырмы икән? Төп ризыҡ булмағас, көс тә юҡ”, – тип өҙгөләнә торғайныҡ, тип хәтерләй оло быуын кешеләре. Ауырлыҡта үткән йәшлектәрен уйлап, күҙҙәремә йәш эркелә. Шул уҡ ваҡытта бирешмәгәндәре, ошо тыныс тормошто яулағандары өсөн уларға ҙур рәхмәт. Икмәк булһа, йыр ҙа була, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Ниндәй генә табынға юлланһаң да, хуш еҫле, тәмле икмәк һәр дәүерҙә өҫтәл түрен йәмләгән. Бәләкәй генә бойҙай йәки арыш бөртөгөнөң икмәккә әйләнгәнсе күпме юл, ни ҡәҙәр кешенең алтын ҡулдары, тынғыһыҙ хеҙмәте аша үткәне һәр беребеҙгә билдәле. Боронғо замандарҙа уҡ хаҡлыҡты раҫлап, ата-бабаларыбыҙ икмәк тотоп ант иткән. Хәҙер иһә ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы, сит ил вәкилдәрен, Хөкүмәт башлыҡтарын ошо ризыҡ менән ҡаршылау йолаһы бар. Хәтеремдә, бала саҡта атайым һәр ваҡыт: “Балам, икмәкте ултырып киҫмә, ул һинән оло, һынығын ҡалдырма, ярамай! Валсығын да төшөрмә”, – тип әйтә торғайны. Ул – ғүмере буйы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем, таңдан ҡара төнгә хәтлем икмәк үҫтереүгә бар көсөн һалған кеше. Бала саҡтан беҙҙе ошо ризыҡты ололарға өйрәтте.
Игенселәрҙең эше еңеләйһен өсөн, хәҙер яңынан-яңы техника уйлап сығаралар. Ауыл хужалығы тармағына иғтибар ҙур. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта кире күренештәр ҙә осрай. Мәҫәлән, урамдарҙа, сүплектәрҙә икмәк һыныҡтары ятҡанын күреп, күңел әрней, йөрәк һыҡрай. Магазинда алы ла, гөлө лә булған дәүерҙә икмәктең ҡәҙере китте. Балаларҙың күбеһе уны бар тип тә белмәй. Йәш быуынға сабый сағынан уҡ икмәк хаҡында бик ентекле һөйләргә кәрәктер. Һуғыш йылдарында нисек иген сәсеп, урып алыныуын һүрәтләгән фотоларҙы файҙа­ланып, төрлө сағыу күргәҙмәләр, дәрестәр үткәрергә бурыслыбыҙ. Ризыҡтың ҡәҙере китмәһен.
Балалар баҡсаһы етәкселегендә эшләүсе булараҡ, сабыйҙарға игенсе хеҙмәте тураһында һөйләргә тырышам. Был һөнәр буйынса белемдәре артһын, икмәк үҫте­реүселәргә ҡарата ихтирам нығынһын. Районыбыҙҙағы алдын­ғы игенселәр менән таныштырыу, уларҙың хеҙмәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү – беҙҙең изге бурыс. Был йәһәттән ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп берҙәм эшләргә тейеш.







Автор: Зөлхиә ШАКИРОВА, Дилә ҒИЛМЕТДИНОВА. Район: Шишмә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә