Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһы миҙгелегеҙ ҡайғыһыҙ?
Сабырлыҡтың төбө — һары алтын

Был яҙмамды дәһшәтле һуғыш йылдарында йәшәгән, ең һыҙғанып эшләгән миллионлаған замандаштарыма һәм апайым Әминәгә арналған шиғыр юлдарынан башлайым.

...Яҙмыш һеҙгә бер ҙә
йылмаймаған,
Йылдарына ҡарап аңлайым.
Аҡ бурандар, алыҫ таңдар аша
Уҙған юлығыҙҙы барлайым.

Алабута, әтлек, аслыҡ йылдар...
(Сабыйлыҡ та түгел вайымһыҙ!)
Ғүмерегеҙҙең ҡайһы осоро йә
Ҡайһы миҙгеле һуң ҡайғыһыҙ?
Беҙ ғаиләлә туғыҙ бала – ете ҡыҙ, ике малай үҫтек. (Атайымдың тәүге ҡатыны вафат булғас, уны балдыҙына, беҙҙең буласаҡ әсәйгә, димләп өйләндерәләр). Апаһынан етем ҡалған ике ҡыҙ ҙа әсәй тәрбиәһендә үҫә. Туғыҙ баланың һәр ҡайһыһының — үҙ яҙмышы. Мин был хаҡта тулыһынса яҙырға йыйынмайым. Шулай ҙа ҡыҫҡаса аңлатма биреп китеүҙе кәрәкле тип һанайым. Өлкән апайыбыҙ Хәнифә башланғыс белем ала. Ире Ғәлләметдин Фәрхетдинов менән биш бала үҫтерәләр. Апайым 90 йәшендә вафат булды. Хәлиҙә апайым уҡытыусы булып бер нисә йыл эшләне, ағайым Ғәли, Ҡазанда медтехникумда уҡып, фельдшер булды. Сажиҙә апайым Башҡортостан медицина институтын тамамлап, пенсияға сыҡҡансы табип булып хеҙмәт итте. Мин Өфөләге педагогия институтын тамамланым. Ҡустым Шамил рәссам ине. Һеңлебеҙ Тәскирә — юғары белемле уҡытыусы, ҡырҡ йыл мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Иң кесе һеңлем Лилиә медучилищела уҡып, оҙаҡ йылдар Өфөнөң 1-се дауаханаһында лаборант булды, хәҙер хаҡлы ялда. Туғыҙ баланан әле өсәүебеҙ иҫән.
Арала иң ауыр яҙмышлы Әминә апайым хаҡында һөйләмәксемен. Һуғышҡа тиклем ауылыбыҙҙа VII класты тамамлағас, Өфөләге медицина техникумына уҡырға инде. Ләкин... тәүге мәйетте күреү менән, һөнәренән күңеле ҡайта. Ауылды, ғаиләне һағыныуы ла уҡырға теләген һыуыта. Шулай итеп, ул колхозда эш башлай. Һуғыш башланғас, комбайнсылар курсына ебәрәләр. Был эште бер-ике йыл башҡара. Сөгөлдөр үҫтереүсе лә, ашнаҡсы ла, йөк ташыусы ла булды. Ғүмере буйы ауыл тормошон үҙ итеп, яратып йәшәне. Шәхси хужалығын да үҙе алып барҙы. Ҙур бәрәңге баҡсаһы, йәшелсә түтәлдәре, емеш ағастары әле лә күҙ алдымда.
1944 йылда фронттан яраланып ҡайтҡан Ҡара Ерек егете Хәтмулла Насировҡа кейәүгә сыҡты. Төрлө ауылдарҙа эшләп, кеше йортонда йәшәнеләр. Еҙнәбеҙ үҙ нигеҙен ҡора алманы. Иң аяныслыһы: иҫән саҡта балаларына тәрбиә бирә алманы. Улай ғына ла түгел, апайыбыҙ нигеҙһеҙ тороп ҡалды. Бер-бер артлы тыуған алты балаһының бишеһен ерләү ҡайғыһын да яңғыҙы күтәрҙе. Еҙнәбеҙ иртә донъя ҡуйҙы. Себерҙә ҙур йөк машинаһының шоферы булып эшләгән улы ҡырҡ туғыҙ йәше тулыр-тулмаҫтан яман үпкә шешенән вафат булды. Был уның иң ҙур юғалтыуы, иң оло ҡайғыһы ине. Уға тиклем ун йәшлек ҡыҙы Рима, ике йәшлек Радик, игеҙәк улдарының вафат булыуы йөрәгенә күпме әрнеү, һағыш һалғандыр, күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ринаты эшендә уңған, ғаиләһендә ысын хужа булараҡ, әсәһенә бик мәрхәмәтле ине. Һәр ҡыш уны үҙҙәре эргәһенә алып китә лә яҙ көнө ҡайтарып ҡуя торғайны. Оло юғалтыу ҡайғыһын нисек кенә кисергәндер ҙә түҙемлекте ҡайҙан алғандыр. Апайым сығарған бәйетте уҡып, уның күңел кисерештәрен күҙ алдына килтерергә мөмкин.
...Төндәр йоҡламай, яна йөрәгем,
Яна йөрәгем ҡайғым булғанға,
Ҡоштар һайрай үҙәкте өҙөргә,
Был әрнеүҙәргә нисек түҙергә?

Нисә йылдар инде йөрәгемдең
Уты, ялҡындары һүрелмәй.
Һинһеҙ үткән ғүмер —
ғүмер түгел,
Яралары ғына күренмәй...
Әҙәм балаһының сыҙамлығы хайран ҡалырлыҡ. Апайыбыҙ ҙа үҙен йәлләп, йәлләтеп ултырманы. Баҡсаһында һәр саҡ гөлдәр балҡыны, өйөндә таҙалыҡ, тәртип булды. Сабыр итеү өсөн күңелендәге моңдарын ҡағыҙ битенә төшөрә алыу ҙа, бәлки, ярҙам иткәндер. Унан һуң һәр саҡ физик эш менән шөғөлләнеү, донъя көтөү мәшәҡәттәре, саф һауала булыу ҙа ҡайғыларын таратҡандыр. Шиғыр һәм бәйеттәр ижад итеүе аҡыл-зиһенен һаҡлағандыр. Беҙ бергәләшеп аҡса туплап, уға үҙебеҙҙең Күҙәй ауылында йорт һалырға ярҙам иттек. Был эште кейәүебеҙ Ғәли Еникеев башлап ебәрһә, Ғәли ағайыбыҙ ахырынаса йөрөп тамамлап ҡуйҙы. Һуңғы һулышынаса иҫе-һушы дөрөҫ булды Әминә апайымдың. Ҡайтҡас, бик әкрен, хәлһеҙ тауыш менән беҙгә рәхмәтен, теләктәрен белдереп:
Оҙон булһын һеҙҙең ғүмерегеҙ,
Тыныс булһын бер үк күңелегеҙ,
Шатлыҡ даръялары мул аҡһын,
Һөйөнөстәр менән таң атһын,
— тип хушлашты.
Бүздәк районында йәшәүсе Әлифә Ғәлимованың “Бар бер нәҫел” тигән шәжәрә китабында апайым тураһында түбәндәге юлдар бар: “Әминә апайҙың, 85 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, хәтере бик яҡшы, һеңлеһе кеүек шиғырҙар ижад итә, уларҙы яттан һөйләй, күҙлекһеҙ гәзит, журналдар уҡый...”
“Наҙ” әҙәби түңәрәге ағзаларының һәм район гәзите авторҙарының ижад ынйылары тупланған “Һин тип тибә йөрәгем, Бүздәгем” тигән китапта ла шиғырҙары менән апайым хаҡында йылы һүҙҙәр яҙылған.
“Әминә Ғафар ҡыҙы Ҡаҙарова, ябай ауыл ҡыҙы булһа ла, белемгә ынтылыуы, яҡшы уҡыуы, һүҙ байлығын ҡәҙерләүе менән айырылып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәни тормошонда ихлас ҡатнаша, “Аҡ яулыҡтар” фольклор ансамбленә йөрөнө”.
Яҡты эҙ ҡалдырып, былтыр ноябрь айында туҡһан йәшендә арабыҙҙан китеп барған апайыбыҙҙың урыны йәннәттә булһын ине.
Ф. ЧАНЫШЕВА.
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баш ҡалала тәүге аҙыҡ-түлек таратыу пункттары асылды
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 12.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республика агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә йәнә 750-шәр мең һум түләнә

Республика агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә йәнә 750-шәр мең һум түләнә 12.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу өсөн конкурста ҡатнашырға теләгән йәш ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин 11.02.2026 // Йәмғиәт

Ике балаһы булған ата-әсәләргә НДФЛ яҡынса 6% тиклем кәмей....

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ҡазан рейсының тотҡарланыу сәбәбе билдәле булды
Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән

Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән 11.02.2026 // Йәмғиәт

Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Башҡортостанда БПЛА өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла

Башҡортостанда БПЛА өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла 10.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла...

Тотош уҡырға 2

Республикала мәктәптәрҙең, вуздарҙың һәм колледждарҙың хәүефһеҙлеге көсәйтелә

Республикала мәктәптәрҙең, вуздарҙың һәм колледждарҙың хәүефһеҙлеге көсәйтелә 10.02.2026 // Йәмғиәт

Республикала мәктәптәрҙең, вуздарҙың һәм колледждарҙың хәүефһеҙлеге көсәйтелә...

Тотош уҡырға 2

Йырсы Илсиә Бәҙретдинова шәхси тормошоноң һәм ижади уңыштарының серҙәрен асты

Йырсы Илсиә Бәҙретдинова шәхси тормошоноң һәм ижади уңыштарының серҙәрен асты 10.02.2026 // Йәмғиәт

Иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттары, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре араһында эстрада йондоҙо «Башинформ»ға килде һәм ......

Тотош уҡырға 2

Республикала М-5 трассаһында Силәбе өлкәһенә тиклем сикләүҙәр индерелде

Республикала М-5 трассаһында Силәбе өлкәһенә тиклем сикләүҙәр индерелде 10.02.2026 // Йәмғиәт

Республикала М-5 трассаһында Силәбе өлкәһенә тиклем сикләүҙәр индерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда алимент буйынса бурысы йыйылған ирҙе эҙләйҙәр

Комментарий өҫтәргә