Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәбәп ҡыл – ҡабул булыр
Талант – Хоҙайҙан бирелгән байлыҡ, уны бойомға ашырыу өсөн беренсе сиратта көс һалыу, ең һыҙғанып эшләү зарур. Әммә объектив тормош шарттары булмаһа, күкрәк көсөнөң тыйылып тороуы ихтимал. Быныһы һәр кемгә аңлашыла, яңы ғына тормош баҫҡыстарына үрмәләгән йәштәргә бигерәк тә. Тап ана шул белем эстәүҙә тынғыһыҙ эҙләнгән бер төркөм егеттәр һәм ҡыҙҙар хәтергә төшә лә тора. Улар араһында Тимербикә Ғәниева исемле үтә теремек ҡыҙ булғанлығы бөгөнгөләй күҙ алдында.


Уҙған быуаттың 60-сы йылдары уртаһы, Салауат ҡалаһы. Башҡорт батыры исемен донъяға яңғыратып, милләт йәштәренә киң юлдар асҡан тормош яланы. Минең бында күсеп килеп, ҡала халҡы өсөн сығарылып килгән “Ленинский путь” гәзитендә бүлек мөдире вазифаһында эшләп йөрөгән мәлем. “Оло химия”, “Салауат йәштәре”, “Салауат – спорт ҡалаһы” тигән төшөнсәләр һүҙҙә түгел, ысынбарлыҡта киң таралған көндәр. Ҡалала бер нисә техникум, Өфө нефть институты филиалы, башҡорт драма театры, күп һанлы китапханалар, мәҙәниәт йорттары бар… Быларҙы һанап китеүем бөгөн ҡайһы бер әҙәмдәр, үткәнгә төкөрөп ҡараусыларҙың зиһененә шәм яҡтыһылай булһа ла нур өҫтәргә тырышыуҙан. Совет власы йылдарындағы ҡаҙаныштар менән сағыштырыу мөмкин түгел әлеге осорҙо. Хужалыҡ өлкәһендә бигерәк тә.
Бер көн баш мөхәрриребеҙ саҡыртып алды. Бүлмәһендә бер төркөм йәштәр барлығына тап булып, сәйерһенеп ҡуйҙым. Араларында ҙур кәүҙәле, типик башҡорттоң ғорур һынын кәүҙәләндергән асыҡ йөҙлө егет баҫып тора, ә орсоҡтай ҡыҙҙар – ян-яҡта ҡуйылған ултырғыстарҙа. “Былар кемдәр?” тип уйлап өлгөрмәнем, мөхәрриребеҙ уларҙы минең менән таныштырҙы һәм һүҙ башланы.
– Педагогия училищеһы студенттары, – тине. Берауыҡ тын алып торғандан һуң дауам итте, – әҙәби штатҡа тартылыусан йәштәр. Шиғыр яҙалар, ләкин матбуғатҡа сығыу мөмкинлектәре юҡ. Өлкә гәзиттәренә барып етә алмайҙар. Әлегә.
Ҡыҙҙарҙың араһынан кемдер әйтеп ҡуйҙы:
– Гәзиттә урын бирегеҙ.
Мөхәрриребеҙ, Анна Александровна исемле сибәр, юғары мәҙәниәтле, итәғәтле, урта йәштәрҙәге ханым, уны бүлдермәне. Башҡа ҡыҙҙарҙың репликаларына ла юл ҡуйҙы.
– Был йәштәр, – тип дауам итте мөхәррир, – беҙҙең гәзиттә махсус әҙәби бит булдырыуҙы талап итә.
– Ай һайын сығып торған тупланма!
– Эйе, тәҡдим урынлы кеүек, – тип эләктереп алды мөхәррир, – ләкин беҙ бит урыҫ телендә сығарабыҙ, күреп тораһығыҙ. Кадрҙар юҡ.
– Әҙәби бит башҡортса булһын.
Балалыҡтан сығып өлгөрмәгән, әммә тормош ҡаршылыҡтарына килеп терәлгән йәштәр баҙап ҡалмаған, бөгөнгөсә әйтһәк, ирек яулау юлына баҫҡан. Тел төптәренән һиҙелеп тора: шиғыр яҙырға ынтылыштары бар. Һүҙ оҙаҡҡа китмәне. Беҙҙең гәзиттә милли телдә әҙәби бит сығарыу мөмкин түгеллеге иҫбат ителде. Шунда ҡыҙҙарыбыҙ тыпырсына биреп, үҙ-ара шаулашып алды.
Ауыҙымды самалап асып, былай тинем:
– Ҡала радиоһында башлап ебәрһәк…
Берҙән-бер егет ҡалҡынып ҡуйҙы. Былай ҙа мөһабәт буйлы ине, тағы ла ҡалҡыуыраҡ булып тойолдо. Мөхәрриребеҙ эләктереп алды. Үҙе һыуҙағы ҡотҡарыу түңәрәгенә тотонғандай булды.
Танышып киткәс, егетебеҙҙең Мансур Әйүпов икәнлеге хәтергә һеңде, ҡыҙҙарҙың исемдәрен яҙып алғайным, бер Тимербикә Ғәниева хәтерҙә ҡалған. Һуңыраҡ ул, Тамараға әйләнеп, күренекле шағирә булып танылды.
Уртаға һалып һөйләнгәндең һуңында, ҡала радио селтәрендә ай һайын булһа кәрәк, ошо ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең яҙмаларын уҡып ишеттереүҙе ойошторорға хәл иттек. Радио тапшырыуҙарын алып барыу миңә йөкмәтелде. Мансур менән алдан һөйләшеп ҡуябыҙ ҙа буласаҡ шағирҙарҙың бер нисәһе килә, ҡырҡ минут самаһы дәртләнеп уҡыйҙар. Микрофонға уҡыу улар өсөн оло бәхет ине. Ошо сәғәтте улар көтөп ала, береһенең дә шиғыры магнитофон кассетаһына яҙылмай ҡалмаҫ ине.
Мансур Әйүпов ул йылдарҙа шағирлыҡҡа йөҙ тота ине. Йәшкә өлкәнерәк студент Венер Йәнбәков (баҫалҡы, аҙ һүҙле һәм йылмайыусан Венер) үҙенең шағирлығын һиҙҙерә торғайны. Тамара Ғәниева ул ваҡытта уҡ башҡаларҙан айырылыбыраҡ тора ине. Беҙҙең радио тураһында ишетеп ҡалғандармы, Стәрлетамаҡ студенттарының килгеләгәне хәтерҙә.
Салауат радиоһында башҡорт йәштәренә юл асылыуы тураһындағы хәбәр Өфөгә барып еткәнлеген аңлатып, бер көн ижади төркөм килеп төштө: әҙәбиәт ерлегенә аяҡ терәп баҫҡан, киң ҡанат йәйгән, ышаныслы эшләп киткән шағирҙар. Улар ҙа ҡала радио селтәрендә сығып һөйләүҙән тартынманы. Башлап яҙыусылар менән ҡушарлап ултырып уҡынылар. Мәсьәләне киңерәк аңлаптыр, ҡала гәзите редакцияһында, ҡаланың комсомол комитетында булдылар, педучилищела ижади осрашыу, семинар һымағыраҡ сара үткәрҙеләр. Ошо осрашыуға Стәрлетамаҡтан шағирәләр килгәне хәтерҙә. Был көндәр Салауат ҡалаһы йәштәре өсөн иҫтәлекле булғандыр. Рәшит Шәкүрҙең милли баҫмаларға юл асылырға тейешлеге тураһында фекер ҡуйыртҡаны, уға Мансур Әйүповтың ҡушылғаны иҫтә.
Милли телдәге гәзиттәрҙең берәү-икәү тип һанарлыҡ заман. Уныһын да яманаты сыҡҡан дубляжға күсереү шауҡымы булып алды. Хәтеремдә, данлыҡлы Салауатта ҡала етәкселеге биләгән өс ҡатлы ҙур бинала башҡорт телендә аралашыр кеше берәү генә ине. Мансур Әйүпов һәм Тамара Ғәниева етәкселегендәге башҡорт йәштәренә килгәндә, улар бит юл башлаусылар тип аталырға хаҡлы! Бөгөн, шөкөр, гәзит-журналдар күп, радио, телевидение бар. Әммә, әлеге лә баяғы, туған теленән ситләшеп, өлкән ағай телен үҙләштерәләр. Шағир әсенеп әйтмешләй, башҡорттан да, татарҙан да урыҫ тыуа – бына ҡайҙа мәсьәлә. Мансур Әйүпов, Тамара Ғәниева һымаҡ әҙәм балаһы үткеһеҙ урында таш ярыусылар ҡайҙа бөгөн?
Ижад кешеләре үткәндәргә әйләнеп ҡарағанда тыуған ауылындағы беренсе һуҡмаҡты, сылтырап аҡҡан шишмәне, сәскәле болондо иҫләүсән. Шуға өҫтәп, ижади ҡомарын асыуға этәргес биргән мөмкинлектәрҙе лә. Венер Йәнбәков та, Тамара Ғәниева ла, Мансур Әйүпов та, иманым камил, Салауатта таш ярып алға ынтылған ваҡиғаларҙы онотмай.
Бөйөк Аллабыҙ әйткән: бәндәм, сәбәп ҡыл, бирермен. Сәбәп ҡылыу еңелдән түгелдер, әммә аҡылы этәргән, көсө еткән кешенең “мин булдырам” тип йәшәп алып китеүе хаҡ. Сәбәп ҡылғандың һуңында уңышҡа ирешә алһа.
Сәбәп ҡылыусылар килгәйне ҡала гәзите редакцияһына. Кем аҡылынан юл башлағандарҙыр, әммә барыһы ла бер төптән эш итте улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 125

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 476

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 113

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 921

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 687

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 266

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 587

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 970

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536