Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Улар үткән юлда һибелеп ҡала Кешелеккә бәхет бөртөктәре...”
“Улар үткән юлда һибелеп ҡала Кешелеккә бәхет бөртөктәре...” Ҡар күп булды быйыл. Яҡшы дымланған ерҙә иген шаулап үҫер, уңыш мул булыр тип ышана ауыл хеҙмәтсәндәре. Йылдағыса, миҙгел эштәренә бөтөн көсөн һалып, ихлас тотондо улар. Көн дә, хеҙмәткә ҡеүәт өҫтәгәндәй, аяҙытып ебәрҙе.

Республиканың барлыҡ райондары эште ҙур әҙерлек менән башланы. Шул иҫәптән Краснокама уңғандары ла.
– Хужалыҡтарҙа барлыҡ техникаға ремонт ваҡытында үткәрелде, орлоҡ та етерлек күләмдә хәстәрләнде, – ти район хакимиәтендәге ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Ринат Хажетдинов. – Һабанға ҙур ихласлыҡ менән дәррәү тотондо уңғандарыбыҙ. Әле баҫыуҙарҙа көноҙоно эш тынмай. Тәбиғәт тә дәртлән­дереп тора: сағыу көндәре менән ҡыуандыра, йылы ямғырҙарын да йәлләмәй.
Ысынлап та, ауыл эшсәндә­ренең кәйефе күтәренке. Киләһе уңышҡа нигеҙ һалыу өсөн бар көсөн һала улар. Мәҫәлән, Геннадий Баймыр­ҙин етәкселегендәге “Мир” ауыл хужалығы кооперативы күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлама менән туҡландырып, районда тәүгеләрҙән булып тырматыуға төшкән. Бынан тыш, 550 гектар майҙанда дым ҡаплау бара.
“Улар үткән юлда һибелеп ҡала Кешелеккә бәхет бөртөктәре...”Хужалыҡтың дүрт мең гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Быйылғы баҫыу эштәренә өс агрегат йәлеп ителгән. 700 гектарҙа күп йыллыҡ үлән, унан ике тапҡырға ҙурыраҡ майҙанда иген культуралары сәселәсәк. Техника паркына иртә яҙҙан уҡ әҙерлек үткәрелгән. Шуныһы ла мөһим: иҫкергән трактор-машиналарҙы, агрегаттарҙы кәрәге сыҡҡан тип ташлап ҡуймайҙар, киреһенсә, ремонтлап, яңынан эшкә ҡушалар. “Яңыһы янына ярап ҡала ул. Һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә кәрәк”, – ти механи­заторҙар. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ етәкселәре яңы техника һатып алырға ла аҡса йәлләмәй, уларҙы йыл һайын яңыртып тора.
– Беҙҙе ашатҡан да, эшле иткән дә шул техника бит, – ти кооперативтың баш агрономы Павел Иштубаев. – Быны егеттәр яҡшы аңлай. Шуға ла оҫтаханала ҡыш буйына эш туҡтаманы, запас час­тар һатып алынды.
Баҫыу батырҙары көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ – ҡыштан уҡ хәстәрләп ҡуйғандар. Әйтеү­ҙәренсә, хатта ураҡ осорона ла етерлек. Орлоҡ мәсьәләһе лә киҫкен тормай. Үҙҙәренән артып ҡалғанын һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһын да бер аҙ аҡса менән байыт­ҡандар.
– Көндәр һәйбәт торһа, баҫыу эштәрен тиҙ арала тамамларға ниәтләйбеҙ, – ти көр күңелле ир-ат. – Көс тә, дәрт тә етерлек үҙебеҙҙә!
Хужалыҡҡа һигеҙ ауылдан йөрөп эшләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы алмаштырырлыҡ йәштәрҙең күплеге етәкселекте айырыуса һөйөндөрә. Шул уҡ ваҡытта пенсионерҙар ҙа дөйөм хеҙмәттән ситтә ҡалмай. Ҡыш, мәҫәлән, техниканы ремонтлауҙа ихлас ҡатнаша улар. Әлеге миҙгел эшенә урынлашыу өсөн хатта сиратҡа баҫҡандар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, етәкселек тарафынан иғтибар һәм ихтирам булғас, йәштәрҙең дә күбеһе ситкә китергә ашыҡмай. Шәхси ихата­һында мал аҫрағандар һалам, бесән менән бушлай тәьмин ителә.
– Халыҡ матур йәшәй беҙҙә, – ти Павел Иштубаев, ихлас йылмайып. – Шул ҡәҙәр тырыш, сәмсел үҙҙәре! Яңы йорт һалып сыҡҡандар йылдан-йыл арта бара, һәр ихатала – еңел автомобиль, трактор. Балаларҙың күбәйеүе айырыуса һөйөнөслө. Алмаш үҫә икән, баҫыу ҙа гөрләйәсәк!

* * *
Һәр саҡ алдынғы сафта килгән Илештең баҫыу-ҡырҙарында ла эш ҡайнай. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәк­сеһе Илгиҙәр Хәмиҙуллин әйтеүен­сә, йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәре­нә әҙерлек ҡыш дауамында бар­ған, һәр техниканың торошо етди тикшереү үткән. Шулай уҡ алдан элиталы орлоҡ хәстәрләнгән, минераль ашлама һатып алынған. Ауыл эшсәндәре һабанға ваҡы­тында төшөп, әле байтаҡ эш башҡарып өлгөргән.
Мәҫәлән, “Илеш-Агро” йәмғиә­тенең “Правда” участкаһы районда тәүгеләрҙән булып ужым культураларын, күп йыллыҡ үләндәрҙе ми­нераль ашлама менән туҡлан­ды­рыуға төшкән. Баҫыуҙарҙы заман­са “Барс-271” ауыл хужалы­ғы техникаһы бөгөн иңләй, ҡеүәтле “Ка­мАЗ”дар минераль ашлама ташый.
Участка етәксеһе Радик Мәх­мүтов белдереүенсә, биш мең гектарға яҡын һөрөнтө ерҙә күп йыллыҡ үләндәр, бойҙай, арпа, борсаҡ, һоло, көнбағыш сәселә.
– Һәр минуттың, сәғәттең ҡәҙерен белергә тырышабыҙ, – ти ул. – Егеттәр 10-15 көн эсендә эште теүәлләргә ниәтләй. Бындай уңғандар менән, һис шикһеҙ, барыһын да йырып сығырбыҙ.
Бында ике смена ойошто­рол­ған. Етәкселек механизаторҙарҙың эше көйлө, тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Көнөнә өс тапҡыр ашаталар, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ, орлоҡ етерлек. Хужалыҡта күпсе­лекте сит ил техникаһы тәшкил итә.
Малсылыҡта, үҫемлекселектә өс ауылдан барлығы 120 кеше эшләй. Шулай ҙа заманса белем­леләрҙең етешмәүе ҡайһы саҡта бәкәлгә һуғып ҡуя икән. Мәғлүм булыуынса, был мәсьәлә респуб­ликаның башҡа райондарына ла ят түгел.
– “Йәштәр – киләсәгебеҙ” тигән һүҙҙәр йыш ҡабатланалыр, әммә был, ысынлап та, шулай, – ти участка етәксеһе Радик Мәхмүтов. – Алмаш юҡ икән, тырышып башҡарған эшеңдең фәтүәһе бармы? Шуға ла йәштәребеҙҙең күбе­һе­нең ауылды ташлап китмә­гәне­нә, йөҙҙәрендә йәшәү нуры бал­ҡы­уына һөйөнәбеҙ. Шөкөр, өлкән­дәрҙе һәр яҡлап алмаш­тырырҙай быуын бар. Элек-элек­тән игенселек буйынса дан тотҡан илештәр киләсәктә лә ошо юлға тап төшөрмәҫ.
Азат Гәрәев, Илнур Йосопов, Мар­сель Сәлимов, Айҙар Фазлыев кеүек уңған эшсәндәрҙе айырыуса маҡтап телгә алды етәкселек. “Бындай егеттәрҙән эш ҡурҡып тора!” – ти улар.





Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Краснокама һәм Илеш райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә