Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хафиза хазинаһы
Хафиза хазинаһы Башҡорт ере элек-электән дауалау һәләтенә эйә кешеләре менән дан тотҡан. Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновты телгә алыу ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн дә арабыҙҙа ғаләм биргән ҡөҙрәткә, шифалы ҡулдары менән дауалау һәләтенә эйә замандаштарыбыҙ осрай. Ташбулат ауылында йәшәгән Хафиза Баязитова – шундайҙарҙың береһе. Ябай ауыл ҡатыны быуыны сыҡҡан, умыртҡалығы зыян күргән, һөйәге сатнаған әллә күпме кешегә аяҡҡа баҫырға, сабый һөйә алмаған ғаиләләргә бала бәхете татырға ярҙам итә.

Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлап, тыуған ауылында эшләп йөрөгән сағында Хафизаның бер бармағының быуыны сыға. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуға сыҙай алмайынса, әсәһенә бәлә һала ул. Ҡайҙалыр, кемгәлер алып барыуҙарын үтенә. Әсәһе иһә: “Бармағыңды үҙең ултырт та ҡуй. Тасҡа йылы һыу ал да һабын менән ипләп кенә бармағыңды һыла, үҙе ултыра ул”, – тип кәңәш бирә. Ҡыҙ бала әсәһенең әйткәнен үтәй. Ысынлап та, ауыртҡан бармаҡ шунда уҡ төҙәлә.
Икенсе юлы ҡыҙға класташының быуынын ултыртырға тура килә. Шулай аҡрынлап Хафиза Зәки ҡыҙының һәләте яҡын-тирәгә ишетелә башлай, уға ярҙам һорап килеүселәр күбәйә. Тик заманы ғына башҡасараҡ була шул. Үҙендә ниндәйҙер көс, һәләт барлығын тойған ханым камиллашыу маҡсатында төрлө китап уҡый, халыҡ табиптарының дауалау ысулдарын өйрәнә.
– Эшләгән осорҙа сирлеләрҙе ҡарау еңелдән булманы. Кеше һуңғы сиктә һиңә ышанып килә икән, бороп сығарырға көс тапманым. Нисек кенә ауыр булһа ла, ярҙам итергә тырыштым. Атлай алмағандарҙың аяҡҡа баҫыуын, бөгөлөп йөрөгәндәрҙең ҡарағастай төҙәйеүен күреү үҙем өсөн дә ҙур шатлыҡ ине, – ти Хафиза апай.
Ҡырҡ йылға яҡын арауыҡта апай әллә күпме кешегә ярҙам иткән. Хатта уға, ара йыраҡ тип тормай, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, Татарстандан, күрше Силәбе өлкәһенән сирлеләр йөрөй. Тылсым көсөнә эйә булған кешеләрҙең дауалау мөмкинлектәрен медицина ҡасандыр инҡар итһә, бөгөн уны, киреһенсә, табиптарҙың күбеһе яҡлай. Шуға ла Хафиза Баязитова бер нисә йыл инде Өфө табиптары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Мәҫәлән, күҙ ауырыуҙарынан интеккән балаларға ҡайтанан яҡтылыҡ бүләк итә. Нисек тиһегеҙме?
Күп бала ҡылыйлыҡтан яфалана йәки күреү һәләтенең ҡапыл түбәнәйеүенә зар­лана. Уларҙы табипҡа алып баралар, әммә алға китеш күҙәтелмәй. Баҡтиһәң, төп сәбәп умыртҡа һөйәгенең зарарланыуында икән. Бер нисә йыл элек тауҙан шыуғанда тайып, быуыны сыҡҡан бер кеше ярҙам һорай. Ғаиләһе менән килә ул Хафиза Баязитоваға. Апай ярҙам һораусының аяҡ быуынын шунда уҡ ултырта. Ә бына малайҙарының күҙе боҙолоуы хаҡында аңғартҡас, ата-әсә шымып ҡала. Бер нисә ай элек спорт күнекмәләрендә ҡолағаны, табиптарға күрһәтеүҙәре, әммә ярҙам булмауы хаҡында әйтәләр. Малайҙың күреү һәләте көндән-көн насарая, хатта лупа-күҙлек кейеүгә тиклем барып етә. Хафиза Зәки ҡыҙы шифалы ҡулдары менән уның умыртҡа һөйәгенең сыҡҡан урынын ултырта, тағы ла килеүҙәрен һорай. Өс тапҡыр ҡарағандан һуң малай яҡшыраҡ күрә башлай, күҙлеген ташлай.
– Балаларҙы бәләкәйҙән дауалағанда файҙа күберәк, сирҙән арындырыу еңелерәк була, – ти Хафиза Зәки ҡыҙы. – Күптәр һаулығына иғтибар итмәй йөрөй бирә, сир шашып китә. Мин өс тапҡыр ҡарайым да сирлене башҡаса ҡабул итмәйем. Ваҡыт, көн билдәләп тә, бәғзе осраҡта килмәгәндәр була. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ ихтыяры, әммә дауаланырыңа ышанып киләһең икән, әйткәнде үтә. Әгәр ҙә көсөм етмәҫтәй булһа, алдан һиҙемләүем буйынса ауырыуҙы ҡабул итмәйем. Ҡайһы осраҡта, тәүҙә табипҡа күренеү шартын ҡуйып, сирлеләрҙе ҡарамайым.
Хафиза Баязитованың тарих, ата-бабаларының үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Уның халыҡсан дауалау ысулдары бит нәҫелдән килә. Боронғолоҡҡа һаҡсыл ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуы йортоноң бер бүлмәһендә тотошлай музей эшләүгә булышлыҡ иткән. Тамъян ырыуына хас милли кейемдәр, төрлө тормош-көнкүреш әйберҙәре, халҡыбыҙҙың үткәнен сағылдырған йорт-урын ҡаралдыһы һәм башҡа әйберҙәр түрҙе биҙәй. Шулай ҙа иң изге һәм ҡәҙерле ҡомартҡылар – ҡартатаһы йөҙ йыл әүәл хаждан алып ҡайтҡан һырлы ағас һандыҡ (ул фил һөйәгенән төрлө биҙәктәр һалып, аҡыҡ ҡаштар менән биҙәлгән), етмеш йыл тирәһе элек һуғылған шәл һәм ирҙәр билбауы. Уларҙы апай күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлай, һәр береһенең тарихын белә.
Әйткәндәй, Хафиза Зәки ҡыҙы 1997 йылдан шәжәрә менән ҡыҙыҡһына башлаған. Әүмеш ауылында атаһының әсәһе яғынан Һәлберҙәр араһы байрамын ойоштороусыларҙың береһе булған. Күсем ауылында донъяға килгән атаһы Зәки Фәйезовтың Бөғәзеләр араһы шәжәрәһен дә ентекләп өйрәнә башлаған. 2005 йылда уларҙың да байрамын ойошторған. Ул төҙөгән шәжәрә «Әбйәлилем – ғәзиз ерем” район конкурсында дипломға лайыҡ булған.
Бына шундай ҡыҙыҡһыныусан, мәҙәниәткә, сәнғәткә ғашиҡ, ата-әсәһенең мираҫын ҡәҙерләп һаҡлап, йортонда шәхси музей ойошторған, шифалы ҡулдары менән күптәргә ярҙам иткән ғәжәп изге күңелле, иманлы ҡатын йәшәй Әбйәлилдә. Хафиза Баязитованың тағы ла умартасы, баҡсасы, оҫта хужабикә икәнлеген дә яҡшы беләләр.





Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә