Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бүҙәнә тотор мәл етте
Бүҙәнә тотор мәл етте Ҡошсолоҡ – ауыл хужалығында иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бүҙәнә үрсетеү, уға ихтыяждың артыуы, йомортҡаһының файҙалы булыуы тураһында күргәҙмәләрҙә лә билдәләнде.
Әлбиттә, ҡош-ҡорт тотоу еңел эш түгел. Ситтә уҡыған балаларыңа, алыҫта йәшәгән туғандарыңа ебәреү өсөн иң татлы һәм тәмле күстәнәстәрҙең береһе – ҡош ителер. Өйөңдә баҫтырып сығарған себештәреңдең теүәл, сәләмәт булып үҫеүе үҙе бер кинәнес.
Ошоға тиклем тауыҡ, өйрәк-ҡаҙ аҫрау өҫтөнлөктә булды. Һуңғы йылдарҙа күркә тотоуға һәм бройлер үҫтереүгә лә иғтибар арта. Шулай уҡ бүҙәнә үҫтереү, унан табыш алыу менән шөғөлләнгән кешеләр ҙә күбәйҙе. Район үҙәге кеүек ҙур ауылдарҙа йәшәгәндәр өсөн айырыуса отошло был йүнәлеш.
Тауыҡ, өйрәк-ҡаҙ тоторға һарай кәрәк булһа, бүҙәнәгә күп урын талап ителмәй. Хатта ҡатлы йортта йәшәгән кешеләрҙең аш бүлмәһендәге бер квадрат метр ҙа етә. Мөйөшкә ҡуйған ситлекте бер нисә ҡатлы итеп эшләйһең. Улар ике төрлө: ҙур бүҙәнәләр өсөн һәм бәләкәйҙәренә. Эре ҡоштарға аҙыҡ һауыты бер яҡҡа ҡуйыла, ә балаларына өс яҡлап. Был инде ҡоштарға ашарға иркенлек булдыра, улар, тығылып, бер-береһенә ҡамасауламай. Оло бүҙәнәләрҙең иҙәне бер аҙ ауышыраҡ булһа, йомортҡа тәгәрәүгә ҡулайлы.
Тауыҡ себеше сығара торған инкубатор һатып алыу мотлаҡ. Унда йөҙ тауыҡ йомортҡаһы һыйһа, бүҙәнәнекен өс йөҙгә (ғәҙәттә 170 – 200) тиклем ҡуйырға була. Һәр йөҙ йомортҡанан 70 – 80 себеште 16-17 көндә сығарырға мөмкин. Бүҙәнә себештәре, бик бәләкәй булһа ла, тәүге көндән һикерә-йүгерә башлай. Бәпкәләрҙе айырым йәшниктәргә йыйырға һәм аҫтарына сепрәк йәйергә кәрәк. Уны көн дә алмаштырып тороу фарыз. Һуңынан һалам, бысҡы вағы ла ярай.
Бүҙәнә көнөнә бер йомортҡа һала. Бының өсөн уларҙы көн һайын өс тапҡыр ашатып, аҫтын таҙартып, елләтеп тотоу талап ителә. Тәбиғәт ҡошо булғанлыҡтан, улар бик сыҙамлы һәм әрһеҙ. Үлән ашамайҙар, ем ҡоро килеш бирелә. Ситлегенән сығып китһәләр, тотормон тип уйлама ла.
Бүҙәнә аҫрарға теләгән кеше булһа, ашатыу яғын да уйлаһын. Был ҡоштар бик тиҙ үҫә, шуға күрә витаминлы аҙыҡ бирергә тырышығыҙ. Тауыҡ себеше ашаған ризыҡтарға битараф түгел. Аҙыҡтарына минераль ҡушымталар һалыу бик файҙалы. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: аҙыҡ һәр ваҡыт яңы ғына әҙерләнгән булһын. Һыу һауытының һайын һайлағыҙ.
Бүҙәнә өс аҙнала ныҡлап ашай-эсә. Ошо ваҡытта уларҙы ситлеккә ябырға кәрәк. Артабан үрсетәм тиһәң, ике айлыҡ бүҙәнәнән өс инә ҡошҡа бер ата иҫәбенән тоҡом алып ҡалыу мотлаҡ. Ҡалғандарын ит өсөн һимертергә була. Йомортҡаһы тауыҡтыҡына ҡарағанда туҡлыҡлыраҡ, тиҙ боҙолмай. Йомролай ҙа бешереп була, табала ҡыҙҙырһаң да ярай. Йомортҡаһы бик файҙалы. Уны һәр көн иртән ас ҡарынға сей көйөнсә эсһәң, үтә лә шифалы. Ҡан баҫымын көйләй, шәкәр диабетын дауалай, ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙарта, күҙҙең күреү һәләтен яҡшырта, быуын һыҙлауын баҫа. Сей йомортҡа сирҙән яфаланған ир-егеттәргә лә файҙалы. Һуңғы ваҡытта киң тарала барған яман шештән дә аралауын ғалимдар иҫбатлаған. Япония мәктәптәрендә һәр иртә уҡыусы балаға бүҙәнә йомортҡаһы эсерәләр. Был уларҙың аңын үҫтерә, хәтерен яҡшырта. Составында сальмонеллез юҡ, шуға балаларға ашатырға ла, сей килеш эсергә лә рөхсәт ителә. Өҫтәүенә витаминға, микро-макроэлементтарға бай. Баланың үҫешенә булышлыҡ итә. Шуға ла бүҙәнә йомортҡаһы халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Бүҙәнәне йомортҡаһы һәм диетик ите өсөн аҫрайҙар. Үрсетеү эше менән шөғөлләнеү йылдам үҫешә. Мәҫәлән, Өфөлә ҡошсолоҡ фабрикаһы бар, Илеш районында агросәнәғәт комплексында бүҙәнә төркөмдәре яңыртыла. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында был эш менән шәхси хужалыҡ шөғөлләнә. Беҙҙең Хәйбулла районында ла бүҙәнә үрсеткәндәр бар.
Ҡыҫҡаһы, был ҡошто аҫраусылар баҙарҙа үҙ урынын, һис шикһеҙ, табасаҡ. Тәбиғәттә ҡырағай һаналған бүҙәнәнең итен, йомортҡаһын һәр ресторан һатып аласаҡ, һунарсылар йәмғиәттәре килешеү төҙөйәсәк. Ятып ҡалғансы атып ҡал, ти беҙҙең халыҡ. Бәлки, дәрт иткәндәргә ғәҙәти булмаған был эшкә тотонорға ваҡыттыр?

В. ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хеҙмәт ветераны.



Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә