Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыпырҙатып бер баҫмағас...
Тыпырҙатып бер баҫмағас... Ҡаланың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Вәсилә апай Халиҡова Стәрле­тамаҡ­та бынан 35 йыл элек “Баш­ҡорт ҡунаҡханаһы” исемле тамаша үткәргән. Рухы ташып торған, әммә таш ҡалала “аҙашҡан” йәштә­ре­беҙҙе бергә туплау йәһәтенән бынан да әһәмиәтлерәк сара булмағандыр ул саҡта. Артабан туған телендә арала­шырға, күңел асырға аш­ҡы­нып торған егет-ҡыҙ­ҙарыбыҙ “ҡунаҡханаларҙа” ғына түгел, дискотекаларҙа ла осраша башлаған. “Аулаҡ” тамашаларын да күптәр әле булһа һағынып иҫләй. Хәйер, бөгөн дә гөрләй башҡорт ритайымдары Стәрлетамаҡта. Мәҫәлән, Чкалов клубына йәштәребеҙ кесе йома һайын эркелеп йөрөй. “Башҡортstar” бейеү майҙанының төп хужаһы диджей БЕЙЕШ (Илнур Асаинов) менән ошо үҙенсәлекле сара, яңы сәнғәт күренеше – диджейлыҡ – хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Илнур, һиңә кем тип мө­рә­жәғәт итергә лә белмәй аптырап торам. Диджей тимме, әллә “Бейеш” тип кенә ебәрәйемме?
– Нисек булһа ла, яңылыш­маҫһың. Һәр артистың сәхнә исеме булған кеүек, диджейҙарҙың да ҡушаматы бар. Мине ҡыҙҙар-егеттәр диджей Бейеш тип белә. Әлбиттә, исемде осраҡлы һай­ламаным, йәштәрҙең күңеленә нисек тә булһа халҡыбыҙҙың рухи мираҫын нығыраҡ һеңдереү ине ниәтем. Бейеш батыр, уның ҡылған изге ғәмәлдәре күптәргә мәғлүм түгел. Шуға исемемдең мә­ғәнәһе хаҡында һорашҡанда, кинәнеп, батырҙың яҙмышын бәйән итәм. Бынан тыш, “бейеш” тигән һүҙ бейеүҙе, хәрәкәтте күҙ алдына килтерә.
– Ярай, ике һүҙҙең бере­һе­нең осона сыҡтыҡ буғай. Бына диджей, яңылышмаһам, бейеү майҙанында көйләүсе. Хәйер, ниндәйҙер йырҙы үҙгәртеп, уға яңы һулыш индереүселәр ҙә шул уҡ атамаға эйә…
– Эйе, диджейҙар көйҙәрҙе лә эшкәртә, дискотекаларҙа йырҙар­ҙы урынлы итеп ҡуйыу менән дә мәшғүл.
– Илнур, мин, мәҫәлән, диджей була алыр инемме? Бер ҡы­йынлығы ла юҡ һымаҡ – дәртләнеп киткән халыҡҡа ҡул аҫтындағы музыканы яңғы­ратып тик ултыраһың…
– Был тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола. Дөрөҫөн әйткәндә, диджейлыҡ ижади һәләт талап итә, сөнки һин һәр көйҙөң, һәр ритм һәм нотаның асылына төшөнөргә тейешһең. Ниндәй йырҙы ҡасан ҡуйырға кәрәклеген алдан уҡ хәстәрләү шарт. Майҙанда бейегән халыҡтың да һулышын, кәйефен тойоу зарур. Бер нисә сәғәтлек дискотека өсөн аҙна буйы әҙерләнергә кәрәк.
– Ул саҡта сыҡмай икән ми­нән диджей. Әйткәндәй, бына диджей, тамада һәм МС (master of ceremonies) бер-береһенән нимәһе менән айырыла?
– Тамада тигәс, тәү сиратта тамашаны алып барыусы күҙ алдына килеп баҫа. Осраҡлы түгел, әлбиттә. Беҙ уларҙы һөйләүсе, алып барыусы тип күреп өйрән­гәнбеҙ. Ә диджей күберәк музыка, ундағы ритмдар менән эш итә. МС иһә дискотекаларҙа диджей һымаҡ шулай уҡ көйҙәр донъя­һын­да йөҙә, әммә ул бәғзе баш­ҡарыусыларҙың ижад өлгө­ләрен генә яңғыратып ҡалмай, үҙе яҙған йыр-көйҙәрҙе лә халыҡҡа сығара. Ябайлаштырып әйткәндә шулайыраҡ инде.
– Һиңә әле ни бары 25 йәш. Тағы утыҙ йылдан диско­текаларҙа бейеткән диджей Бейеште күрербеҙме? Ғөмү­мән, диджейҙар хаҡлы ялға ҡасан сыға?
– Шәхсән үҙем йөрәктәге дәрт һүнгәнсе бейеү майҙаны урта­һында булырға хыялланам. Тик бына быуындар алмашынып тора бит, алдағы быуындың ниндәй көйгә бейергә теләүен аңлама­уым да ихтимал. Ул саҡта дид­жейлыҡтан китергә тура киләсәк.
– Ул саҡта нимә менән шөғөлләнәсәкһең?
– Нисек кенә булмаһын, юғары белемле инженермын да бит әле, бәлки, һөнәрем буйынса эшкә урынлашырмын йә башҡа төрлө бизнес өлкәһенә сумырмын. Дискотекаларҙан тыш башҡорт йырсыларының республика буйынса гастролдәрен ойошторам, был шөғөл дә йәш буйынса сикләүҙе талап итмәй.
– Илнур, һин төнө буйы дис­котекаларҙа ҡыҙҙар араһында йөрөйһөң. Әлбиттә, был – һи­нең эш бурысың. Әйт әле шулай ҙа, килен көнләшмәйме һуң?
– Ошо шау-шыу араһында ҡайнай башлағанда өйләнмәгән инем. Тимәк, кәләшем ниндәй өл­кәлә эшләгәнемде алдан күрә килде, алдан әҙер булды. Хәйер, мин бит күңел асырға тип барма­йым – эшкә йөрөйөм. Шулай бул­ғас, ҡатын эшкә йөрөгән ирен ҡыҙғанырға тейеш булып сығамы ни? Иретеп йәбештереүсенең – үҙ бурысы, диджейҙыҡы – баш­ҡаса. Ғөмүмән, миңә атай бу­лыу бәхетен бүләк иткән ҡаты­ным менән бер-беребеҙҙе аңла­п, һөйөп-һөйөлөп йәшәйбеҙ.
– Белеүемсә, һин ойош­торған дискотекаларға йәштәр күп йөрөй. Нимәһе менән ылыҡтыра тамашаң?
– Ҡалабыҙҙа бихисап ял һәм кү­ңел асыу урындары бар. Тик һәр тамаша егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың за­уығына тап килеп етмәй, кү­ңел­д­әрен арбамай шул. Ғөмүмән, башҡорт бейеүсеһенең бейеү май­ҙанына ҡарашы үҙенсә бит ул. Беҙ бер урында һелкенеп-һи­кереп тороуҙы ғына үҙ ит­мәй­беҙ, мәҫәлән. Халыҡ әйтмешләй,
Тыпырҙатып бер баҫмағас,
Бейеү буламы ни ул?
Йөрәгеңде яндырмағас,
Һөйөү буламы ни ул?
Был йәһәттән бер дискотека ла үҙебеҙсә бейеүһеҙ үтмәй. Ниндәй генә ритмлы музыка ҡуй­һаң да, ял итеүҙең, хушһыныу­ҙың иң юғары нөктәһенә етер өсөн мотлаҡ рәүештә ҡыҙҙар-егеттәрҙе тыпырҙаттырып алырға тура килә.
Бынан тыш, беҙҙең йәштәр бе­йеү менән генә хушһынып ҡалмай, уйындарҙы ла яҡын күрә. Ошо уйындарҙа күберәк халҡы­быҙҙың милли үҙенсә­лектәрен сағылдырған күре­нештәр буйынса һорауҙар бирергә тырышам.
Йәнә махсус ҡунаҡ тураһында ла телгә алмаҡсымын. Сират­тағы һәр тамашаның үҙ ҡунағы була. Улар араһында йәштә­ребеҙ Фәнис Солтанғоловты, Сәғиҙулла Баййегетте лә күрҙе, Рөстәм Ғиззәтуллин, Радик Юлъяҡшин йырҙарына ла бейене. Ғөмүмән, дискотекала сығыш яһар өсөн мотлаҡ рәүештә баш­ҡорт эстра­даһы йондоҙон са­ҡырам. Әйт­кәндәй, башҡа милләт дискотекалары йәки ниндәйҙер дөйөм тамашаларҙан айырмалы рәүеш­тә башҡорт ритайымдарында мотлаҡ рәүештә сәхнә булырға тейеш. Был – милли тамашасы талабы, күрәһең. Күпме күҙәт­кәнем бар: йәштәр залға килеп инеү менән сәхнәне эҙләй башлай. Был күренешкә бер төрлө генә яуап бирәм: сәхнә – ул ма­турлыҡ өлгөһө, гүзәллек, күңел бөйөк­лөгөнөң юғары нөктәһе. Миңә ҡалһа, шулай булырға тейеш, һәр хәлдә. Ти­мәк, ғәмәлдә беҙ – матурлыҡҡа, күңел бөйөк­лөгөнә ынтылып йәшәүсе халыҡ. Иң мөһиме – йәштәре­беҙҙә сағыла был.
Әлбиттә, ял итергә килеүсене ылыҡтырыу ысулдары күп. Милли күренештәрҙән тыш та ҡыҙыҡ­һындырырлыҡ саралар етерлек. Мәҫәлән, йәштәр “Бәйләнештә” сайтындағы тамашаға арналған төркөмдә һәр дискотеканан һуң ҡуйылған фотоотчеттан үҙҙәрен ҡарарға ярата. Ғөмүмән, матур дискотека үткәреү өсөн аҙна буйына йырҙар теҙмәһе генә эшләп ултырмайһың, бөтә яҡлап та әҙерлек бара.
– Һүҙ ҙә юҡ, бейеү майҙаны – ул тәү сиратта ял, күңел асыу урыны. Шулай ҙа бая зауыҡ хаҡында ла телгә алдың…
– Саф башҡортса яңғыраған йырҙар, милли мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә арналған конкурстар тураһында әйтеп үттек инде. Бынан тыш иғтибарҙы шуға йүнәлткем килә: Стәрлетамаҡта, Белоретта, Мәләүездә өс йыл рәттән үткәрелгән башҡорт дискотекаларында бихисап егет менән ҡыҙ танышып өйләнеште. Әйткәндәй, улар ғаилә ҡорғас та бергә ял итергә “Башҡортstar”ға йөрөй. Танышыу-ҡауышыу урыны барыбыҙ өсөн дә ҙур мәғәнәгә эйә бит. Иң мөһиме – саф баш­ҡорт ғаиләләре барлыҡҡа килә!
– Нисек кенә булмаһын, баш­ҡа тамашалар киске 7-8-ҙән 10-11-гә тиклем дауам ит­кәндә, һин үткәргән дис­ко­текалар төнгө 11-ҙә саҡ башланып, таң атҡас ҡына тамамланып ҡуя. “Йәштәрҙе ҡо­торта­һың”, – тип тәнҡитләү­ҙәре лә ихтимал.
– Шулайын шулай, тик мәсьә­ләгә икенсе яҡтан бағайыҡ. Төнө буйы ял итергә, күңел асырға тип уй­ла­ған (план ҡорған тиһәк тә була­лыр) егет йәки ҡыҙ беҙҙең дискотекала бейер урынға ҡайҙа йөрөр ине? Урамдамы, ниндәй­ҙер бил­дә­һеҙ фатирҙамы? Ошо йәһәт­тән уйлағанда, улар дис­ко­текаға килеп 150-200 һум аҡсаһын түгә, әм­мә саф баш­ҡорт­са тәртипле һәм хәүефһеҙ рәүештә ял итеп ҡайтып китә. Был насармы ни?..







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876