Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дауа ғына түгел
Ҡымыҙҙың кеше организмына шифаһы күп төрлө. Был эсемлек, дарыуҙарға ҡарағанда, аппетитты тиҙерәк яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, һулышты киңәйтә. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустарға ҡаршы көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡымыҙҙан еңелмәгән сирҙәрҙе табыуы ла ҡыйын. Ул – баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле милли ризыҡ ҡына түгел, ә ысынлап та мөғжизәле үҙенсәлектәргә эйә булған эсемлек. Был турала билдәле ғалим, табип Әмир Шамаев яҙған.

Ауыл хужалығы министрлығында үткән конференцияла фекер алышыу тап ошо ғәжәп эсемлеккә арналды. Сарала ғилми, дауалау-һауыҡтырыу учреждениелары, туҡланыу һәм сауҙа ойошмалары етәкселәре, тикшереүсе органдар бейә һөтөнән ҡымыҙ етештереү һәм халыҡты тәьмин итеү мәсьәләләре хаҡында әңгәмәләште.
Рәсәйҙә йыл да уртаса өс мең тонна ҡымыҙ етештерелһә, шуның 2,3 мең тоннанан күберәге, йәғни 75 проценты Башҡортостан өлөшөнә тап килә. “Әммә был беҙҙең уңышты ғына түгел, милли эсемлекте файҙаланыу мәҙәниәте юҫығында хәл итәһе мәсьәләләрҙе лә күрһәтә. Ҡымыҙҙы беҙгә медицинала дауалау маҡсатында ғына түгел, ә көн һайын организмды нығытыу йәһәтенән дә эсергә өйрәнергә ваҡыт. Ул бер үк ваҡытта ағзаларҙы нығытыусы аҙыҡ булараҡ та ҡабул ителгән, – тине сығышында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.
Башҡортостандың сертификатлау һәм экспертиза үҙәге директоры урынбаҫары Нәзифә Сөғәйепова билдәләүенсә, техник регламентҡа ярашлы, бары бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән эсемлек ҡымыҙ тип атала. Был юҫыҡта намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең эшмәкәрлеге бәкәлгә һуға. Улар һыйыр, кәзә һөтөнән яһалғандарын ғына түгел, ниндәйҙер шикле эсемлектәрҙе лә сауҙаға сығара.
Республикала иң күп ҡымыҙ Әбйә­лил районында етештерелә. Былтыр 5 790 центнер ҡымыҙ бешкәндәр, әммә уларҙың мөмкинлеге ҙурыраҡ. Бары “Ҡаҙмаш” йәмғиәте генә йыл да сауҙаға 700 литр ҡымыҙ сығара.
Бәләбәйҙәр 4 147 центнер шифалы эсемлек әҙерләп, 2013 йылғы күләмдән 21 процентҡа арттырған. Учалылар иһә 1563 центнер ҡымыҙ һатҡан (19,3 процентҡа күберәк). Төньяҡ-көнсығыштағы Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат райондарында ҡымыҙ етештерелһә лә, был юҫыҡта эште әүҙемләштереү кәрәк.
Эсемлектең 50 проценттан ашыуын хужалыҡтар үҙҙәре һатһа, 38-е сауҙа нөктәләре аша тәҡдим ителә, ә туғыҙ проценты самаһы республика дауалау-һауыҡтырыу һәм шифахана-курорт учреждениелары өлөшөнә тап килә.
Әлбиттә, ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡы­ты­ның сикләнгәнлеге, эсемлектең йыл­дың барлыҡ миҙгелендә лә етештерелмәүе магазиндарҙа өҙөк­лөккә килтерә, һәм был һаман да көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо кәмселекте бөтөрөү өсөн бөгөн хужалыҡтарға кооперацияға бер­ләшеү мөһим. Башҡортостан дәүләт аграр университеты вәкилдәре был йүнәлештә уҡыу йорто базаһында ла, хужалыҡҡа барып та практика үт­кәреү, белгестәр әҙерләү мөмкин­леген белдерҙе. Әлбиттә, абруй яулаған эсемлекте республика буйынса ғына түгел, сит илдәргә лә һатыуға оҙатыу йәһәтенән мөм­кинлек бар. Әммә был эште тейешле кимәлдә башҡарыу өсөн дәүләт ярҙамы мөһим, тип белдерҙе конференцияла ҡатнашыусылар.



Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә