Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үрсем арта, күс яңыра
Үрсем арта, күс яңыра Майҙың тәүге яртыһында ҡышлап сыҡҡан бал ҡорттары үлеп, йәштәре менән алмашына. Яҙ иртә йәки һуң килһә, был осор бер аҙнаға алдараҡ йәки һуңыраҡ килеүе ихтимал. Йәш бал ҡорттары көндән-көн арта бара. Күстең ишәйеүе инәләренең эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Улар йомортҡаны март айының беренсе ун көнлөгөндә үк һала башлай. Умарталарҙы ҡышҡы урынынан сығарғансы, ояла үрсем һаны меңдән ашып китә.
Бал ҡорттарының тәүге таҙарыныу осошонан һуң, һут биреүсе беренсе үҫемлектәр сәскә атҡас, инә ҡорттарҙың әүҙемлеге арта. Майҙың тәүге яртыһында улар һәр тәүлектә уртаса меңәр йомортҡа һалһа, ай аҙағында был күрһәткес ике тапҡырға күбәйә. Хатта ҡайһы бер көслө күстәрҙә өсәр меңгә еткереүҙәре ихтимал. Был тиклем йомортҡаны беренсе йыл йәшәгән сифатлы инәләр генә һалырға һәләтле.
Оя яҡшылап йылытылһа, унда кәмендә 10 килограмм аҙыҡ, сифатлы буш кәрәҙҙәр, болонда бал һуты биргән сәскәле үҫемлектәр булһа, үрсем тиҙ ишәйә. Яҙ һуңлап килгән һалҡын йылдарҙа йылытылған ике ҡатлы умартала күстең дәррәү артыуы күҙәтелә. Ояла аҙыҡ мул булыуға ҡарамаҫтан, ошо осорҙа ҡорттарға өҫтәмә аҙыҡ биреү ҙә файҙалы. Был маҡсатта умартасы һәр биш көн һайын ояның ситенә бүлгес таҡта аша шәкәр шәрбәте йәки бер аҙ балы булған рам ҡуя.
Умартала бал ҡорттарының артыуын иҫәпкә алып, уны ваҡытында ҙурайтырға кәрәк. Һауа шарттарын, һут биргән үҫемлектәрҙең сәскә атыуын иҫәпкә алып, умартасы ояны буш кәрәҙ (аҙыраҡ балы булһа бигерәк тә яҡшы) һәм балауыҙлы рамдар менән киңәйтә. Тәүге рамды биреү ваҡытын ояға ҡарап та асыҡларға мөмкин. Балауыҙ биҙҙәре ныҡ үҫешкән йәш ҡорттар кәрәҙ күҙәнәктәренең өҫкө ҡырҙарын тигеҙләп төҙөп ҡуя. Уныһы ағарып күренә һәм умартасылар телендә “был ҡорттар кәрәҙҙе ағарта башланы” тип аңлатыла. Бындай осраҡта балауыҙлы рамды ояға һуңламай биреү мөһим. Ҡарайған кәрәҙҙәрҙе иһә алып иретергә кәрәк.
Май айының һуңғы көндәрендә ояны рам менән генә киңәйтеү ҡорттарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй башлай. Уларҙың эшкә әүәҫлеген һаҡлау, инәләрҙең бала һалыуын арттырыу өсөн умартаға икенсе ҡат (корпуслы ялғанма) ҡуйыла.
Ғәҙәттә, өҫтәмә корпусты ҡорттар ун икенсе рамды биләй башлау менән, һуңламай ҡуйырға кәрәк. Алдан әҙерлек эштәре башҡарыла: күстәр билдәләнә, баллы, кәрәҙле, балауыҙлы рамдар, йылытҡыс мендәрҙәр, таҙартып йыуылған һәм елләтелгән корпустар әҙерләнә. Ялғанманы ҡуйыуҙың бер нисә ысулы бар. Беренсе осраҡта төп оялағы бер нигә теймәйенсә, умартаға алты рамлы икенсе корпус өҫтәлә. Төп ояның асыҡ ҡалған өлөшөнә һәм ялғанманың рамдарына киндер туҡыма ябып, мендәр менән йылытырға кәрәк. Рамдарҙың һәр икеһенең баллы, балауыҙлы һәм кәрәҙле булыуы яҡшы.
Икенсе осраҡта төп оянан ике үрсемле рамды алып, өҫкө корпусҡа урынлаштыралар. Урынына балауыҙ­лылар ҡуйыла. Өҫкө корпустағы алты рамдың икешәрен үрсемлеләр һәм балауыҙлылар тәшкил итәсәк. Күрене­үенсә, икенсе ысул мәшәҡәт­лерәк, шулай ҙа уның өҫтөнлөгө бар. Был осраҡта инә ҡорт, икенсе корпусҡа тиҙерәк сығып, йомортҡа һала башлай, ояны ихлас үҙләштерәләр. Ялғанмаға ҡуйылған баллы рамдарҙа кәмендә икешәр килограмм ем булыуы мотлаҡ. Әгәр рамдар бул­маһа, ҡуйылған кәрәҙҙәргә шәкәр шәр­бәте ҡойоп бирергә мөмкин. Ем ҡорт­тарҙың өҫтәге корпусҡа күсеүен, үрсем тәрбиәләү һәм яңы кәрәҙ төҙөүҙе тиҙләтә.
Ояны икенсе өлөш ярҙамында киңәйтеү сорттарҙың эшкә һәләтлелеген көсәйтә, инәнең бала һалыуын тиҙләтә. Умартаны ҙурайтыу ҡорттарҙы бер аҙ борсой, әммә хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттыра.
Күстең үрсеүен иҫәпкә алып, икенсе корпус балауыҙлы рамдар менән ике рәт тултырыла. Аҫҡы өлөштә был осорҙа буш кәрәҙҙәр булыуға ҡарамаҫтан, өҫкө ҡаттағыларҙы үҙләштергәндән һуң, инә ҡорт, буш күҙәнәктәр эҙләп, оя буйлап йөрөй. Быға күп ваҡыт әрәм итә, йомортҡаларын юғалта.
Умартасының эш һөҙөмтәһен күтәреү, инә ҡорттоң бала һалыуын кәметмәү маҡсатында, өҫкө өлөштәге ете рам үрсем менән тулғас та, июндең тәүге яртыһында корпустарҙың урындарын алмаштыралар. Шул уҡ ваҡытта ҡарайған буш кәрәҙҙәрҙең бер өлөшөн алып, урынына балауыҙлы рамдар һәм ем өҫтәлә. Инә ҡорт яңынан өҫкә күсеп, яңы төҙөлгән буш кәрәҙҙәрҙә эшләүен дауам итә. Бал йыйыу осоро тамамланғас, өҫкө корпусты урынына, төпкә, төшөрәләр, ә түбәнгеһе алына. Бал ҡортон был ысул менән тәрбиәләү өсөн алынмалы төплө стандарт умарталарҙың булыуы мөһим.
Был айҙа бәләкәй күстәргә көслөләренән 10 көн һайын берәр рам кәпләнгән үрсем алып биреү файҙалы. Варроатоз талпаны һәм балауыҙ көйәһенә ҡаршы көрәш сараларын ваҡытында үтәү ҙә ишәйеүҙе тиҙләтә.

Быны белергә кәрәк

Буялмаған умартала бал ҡорто һәйбәтерәк үрсей. Бындай оя йәй ҡояшта ныҡ йылынып бармай, унда һауа яҡшыраҡ алмашына.
Күреккә һалып яндырыр өсөн сөрөктө алдан әҙерләргә кәрәк. Ул ҡоро булырға тейеш. Сөрөктө ҡарама, тал, уҫаҡ, имән, өйәңке, ерек һәм башҡаларҙан әҙерләргә мөмкин. Төрлө ағаста үҫкән бәшмәктәрҙе файҙаланһаң, улар оҙағыраҡ яна.
Бал ҡорто ғаиләләрен ҡарағанда аҡ халат йәки кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейемдә эшләргә кәрәк. Йөн туҡыманан тегелгәндәр һәм ҡара халат ҡорттарҙы борсой.
Умартасы ҡулдарына, битенә мелисса үләне (инә ҡорт үләне) һутын һөртһә, бал ҡорттары тыныс ҡаршы ала һәм саҡмай. Был үләнде күс айырылғанда файҙаланһаң, уны теләгән урынға ҡундырырға мөмкин.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 0

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 1

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 1

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 1

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан 08.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә