Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарама беләккә, ҡара ГТО билдәһенә...
Ҡарама беләккә,  ҡара ГТО билдәһенә... Илебеҙҙең мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа реформа артынан реформа кисерә. Берҙәм дәүләт имтихандарын булдырыу хаҡында хәбәр таралғас, йәмәғәтселек байтаҡ ҡына шаулап алғайны. Заман менән бергә атлаусылар үҙгәреште хупланы, ә мәсьәләнең айышына төшөнөп етмәгәндәр утҡа кәрәсин һибеүен дауам итте. Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор тигәндәй, ете йыл тирәһе тәжрибә үткәргәндән һуң, ниһайәт, депутаттар БДИ тураһында закон ҡабул итте. Яңы системаның уңайлы яҡтарын балалары БДИ тапшырған ата-әсәләр тойғандыр инде. Төбәктәрҙә үткәрелгән социологик тикшеренеү шуны күрһәткән: уртаса алғанда, йөҙ студенттың 90-ы БДИ-ны хуплай, алтауһы ниҙер әйтергә ҡыйынһына, бер нисәһе генә ҡаршы фекерен белдерә. Ҡыҫҡаһы, халыҡтың күпселеге яңылыҡтан бик тә ҡәнәғәт. Элекке шикелле үҫмер ике урында – мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла – имтихан тапшырып ыҙа сикмәй, ә аттестаттағы билдәләре буйынса артабан ҡайҙа уҡырға теләһә, шунда юллана.


Әйткәндәй, берҙәм һынауға өйрәнеп бөттөк кенә тигәндә йәнә ниндәйҙер өҫтәмәләр индерә башланылар. Әйтә­йек, Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙарын, ватаныбыҙҙың йыйылма командаларында сығыш яһаусыларҙы һәм тағы бер нисә категорияға ҡараусыларҙы юғары уҡыу йорттарына конкурстан тыш ҡабул итеүҙәре тураһында хәбәрҙарбыҙ. Был йәһәттән хатта ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыу, профилле предметтарҙан өлгәш, урта белем хаҡында аттестаттың уртаса балы, шәхси ҡаҙаныштар ҙа иҫәпкә алынасаҡ, тиҙәр. Дөрөҫтөр, юғиһә, педагогтар билдәләүенсә, үҫмер БДИ тапшырыуға ғына әҙерләнеп, бүтән фәндәргә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Уртаса балды иҫәпләү иһә, һис шикһеҙ, йәштәрҙең аңын төрлө яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Унан да бигерәк был – БДИ тапшырғанда мутлашыусыларға ҡаршы отошло алымдарҙың береһе.
Йәнә бер яңылыҡ – абитуриенттарҙы уҡырға ҡабул иткәндә ГТО (“Хеҙмәткә һәм илде һаҡларға әҙер”) билдәһен алғандарға өҫтөнлөк биреләсәк. Шуны әйтеп үтеү урынлы: СССР заманында белем усаҡтары һәм спорт ойошмалары йәштәр күңелендә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү һәм сәләмәт тормошҡа ынтылышты арттырыу маҡсатында был йүнәлештә төрлө саралар күрҙе. ГТО системаһы 60 йыл тирәһе (1931–1991 йылдар) ҡулланылды беҙҙә. Һуңғы йылдарҙа йәштәр мөхитендә спортҡа ихтыяждың артыуын күҙ уңында тотоп, Президент Владимир Путин элекке йоланы тергеҙеү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
Билдәле булыуынса, ГТО билдәһен күкрәккә тағыу өсөн 16-17 йәшлектәргә 100 метрҙы – 13,8 секунд эсендә, ә 3саҡ­рым араны 13,10 минутта йүгереп үтергә кәрәк, шулай уҡ урындан тороп алыҫлыҡҡа һикереүҙә, турникта күтәрелеүҙә, мылтыҡтан атыуҙа, саңғыла уҙышыуҙа, йөҙөүҙә һәм башҡа бер нисә көсөргәнешле бәйгелә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеү зарур. Нормативтарҙы үтәнең икән, күңелле студент тормошон күҙаллай башларға ла мөмкин.
Ошолар тураһында фекер төйнәгәндә уйҙарым ғәмһеҙ бала саҡҡа, мәктәп йылдарына алып ҡайтты. Класымдағы 15 егеттең яртыһы тиерлек физкультура дәресенә теләп йөрөнө, кис йоҡлар алдынан спорт майҙансығына сығып әйләнеүҙе ғәҙәткә индерҙе, төрлө сәмле уйындар ойошторҙо. Ҡыҫҡаһы, спорт яратып үҫтек. Күнекмәләрҙең барыһы ла төп эшебеҙ уҡыу менән бергә үрелеп барҙы. Бер иптәшебеҙ нормативтарҙы үтәүгә өлгәште, шул ваҡытта нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Әммә ул ваҡытта ГТО билдәһенең практик әһәмиәте булманы. Әгәр ҙә уҡытыусы бүтәндәр хаҡында ла атайҙарса хәстәрлек күрһә, иманым камил, значокты күптәребеҙ алыр ине...
Шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа йөрөгән бер нисә “ботаник”тан еңелсә көлөү, шаяртыу-төрткөләү булманы түгел, булды. Көнө буйы партала ултырыуҙары етмәгән, китап ҡосаҡлап йоҡларға яттылар, уның менән бергә уяндылар. Тап ошо йомробаштар олимпиадаларҙа ҡатнашып, мәктәп данын яҡланы, артта һөйрәлеүселәргә әҙер эшен күсертте, иң мөһиме – “уҡыу алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемде йөрөттө. Вуздарға тәүге ынтылыштан уҡ инеүҙәре белемлелектәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй ине. Уның ҡарауы, сибек булып буй еткерҙеләр, сафтың аҙағында баҫып торҙолар. Әле лә иҫләйем: ғинуар айының ҡаты һыуығында беҙҙең ише урамда саңғы шыуманылар, ә йылы спорт залында шөғөлләнделәр. Кем әйтмешләй, теплицалағы ҡыяр шикелле тойҙолар үҙҙәрен. Эйе, улар тиҙ арала вуз студенты булып китте, әммә, беле­үемсә, тырыша-тырыша икенсе, хатта өсөнсө ынтылыштан уҡырға ингәндәр ҙә был тормошта үҙ урынын тапты.
Хәҙер ГТО значогы менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Файҙаһы тос ҡына булмаҡсы уның – абитуриенттың БДИ һөҙөмтәләренә 10 балл өҫтәүҙәре мөмкин. Бер фекер тыуа: хәҙер, киреһенсә, кемдер артыҡ яфаланмайынса ғына уҡып, шәп йүгергәне йәки оҫта туп тибеп йөрөгәне өсөн студент булыу шатлығын кисерһә, икенселәр ныҡ тырышып белем эстәп тә вузға уҡырға ҙур ауырлыҡ менән инмәҫме? Был ғәҙелме?
Мәғлүм булыуынса, ГТО значогын ябай мәктәптә түгел, махсус үҙәктәрҙә генә алырға мөмкин икән. Ҙур булмаған ауыл мәктәбен күҙ алдына килте­рәһегеҙме? Мәҫәлән, унда йөҙ тирәһе уҡыусы иҫәпләнә, ти. Мөғәллимдәр балаларҙың һәр береһенә төплө белем биреү менән бер рәттән тәрбиә мәсьәләһен дә иғтибар үҙәгендә тота. Төштән һуң төрлө фәһемле саралар үткәрелә, спорт секцияларын берәү ҙә ҡалдырмай... Әлбиттә, һәммәһе лә ғәзиздәренең һау-сәләмәт үҫеүен теләй. Тик спорт менән дуҫ ауыл балалары өсөн нормативтарҙы тапшырыуға әҙерлек йәһәтенән уңайлы шарттар тыуҙырылғанмы? Бөтә балаларҙы ла ГТО билдәһе алып була торған белем усағында уҡытыу мөмкин түгел, шулай уҡ махсус үҙәктәрҙе бөтә мәктәптәрҙә лә эшләп булмай ҙа инде!? Йәшерен-батырын түгел, ябай ауыл балалары, ГТО тураһында белгән осраҡта ла, нормативтарҙы үтәп сығыу йүнәлешендә бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ.
Ябай ғына бер миҫал. Врач булыу өсөн бик тәрән белем дә, һәләт тә кәрәк – егет һәм ҡыҙҙарҙы медицина буйынса вуздарҙа тиккә генә бик оҙаҡ уҡытмайҙар. Тырыштарҙың береһе табип һөнәрен алыу өсөн профилле предметтарҙан имтиханды уңышлы тапшырҙы, ти. Икенсеһенең дә шул тиклем врач булғыһы килә, тик белеме һайыраҡ. Уның ҡарауы, спорт залынан сыҡмаған был үҫмерҙең ГТО значогы буйынса балдар өҫтәтеп кенә уҡырға инеүе мөмкин. Һуңғыһына скальпель тоттороуы ҡурҡыныс түгелме?!
Врач трансфузиолог в Уфе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айбар
    Айбар от 20.04.2016, 13:14
    Автор оло проблема күтәрә, гәзиттә просвещение буйынса мәҡәләләр йыш сыҡһа ине.






Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 22

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 28

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 26

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 34

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 25

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 38

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 33

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 33