Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәскәү. Владимир Путин тыңлай!”
“Мәскәү. Владимир Путин тыңлай!” Өс сәғәт тә ҡырҡ минут... Өс миллиондан ашыу һорау... Ил Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш һәр ваҡыттағыса эшлекле шарттарҙа үтте. Асыҡ, ихлас аралашыу... Ваҡыты менән, әлбиттә, етәксенең кәйефе ҡырылып киткән мәлдәр ҙә булды. Ни эшләйһең, тормош... Әммә Владимир Путин бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Хатта алып барыусылар иғтибар итмәгәндәрен үҙе эфирға “сығарҙы”. Тура эфир башланмаҫ элек үк ил башлығына хеҙмәт хаҡы, эске һәм тышҡы сәйәсәт, социаль тәьминәт, иҡтисади хәл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина хеҙмәтләндереүе һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы ике миллиондан ашыу һорау килгәйне инде. Артабан улар өҫтәлде генә...

“Соҡор өҫтөндә соҡор, тәгәрмәстәр төшөп ҡала...”

Тәүге һорауҙы Омск ҡалаһы­нан Екатерина исемле ҡыҙ яңғыратты. “Соҡор өҫтөндә со­ҡор, машиналар емерелә, тәгәрмәстәр төшөп ҡала...” – тип әсенеп һөйләне ул урын­дағы юлдар хаҡында. Хәйер, был мәсьәлә бер Омск халҡын ғына борсомай. Әле яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Рөс­тәм Хәмитов менән үткәрелгән тура бәйләнеш тә нәҡ ошо проблемаға ҡағылышлы һорау­ҙан башланғайны. “Юл фондында аҡса әҙ түгел, әммә уның ниндәй маҡсатта тотонолоуы икенсе мәсьәлә. Сум­маның юлдарҙы ремонт­лауға һәм төҙөкләндереүгә генә йүнәлтелеүен контролгә алыу шарт”, – тине Президент һәм юл фондын йәнә 40 миллиард һумға арттырырға вәғәҙә бирҙе. “Төбәктәргә федераль кимәл­дәге тәжрибәгә таянып эшләй башларға ваҡыт – тулы цикл контракттарын күҙ уңында тотам. Юлды төҙөүҙән алып уны хеҙмәт­ләндереүгә тиклем бер фирма яуап бирергә тейеш – шул осраҡта эштең сифатына ла яуаплыраҡ ҡарарҙар ине”, – тине Владимир Путин.
Әйткәндәй, Омск етәкселәре мөрәжәғәткә шунда уҡ яуап бирҙе – ҡалала майға тиклем 21 объекттың төҙөкләнде­ре­лә­сәге тураһында хәбәр килгән­дә тура бәйләнеш тамамлан­мағайны әле.

Кемгә ышанырға: Хөкүмәткәме, әллә магазин чектарынамы?


Быға тиклемге ойошторол­ған тура бәйләнештәрҙән айырмалы, был юлы балалар баҡ­саларына, БДИ, ОСАГО-ға ҡағылышлы һорауҙар булманы тиерлек. Уның ҡарауы, халыҡ хаҡтарҙың артыуына, эш хаҡы­ның ваҡытында түләнмәүенә, үҙебеҙҙә етештерелгән осһоҙ дарыуҙарҙың етешмәүенә зар­ланды. Мәскәүҙә йәшәгән ханым хатта магазин чектарын миҫал итеп килтерҙе. “Хаҡтар ике тапҡырға күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт һаман да инфляцияның 13 процент кимә­лендә һаҡланыуы тураһында һөйләй. Кемгә ышанырға: Хөкүмәткәме, әллә магазин чектарынамы?” – тине ул. Путин иһә чектарға ла, Хөкүмәткә лә ышанырға кәңәш итте: “Хөкү­мәт йыл ағымында күҙәтел­гән уртаса инфляцияны иҫәп­ләп сығара. Ә аҙыҡ-түлек инфля­ция­һы – ул дөйөм ин­фляция­ның өлөшөнә тура килгән ярайһы уҡ ҙур вклад”. Ил етәксеһе аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуын “ауыл хужа­лығына ярҙам йөҙөнән инде­релгән эмбарго” менән аңлат­ты. Рәсәй халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алған­да, ауыл хужалы­ғын үҫтереү тәү сиратта аҙыҡ-түлек хәүеф­һеҙлеген артты­рырға тейеш. Әйткәндәй, әле илдә инфляция 12,9 процент кимәлендә һаҡлана, ә хаҡтар йыл башынан 2,2 процентҡа артҡан. Президент билдәлә­үенсә, һуңғы арала улар бер аҙ тотороҡлана башлаған.
Владимир Путиндан Рәсәй­ҙең иҡтисади хәле менән ҡы­ҙыҡһынып, “Беҙ әле ниндәй һыҙатта: ҡараламы, әллә аҡта­мы?” – тип һораусылар ҙа булды. “Һоро һыҙатта”, – тип яуап­ланы ил башлығы. Шулай уҡ ҡайһы бер һандарға ла туҡ­талып китте: эске тулайым продукт 3,3 процентҡа кәмегән, халыҡтың килеме 4 процентҡа түбәнәйгән. Әммә ауыл хужа­лығы тармағында һәм торлаҡ төҙөлөшөндә үҫеш һиҙелә. Эшһеҙлек кимәле түбән ки­мәлдә һаҡлана – 5,6 процент. Ил етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн властың маҡсаты нисек тә ихтыяжды тәьмин итеү, инвестициялар ағымын йәнлән­дереү, халыҡтың килемен арттырыу. “Иң мөһиме – аҡса баҫтырмаҫҡа. Беҙгә иҡтисад­тың структураһын үҙгәр­тергә кәрәк. Был йәһәттән ниндәйҙер хәрәкәт һиҙелә лә инде”.

Төркиәгә юл асылырмы?

Президенттан Мысыр менән Төркиәгә авиалинияларҙың ҡасан тергеҙелере хаҡында ла һораштылар. Путин иһә осош­тарҙы тотҡарлау Рәсәйгә бәйле булмауын билдәләне. “Бөгөн Синайҙа көн дә тиерлек хәрби ҡаршылыҡтар булып тора”. Бындай шарттарҙа, ил етәксе­һенең фекеренсә, “халыҡҡа хәүеф-хәтәр тураһында әйтмәй ҡалырға хаҡыбыҙ юҡ”. Ил етәк­сеһе билдәләүенсә, Мысыр­ҙа­ғы коллегалар менән берлектә халыҡтың хәүефһеҙ­леген тәьмин итерҙәй алымдар бул­дырырға кәрәк. Хәҙергә улар юҡ.
Төркиәлә иһә, Президент әйтеүенсә, радикалдар менән көрәшеү түгел, ә улар менән хеҙмәттәшлек алып баралар. Илдең төньяғында граждандар һуғышы ҡыҙа. Аҙна һайын теракттар булып тора. “Беҙҙең граждандар менән бер нәмә лә булмаясаҡ тигән ышаныс бармы?” – тип һорауға һорау менән яуаплап, Путин яңыраҡ Туниста ял итеүселәрҙе пляжда атып китеүҙәрен хәтергә төшөрҙө. Шул уҡ ваҡытта Президент Анкараның Рәсәй турис­тарын кире ҡайтарырға маташыуына шикләнмәй, “әммә әлегә унда хәүефһеҙ түгел”.

Күрше хаҡы — тәңре хаҡы

Ғөмүмән, хәүефһеҙлеккә, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, илдәр араһындағы дуҫлыҡҡа ҡағы­лышлы һорауҙар тура бәйлә­неш дауамында бер нисә тап­ҡыр яңғыраны. Иң яҡын күрше­ләребеҙ — Украина, Грузия, Молдавия, Балтика илдәре хаслыҡ тойғоһо кисергәндә, ошоғаса дуҫ тип йөрөгән Төр­киә президенты ысын йөҙөн асып һалғанда Путин ниндәй хис-тойғолар кисерә икән — халыҡ һәр мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә теләне.
“Дошманлыҡ “ҡуласаһына” эләктек тип әйтә алмайым, беҙ күпселек илдәр, шул иҫәп­тән күршеләр менән дә йылы мөнәсәбәттә”, — тине Владимир Владимирович һәм Рәсәйҙең ШОС һәм БРИКС илдәре менән хеҙмәттәшлеген йәнә бер тапҡыр хәтергә тө­шөр­ҙө. Уның фекеренсә, шул уҡ Төркиә халҡы менән дә беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Әммә был ил етәкселәренең эшмәкәрлеге башҡа һыймай.
Путин билдәләүенсә, Рәсәй­ҙең ҡайһы бер сәйәси эшмә­кәрҙәр менән аңлашылмаусан­лыҡтары бар. “Бындай мөнәсә­бәт­тәрҙе иғтибарһыҙ ҡал­дырырға ярамай, юҡһа, елкәгә менеп ултырасаҡтар. Тарихта бындай хәлдәр булды. Башҡаса быға юл ҡуймая­саҡбыҙ”.

Обама менән Эрдоган һыуға бата ҡалһа...


Ил Президентына балалар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын ебәргән ине.
— Обама менән Эрдоган һыуға бата ҡалһа, кемде ҡотҡарыр инегеҙ?
— Әгәр кемдер батырға хәл иткән икән, уны ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин түгел. Әммә беҙ, һис шикһеҙ, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙербеҙ, үҙҙәре теләһә, әлбиттә...
— Ни өсөн олалар ике көн ял итә, ә балалар шәмбе көндө уҡыйҙар, йәкшәмбе дәрес әҙерләйҙәр?
— Дөрөҫлөк шунда: һеҙ беҙ­гә ҡарағанда күпкә шәберәк­һегеҙ, шуға ла ошо тиклем йөкләмәне күтәрә алаһығыҙ.
— Бәләкәй сағығыҙҙа ярат­маған бутҡа ашатһалар нимә эшләй инегеҙ?
— Берәү ҙә минең теләгемә ҡаршы бара алманы. Ә хәҙер һәр көн иртән бутҡа ашайым. Бөгөн, мәҫә­лән, арпа ярмаһы бешерелде. Йәш үтеү менән тештәр кәмегән һайын бутҡаны ла нығыраҡ ярата башлайһың ул.
— Атайым Американы Путин ғына еңә аласаҡ, ти. Ә Рәсәй Президенты булып ҡатын-ҡыҙ эшләй аламы?
— Американы еңеү тура­һында түгел, ә эске пробле­маларҙы хәл итеү хаҡында уйларға кәрәк — һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисад. Ошоларҙы хәл итһәк, берәүҙе лә еңергә кәрәкмәйәсәк. Хә­йер, бәлки, ысынлап та, был ҡатын-ҡыҙҙың ғына ҡулынан киләлер...

Был тура бәйләнеш – Владимир Путин өсөн иҫәп буйынса ун дүртенсеһе. Халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда башлағайны. Сираттағы һөйләшеү барышында дәүләт башлығы 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. Ә йәмғеһе ил етәксеһенә төрлө сығанаҡтар аша өс миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 11

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 16

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 10

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 9

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 25

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 25

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 29

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 33

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 33

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана