Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өсөнсөһө ҙурайһа, дүртенсеһе лә тыуыр...
Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек бер йә ике балалы ғаиләләр ят күренеш һаналған. Ауыл урамдары йәй ҙә, ҡыш та ҡыҙҙар-малайҙар тауышынан тынмаған, сөнки һәр өйҙә тиерлек кәмендә биш-алты бала тәрбиәләнгән. Бөгөн хәл башҡасараҡ сүрәттә. Хәҙер, киреһенсә, урамда өс йә дүрт бала менән осраған ата-әсәгә ғәжәпләнеп ҡарайҙар.
Бөгөнгө ишле ғаиләләрҙең хәле нисек? Дәүләттән ярҙам сараларын тейешенсә аламы улар? Ошо һорауҙар менән күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.



Альбина САДИҠОВА (Баймаҡ районы):
– Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Иң ҙурына – 7 йәш, I класта уҡый. Кескәйебеҙгә – 9 ай. Ҡалала йәшәгәндәргә ауырыраҡтыр тип самалайым, ауылда еңелерәк кеүек. Беҙҙе мәктәпте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе борсой. Әлегә 11 йыллыҡ эшләп килә, ләкин йылдан-йыл балалар кәмеп, 9 йыллыҡҡа, башланғысҡа ҡалып ҡуймаһын ине.
Ташламаларға килгәндә, ҡыҙыбыҙ I класҡа барғас, форма өсөн 2800 һум аҡса күсерҙеләр, уҡыу кәрәк-ярағын ваҡытында алдыҡ. Өсөнсө балабыҙ тыуғанда өлкәне мәктәпкә барып өлгөрмәгәйне әле. Августа пособие юлланыҡ, сентябрҙә мәктәпкә барҙы, шунда береһе лә: “Ҡыҙың уҡый башлағас, шунан белешмә алып кил, айына 410 һум пособие бар”, – тип әйтмәне... Был хаҡта мартта ғына белеп ҡалып, справка алып барҙым, ләкин пособие йыйылып килмәйәсәк, ә апрель айынан ғына түләнә башлаясаҡ, тинеләр. Электр уты, газ өсөн айына 320 һум тирәһе күсә. Өс бала үҫтергәндәргә бушлай ер алыу хоҡуғы быйыл бөтә, тинеләр. Уға ғаризаны мин теләгән ерҙән түгел, ә ауылдан яҙҙырттылар, юғиһә бер нәмәһеҙ ҡалаһың, тип “киҫәттеләр”. Ышандыҡ инде...
Пособие өсөн документтарҙы электрон вариантта ҡабул итһәләр, уңайлыраҡ булыр ине. Интернет һәр йортта тиерлек бар бит. Әле яңыраҡ документтарҙы яңыртып, тапшырып ҡайттыҡ. Өлкән ҡыҙым Гүзәлиә, район үҙәгенә ниндәй ниәт менән барыуыбыҙҙы белеп: “Әллә тегеләре иҫкергәнме?” – тип һорап ҡуйҙы.

Нургөл ШӘРИФУЛЛИНА (Өфө ҡалаһы):
– Ете йыл элек өйләнештек. Ғаиләбеҙҙә бер малай, ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Мәктәпкә бармағандар әле. Ҡалала торабыҙ, балаларға тейешле тәрбиә, ғилем бирер өсөн уңайлы шарттар бар. Зарланырлыҡ түгел, шөкөр. Балалар баҡсаһына йөрөтөү өсөн ташлама бар, шуны ҡулланып һөйөнәбеҙ. Әлегә өсөнсөбөҙ бәләкәйерәк, ул ҙурайыуға, бәлки, дүртенсе бала хаҡында ла уйларбыҙ. Йәштәргә заман һынауҙары алдында баҙап ҡалмаҫҡа, ваҡытында сабый табып, үҫтерергә кәңәш итәм, сөнки һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, уңайлыҡтары килеп сығып тора ул. Ғаиләләр генә имен-һау булһын.

Иршат САБИТОВ (Миәкә районы):
– Ҡатыным миңә өс ҡыҙ, ике ул бүләк итте. Йәш аралары әллә ни ҙур түгел. Ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп, ҡанаттарын нығытып, үҙ ғаиләләрен ҡорҙо инде. Малайҙарыбыҙҙы башлы-күҙле итмәгәнбеҙ әле. Тәрбиәләгән саҡта төрлө хәлдәр булып торҙо, әммә һынауҙарҙы бергәләп еңеп сыҡтыҡ. Кейем-һалымды алмашлап тотондоҡ, өлкәндәрҙекен бәләкәйҙәре кейеп туҙҙыра ине. Заманында торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә байтаҡ ташлама яһалды, мәктәптә туҡланыу өсөн дә өлөшләтә түләнек. Бер ҡыҙыбыҙ VI класта уҡығанда Башҡортостан Башлығы үткәргән шыршы байрамына барыу бәхетенә өлгәште. Һәр ташлама йә социаль льготаларҙы юллар алдынан шарттарын ентекле өйрәнеп, шунан ғына махсус учреждениеға барырға кәңәш итәм. Юғиһә ойошма хеҙмәткәрҙәре тәфсирләп аңлатып, мәғлүмәт биреп бармай, шарт-шорт хеҙмәтләндерә лә тиҙерәк һаубуллашыу яғын ҡарай.
Балалар иһә – йәшәү мәғәнәһе, ерҙәге ҡояшыбыҙ. Күмәк булғас, һәр эш дәррәү, күңелле башҡарыла. Бәләкәй саҡтарында бер-береһен ҡарап, тәрбиәгә, хеҙмәткә өйрәнәләр. Йәштәр ҙур ғаилә ҡороуҙан ҡурҡмаһындар, ишәйһендәр, татыу, бәрәкәтле йәшәһендәр. Ҡарт көнөңдә ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ултырыуҙан да ҙурыраҡ, татлыраҡ бәхет юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә