Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала бирә Аллаһ бәхетлегә
Илебеҙҙә демографик хәл менән маҡтанырлыҡ түгел – Рәсәй статистика хеҙмәтенең мәғлүмәттәре нәҡ ошо турала һөйләй. Мәҫәлән, үткән йыл күрһәткестәре буйынса илебеҙҙә тыуым 5 процентҡа кәмегән, ә үлеүселәр 2 процентҡа артҡан. Дәүләт етәкселеге был хәлдән сығыу юлын эҙләй, төрлө саралар ҡуллана. Шуларҙың береһе – күп балалы ғаиләләргә һәр йәһәттән уңайлы шарттар тыуҙырыу, матди һәм рухи ярҙам ҡулы һуҙыу.


Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә 50 миллион ғаилә булһа, шуларҙың 6 – 9 проценты – күп балалы. Башҡортостан был йәһәттән Рәсәйҙә алдынғы урында тора: беҙҙә уларҙың һаны 45 – 50 мең самаһы.
Нисек кенә булмаһын, көрсөк мәлендә күп балалы ғаиләләргә тормош шарттары ауырға тура килә. Күптәр ғаилә килеме йәшәү минимумынан түбән булыуына зарлана, был осраҡта ниндәй пособиелар түләү ҡаралғанлығын белергә теләй.
“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” Законға ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған сабыйлы ғаиләләргә шундай дәүләт ярҙамы ҡаралған:
– һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 18 йәшкә тиклемге балаларға амбулатор-поликлиника һәм стационар ярҙам бушлай күрһәтелә;
– 6 йәшкә тиклемгеләргә табип рецебы буйынса дарыуҙар бушлай бирелә;
–медицина күрһәтмәһе булған 18 йәшкә тиклемге балалар дауалау һәм санаторий төрөндәге балалар учреждениеһына, һауыҡтырыу лагерына һәм башҡа һауыҡтырыу ойошмаһына урын менән сиратһыҙ тәьмин ителә;
– мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына сиратһыҙ ҡабул ителә;
– дөйөм һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыусылар федераль һәм төбәк әсбаптары комплекты менән сиратһыҙ, иң алда тәьмин ителә.
Шулай уҡ күп балалы, әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өҫтәмә дәүләт ярҙамынан файҙалана ала:
– медицина күрһәтмәһе булһа, 18 йәшкә тиклемге балалар, Законға ярашлы, бушлай протез-ортопедия изделиеһы менән тәьмин ителә;
– дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында күп балалы ғаиләнән булған уҡыусының бушлай мәктәп формаһын йә уны алмаштырыусы (йәғни дәрескә йөрөрлөк) балалар кейем комплектын алырға хоҡуғы бар;
– дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында, шулай уҡ дәүләт белем биреү учреждениеһының башланғыс һөнәри белем биреү ойошмаһында уҡыусылар бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы (23 йәшенә тиклем).
Үрҙә телгә алынған Законға ярашлы, халыҡты социаль яҡлау органдары аша күп балалы ғаиләләргә түбәндәге социаль ярҙам ҡаралған:
– әҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең (өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар үҫтереүсе) коммуналь хеҙмәт өсөн сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, Башҡортостан Хөкүмәте муниципаль берәмектәр өсөн йыл һайын билдәләгән республика стандартына ҡарап, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының процент нисбәтендә иҫәпләнә;
– ауылда йәшәп, дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, Башҡортостан Хөкүмәте муниципаль берәмектәр өсөн йыл һайын билдәләгән республика стандартына ҡарап, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының процент нисбәтендә иҫәпләнә; биләмәһендә урынлашҡан ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһына путевка тәү сиратта бирелә, барып-ҡайтыуға киткән юл сығымы ҡаплана.
– әҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләлә үҫеүсе балаға, ғаиләнең йән башына уртаса килеме Башҡортостанда бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән үтмәһә, ай һайын пособие түләнә.
Әлеге мәлдә бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособиеның күләме 16672,47 һум тәшкил итә. Ай һайын түләнгәненең күләме иһә һуңғы 2 йылда эш урынынан алған уртаса хеҙмәт хаҡының 40 проценты дәүмәлендә билдәләнә. Түләүҙәрҙең минималь күләме: беренсе балаға – 3126,1, икенсеһенә 6252,17 һум.
Ғөмүмән, социаль ярҙамды алыр өсөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йәшәү урыны буйынса территориаль органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тағы ла шуны хәбәр итәбеҙ: 2004 йылдың 5 ғинуарында донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер бүлеп бирелә.
Редакцияға шундай һорау менән мөрәжәғәт иткәндәр бар: “Балама 1,5 йәш, әлегә мин декрет ялында. Сабыйға өс йәш тулғансы балалар пособиеһы тулыһынса түләнә, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? Әгәр ҙә эшкә сыҡһам?..”
“Балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы закондарын камиллаштырыу сараһы тураһында”ғы Указға ярашлы, әҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә өсөнсө йәки артабанғы 1,5 – 3 йәшлек һәр балаға ай һайын пособие түләнә. Әгәр ҙә әлеге пособиеға хоҡуғығыҙ булһа, ҡайһы ваҡытта мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә, ул балаға 1,5 йәш тулған айҙан алып түләнәсәк.
Пособиены алыу өсөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының үҙегеҙ йәшәгән төбәктәге бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Йөккә уҙған ҡатын-ҡыҙҙар консультация һәм тәғәйенләнгән процедураларҙы үтеп, иҫәптә тора икән, уларға 625,22 һум күләмендә пособие түләнә.
Ире һалдат хеҙмәтендә булған йөклө ҡатындар бер тапҡыр 26402,6 һум пособие алырға хоҡуҡлы. Бала тәрбиәләгән һалдат ҡатындарына сабыйына 3 йәш тулғанға тиклем бирелгән пособиеның күләме 11315,4 һум тәшкил итә.
Эшләмәгән ҡатындарға ай һайын түләнгән матди ярҙам халыҡ менән социаль эш алып барған органдар тарафынан башҡарыла, һәм уның күләме эшләгәндәрҙеке менән тиң булырға тейеш.
Башҡортостанда уллыҡҡа бала алған күп балалы ғаиләләргә 453026 һум күләмендә бер тапҡыр ярҙам күрһәтелә. Мөмкинлектәре сикләнгән баланы ғаилә уллыҡҡа алған осраҡта социаль түләү 100 мең һум тәшкил итә.
Бала тапҡан ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү тураһындағы Рәсәй закондарынан тыш, урындағы ҡануниәткә лә таянырға мөмкин. Ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләрҙең балаларына 12 ай тулғанға тиклем ай һайын 121 һум күләмендә пособие түләнә, ә бишенсе балаға ярҙам иһә 242,65 һум тәшкил итә.
Рәсәй түләүҙәренә ҡушып, мөмкинлектәре сикләнгән йә игеҙәк балаһы тыуған ғаиләгә сабыйына өс йәш тулғанға тиклем урындағы етәкселек 500 һум пособие бирә.
Ғөмүмән, дәүләт тарафынан күп балалы, улай ғына ла түгел, бала тапҡан ғаиләләргә төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Ата-әсәләргә үҙ хоҡуҡтарын белергә һәм файҙаланырға ғына ҡала.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә