Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбө-тамырынан үҙгәртеү мөһим
Төбө-тамырынан үҙгәртеү мөһим Был мәҡәләне бик оҙаҡ уйланғандан, икеләнгәндән һәм үҙ-үҙем менән бәхәсләшкәндән һуң яҙам. Шулай уҡ яҡындарым, дуҫтарым, ата-әсәләр менән фекер алышҡас. Мине һәр ваҡыт бер нәмә борсой: шундай ныҡлы, ҡалыплашҡан методикаһы була тороп, ни өсөн беҙҙәге юғары белем менән ҡайҙалыр ситтә үҙ урыныңды табып булмай? Ниңә беҙҙәге юғары квалификациялы инженерҙар, табиптар һәм башҡалар, теге йәки был сәбәп менән ситкә китһә, башлыса урам һеперә, иҙән йыуа йә бүтән төрлө ауыр, ҡара эш башҡара? Һиҙеп торам, миңә ҡаршы әллә күпме дәлил килтерерһегеҙ.

Эйе, башҡа илгә сығып китеп тә ҙур бейеклек яулаған яҡташ­тарыбыҙ бар, әммә улар күп түгел. Һәм, иманым камил, нимә­гәлер өлгәшкән рәсәйҙәр — мәктәп, университет биргән белем менән генә сикләнмәйенсә, үҙаллы ғилем эстәгән кешеләр. Улар ҙа үҙҙәренең кимәлен күрһәтер, иҫбатлар өсөн әллә күпме ғүмер сарыф итә. Ә былай Рәсәй белеме менән әллә ҡайҙа барып булмай. Мин, әлбиттә, беҙҙең кешеләрҙең сит илгә сығып китеүен яҡлаған өсөн яҙмайым быны, әммә хәҡиҡәт сағыштырыуҙа күренә бит.
Тәү башлап мәктәп ишеген асҡан көнө­гөҙҙө хәтерләйһе­геҙме? Ниндәй ҡыуаныс, бәхет тойғоһо кисергәнегеҙҙе... Әйтер­һең, мәктәп тупһаһын ашаҡлап үткәс, һеҙҙе ниндәйҙер мөғжизә көтә. Эй, сабыйҙың самими бер ҡатлылығы! Ул мөғжизәгә өмөт ярты йыл уҡығас та юҡҡа сыға, бала өсөн “тейеш” тигән талап ҡына тороп ҡа­ла. Шулай ҙа ул “тейеш”кә буйһо­ноу бай­таҡ ҡына дауам итә әле, айырыуса ҡыҙ­ҙарҙа, сөнки улар тәбиғәте менән тыңлаусан һәм тәртиплерәк. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға ниндәй ҙә булһа ҡанундарға буйһоноу еңелерәк бирелә. Мәктәптә иһә тап ошо арҡала ҡыҙҙар һәйбә­терәк уҡый. Ә малайҙарға эске азатлыҡ хас. Улар уҡытыусының ауыҙына ҡарап бер нисә йыл ғына ултырырға мөмкин. Шул арала һәйбәт кенә баһа алалар былай, әммә үҫмерлеккә етеү менән ҡыҙҙарҙан ҡалыша баш­лайҙар. Был малайҙарҙың аҡыл йәһәтенән түбәнерәк кимәлдә тороуынан түгел. Мәктәптә уҡыу күңелһеҙ. Хәйер, ҡыҙҙарға ла күңелле түгел унда, әммә, юға­рыла әйткәнемсә, “шулай тейеш” тигән төшөнсә улар өсөн әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Әгәр ҙә бала артыҡ азат рухлы итеп тәрбиәләнмәһә, әлбиттә.
Урта мәктәпте тамамлағас, үҙемә ун йыл дауамында тиерлек аң-белем биргән йортто урап үтер булдым. Ҡайҙа ул элекке мәктәбемә инеп ҡарау! Тураһын әйткәндә, уҡыу хаҡында ишеткем дә килмәй ине. Шул уҡ хәл һуң­ғараҡ, университетты та­мамла­ғас, булды. Мине киләсәктә белемле кеше итеп күрергә теләгән уҡытыусы­ларымдан түбәнселек менән ғәфү үтенәм. Уҡыу йортонан шул дәрәжәлә биҙеүемдә һис кенә лә улар ғәйепле түгел. Киреһенсә, күбеһен бөгөн дә һағынып иҫкә алам... Ә баланың тора-бара мәктәптән, уҡыуҙан биҙеүенең төп сәбәбе башҡа нәмәлә. Был хаҡта түбәндәрәк бәйән итермен. Әлегә үҙемдең ғилем юлындағы сәхифәләрем хаҡында.
Әгәр ҙә беҙҙең ғаиләлә китап культы булмаһа... Әгәр ҙә шәхси китапханаға ул замандағы бөтә дефицит (элек китап арзан, әммә бик ҡәҙерле булды) баҫмалар өҫтәлеп тормаһа... әгәр ҙә яҡындарым, айырыуса әсәйем беҙҙең, балаларының, уҡыуына шул тиклем дә етди ҡарамаһа... Мин ул саҡта башланғыс мәктәп менән сикләнгән булыр инем, сөнки уҡыуҙан беренсе класта уҡ биҙҙем. Мәктәпкә барыу, биш-алты сәғәт буйы партала ҡуҙғал­май ултырыу, көн дә күҙ һәм ҡул талғансы “өй­гә эш” менән булыу минең өсөн ололар­ҙан-оло ғазап ине. Бәлки, уҡытыусыны ла тың­ламаған тыйыуһыҙ бер балаға әйләнер инем, әммә ғаиләмдәге яҡын­дарымды тыңламай булдыра алмайым. Ә әсәй һабағы бер: уҡытыусы һәр саҡ хаҡлы һәм һин тейеш...
Шулай ҙа бөгөн шундай фе­кергә киләм: моғайын, әсәйем мәктәп тормошоноң балалар өсөн ни тиклем ялҡытҡыс икәнен бел­гәндер. Әгәр шулай булмаһа, ул беҙҙең өсөн әҙ генә бушаған мәл­дәрендә лә һәр төрлө “аҡыллы уйындар” уйлап тапмаҫ, фекер­ләү ҡеүәһен үҫтерә торған уйын­сыҡтар һатып алмаҫ һәм бөтә фәндәрҙән дә заманына күрә ҡыҙыҡлы китаптар тупламаҫ ине. Беҙҙең өйҙә диафильм күрһә­теүсе аппарат та, күп томлы балалар энциклопедияһы ла, шашка-шахматы ла, башҡорт һәм татар йырҙары ғына түгел, тағы әллә ниндәй телдәрҙә яҙылған пластинкалар ҙа бар ине. Стенаға аҡ йәймә элеп, класташтарым менән Галина Уланова, Федор Шаляпин, Австралия хаҡында диафильмдарҙы сәғәттәр буйы ҡыҙыҡһынып ҡарауыбыҙҙы оноторлоҡмо ни! Ә физика, химия, биология буйынса һәм башҡа йүнәлештә энциклопедиялар аҡтарғанды?! Берәү ҙә бер нәмәгә мәжбүр итмәй, өйгә эш бирмәй, әммә беҙгә ҡыҙыҡ. Беҙ мәғлүмәт туплайбыҙ!..
Уйын тигәндән... Өләсәйем менән олатайым йыш ҡына беҙҙең менән бергә уйнай торғайны. Бөгөн урамға сығып, балаларға ниндәй ҙә булһа уйын өйрәтеп йөрөгән өлкәндәрҙе күргәнегеҙ бармы? Кистәрен ҡарт өләсәйем, олатайымдың әсәһе, үҙенең тылсымлы әкиәттәрен һөйләй, йә булмаһа олатайым беҙгә стенала “ҡул театры” күрһәтә, оригами (хәҙер генә мин был һөнәрҙең шулай аталғанын беләм) серҙәрен өйрәтә, ҡатырғанан “ҡашҡа тәкә” яһап, уны еҙ батмуста бейетә. Ә ул тәкәнең һәр быуыны айырым яһалған, бөгөлөп-һығылып тора...
Ни өсөн яҙам һуң быларҙы? Беҙҙең ғаиләлә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булманы. Һәм һәр төрлө мәғлүмәтте, ғилемде уйын аша алдыҡ. Ә мәктәптә ни өсөн күңелһеҙ? Тағы ошо һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ.
Ниһайәт, үҙемә күрә бер асыш яһаным шикелле. Балала уҡыуға ҡарата нәфрәт уятҡан төп сәбәп – мәжбүр итеү һәм ҡалып­лаш­ҡанлыҡ. Әүәл-әүәлдән беҙҙә сыбыҡ менән “уҡытҡандар”. Ни өсөн? Сыбыҡ менән һуҡтырғанда баланың мейеһе һәйбәтерәк эшләп китмәйҙер бит?! Кире­һенсә, яҡты донъяға азат рухлы булып килгән сабый өсөн, ни тиклем дә кәмһеткес, рәнйеткес күренеш булараҡ, мәжбүр итеү, язалау аҡ ҡағыҙҙай саф күңелдә ыңғай тойғо уята алмайҙыр, белем алыуға ла теләк тыуҙырмай­ҙыр. Минеңсә, был алым бары тик бер маҡсатта, кешенең бөтә­һенә лә һуҡырҙарса буйһоноуына өлгәшеү үҙаллылыҡ күрһәтеүҙе тамырынан бөтөрөү, башҡалар­ҙан юғарыраҡ күтә­релергә тырышыуҙы юҡ итеү маҡсатында ҡулланылған. Йәғни йәмғиәттең ҡалып­лашҡан ҡанундарына һис һүҙһеҙ буйһо­норлоҡ әҙәм тәрбиәләү өсөн.
Хәҙер уйлап ҡарағыҙ: һеҙҙе мәжбүр итһәләр, ул эште ҙур теләк менән атҡара алаһығыҙмы? Эйе, ҡурҡыу йә ниндәй ҙә булһа язаға тарттырылырға теләмәү (әйтәйек, премиянан мәхрүм итеүҙәре, вазифанан бушатыу­ҙары ихтимал) сәбәпле, һеҙҙең ул эште башҡарыуығыҙ ҙа мөм­кин, ләкин был минутта күңеле­геҙҙә екһенеү, ризаһыҙлыҡ тойғоһо яралһа, бер ҙә ғәжәп түгел. Ә бит һеҙ инде — бөтә яуаплылыҡты тойған, аңлы, тейешле ҡанундарға буйһоноп өйрәнгән өлкән кеше.
Ә йәшәү ҡанундарын белеп өлгөрмәгән, күңел азатлығын сикләй алмаған, көс-энергияһы ташып торған баланан, үҫмерҙән нимә көтәбеҙ? Уны ҡалыплашҡан, хатта өлкәндәр өсөн күңелһеҙ һәм ауыр программа сиктәренә ҡыуып индереп, мейеһенә мәғлүмәт һалырға маташабыҙ. Ошо урында үҙебеҙҙең борон-борондан нығынып килгән, инде йәмғиәттә ҡаҡшамаҫ урын алған уҡыу-уҡытыу системаһына һәм методикаһына “күҫәк” күтәрергә баҙнат итәм. Был система, был методика төбө-тамырынан үҙгәртелмәй тороп, балала белемгә ынтылыш тәрбиәләү йәки урта махсус, юғары уҡыу йорттарында ысын-ысындан ғилемле, төплө, фекерләүсе белгестәр үҫтереү мөмкин түгел. “Белемгә ынтылыш көслө беҙҙә, юғары белемде шунса процент йәштәр ала”, — тиерһегеҙ. Юғары уҡыу йортона ул йәштәр ни өсөн ынтыла: квалификациялы белгес булыу өсөнмө, әллә бөгөн “ҡатырғаһыҙ” бер ергә лә эшкә инеп булмағанғамы? Унан, дауаханаларҙа табиптарҙың, сәнәғәттә инженерҙарҙың, мәктәптәрҙә уҡытыусы­ларҙың, ниһайәт, матбуғатта журналис­тарҙың үҙ һөнәренә ни дәрәжәлә тап килеүенә баһа бирегеҙ.
Халыҡта “Хоҙайҙан”, йәғни “от Бога” тигән төшөнсә бар. Әгәр һиңә Хоҙай тарафынан табип йә уҡытыусы һәләте бирелмәгән икән, әлбиттә, көнө-төнө дәреслек ятлап ҡына әллә ниҙәргә өлгәшеп булмай. Өҫтәүенә урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында күпләп кәрәкмәгән фәндәр уҡытылыуы берәүгә лә сер түгел. Ул фәндәр ниндәй маҡсатта уҡытыла — берәү ҙә белмәй. Әйтәйек, заманында мин университетта СССР һәм КПСС тарихын, тарихи һәм диалектик материализмды, әллә ниндәй сағыштырма грамматикаларҙы, атеизмды һәм башҡа бихисап фәндәрҙе өйрәндем, ә тормошта уларҙың бер ниндәй кәрәге лә теймәне.
Билдәле, тарих, дәүләт ҡоролошона, юғары власҡа кем килеүенә ҡарап, туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә. Етмеш йыл дауамында илебеҙҙә бер ҡоролош — социализм — хакимлыҡ итеүгә ҡарамаҫтан, партия Үҙәк комитетының Генераль секретары һәм Политбюро ағзалары үҙгәргән һайын унан алда етәкселек иткән дәүләт эшмәкәрҙәренең том-том хеҙмәттәре китапханаларҙан да, кибет кәштәләренән дә йыйып алынып, сүплеккә ырғытыла, яндырыла барыуын хәтерләгеҙ. Бөгөн иһә мәктәптәрҙә тарих дәресендә нимә уҡытылғаны ла аңлашылмай, бөтә ҡиммәттәр баштүбән әйләнде. Ярай, беҙ, филологтар һәм журналистар, ҡалай ҙа үҙебеҙгә кәрәклеһен сүпләп ҡалғанбыҙҙыр, бәлки. Ә медицина буйынса уҡыу йорттарында баш күтәрмәй латин телен һәм анатомияны, фармацевтиканы ятлап маташҡан студенттың ул кәрәкһеҙ фәндәргә ҡайҙан ваҡыты һәм көсө етергә тейеш?
Беҙҙең быуын кешеләре шулай ҙа аҙмы-күпме ғилем алып ҡалды. Бөгөн аҡса түләп имтихан “биргән” йә булмаһа дипломды һатып алған студенттан киләсәктә ниндәй белгес сығыр?! Медицина, техника өлкәләрендә был айырыуса оло хәүеф тыуҙыра. Бына ошо тәңгәлдә инде мәжбүрилек мотлаҡтыр: дипломды үҙ өлкәһендә ғилем үҙләш­тергән кеше генә алырға тейеш.
Йәнә лә мәктәпкә әйләнеп ҡайтайыҡ. Бала үҙенең тәбиғәте буйынса бик ҡыҙыҡһыныусан. Ул күберәк белергә, өйрәнергә ынтыла. Ә һуңынан был ҡыҙыҡһы­ныу­санлыҡ ҡайҙа була һуң? Әлеге лә баяғы ҡалыплашҡан программа сиктәрендә, мәжбү­рилек баҫымы аҫтында, өҫтәүенә осраҡлы рәүештә уҡытыусы булып киткән кешенең булышлығы менән юҡҡа сығарыла, белемгә ынтылышты уҡыуҙан биҙеү алмаштыра.
Мәжбүрилеккә ҡаршы сығып, мин һис тә уҡыу-уҡытыу процесында баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйылырға тейеш тип әйтмәйем. Бөгөн уҡыу программаһына индерелгән бөтә темаларҙы урынында ҡалдырып та, уҡытыу методикаһын үҙгәртеү аша белем биреүҙә юғарыраҡ кимәлгә өлгәшергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәжбүрилектең зыянын аңлай алмайбыҙ.
Ҡыҙыҡ өсөн бер миҫал. Мин, әйтәйек, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, өйҙә генә аҙналар буйы үҙ эшем менән булашып ултыра алам. Был бер ниндәй ҙә ауырлыҡ килтермәй. Күҙ алдына килтерегеҙ: мине тыштан кемдер йоҙаҡ менән бикләп китте икән, ти. Ул саҡта бикле йортта хатта ун-ун биш минут та түҙеп торғоһоҙ буласаҡ. Уҡытыу эшендә лә шулай уҡ: балаға теге йә был теманы мәжбүри тылҡыған һайын уның күңеле ошо сикләүҙәрҙән ситкә ынтыласаҡ. Мәжбүрилекте онотоп, теманы уйын аша, уҡыусыға баҫым яһамай ғына аңлатып ҡарағанда, минеңсә, күпкә отош­ло булыр ине. Ни өсөн, мәҫәлән, урыҫ әҙәбиәтенән Пушкинды йә Лермонтовты өйрәнгәндә, бала “Евгений Онегин”ды һәм “Мцыри”ны яртылаш яттан белергә тейеш? Бәлки, ул үҙе һайлаған шиғырҙы ҙурыраҡ теләк менән ятлар ине? Унан, ҡайһылыр классикты өйрәнгәндә уның бер-ике әҫәре менән сикләнеү дөрөҫмө? Йәки әҙәбиәт дәресендә үтеү өсөн автор йә әҫәр ниндәй талаптар буйынса һайлана? Дәреслек төҙөүсе ғалимдар үҙҙәренә ошо һәм башҡа һорауҙарҙы бирергә бурыслы, минеңсә.
Ҡабатлап әйтәм: бөгөнгө камил булмаған уҡытыу системаһында уҡытыу­сының ғәйебе юҡ. Ул үҙенә ҡушылғанды үтәргә мәжбүр, ижади фекерләү өсөн, моғайын, ваҡыты ла ҡалмайҙыр. Хәйер, үҙ эшенә ысынлап ижади ҡараған педагогтарыбыҙ аҙ түгел. Уларҙың дәресе, ғәҙәттә, ҡыҙыҡлы үтә, балалар ҙа яратҡан уҡытыусыларының фәнен теләп өйрәнә. Ләкин уҡытыусылар өҫтән төшөрөлгән мәжбүрилектән һәм ҡалыптарҙан сығып китә алмай.
Туған телде белеү мотлаҡ, тип тәҡрарларға күнеккәнбеҙ. Әммә ул туған тел дәреслектәре балаға нимә бирә? Бәғзе ваҡыт миңә ғалимдарыбыҙ, уҡыусының мөмкинлектәрен, йәшен, әҙерлеген иҫәпкә алмайынса, үҙ ғилемен күрһәтеп ҡалыу өсөн генә дәреслек яҙа һымаҡ тойола. Йәнәһе, ни тиклем ҡатмарлыраҡ — шул тиклем шәберәк. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса дәреслектәрҙе ҡарайым да иҫ-аҡылым китә: кемгә тәғәйенләнгән һуң улар? Минең, юғары белемле филолог­тың, башы етмәгән әйберҙәрҙе башҡортса йүнләп һөйләшә лә белмәгән бала нисек үҙләш­те­рергә тейеш? Ғөмүмән, телде, башҡорт, урыҫ йә немец теле булһынмы, уйын һәм йәнле аралашыу юлы менән өйрәтеү кәрәктер. Ә кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһынан алып әтмәләнгән һорау, өйгә эштәр аша түгел. Юғиһә уҡырға-яҙырға өйрәтеү урынына ул телгә ҡарата нәфрәт кенә тәрбиәләргә мөмкин.
Үкенесле, әлеге ваҡытта Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында барған “Открытие Китая” документаль фильмын ҡарай алманым. Унда тап шул мин кү­тәр­гән ҡайһы бер мәсьәләләр ха­ҡында һүҙ бара, тиҙәр. Ҡайһылай ҙа был тәңгәлдә уйланырға урын бар, һәм әлеге мәсьәләне бәләкәй генә бер мәҡәләлә тулыһынса яҡтыртыу мөмкин дә түгел. Шуға күрә ошо урында нөктә ҡуйып торам.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 16.04.2016, 01:17
    Гөлшат ханым, һеҙ бик мөһим мәсьәлә күтәрәһегеҙ.Мәҡәләгеҙ бик төплө яҙылған.Тик яҙмағыҙ, ғәҙәттәгесә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре,дәреслек авторҙары иғтибарынан ситтә ҡалыр,моғайын.Дәреслектәрҙең заман талабына яуап бирмәүе хаҡында Рауил Бикбаев та яҙып сыҡҡайны бер ваҡыт. Яҙылды ла онотолдо.Шулай ҙа мәҡәләгеҙ өсөн рәхмәт.Ғөмүмән, һеҙҙең мәҡәләләр һәр саҡ бик төплө яҙылыуы менән айырылып тора.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876