Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » КӨМӨШКӘ БИРМӘГӘН ӨСӨН... ҮЛЕМ
КӨМӨШКӘ БИРМӘГӘН ӨСӨН...  ҮЛЕМ Был рубрикала баҫылып килгән мәҡәләләрем кемделер фашлау йәки рәнйетеү өсөн яҙылмай. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡайһы саҡта редакцияға минең өҫтән аноним хаттар ҙа килеп төшә. Унда: “Ни өсөн Г. Иҫәнгилдина ябай халыҡтың боҙоҡлоғо тураһында ғына яҙа? Ана, түрәләр күпме енәйәт ҡыла...” – тигән һүҙҙәр ҙә осрағаны бар.
Дөрөҫөн әйткәндә, “Суд залынан” рубрикаһында тик суд рөхсәт иткән, хөкөм ҡарары ғәмәлгә ингән ваҡиғалар бәйән ителә. Ябыҡ шарттарҙа үткән судҡа журналистарға инергә рөхсәт юҡ. Был – бер. Икенсенән, иғтибар итһәгеҙ, “Суд залынан” рубрикаһындағы мәҡәләләрҙә бер ҡасан да кешенең йәшәгән урыны, исем-шәрифе күрһәтелмәй (йәки ул мотлаҡ үҙгәртелә). Шуға күрә, үҙегеҙҙе фашлап, “Ни өсөн беҙҙе яҙҙығыҙ?!” тип миңә янап, ҡурҡытып йөрөмәһәгеҙ ине.
Тағы бер ҡабатлайым: маҡсатым кемделер рәнйетеү түгел, ә халыҡты ғибрәтле хәлдәрҙән фәһем алырға саҡырыу. Был донъя­ла бер кем дә фәрештә түгел, дүрт аяҡлы ат та абына. Шуға күрә ваҡытында уйланып, бүтән кешеләрҙең хатаһын ҡабатламай йәшәргә кәрәк. Әйткәндәй, ошо йылдар дауамында миңә бик күптәрҙе төрмәгә “оҙатып ҡалырға” тура килде. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре ҡайтып матур итеп донъя көтөп, ғаилә ҡороп, бынамын тигән йәшәй. Ә биш йылдан әйләнеп ҡайтҡан егет (мин уның тәржемәсеһе лә булғайным) килеп рәхмәт әйтеп: “Һеҙ минең хаҡта яҙған мәҡәләне туғандарым төрмәгә ебәргәйне. Әле лә һаҡлайым, сөнки уны уҡығас, бик оҙаҡ уйландым. Һәм һеҙҙең “Ул егеттең күҙҙәрендә өмөт, хатта күңел матурлығы сатҡыларының сағылып ҡалыуы киләсәгенә ышаныс тыуҙырҙы” тигән һүҙҙәрегеҙ миңә ныҡ ыңғай тәьҫир итте”, – тип әйтеүе үҙемдең дөрөҫ юлда булыуыма инандырҙы...


Упҡындың башы

Был енәйәттең айырыуса вәхшилек менән ҡылыныуы тетрәндерҙе. Шул уҡ ваҡытта (бәлки, мин үҙемә оло гонаһ аламдыр) ҡорбандың да ниндәйҙер кимәлдә ғәйебе барҙыр, тип һанайым.
Ул күптән ата-әсәһенең бәләһенә һәм ҡайғыһына әүерелгән. Туғыҙынсы класты тамамлағас, артабан уҡырға ла, эшләргә лә теләмәй. Үҙе кеүек малайҙарға эйәреп тартырға, эсергә өйрәнә. Бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, аҡсаһы ла юҡ. Һөҙөмтәлә урлаша башлай. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр бит — тотола ул. Судья яңы тормош башлаған егетте йәлләгәнгәме икән, уны шартлы рәүештә хөкөм итә. Тик юлдан бер тайпылған кеше туҡтарға теләмәй. Төрлө ерҙәргә сығып китеп тә ҡарай, тик эш һөймәгәнгә бер ҡайҙа ла һыймай. Ата-әсәһен оло хәсрәткә һалып, ошо тормош рәүешен дауам итә. Ҡайһы саҡта таныштарының, туғандарының ҡырын ятҡан әйберҙәрен урлап, уны көмөшкәгә алмаштырырға ла тартынмай башлай.
Көмөшкә тигәндән, “ауылдарҙа бар бәлә — шунан” тип күпме аҡыллы хәбәр һөйләйбеҙ, ә һөҙөмтә юҡ. Хәҙер инде көмөшкәселәр техник спиртты һыуға болғап һатып күпме кешене һәләк итә! Миңә бер табиптың әйткән һүҙҙәре оҡшағайны. “Халыҡтың теләһә ниндәй көмөшкә, спирт эсеүҙән ҡырылыуын туҡтатыу өсөн магазиндарҙағы араҡыға хаҡты төшөрөргә кәрәк”, – тигәйне ул.
Эйе, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Көмөш­кәселәрҙең иһә бер гонаһтан ҡурҡмай суррогат эсемлектәр менән кәсеп итеүен туҡтатыу өсөн бик ҡаты закон кәрәктер.

“Үтескә генә бир инде!”

Был егет тә көмөшкәсене үлтереп төрмәгә ултыра. Унан алда бик оҙаҡ эсеп йөрөй. Кискеһен түҙгеһеҙ баш ауыртыуынан уянып китә. Нимәлер һатып алырға аҡсаһы булмай һәм ул ауылдарында көмөшкә һатҡан апайға барып килергә була.
Егет көмөшкәне бурысҡа биреп тороуын үтенә. Тик тегеһе ризалашмай, ә берәр рюмка ғына вәғәҙә итә. Ул егетте өйөнә индерә һәм әҙерәк көмөшкә ҡоя. Унан тағы өҫтәй. Егет, үтескә бир инде, тип ялбара башлай. Тик тегеһе ҡырҡа баш тарта һәм өйөнән сығып китеүен талап итә. Ишек алдына сыҡҡас, ҡатын ҡапҡаны асыу өсөн алдан китә. Шул мәлдән файҙаланып, егет ерҙә ятҡан кирбесте ала ла тегенең башына һуға. Хужабикә шунда уҡ ергә ҡолай. Ыңғырашыуын ишеткәс, егет кирбес менән уның башына һуғыуын дауам итә. Ҡор­банының йән биреүен аңлағас ҡына яңынан өйгә инә. Эҙләнә башлай, шкафтарҙы асып ҡарай һәм аҡсалы янсыҡ табып ала. Унда егерме мең һумдан ашыу аҡса була.
Юлында ятҡан ҡорбанына ҡарап торған­дан һуң, “быны хәҙер үк табып алыуҙары ихтимал бит” тип, мәйетте һөйрәкләп со­ланға индереп ташлай. Ҡапҡа аша сыҡмай, ә икенсе яҡтан һикереп төшөп ҡаса. Артабан бер танышына бара ла ҡалаға тиклем такси саҡыртыуын үтенә. Улар бергәләшеп юлға сыға, йәш ҡатындарға барып ҡуналар.
Егет кеше үлтереүе тураһында бер кемгә лә һөйләмәй. Ҡала буйлап аҡса туҙҙырып йөрөй, хатта өҫтөнә кейем дә һатып ала. Үҙенең ҡот осҡос вәхшилек ҡылыуы тураһында уйландымы икән ул? Юҡтыр, сөнки биргән күрһәтмәләрендә лә: “Көмөшкә бирмәне бит. Шуға үлтергем килде”, – тип яҙған.

Тупһала ла ҡан эҙҙәре

Уйламағанда һәләк булған оло йәштәге ҡатындың йыш ауырығаны асыҡланды. Был хаҡта әсәһенең үлеменән шаңҡып ҡалған улы бәйән итте. “Мин ситтә, алыҫ ҡалала йәшәгәс, әсәйем менән йыш осраша алмай торғайным. Ул беҙгә үҙе ҡунаҡҡа килде. Ауырый башлағас, шифаханаға ебәрҙем, артабан дауаханала ла ятты”, – тине ул.
Әсәһенең үлеме тураһында ишеткән ир аптырап ҡала. “Ауырыуы шулай көслө булдымы икән, минән йәшерҙеме икән әллә?” тигән күңелһеҙ уйҙарға бирелә. Ә инде тыуған ауылына ҡайтып, әсәһенең үлте­релеүен белгәс, бөтөнләй албырғап ҡала. “Минең өсөн ауыр, мәңге тынмаҫ тетрәнеү булды”, – тине ул, уфтанып.
Судта шаһит булараҡ сығыш яһаған күршеләре ҡатындың яңғыҙ йәшәүе тураһында һөйләне. Ут күршеһе: “Эйе, ул көмөшкә һатыу менән шөғөлләнде. Яңғыҙы йәшәне, туғандары янына бик һирәк килде. Йортона эскесе кешеләрҙең йыш инеүен күрә торғайным. Ул һуңғы арала ишек алдында күренмәгәс, бик аптыраным. Унан ары төн буйы уты янып торҙо.
Йортона барғайным, ҡапҡаһы бикле булып сыҡты, ә сит яҡтан өс-дүрт рәшәткәнең алып ташланғанын күрҙем. Шуның аша ишек алдына индем”, – тип һөйләне.
Артабан күрше ишек шаҡый башлай, тик бер кем дә асмай. Ишекте этеп ҡарағас, уға эстән нимәлер һөйәлгәнен аңлай. Ҡатын соланды көскә асып инә һәм ҡанға туҙған хужабикәне күрә. Тәнен тотоп ҡарап, уның үлгәнен белә. Артабан бер нәмәгә лә теймәй, хужабикәнең туғандарына шылтырата.
Бындай ҡурҡыныс хәлдән тетрәнгән күршеләр фажиғә булған йортҡа яңынан килә. Ҡапҡаны асыу өсөн асҡысты эҙләйҙәр. Шунан берәүһе тупһалағы ҡанлы эҙ тураһында әйтә. Артабан күршеләр ҡапҡа төбөндә хужабикәнең аяҡ кейемен һәм асҡысты табып ала.
...Аҡсаһы бөтөп барыуын һиҙгән егет ауылына әйләнеп ҡайта. Йылға буйында күңел аса, балыҡсылар менән таныша. Ке­ҫә­һе бушағас, хужабикәнең йортонда урлан­ған биҙәүестәрҙе һата башлай. Уларҙан килгән табыш тағы бер нисә көмөшкәгә етә. Эйе, был ауылда көмөшкәселәр берәү-икәү генә түгел. Эсергә яратҡан ирҙәрҙе төнөн йортона индерер алдынан уларға ныҡлап уйланырға кәрәктер...

Дингә мөрәжәғәт итһәк...

Ни өсөндөр район һәм ҡала ерҙәрендә ҡурҡыныс енәйәттәр йылдан-йыл арта. Хәҙер ҡартайыу йәки ауырыу сәбәпле вафат булыусылар һирәгәйгән төҫлө. Күбеһенсә үлтерелгән, эскелектән йә наркотиктан йән биргән йәки үҙ-үҙенә ҡул һалған кешеләр хаҡында ишетәһең.
Үҙҙәрен этник мосолман тип һанаған­дар­ҙың да был донъянан иманһыҙ рәүештә китеүе аяныслы. Бындай хәлдән ҡотолоу өсөн кешеләр дини тәғлимәттәрҙе күберәк тыңларға тейеш. Беҙҙең заманда ни өсөндөр күңелдәрҙе нәфрәт, рух төшөнкөлөгө биләп алды. Ә бит ислам дине кеше ғүмерен ҡағылғыһыҙ һәм изге тип билдәләй. Уны ҡыйыу гонаһы – Аллаһ Тәғәләне танымауҙан ҡала икенсе урында. Ҡөрьәндә: “...Әгәр кемдер кеше үлтереүсенән һәм золом итеүсенән башҡаны үлтерһә, ул бөтә кешелекте үлтергән кеүек булыр”, – тиелә. Кешелек – берҙәм һәм ҙур ғаилә. Уның бер ағзаһын юҡ итеү ҡалғандарының ғүмерен ҡыйыуға бәрәбәр. Иҫерткес эсемлек менән наркотик һатыусылар ҙа, кешене ағыулап, әкрен үлемгә дусар итә.
Аллаһ Тәғәләнең барлығына ихлас инанған кеше үлтерелһә, енәйәт гонаһының ауырлығы бермә-бер арта. Ҡөрьәндә: “Әгәр бер кеше иман килтергәнде алдан уйлап үлтерһә, уның язаһы – тамуҡ! Ул унда мәңгегә ҡалыр. Уға Аллаһ Тәғәлә асыуланды, уны ләғнәтләне, уға оло ғазап әҙерләне!” – тиелгән.
Ғүмер – кешенең шәхси милке түгел, ә Аллаһ Тәғәлә тарафынан һаҡлауға бирелгән бер аманат. Берәү ҙә үҙен барлыҡҡа килтермәгән, берәй ағзаһын йәки күҙәнәген булһа ла бар итмәгән. Шуға күрә бер кемгә лә уларҙы юҡҡа сығарыу хоҡуғы бирелмәй. Уны ҡыҫҡартырға, зарарларға ла ярамай. Был хоҡуҡ бар ғаләмде бар иткән Аллаһ Тәғәләлә генә. “Һәр йән Аллаһының рөхсәте менән яҙмыш китабына яҙылған билдәле ваҡытта үлә”, – тиелгән изге китапта.
Хөкөм эскәмйәһенә ултырған егеткә әйләнеп ҡайтҡанда, ул үҙенең енәйәтен тулыһынса таныны. Суд 9 йыл да 8 айға ҡаты режимлы колонияға ебәрергә ҡарар итте уны. Дөрөҫөн әйткәндә, хөкөм ҡарары яңғырағанда мин енәйәтсенең әсәһен генә йәлләнем. Бер кем дә балаһын: “Һин кеше үлтер, урлаш!” – тип үҫтермәй. Шуға күрә был ҡатынға Хоҙай Тәғәлә оло сабырлыҡ бирһен ине. Ә донъялағы бар әсәләргә балаларының игелеген, ҡыуанысын ғына күрергә яҙһын.
Тағы бер енәйәтсене тейәгән конвой машинаһы алыҫ юлға сыҡты. Ситлектә булһа ла, унда ла — тормош, унда ла — кешеләр. Хатта оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып, тулыһынса дингә инанып ҡайт­ҡандары ла бар. Оло гонаһҡа батҡан был енәйәтсегә лә ошо ваҡыт эсендә уйланырға һәм тәүбәгә килергә яҙһын...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


(Әхлаҡи сәбәптәр буйынса исемдәр үҙгәртеп алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876