Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташландыҡ ҡала
Чернобылдәге атом электр станцияһы менән бәйле фажиғәнән һуң 30 йыл үтте. Ул саҡта, дүртенсе энергоблок шартлағас, тоннанан ашыу ауырлыҡтағы бетон плитәләр тирә-яҡҡа уйынсыҡ шикелле осҡан, тиҙәр. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс...

1986 йылдың 26 апре­лендә ҡыйралған реактор ағыулы радиация нуры сәскәндә, бүтәндәр шикелле, Припять ҡалаһы ла ҡәҙимге тормош менән йәшәгән булған. Күпселек иртән эш урынына ашыҡ­ҡан, кискеһен өйҙәренә ашҡынып ҡайтҡан, ҡыҙ-егеттәр мәктәпкә барған, әсәйҙәр балалары менән паркта ял иткән, ир-ат йылғала балыҡ ҡармаҡ­лаған, хатта байрамдар ойошторолған, туй тантаналары үткән... Етәксе­лектең урындағы халыҡ­тан ғына түгел, илдән һәм тотош донъя­нан ҡот осҡос хәбәрҙе йәшереп тоторға тырышыуы паника булдырмау маҡсаты менән аңлатыла. Ҡаланан граж­дандарҙы эвакуациялау авариянан һуң 36 сәғәт үткәс кенә башланған...
Шартлауға хәтлем СССР-ҙа иң ҡеүәтле­ләр­ҙән һаналған Чернобыль АЭС-ы артабан донъяла иң хәүефле һәм шомло урындарҙың береһенә әүерелгән. Һәләкәттән һуң күп тә үтмәй 31 кеше үлгән, нур­ланыуҙан ҡаты ауырыуға һа­бышҡандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡотҡарыусыларға утыҙ километрлыҡ радиус буйынса 188 ҡала һәм ауылдан 116 мең сама­һы кешене ситкә күсе­рергә тура килгән. Авария эҙемтәләрен бөтө­рөүгә төрлө яҡтан йәлеп ител­гән­дәр, төрлө мәғлүмәт­тәргә ҡара­ғанда, 600 мең тирәһе иҫәпләнә. Араларында Башҡортостан вәкил­дәре лә байтаҡ булған.
“Чернобыль геройы” миҙалы менән бүләклән­гән Зиннур Юланов һөй­ләүенсә, тормошта башҡа һыймаҫ хәлдәр йыш бул­ғылай. Хәйбулла райо­нының ул тыуған Үрге Смаҡ ауылы әле Ер йө­ҙөндә юҡ: заманында “ки­ләсәкһеҙ” тигән исем­леккә индерелгән дә бө­төүгә дусар ителгән. Киев өлкә­һендәге Припять ҡала­һының яҙмышы ла шун­дайыраҡ – бөгөн унда берәү ҙә көн күрмәй. Лә­кин ошо төйәк­тәрҙең ике­һе лә хәтерендә, күңе­лендә йәшәй уҙамандың. “Әгәр ауыл да, ҡала ла бөтмәгән булһа, бөгөн һәр береһендә күпме кеше иҫәпләнер, ниндәй ваҡи­ғалар барыр ине икән?!” – тип уйлана Зиннур Мостафа улы.
Егеттең бала сағы Өфө ауылында уҙған. Сибайҙа урта мәк­тәпте тамам­лағас, әрмегә барған, унан ҡайтҡас та өйләнгән. 3-сө төҙөлөш идара­лы­ғында электрик булып эшләп йөрөгәнендә хәрби комиссариаттан йәнә повестка килгән, иртәгәһенә үк алып та киткәндәр көн­байышҡа. 19 майҙа Украина еренә аяҡ баҫҡан бер төркөм ир-ат Зеленый Мыс ауылы янында палаткала йәшәгән. Ике ай бик тиҙ үтеп киткән, сөнки бер минут та ҡул ҡаушы­рып ултыр­мағандар.
– 1986 йылда Баш­ҡорт­ос­тандың йыйылма студенттар отряды (бөтәһе 53 кеше) менән авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителдек, – тип хәтерләй Благовар район-ара суды рәйесе Камил Шакиров. – Отряд ко­мандиры Күгәрсен райо­нынан Флүр Хис­мә­туллин булды. Ул саҡта Баш­ҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡып йө­рөй инем. Комсомол путевкаһы буйынса алып киттеләр. Башта Киев ҡалаһына килеп төш­төк, унан ошо өлкә­ләге Макаров районының Королевка ауылына килтереп һалдылар. Ҡасан­дыр ҡола ялан булған ерҙә яңы йорттар ҡал­ҡыттыҡ. Радиация зона­һына эләк­кәндәрҙе шул өйҙәргә урынлаш­тыр­ҙылар.
Башҡортостандың “Союз-Чернобыль” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйе­се Ришат Ғәйнуллин бел­де­реүенсә, ул ваҡытта һәр кем үҙ бурысын теүәл башҡарған, илдең уртаҡ бәләһен йырып сығыуға тос өлөш индерергә ты­рышҡан. Хәҙер иһә ошо уҡ ҡаһармандарға медицина тикшереүе үткәндә, ял йорттарына путевка юллағанда, бүтән осраҡ­тарҙа ла аңлашыл­мау­санлыҡ менән осрашырға тура килә. Энтузиастарға ҡарашты мөмкин тиклем яҡшыртырға кәрәк, әлбит­тә.
Зиннур Мостафа улы­ның әйт­кән­дәренә ҡушы­лып, “Хәҙер Чернобыль яҡтарында тормош нисе­герәк ҡоролған икән?” тип уйлауы мөмкин гәзит уҡыу­сының. Ысынында, үҙҙәре яңынан килеп донъя көткәндәрҙе иҫәпкә алма­ғанда, 30 йыл элек халҡы 50 мең тирәһе булған Припять ҡала­һында тормош һүнеп ҡал­ған. Әҙәм аяғы баҫмай, тиеү бигүк дөрөҫ тә түгел. Эйе, ҡасандыр был урындарҙы һиҫкәнеп иҫкә ала ине күптәр. Әле ҡур­ҡыу онотолоп бара, үлеү йәки ауырыу эләктереү тураһында уйлап та бирмәй ҡайһы берәүҙәр. Ҡыҙыҡһыныу маҡсатында кеҫәң­дән күпмелер аҡса сығарып, турист сифатында ул яҡтарға сәфәр ҡылырға мөмкин икән. Тыуған яҡ­тарын һағынып ҡайтҡан 500 сама­һы ҡарт-ҡороноң көнкүреше менән танышырға ла күп килә­ләр. Чернобыль ҡалаһы­ның үҙендә әҙме-күпме йәнлелек күҙәтелә. Магазиндар һәм спорт залдары эшләй хатта. Бында башлыса вахтовиктар тир түгә: ике аҙна эшләп, шул тиклем ваҡыт ял итәләр. Һәр береһенең шәхси дозиметры бар.
Припять ҡалаһын асыҡ һауа­лағы тәбиғи заповедник тип тә атайҙар. Авариянан һуң ундағы бөтә әйберҙәрҙе лә юҡ итергә ҡушҡан булғандар, әммә кем мәшәҡәтләнеп йөрө­һөн инде. Шуға күрә ҡалала өй кәрәк-яраҡ­тары, кейем-һалым өс тиҫтә йыл элек нисек ҡалған булһа, әле лә шул көйөнсә ята. Үҙенә күрә – совет ауылының музейы. Бындағы тынлыҡ та хайран итә ситтән килеү­селәрҙе. Әллә һиллек, әллә шомлоҡ...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 7

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана
Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 12

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 20

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 12

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 26