Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта
Һәр ата-әсә ғаиләлә татыулыҡ булыуын теләй һәм шуға ынтыла. Тик көндәлек тормошта быға өлгәшеү бик ҡыйынға тура килә, сөнки балалар уйынсыҡҡа йә башҡа нәмәгә талашырға ла күп һорамай, бер-береһен үсекләүҙән дә тартынмай. Ниндәй генә формала булмаһын, бер туғандар араһындағы ярыш, ата-әсәһен үҙ-ара көнләшеү тойғоһо – сабыйҙың тәбиғи үҫеш процесы.

Балалар араһындағы ярыш уларҙың йәшенә ҡарап төрлөсә үтергә мөмкин. Биш йәштән бәләкәйерәктәр араһында ата-әсә иғтибарын йәлеп итеү, уйынсыҡтар, төрлө әйберҙәр өсөн көсөргәнешле ярыш бара. Был осорҙа улар тулыһынса тип әйтерлек ата-әсәһенә бәйле, шуның арҡала үҙҙәренең ғәзиздәрен башҡа бала менән һис кенә лә бүлешкеләре килмәй. Биш йәштән һуң инде ярышыу тойғоһо кәмеүгә табан ыңғайлай.
Балалар араһында йәш айырмаһы ҙур булған осраҡта, өлкәнерәге ҡустыһы йәки һеңлеһе тыуыуҙы еңел ҡабул итә, ата-әсәһен бәләкәй сабыйҙан көнләшеү күренеше һирәк күҙәтелә.
Балалар араһындағы конфликттарҙы нисек хәл итергә?
=Балаларығыҙҙы улар алдында бер-береһе менән сағыштырмағыҙ, сөнки быны тәнҡит һымаҡ ҡабул итеүҙәре ихтимал, мине әҙерәк, ә туғанымды күберәк яраталар тигән һығымта яһалыуы мөмкин.
=Береһе алдында икенсеһен язаға тарттырмағыҙ. Әгәр ҙә ниндәйҙер ҡылығы өсөн яза биреү кәрәклеге килеп тыуған икән, быны шаһиттарһыҙ ғына башҡарығыҙ. Күпселек балалар шелтә алған туғанын ирештерергә, үҙенең был осраҡта өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырыша.
=Мөмкинлек булғанда, балалар араһындағы бәхәскә ҡыҫылмаҫҡа тырышығыҙ. Әлбиттә, мәктәпкәсә йәштәге балалар тураһында һүҙ барғанда, бында һеҙҙең ҡатнашыу ваҡыты-ваҡыты менән кәрәк булыуы ихтимал, ә өлкәнерәктәр, үҙҙәрен икәүҙән-икәү ҡалдырған саҡта, аңлашылмаусанлыҡты һәм бәхәсте үҙ-ара хәл итергә һәләтле. Шулай уҡ был осраҡта бер баланы яҡлап, икенсеһен ғәйепләүҙән тыйылырға кәрәк.
=Һуғышыуҙың, ҡул күтәреүҙең, бер-береһенә ҡарата көс ҡулланыуҙың ғаиләлә тыйылған күренеш икәнлеген бәләкәйҙән үк аңлатырға тырышығыҙ. Бындай хәлдәрҙе ҡабул итмәүегеҙҙе улар белеп торһон. Конфликтты тыныс юл менән хәл итә алған осраҡта уларҙы маҡтап алырға ла онотмағыҙ.
=Ҙур балағыҙҙы ҡусты-һеңлеһен ҡарашырға йәлеп итегеҙ. Хатта уға ниндәйҙер тәғәйен эш ҡушып, яуаплылыҡты ла йөкмәтергә була. Ул үҙенең хәҙер инде ҙур ағай йә апай икәнлеге менән ғорурланһын. Ата-әсәһенең күпселек ваҡытын һәм иғтибарын йәлеп иткән бәләкәс арҡаһында өлкән балағыҙ үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән, артыҡ итеп тоймаһын өсөн көнөнә билдәле бер ваҡытты уға ғына арнауығыҙ тураһында килешеп ҡуйығыҙ. Ғәҙәттә, был ваҡыт бәләкәй бала йоҡоға талған саҡта була. Килешелгән ваҡытты өлкәнегеҙгә арнағыҙ, уйындар уйнап, һүрәт төшөрөп, китаптар уҡып алырға мөмкин.
=Балаларығыҙҙың шәхси әйберҙәргә хоҡуғы барлығын хөрмәт итегеҙ, бер-береһенекенә теймәүҙәрен талап итегеҙ.


Автор: Ғаиләләрегеҙгә именлек, үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға һаулыҡ теләйбеҙ. Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә