Гәзиттең быйылғы 29 ғинуар һанында баҫылып сыҡҡан публицист, ғалим Рәшит Шәкүрҙең “Себенлеме, Суби-меңме?” тигән мәҡәләһенә ҡарата фекеремде белдермәксемен. Унда бәйән ителгән Әлшәй районындағы Себенле (урыҫса Чебенли) атамаһының сығышына аңлатма бирә алмайым — хаҡым да, фаразым да юҡ. Әммә Рәшит әфәнде әйтеүенсә, Ейәнсура районындағы Яңы Себенле ауылының исеме “суби” этнонимына барып тоташа... Был фекер менән бер нисек тә килешә алмайым. Хуш, үҙемдекен бәйән итәм. Яманболаҡ ауылы (Яңы Себенленең тәүге һәм боронғо исеме) ҡасан барлыҡҡа килгән һәм уға кемдәр нигеҙ һалған? Был һорау ауыл халҡын бик ныҡ ҡыҙыҡһындырған, ололар был турала бар мәғлүмәтте яҙып та ҡалдырған. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ төбәгенең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ.
Ейәнсура районы тарафтарына татар ауылдары (Яңы Себенле, Күгәрсен, Ҡарғалы) халҡы ҡасан һәм нисек килеп ултырған һуң? Уға яуапты Халиҡов, Әминев кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәренән табабыҙ.
ХVIII быуаттың 30 – 40-сы йылдары татар халҡы яҙмышында ҡараңғы һәм әшәке осор булып хәтерҙә һаҡлана — суҡындырыуҙың иң ҡоторған йылдары. Дөрөҫ, татарҙарҙы суҡындырыу һәм урыҫлаштырыу эше быға тиклем дә ике быуат буйы дауам иткән, әммә уның ҡәбәхәт рәүешкә еткерелгәне Лука Канашевич эшләгән осорға тура килә. Батша Хөкүмәте яҡлап һәм ҡотортоп торған “изге аталар” ҡораллы командалар эйәртеп татар ауылдарына килә һәм, төрлө бүләктәр, араҡы менән ҡыҙыҡтырып, халыҡты христиан диненә күсерергә тырыша. Тик татарҙар диндәрен ташларға ашыҡмай. Шунан инде халыҡты туҡмау, төрлөсә язалау, мәсхәрәләү, боҙло һыуға ҡыуып индереү, ауылдарҙы яндырыу, мәсет һәм мәҙрәсәләрҙе юҡ итеү кеүек аламалыҡтар башлана. Бына ошо осорҙа Ҡазан, Зөя өйәҙҙәрендә йәшәгән татарҙар көнсығыштағы буш ерҙәргә күпләп китә башлай. Мәҫәлән, Ҡазан губернаторы Салтыковтың хәбәр итеүенә ҡарағанда, “бик күп яһаҡлы кешеләр (татарҙар) башҡорттар янына күсеп китте... Ҡазан, Сембер һәм башҡа өйәҙҙәрҙә йәшәгән яһаҡлы татарҙарҙың яртыһынан күбеһе башҡорттарға күсте”.
ХVIII быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостан төбәгендә барлыҡҡа килгән татар ауылдарына күберәк ана шул ҡасаҡтар нигеҙ һалған. Ейәнсура яҡтарына башлап Ҡазан, Зөя һәм Чистай өйәҙҙәренең яһаҡлы татарҙары килеп ултырған тип ҡырт киҫеп кенә әйтеүе ҡыйын, сөнки алыҫтағы ерҙәргә килә-килә ҡасаҡтарҙың байтағы үлеп бөткән. Төрлө ауыл, өйәҙ, хатта төрлө милләт кешеләре айырым-айырым төркөмдәргә берләшеп килеп еткәс, уртаҡ көс менән йәшәү өсөн торлаҡтар ҡорған.
Татарҙарҙың был төбәккә 1830 йылдарҙа килеүе ҡайһы бер тарихи хеҙмәттәрҙә лә телгә алына. Мәҫәлән, Әкрәм Бейештең фәнни-популяр йүнәлештәге “Эйек бөрйәндәре һәм Туйымбәт менән Ҡотләмбәт” тигән хеҙмәтендә былай тиелә: “...1843 йылда, Ҡаҙна палатаһы Һаҡмар буйындағы Себенле тигән татар ауылының бер өлөшө кермешәк “башҡорт” итеп Назар ауылы эргәһендә ултырырға булып, назарҙар шул татарҙарҙы ҡабул иткән... Себенле татарҙарының байтаҡ өлөшөн кермешәк “башҡорт” итеп Мораптал ауылына ла күсерәләр. Шул ваҡыттан Мораптал ауылы башҡорт яғына, татар яғына бүленә башлай. Яманболаҡта ла, Морапталда ла татар яғы ҙур өҫтөнлөк алып китә”.
Шулай итеп, 1838–1839 йылдарҙа Ырымбур губернаһындағы Үрге Себенленән 17-18 ғаилә тыуған ерҙәрен Яманболаҡ буйына алмаштыра. Күсеп килгәндәргә ҡаршылыҡ булмай. Бер нисә йыл эсендә ауыл ойоша. Араларында уҡый-яҙа белеүселәр ҙә була, улар нәҫелдәренең шәжәрәләрен теркәп бара. Шул заман шәжәрәләренең ҡайһы берҙәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.
Яманболаҡ буйына килеп ултырыусылар, ике нәҫел кешеләре булып, берәүҙәрен – “типтәрҙәр”, икенселәрен “Ҡазан кешеләре” тип атағандар. Ауыл исемен “Яңы Себенле” тип ташҡа баҫһалар ҙа, ул оҙаҡ йылдар Яманболаҡ булып ҡала килде.
Ә хәҙер Себенле ауылы атамаһының сығышы тураһында. “Верхние и Нижние Чебеньки” (авторы — Рәшит Искәндәров) китабында былай фараз итә: “Название хутору могло бы быть дано от степной речушки Чебенька, протекающей по территории сел Украинка и Григорьевка и впадающей в реку Сакмара, на правом берегу против будущего хутора Нижние Чебеньки. В тексте Указа Сената от 8 августа 1745 года об отводе земель Казанскому татарину Хаялину есть фраза и о Нижней Чебеньке... “Учитывая, что по левой стороне реки Сакмара отсутствуют удобные места для устройства мельниц и сооружений... разрешается производить посев на правой стороне реки Сакмара, по реке Нижней Чебеньке...”
Рәшит Искәндәров китабындағы тағы бер яҙмаға күҙ һалайыҡ. “Сеит Хаялин, основатель дер. Каргалы, приехав на лошадях в середине лета на место будущих хуторов, облюбовал для поселения красивый, уютный уголок... Когда он распряг лошадей и принялся за молитву, животные сильно забеспокоились: их одолевали мошкара и мухи. “Чебенле урын”, — сказал своим спутникам старый Сеит. “Чебен” с татарского языка — муха, “Чебенле” — мушиное, т.е. мушиное место. Отсюда, якобы, пошло название “Чебенле” с русским произношением — Чебеньки”.
Әйткәндәй, Яманболаҡ (Яңы Себенле) ауылы Яманболаҡ менән Аҡтана йылғалары ҡушылған матур урында урынлашҡан. Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенә ҡарағанда, был ике йылға ҙур булып, ҡаҙаҡтар, Троицк ҡалаһына юл тотҡан ваҡытта аттары батып ыҙа сиккәнгә күрә, “Яман йылға — Яманболаҡ” исемен биргән һәм ауылдың исеме лә Яманболаҡ булып ҡалған.
Икенсе Назар ауылы башҡорттары яңы тормош ҡорғандарға ярҙам итеп торған, тығыҙ аралашҡан. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары балаҫ, тула һуғыу эштәренә өйрәткән, сәсеүгә орлоҡ биргән. Күсеп килеүселәр һәм башҡорттар араһында килешеү төҙөлә.
Ырымбур өйәҙендәге ауыл һәм йорт йәмғиәттәрен ойоштороу эше 1863 йылдың 1 авгусында башлана. Сентябрь айында Ырымбур кантоны төҙөлә. Элекке 2-се кантон ерендә дүрт йорт идараһы ойошторола: 1. Башман-Ҡара Ҡыпсаҡ волосы, үҙәге — Яманһарыла; 2. Башман-Ҡыпсаҡ волосы, үҙәге — Аптыраҡта; 3. Ҡара-Ҡыпсаҡ волосы, үҙәге — Сәйетҡолда; 4. Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосы, үҙәге — Яңы Себенлелә (22 башҡорт ауылы ҡарай был олоҫҡа).
Урынлы һорау тыуа: ни өсөн башҡорт ерҙәре уртаһында урынлашҡан татар төйәге Яңы Себенле (Яманболаҡ) ауылы олоҫ үҙәге булып киткән? Яуабы ла ябай түгел. Батша тарафынан 1863 йылда раҫланған “Башҡорт халҡына идара итеү ҡағиҙәләре” башҡорт халҡының ер хоҡуғын ҡарай, йәғни ер хоҡуғын билдәләү мәсьәләләрен. Был ҡағиҙәләрҙә башҡорттар үҙ еренә тулы хоҡуғын һаҡлай, тип әйтелгән булһа ла, маҡсаты – башҡортто ерһеҙ итеү, уларҙы ултыраҡ тормошҡа күсереп, игенселек менән шөғөлләнергә мәжбүр итеү күҙ уңында тотола. Хөкүмәт үҙ маҡсатына өлгәшә. Һөҙөмтәлә башҡорт араһында рус, татар ауылдары күбәйә. Ауыл хакимиәте лә күберәк шул ерҙә урынлаштырыла. Шундай юл менән батша хөкүмәте башҡорттарҙы тағы ла нығыраҡ ерһеҙләндереп, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, игенселек менән шөғөлләнергә мәжбүр итә.
Ниһайәт, 1863 йылда алынған халыҡ иҫәбе буйынса, Яманболаҡ (Яңы Себенле) ҙур ауылдарҙан иҫәпләнеп, 270-тән артыҡ йортта 832 ир, 791 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән олоҫ үҙәгенә әйләнә. Ауылдағы өс мәсет (береһе — Икенсе Назарҙа), ҙур таштан һалынған мәҙрәсә Яманболаҡ ауылында элек-электән уҡымышлы кешеләрҙең күп булыуы тураһында һөйләй.
ХIХ быуаттың архив материалдарын ҡарағанда, Яңы Себенле ауылының үҙенсәлеге — тотош заводы булыуы. Уны завод тип әйтеүе бигүк дөрөҫ булмаҫ, әммә ҙур таш бинала урынлашмаһа ла, бер нисә ағас ҡоролманан ғибәрәт булыуы, ялланған хеҙмәт ҡулланыу, шул заман өсөн капиталистик предприятие һаналыуы — тарихи ысынбарлыҡ. Ағас йәки үлән көлөн һелтегә әйләндергән был сеймал тире эшкәртеүҙә һәм һабын яһауҙа киң файҙаланылған. Тимәк, тотош заводы менән бер рәттән ауылда тире эшкәртеү предприятиеһы ла эшләгән булып сыға.
Ауылдың боронғолоғо күңелдәрҙә шөбһә тыуҙырмай. Уның үҙ традициялары, үҙенә генә хас тарихы, үҙе генә сисә торған мәсьәләләре бар.
Юлай ТОЙҒОНОВ,
уҡытыусы-пенсионер,
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.