Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ижадында – йөрәктәребеҙ тибеше
Ике йыл буйы аяуһыҙ үлем менән көрәшкәндән һуң яратҡан шағирыбыҙ Тимер Йосопов арабыҙҙан китеп барҙы. Йәштән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған һуғыш балаһы Тимербай халҡыбыҙҙың барлыҡ булмышын эсенә һыйҙырған оло йөрәкле, саф күңелле, алсаҡ йөҙлө шағир булып уҡыусылар күңелендә мәңге ҡаласаҡ. Уның ижады тулыһынса ябай кеше яҙмышына, йәғни үҙе үткән бормалы тормош юлдарына бағышланған. Шуға ла әҫәрҙәре һәр кемгә аңлайышлы, уҡығандар унда үҙ яҙмышын, ил һыҙланыуҙарын күрә. Тимер һәр саҡ үҙе булып ҡалды, уның ижады ла үҙенә генә хас бер моңло.


Уның менән танышыуым бик ҡыҙыҡ булды. Ауыл уҡытыусыһы булғас, етмәһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡас, яҙыусы, шағирҙарҙың тормошо һәм ижады хаҡында хәбәрҙар инем. Тимер тураһында Рәмиҙән күп ишетә торғайным. “Ләлә, беләһеңме, йәштәр араһынан бик һәләтле, донъяға айыҡ ҡараған, тырыш йәш шағирҙар беҙҙең үксәгә баҫып килә. Шулар араһында Тимер тигәне бигерәк көслө, ышаныслы, ҙур аҡыл эйәһе, халҡы­быҙға тоғро хеҙмәте менән улар ышанысын аҡларлыҡ шағир буласаҡ”, – тигәйне ул. Остазының ышанысын аҡ­ла­ғандай, ул, ысынлап та, оло баһаға лайыҡ ижады менән халыҡҡа яҡын шағир булды. Әммә ул быны түрәләргә ярамһаҡланып түгел, үҙенең тоғро хеҙмәте менән яуланы. Күңеле ҡуш­ҡанса эшләне, янып йәшәне Тимер.
1967 йыл, июнь айы. Ауыл уҡытыу­сыларын белемен камиллаштырыу өсөн Өфөгә йыйғандар. Мин дә шул курсҡа килгәйнем. Бер көн беҙҙе шағирҙар менән осрашыу кисәһенә саҡырҙылар. Әлбиттә, был минең өсөн бик ҡәҙерле ине: интернатта бергә уҡыған Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин менән осрашам бит! Рәми мине ошо кисәлә Тимер менән та­ныштырҙы. Алсаҡ йөҙлө, ҡара бөҙрә сәстәре араһынан янып торған ҡара күҙҙәр… Кисәнән һуң беҙҙе Әсхәл Әхмәтҡужин үҙҙәренә саҡырҙы. Хәҙер инде ҡыйшайып бөткән ике ҡатлы ағас өйҙә – Әсхәлдең торлағында – таңға тиклем шиғыр уҡып, хәл-әхүәл һөйләшеп ултырҙыҡ та Рәми беҙҙе Крупская баҡсаһына, Рәшит Ниғмә­тиҙең ҡәбе­ренә, алып китте. Рәми, Тимер, клас­ташыбыҙ – Дәүләкән­дәге баш­ҡорт мәктәбенән әҙәбиәт уҡы­тыусыһы Тайфа Ғабсабирова, (етмәһә, Тимер унда практика үткән икән) мин – дүртәүләп халыҡ шағирының ҡәбе­рендә уның шиғырҙарын уҡыныҡ. Унан йәйге сәхнәгә менеп, Тимер үҙенең шиғыр­ҙарын ишеттерҙе, ыңғайына көр тауышы менән йырлап та ебәрҙе. Шунан Рәми шиғырҙарын һөйләне. Ошо осрашыуҙан һуң беҙ Тимер менән дуҫ булдыҡ, әммә йыш осрашып торорға ваҡыт тапманыҡ. Күрешкәндә гел тормош, уның ижады тураһында һөйлә­шәбеҙ, Рәмиҙе иҫкә алабыҙ. Шиғыр­ҙарын да ишеттерә торғайны. Ул бит, ҡайһы бер шағирҙарҙан айырмалы, бөтә шиғырҙарын да яттан белә ине. Шуныһын һис оноторлоҡ түгел: һуғыш йылдарын сағылдырған шиғырҙарын уҡығанда, уның шоморт ҡара күҙҙәренән дошманға нәфрәт ялҡын­дары атылып сыҡҡандай тойола. Ә яҡты киләсәк, мөхәббәт тураһын­дағыларын һөйләгәндә йөҙө яҡтырып киткәндәй була, күҙҙәренән яҡтылыҡ, мөхәббәт осҡондары сәселә һымаҡ ине.
2004 йыл, йәй. Ринат Камалдың юбилейын “Аҡ тирмә”лә оло байрам итеп үткәрҙек тә икенсе көн Мәсетле районы хакимиәте саҡырыуы буйынса яҙыусының тыуған яғына юлға сыҡтыҡ. Мәсетле менән Дыуан райондары сигендә беҙҙе тирмә ҡороп ҡаршы алдылар. Тантанаға Тимер ҙә килеп еткәйне һәм көләс йөҙ менән: “Ләлә апайым, һин дә бында икәнһең”, – тип ысын йөрәктән ҡыуанды. Халыҡ, уҡыусылар менән осрашыуҙан һуң Тимер беҙҙе ҡылғанлы оло тау башына алып менде. “Ана минең ауылым. Хәҙер күп ваҡытымды Әбсә­ләмдә, үҙемдең өйөмдә үткәрәм. Унда мин яҙам, кешеләр менән аралашам, бала саҡта ялан аяҡ йүгереп йөрөгән урамымда йәшәйем”, – тине, ихлас йылмайып. Шул саҡта уның ауылына, яҡташтарына булған мөнәсәбәте, һөйөүе йөҙөнә яҙылғайны. Ә инде үҙенең тәбиғәт балаһы икәнен күр­һәтеп: “Яҙ етеү менән сыйыр­сыҡ­тар­ҙың килеп, бала сығарырға ашығып, кемуҙарҙан оя ҡороуҙары, сырҡыл­дашыуҙары үҙе ни тора! Һандуғас һайрай башлауын ишетеүе лә – үҙе бер бәхет бит ул. Кәкүктең беренсе саҡырыуы йөрәкте өҙөп ебәрә! Ҡыш көнө ҡарғаларҙың ҡарҡылдауы ла күңелгә яҡын”, – тип һөйләүен, күҙҙәренең янып китеүен һис оноторлоҡ түгел.
Ижады ла Тимерсә булды. Рифма өсөн генә теҙелгән осраҡлы һүҙҙәр уның шиғырҙарына ят. Йылдар буйы башына йыйып йөрөгән тәрән мәғә­нәле фекерҙәр... Һәр һүҙе, әйтерһең дә, йөрәген киҫеп сыҡҡан ут. Ул юлдарҙа башҡорт халҡының уй-хәсрәте, булмышы бөтә тәрәнлегендә сағылыш таба. Шағир халыҡ менән бергә тын ала, уның йөрәк тибешендә лә – ябай кеше йөрәге тибеше.
Әлбиттә, Тимер Йосоповтың ижадына баһаны әҙәбиәт белгестәре бирер, әммә шуны ғына әйткем килә: ул халҡының ысын улы булды, үҙенең ижады менән кешеләргә яҡын торҙо, халыҡ менән бергә йәшәне.



Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә