1939 йылға тиклем күп илдәрҙең ғалимдары бер үк һығымтаға килә: атомды ваҡлау һөҙөмтәһендә энергияның бүленеп сығыуына өлгәшергә мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа бөйөк асыш кеүек. Һәм был асыш бары тик тыныс шарттарҙа, кешелектең мәнфәғәтендә генә файҙаланырға тейеш булғандыр. Хәйер, тыныс тормошта файҙаланыуҙың да ғәмһеҙлек һәм наҙанлыҡ арҡаһында ниндәй эҙемтәләргә килтереүен хәҙер беләбеҙ.Ә Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан бәндә атлы белекһеҙ йән эйәһе әлеге асышты үҙе ишеләрҙе ҡырыу өсөн файҙаланыу мөмкинлеге тураһында баш вата башлай. Эйе, тарҡатылған атом бүлеп сығарған энергияны төрлө маҡсатта ҡулланырға, байтаҡ иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә мөмкин булыр ине. Әгәр, ҡабатлайым, уны үлем ҡоралына әйләндереп өлгөрмәһәләр. 1945 йылға был ҡорал — атом бомбаһы — барлыҡҡа килә һәм Японияның Хиросима, Нагасаки ҡалаларында йәшәүселәр беренсе булып шунан һәләк була. Оксфорд, Кембридж, Лондон, Ливерпуль, Бирмингем ғалимдары өсөн атом бомбаһынан ҡот осҡос хәлгә тарыған кеше организмы, тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр ғилми-тикшеренеү объектына әүерелә.
Быйыл Чернобыль фажиғәһенә 30 йыл тулды. Атом электр станцияһындағы аварияның ниндәй оло ҡайғы-хәсрәт алып килеүен күптәр хәтерләй. Уның эҙемтәләре бөгөн булһа дауам итә. Минең өсөн иһә Чернобыль биш кенә йәшлек Максим исемле малайҙың ҡот осмалы яҙмышы менән ауаздаш.
1986 йылдың авгусында Сибай ҡалаһының мин етәкләгән ЗАГС бүлеге ишеген ҡайғынан ҡара көйгән йәш әсәй менән атай асты. Нисәмә йыл үтһә лә, берҙән-бер улдарын юғалтҡан ата-әсәнең хәсрәт һөрөмө баҫҡан йөҙҙәрен онота алмайым. Улар һөйләй, ә мин тыңлай алмай һулҡылдайым. Байтаҡ ваҡыт өсәүләп иланыҡ. Тейешле документтарҙы тултыра алмай ыҙаландым.
Йәш ғаилә кескәй Максимды ялға ҡайтҡан дуҫтарына ышанып Украинаға биреп ебәрә. Уларҙың да биш йәшлек улдары бар, әүрәп йөрөп торор тигәндәрҙер, сөнки бындағы балалар баҡсаһында урын юҡ, өлкәндәр эштә саҡта өйҙә бәләкәсте яңғыҙ ҡалдырыуы ла хәүефле, тип уйлағандарҙыр... Карелияла эшләп йөрөгән ике йәш ғаилә күптән бер-береһен белә, яҡын дуҫтар була.
Күп тә үтмәй, Карелияла ҡалған ата-әсәне Чернобылдәге шартлау хаҡындағы хәбәр тетрәтә. Үлемесле доза алған ике малай ҙа өс-дүрт ай ғына йәшәп ҡала. Улары ла — һыҙланыу-әрнеүҙәр, күҙ йәштәре һәм үкенестәр менән һуғарылған ауырҙан-ауыр айҙар... Сабыйҙарының үлемен теркәтергә килгән ата-әсәгә бер ниндәй йыуатыу һүҙе лә таба алманым...
Һуңғараҡ миңә поезда әлеге авариянан һуң беренселәрҙән булып Чернобылгә ебәрелгән ирҙең ҡатыны менән осрашырға насип итте.
— Ванечка бер нисә ай ғазапланды. Дауаханала эргәһендә һуңғы минутына хәтлем булдым, үҙем ҡараным. Санитаркалар етешмәй, булғаны ла ауырыу эргәһенә килә һалып бармай, — тип күҙ йәштәре аша һөйләне Анастасия. — Ванечканы бороп һалып та булмай ине: аҙ ғына ҡағылыуың була — ите айырылып сыға...
Ә бына хәрби бурысын үтәгәндә радиацияға дусар ителгән Ғаяз Өмөтҡужиндың шиғырынан өҙөк:
“Ун егетте командирҙар
Яйлап ҡарап, һайлап алдылар.
Ташланылар яҙмыш ҡосағына,
Бөтмәҫ ғазаптарға һалдылар.
Ташланылар асыҡ яландарға,
Ябыҡ ҡала-завод төҙөргә.
Ауыр эшкә, ҡаты һыуыҡтарға
Хәрбиҙәрсә ҡалды түҙергә.
...Хәлде һиҙеп, әсәй, хаттар
көттөң,
Тик ярамай ине яҙырға.
Улың, Ватан өсөн һаулығын
биреп,
“Нур сире”нән кибеп ябыға.
...Нәҫелем буйлап ыулы нур
тарала,
Сирле тыуҙы минең балалар.
Дәлил кәрәк, тиҙәр, был
ауырыуға,
Шуға булмай тейеш дауалар.
...Һалдат саҡтарында кейҙем
итек:
Йоҡа кирза, оҙон ҡуңыслы.
Ошо хәлгә бөгөн ҡалған өсөн
Кем икән һуң миңә бурыслы?
Белмәй хәлде бары Тыуған
илем,
Бурыстарға ҡағыҙ яуҙыра.
Эшләп булмай, тик зәғифлек
түгел,
Һыҙланыуҙар һуштан яҙҙыра”.
Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылы егете Ғаяз Өмөтҡужин асылда армияла алған зыян өсөн льготанан файҙаланмай, ғаиләһе селек һепертке, һөт-маҙар һатып көн күрә. Йәш кешенең инвалидлыҡ төркөмө өсөн алған пенсияһы ла бик бәләкәй, ғаилә аҫрарлыҡ түгел. Ә бит Ғаяз сәләмәтлеген хәрби хеҙмәттә, иле өсөн юғалтҡан!..
Бөгөн Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән, оҙаҡ йылдар Киев циркында үҙенсәлекле акробат булып эшләгән Фирҙәүес ханым һөйләгәндәрҙән:
— Чернобыль аварияһы ваҡытында ауырлы инем. Ҡыҙым тыуыр мәл еткән. Ирем мине Белоруссияның Базар ауылына ата-әсәһе янына илтеп ҡуйҙы. Ә ауыл Припять эргәһендә генә. Шулай булһа ла, шартлау хаҡында ун көндән һуң ғына ишеттек. Тәүҙә халыҡтан йәшерҙеләр. Ә ел ул көндәрҙә гел беҙҙең яҡҡа иҫте...
Бәхеткә күрә, Фирҙәүес дуҫымдың ҡыҙы һау-сәләмәт булып донъяға килде, тиҙҙән уға 30 йәш була. Әммә ҡурҡыу-хәүефләнеүҙәрҙән керпеккә йоҡо ҡунмаған төндәрҙе, һуңынан һәр ваҡыт йөрәгеңде усҡа тотоп йәшәүҙәрҙе әсә кеше үҙе генә белә.
1945 йылда Хиросима һәм Нагасаки дәһшәтен кисергән, һаман булһа уның эҙемтәләренән арына алмаған Япония халҡы бынан биш йыл самаһы элек йәнә ҡаты һынау алдында ҡалды: ер тетрәү менән цунамиға АЭС шартлауҙары ҡушылды. Алдынғы технологиялары менән бар донъяға даны таралған аҡыллы һәм эшһөйәр халыҡ золом алдында көсһөҙ булып ҡалды. Итәғәтле һәм тәрбиәле япондарҙың ошондай ауыр мәлдә лә бер-береһенә иғтибарлы, игелекле булып ҡала алыуы һоҡландырҙы. Ә беҙ, рәсәйҙәр, тыныс көндәребеҙҙе лә үҙ-ара низағ, ғәйбәт, рәхимһеҙлек менән ҡарайтабыҙ.
Япониялағы фажиғәнән алдараҡ, 2009 йылдың авгусында, Саян-Шушенск атом электр станцияһында һәләкәт булғайны. Яуаплы вазифа биләгән әҙәмдәр ул саҡта бөтә ғәйепте АЭС-ты төҙөгәндә үк етди хаталар ебәрелеүгә һылтап маташты. Йәнәһе, теге ваҡытта, совет заманында, шулай илке-һалҡы эшләгәндәр. Ә бөгөнгө ғәмһеҙлек, ҡомһоҙ ялҡаулыҡ хаҡында ләм-мим!
Улай тиһәң, беҙҙең ил халҡына хас “бәлки” төшөнсәһе быуаттан быуатҡа беҙҙе эҙәрлекләп килә. Бәлки, былай ҙа ярап торор... Бәлки, үтеп китер әле...
1957 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында булған фажиғә бөгөнгә тиклем сер һаҡлай: нимә булды башлыса башҡорттар йәшәгән Ҡоншаҡ районында ул ваҡытта? Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында тыуған бәхетһеҙлекме, әллә хәрби һынауҙармы? 2005 йылда миңә эш буйынса шул яҡтарҙа булырға тура килгәйне.
— Бөгөн бөтәбеҙ ҙә сирле, — тине миңә кешеләр. — Ул сир быуындан быуынға күсеп килә...
Белорет районының Үҙән ауылы эргәһендәге тау битләүендә ағас будка барлығы, ә уның эсендәге ағас мискәләрҙә ниндәйҙер билдәһеҙ матдә һаҡланыуы тураһында һөйләйҙәр. Элек будка бикле торған. Малай-шалаймы, кемдер ишеген емергән. Әҙәм балаһы бик ҡыҙыҡһыныусан, уға бит мотлаҡ тотоп ҡарарға кәрәк. Һөҙөмтәһе — ауылда төрлө патология менән донъяға килгән сабыйҙар күп. Ә будка тирәһендә һуғыш уйнаған малайҙарҙың тәндәре сабыртып, тындары быуылып, аллергияға оҡшаған сир менән ауырыуҙары билдәле. Унда нимә һаҡлана? Ни өсөн хәүефле матдә ауыл эргәһендә, етмәһә, асыҡ урында ҡалдырылған? Үҙәндәге һыу ҙа эсергә яраҡһыҙ, балаларҙы дауалап булмай торған сирҙәр күп, ти кешеләр. Бына ошо инде илебеҙҙәге ғәмһеҙлек...
Ә Припять — үле ҡалалар иҫәбендә. Чернобыль фажиғәһенән һуң тиҫтәләгән ҡала-ауыл шәүлә хәлендә тороп ҡалған. Һәр төрлө киң мәғлүмәт сараларының “Ул яҡтарҙа ла халыҡ йәшәй, радиацияға яраҡлашҡандар, ауырымайҙар, ауылдарҙа кеше башы дәүмәле бәрәңге һәм помидор үҫтерәләр” тигән имеш-мимешенә ышанмағыҙ. Сараһыҙҙан күсеп китә алмаған кешеләр бик ҡаты сирләй, үлә...
Бихисап хәрби һынауҙар, радиоактив матдәләрҙе ауыл-ҡалалар янында күмеп ҡалдырыуҙар, һәр төрлө медицина, биология эксперименттары тураһында белмәйбеҙ. Йылдан-йыл яман шеш сирҙәре күбәйә. Карьерҙарҙың кәрәге бөткәс тә күмелмәй ҡалдырылыуы, унда ла, бында ла тейешле-тейешһеҙгә мәрмәр, уран эҙләп ер ҡыртышын кимереүҙәр сәбәпсе түгелме икән? Кемегеҙ мин әйткәндәргә ҡаршы ышандырырҙай дәлил килтерә алыр?!
Ә ул арала Төньяҡ Корея донъяны ядро ҡоралы менән ҡапаҡлай...