Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ байлығы – халыҡтыҡы. Әлегә...
Сит ил кешеләре беҙгә эй көнләшә. Шулай булмай, иркен йәшәйбеҙ бит. Урмандарыбыҙ, яландарыбыҙ, тауҙарыбыҙ... Ҡыҙырып, башың һуҡҡан яҡҡа сыҡ та кит. Хөрриәт!

Ысынлап та, Рәсәй генә түгел, Башҡортостан да майҙаны буйынса күп кенә донъя илдәренән ҙур. Тажикстан менән Бангладеш ҡына республикабыҙ ҙурлығында. Ә бына Греция, Болгария, Венгрия, Португалия, Австрия, Чехия бәләкәйерәк, Словакия, Эстония, Дания – хатта өс тапҡырға тиерлек, Голландия, Швейцария, Бельгия – дүрт тапҡырға! Етмәһә, уларҙа халыҡ һаны икеләтә тиерлек күберәк. Өҫтәүенә еребеҙ бай, тәбиғәтебеҙ төрлө-төрлө.
Әммә сит-яттарҙы беҙҙең илдә тағы бер нәмә ҡыҙыҡһындыра, ғәжәпләндерә: урман-ҡырҙарыбыҙҙа рәхәтләнеп йөрөп булғаны, унда бер ниндәй сикләүһеҙ емеш-еләк, бәшмәк йыйыуыбыҙ, йылға-күлдәрҙә балыҡ тотоуыбыҙ. Рәсәйҙә тәбиғәт халыҡ байлығы шул. Европала байтаҡ ерҙәр шәхси милеккә ҡарай, башҡа кешеләргә саф һауа һулар өсөн парктар ғына ҡала. Милекселәр үҙҙәренең биләмәһе аша үткәнгә йә хаҡ ала, йә унда аяҡ баҫырға бөтөнләй рөхсәт итмәй.
Ошо арҡала низағтар йыш тыуғас, мәҫәлән, Англияла 2000 йылда хатта ауыл ерҙәре тураһында закон ҡабул итеп, дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙы билдәләргә мәжбүр булғандар. Әммә был майҙан бик бәләкәй һәм унда мең төрлө тыйыу булдырылған: усаҡ яғырға, хайуандарҙы, ҡоштарҙы ауларға, балыҡ тоторға, һыу төшөргә, ағастарҙы һәм үҫемлектәрҙе һындырырға-өҙөргә... Францияла күп кенә йылғалар шәхси ҡулдарҙа. Уларҙа кәмәлә йөҙөргә мөмкин, ә бына кемдеңдер милкендә булған ярға сығырға ярамай... Испанияла кеше биләмәһендә һыу эсеү ҙә тыйыла... Был йүнәлештә Швецияла, Норвегияла, Финляндияла закондар сағыштырмаса йомшағыраҡ.
Ләкин беҙҙәге һымаҡ рәхәтлек бер ерҙә лә юҡтыр. Шулай ҙа баҙар мөнәсәбәттәренә күсеүгә бәйле күп үҙгәрештәр күҙәтелә. Һыу ятҡылығының ҙурлығына ҡарап, 50 – 200 метр киңлектә һыуҙы һаҡлау зонаһы булдырылыуға ҡарамаҫтан, иң хозур, иң йәмле урындарҙы ҡайһы бер йүнселдәр кәртәләп алып, төрлө төҙөлөш, табыш килтергән эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрә. Урындағы халыҡ был тәбиғәт ҡосағына аяҡ баҫа алмай, йыш ҡына ыҙғыш-фәлән дә сыға. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай закон боҙоуҙарҙы асыҡлап, ғәйеплегә язаһын биреп кенә тора.
Шулай ҙа тәбиғәт ресурстарынан бушлай файҙаланып, уны әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйыуҙың мәңгелек булмаясағы көн кеүек асыҡ. Иҡтисади үҫеш мәлендә йәки көрсөк шарттарында һәр һум иҫәптә булғанда бигерәк тә. Һәр файҙа бирерлек нәмә ҡаҙнаға килем килтерергә тейеш. Шуға ла төрлө штрафтар, һалымдар арта ла инде.
Тәбиғәтебеҙ ҙә был йәһәттән бөткөһөҙ табыш сығанағы түгелме? Һәр хәлдә Рәсәйҙең урман хужалығы федераль агентлығында шулай уйлайҙар, ахыры. Юғиһә уның етәксеһе урынбаҫары Елена Комар имзаһы менән быйылғы йылдың 25 февралендә төбәктәргә ебәрелгән хат нимәгә ишаралай? Интернет киңлектәрен гиҙгән был документта, урмандағы сереп, ауып ятҡан ағастарҙы ҡырҡыу һәм ташып алыу – урлашыу, тиелә. Ә Рәсәй закондарына ярашлы, бындай эш башҡарған кеше енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Уға ике йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай. Әлбиттә, зыян ҙур булмаһа, штраф йә 15 тәүлеккәсә арест менән дә ҡотолорға була. Ләкин урман-ҡырға сығып, утынға тип ҡоро ағасты алып ҡайтып, кеҫәңде йоҡартырға йә изоляторҙа ултырырға бик теләмәҫһең дә бит әле...
Нимәһе шаҡ ҡатыра: ул серек ағас дәүләткә бысағыма ла кәрәк түгел дәбаһа! Тимәк, кемдер уны ҡулланып, зыян килтереүе мөмкин түгел. Киреһенсә, урман шул рәүешле таҙарып ҡала бит. Тәбиғәттә бүреләр ҙә юҡҡа ғына “урман санитарҙары” тип һаналмайҙыр. Былай ҙа ғүмер баҡый тәбиғәт ҡосағында йәшәгән ауыл халҡы үҙенең шул байлығынан файҙалана алмай тиерлек. Тейешле ағасты юллап, күпме ваҡытын, һаулығын, аҡсаһын бөтөрә. Хәҙер килеп утындан башҡаға бармаған бер ҡумырыҡ өсөн төрмәгә ултыр әле!
Шуныһы асыҡ: был – ришүәтселеккә тура юл. Дәүләт мөлкәтенә ҡул һуҙған тип, енәйәт эше менән баш ҡатырып йөрөмәйәсәктәр, әлбиттә. Урманда етәкселектән кем быны күрһен дә кем серек ағасты һанаһын, тәртип боҙоу өҫтөндә тотолған кешегә лә, уны тотҡанына ла үҙ-ара “килешеп” айырылышыу иң яҡшыһы буласаҡ.
Ошондай туҙға яҙмаған ҡағиҙәләр тора-бара ысынлап ҡанун рәүешенә инеп китер тип кем әйтмәҫ? Хатта депутаттар шундайыраҡ закон башланғыстары тәҡдим итеп маташа бит. Мәҫәлән, “Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, былтыр көҙ Ленинград өлкәһе парламентарийы Владимир Петров шашлыҡ әҙерләргә сыҡҡан өсөн өс айға бер 500 һум иҫәбенән һалым индереүҙе уйлап тапҡан. Өс айға бирелгән лицензия нигеҙендә генә урманға йөрөп буласаҡ, ти. Юғиһә биш мең һумғаса штраф түләйәсәкһең...
Бәлки, шунда уҡ урманда саф һауа һулаған, яр буйында йылғаның аҡҡанына ҡарап ултырған, баҫыу өҫтөндә һоҡланып йәйғорҙо күҙәткән өсөн дә түләм индерергәлер?..
Елена Комарҙың хаты буйынса аңлатма биреүҙе үтенеп, республиканың Урман хужалығы министр­лығына хат ебәрелде.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә