Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Емереп эшләнем. көсөмә ирҙәр ҙә шаҡ ҡата ине...”
“Емереп эшләнем. көсөмә ирҙәр ҙә шаҡ ҡата ине...” Алексей Стаханов, Банат Батырова, Шәүәли Вахитов, Риза Яхин, Килдебай Сөләймәнов... Белмәйем, киләсәктә ошоноң һымаҡ хеҙмәт батырҙарының ысын ҡаһарманлығы күрһәтелерме, йәш быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнерме — барыһы ла илдәге сәйәсәттән тора. Әммә беҙ балаларыбыҙға атай-олатайҙар, әбей-бабайҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә бурыслы. Ысын тәрбиә төрлө каналдарҙан өйҙәребеҙгә бәреп ингән ялған геройҙарҙың ҡылыҡтары аша түгел, ә үҙ тупрағыбыҙҙа тыуып, фанилыҡта кешелек өсөн аҙ ғына булһа ла изгелек ҡылған шәхестәр миҫалында алып барылырға тейеш.
Беҙгә, журналистарға һәм яҙыусыларға, Хоҙай тарафынан оло миссия бирелгән: үткәндәргә ҡайтып булһа ла, хәтер төйөнөн сисеп, киләсәк өсөн заман тарихына торошло хәл-ваҡиғаларҙы теркәү, ошолар эсендә ҡайнаған, Кеше тигән исемде ғүмере буйы намыҫ менән йөрөтөп, ил-күс именлеге өсөн бар булмышын биргәндәр хаҡында яҙып ҡалдырыу. Бөгөн шундайҙарҙың береһе — республика ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова — тураһында яҙмаҡ булып, ҡулға ҡәләм алдым. Нисәнсе тапҡыр, тип тә өҫтәргә кәрәктер. Яҙған һайын ябай ғына ауыл ҡатынының яҙмышнамәһен яңынан асаһың, уның һымаҡ эше өсөн янып йөрөгән барлыҡ апай-инәйҙәрҙең, әсәй-өләсәйҙәрҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте күҙ алдына баҫа. Банат апай бөтөн замандаштарын һынландыра төҫлө...


Банат апайҙың исеме туранан-тура Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә бәйле. Шуға ла Үтәгән ауылына кейәүгә сығып, эш башлаған, уңыштарға өлгәш­кән осоро ваҡытында ярайһы уҡ киң яҡтыртылды. Ә бына тыуған ауылы Иҫке Мусала буй еткергән мәле иғтибарһыҙ ҡалды, ата-әсәһе тураһында мәғлүмәттәр ҙә биографик яҡтан ғына, йәғни бик ҡыҫҡа бирелде.
Банат апай тураһында әлегә тиклем донъя күргән мәҡәләләр­ҙә, шул иҫәптән алда телгә алын­ған повеста ла уның бәләкәйҙән бай балаһын ҡарап, ҡыйырһы­ты­лып, ас-яланғас үҫеүе тура­һында яҙылған. Ысынлап та, сағыштырмаса ярлы ғаиләлә үҫә ул. Ләкин фәҡирлектәренең сәбәбе был ғаиләнең эшен алып бара алмауында, ғүмер буйы ялсылыҡта булыуында түгел, ә атаһы Хәйрулланың йәшләй генә вафат булып ҡалыуында. Ҡарлы-боҙло һыуға төшөп китеп, ул үпкәһенә һыуыҡ тейҙерә. Заманына күрә нисек кенә дауалап ҡарамаһындар, мандый алмай. Йәш кенә Нәҡиәне тол итеп, береһенән-береһе бәләкәй ете балаһын етем ҡалдырып, фани­лыҡтан китеп бара. Иң ҙурыһы — ун дүрт, ә кескәй Банат ике генә йәштә була. Бына шул саҡ уларҙың күршеһендә тиерлек йәшәгән Мөхәмәтдин (Йософ Гәрәйҙең “документаль” повесында ҡомһоҙ бай итеп күр­һәтелә) бәлә менән япа-яңғыҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам итә башлай. Нәҡиә нисек кенә тырышмаһын, билдәле, ике улын, биш ҡыҙын ҡарарға хәле етмәй. Әйтергә кәрәк, балалары ла теремек була. Оло улы Тимербулат шунда уҡ ауыл көтөүен (китаптағыса бай­ҙы­ҡын түгел) көтөргә сыға. Ғарифулла әлеге Мөхәмәтдиндең аттарын ҡараша. Ҡыҙҙар иһә шул саҡтағы йола буйынса бер-бер артлы кейәүгә сыға тора. Ба­наттың “көн-төн байҙың балаһын ҡарауы”на килгәндә, атаһынан ике генә йәшлек булып ҡалған сабый нисек бишек тирбәтһен дә, үҫә төшкәс, ошо уҡ күрше “бай бисәнән семетелеп”, иҙелеп йәшәгән йомошсо ҡыҙ булһын? Банат ошо Мөхәмәтдин Мөхә­мәтйәровтың балалары менән бергә уйнап, ҡатнашып үҫә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә Герман, һуңынан Граждандар һуғы­шы сыға. Тимербулат менән Ғарифулла бер-бер артлы әрмегә алына. Ошо китеүҙәренән улар әйләнеп ҡайтмай. Ҡайғы ғаиләнең хәлен тағы ла ауырлаштыра. Ләкин, нисек кенә ҡыйын бул­маһын, Нәҡиә ҡыҙҙарын башлы-күҙле итергә тырыша. Уларға үҙе белгән һөнәрҙәрен өйрәтә: тегеүгә оҫта булалар, аш-һыу серҙәрен беләләр. Тағы ла йыр-моң һөйөү ярҙам итә был ғаиләгә.
Бигерәк тә Банаттың тауышы моңло була. Үҫә төшөп, һөйгәнен үҙенә арбаған әхирәте менән йырлап әйтешкәндәрен әбей-бабайҙар һоҡланып хәтерләй торғайны. Әйткәндәй, Йософ Гәрәйҙең китабындағы “Йыр дуэле” тигән бүлектә бер нисә куплеты теркәлгән.
Тәүге һөйөү Банатҡа ун биш йәшендә килә — үҙенән дүрт йәшкә өлкән Вәлимөхәмәткә ғашиҡ була ул. Егет тә битараф түгел. Тик Банаттың әхирәте лә Вилмигә (исемен ҡыҫҡартып йөрөтәләр) ғишыҡ тота. Бына шулай, Банат ун биштә кейәүгә сыға ла, ярты йыл да йәшәп өлгөрмәй, әхирәте араларына килеп инә.
Тәҡдире шул булғандыр, Вәлимөхәмәт менән улар барыбер оҙаҡ йәшәмәҫ ине. Вилмиҙе лә, Банаттың ағалары һымаҡ уҡ, илдә ҡупҡан һуғыш аямай — яуҙа башын һала.
Банаттың тормошонда үҙгә­реш 20 йәшенән һуң була. Апаһы Ғәмбәрҙең туйына Үтәгән ауылынан ҡоҙа тейешле Сәйетғәле саҡырыла. Әсәһе — Иҫке Мусанан. Ғөмүмән, Мең ырыуына ҡараған Муса халҡы менән Табын ырыуының Үтәгән, Ҡарлыман, Йомран (Ибраһим), Бәпес ауылдары кешеләре гелән ҡыҙ бирешеп-алышып йәшәгән. Ана шул туйҙа таныша йәштәр. Күп тә үтмәй, никах уҡытып, Банатты Сәйетғәле Үтәгәнгә алып китә. Был 1921 йылғы ҡышта була. Аслыҡ осоро бит, туй үткәреп тормайҙар. Бәлки, сәбәп башҡала ла булғандыр. Моғайын, Банат үткәртмәгәндер, сөнки ул Вәлимө­хәмәткә лә Сания апаһының туйы барған көндә кейәүгә сыға. Был юлы ла шулай тура килә.
Яңы ғаиләнең артабанғы яҙ­мышы Үтәгән ауылына бәйле. Ә Мусала ҡалған Нәҡиә апайҙың, апаларының яҙмышы тураһында Банат һуңынан ошолай тип әйтер:
— Рәҡиә бәхетһеҙ булды. Ҡарт­ҡа кейәүгә бирҙеләр. Егер­мелә үлеп китте. Баланан. Балалары ла үлде...
— Сания бик йор булды. Ауы­ҙы менән “ҡош тота” ине. Яҙғы ҡырау бөргән кеүек, йәшләй китте. Улы Ҡыҙыл армияла үлде. Ә йырлауы! Беҙ уға оҡшамағанбыҙ. Тауышы аҡҡош тауышылай ине. Шул тиклем моңло йырлар икән кеше!
— Хәнифәне ире туҡмап үл­терҙе. Балалары ла үлде. Былай ҙа сирләшкә ине. Үтә ҡыҙғаныс булды.
— Һай, уҫал да, эскесе лә ине Ғәмбәр апайҙың ире! Уның менән биш кенә йыл торҙо апайым. Хур ҡыҙылай хәтерҙә ҡалды. Ҡоро­шоп бөтөп үлде. Улы ла үлде.
— Ағайҙар бик йәшләй китеп юғалды. Беҙгә бәхет юллап ҡор­бан булдылар. Ҡыҙыл Армия сафында Колчакка ҡаршы һуғышта баш һалдылар.
— Атай бахыр әжәле етмәй үлгән.
— Әсәй, бисара, бер оя етем үҫтерҙе. Гел ҡайғы менән йәшәне. Бер мәртәбә лә көлгәне хәтергә килмәй. Илауы гел күҙ алдымда. Алты балаһы үлде, бигерәк тә ҡыйын булды уға.
— Минең тәҡдирҙе ҡарсыҡтар дөрөҫ юраған. Бер үҙем бәхетле булдым. Моңая белмәнем. Күк­рәгемә ҡайғы йыйманым. Әҙ генә йәнем үртәлә башлаһа, яҙғы сы­йырсыҡтай һайрай башлай инем. Мотлаҡ шуға иҫән булғанмындыр. Емереп эшләнем. Минең көскә ирҙәр ҙә шаҡ ҡата ине... (Йософ Гәрәй, “Банат Батырова”, Баш­ҡортостан китап нәшриәте, Өфө, 1966 йыл).
Банат Батырованың тыуған ауылында тамыры тәрән. Уның ата-бабалары – аҫаба баш­ҡорт­тар. Мең ырыуына ҡараған Муса аҫабалары үҙ ерҙәрен һатҡанда документтарға, ҡуртымға биргән­дә килешеүҙәрҙә тамғаларын мотлаҡ ҡуйған. Шуға ла был нәҫелде хеҙмәтсе, байға ялсы итеп күрһәтеү төптө дөрөҫ түгел. Алда телгә алғанса, бар бәлә ғаилә башлығының бик йәшләй генә донъя ҡуйыуында, Банаттың ағаларының һуғышта һәләк булыуында.
1816 йылғы ревизия документтарына ҡарағанда, Теләп Той­ғо­новҡа — 60 йәш. Уның ике ҡа­ты­ны Үлмәҫбикә Көҙәшева (50) ме­нән Шәһәрбаныу Арыҡбаева (40) була. Өлкән улы Ҡотлоюл (26) — йортауай йөҙ башы (сотник). Мөхәмәтрәхимгә — 18 йәш. Хәби­булла менән Рәхимғол исемле 13-әр йәшлек игеҙәк улдары була.
Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: Ҡотлоюл — сотник. Заманына күрә ҙур, яуаплы вазифа. Әйткәндәй, 1850 йылдағы ревизия иҫәбенең башына “... ведомства 8-го башкирского кантона в составе команды старшины Кусяккула Туйгунова” тип яҙылған. Тойғондоң икенсе улы Көҫәпҡол — старшина! Быларҙың барыһы ла ил, батша алдында үҙ бурысын үтәй торған нәҫел тураһында һөйләй.
1850 йылғы ревизия мәғлүмәт­тәренә нигеҙләнеп, игеҙәктәр Хәбибулла менән Рәхимғолға ғына туҡталып үтәм. Документ­тарҙа Хәбибулла Теләповтың (1803—1848) үлеп ҡалыуы тура­һында белдерелгән, 11 йәшлек улы Хәйрулла теркәлгән. Хәй­рул­ла — Банаттың атаһы. Хәй­рул­ланың игеҙәге Рәхимғол Те­ләповтың (47) Мөхәмәтхәсән (20), Мөхәмәтвәли (11), Мөхәмәт­рәхим (8), Сөләймән (5) исемле улдары булған.
Хәйрулланың улдары үлеүе, ҡалғаны ҡыҙҙар ғына булыуы сәбәпле, бөгөн ауылда Телә­повтар ҙа, Хәбибуллиндар ҙа юҡ (бәлки, олатайҙарының исемен фамилия итерҙәр ине). Әммә Теләп ҡарттың улы Рәхимғолдан Рәхимғоловтар киткән. Шулай уҡ Теләптең Мөхәмәтрәхим (ҡатыны — Ғәйшә Ҡабаева) исемле улынан Юнысовтар башланған. Теләп — Мөхәмәтрәхим — Юныс — Хөсәйен һәм Мөхәррәм...
...Үтәгән ауылы — Башҡортос­тан шәкәр сөгөлдөрөнөң бишеге. 1932 йылда Банат Батырованың әхирәттәренән торған звено бында ике гектар ерҙә тәүге тапҡыр сөгөлдөр эшенә сыға. Ерҙе һөрөүҙән, махсус техника менән орлоҡто сәсеүҙән башҡа бар эш тә ҡул көсө менән башҡарыла. Быларҙан тыш, халыҡтан көл йыйыу, ҡош тиҙәге, тиреҫ ташыу ойошторола. Бер нисә йылдан инде Ҡырмыҫҡалы ере шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү үҙәгенә әйлә­нә. Яңы культураны райондың барлыҡ хужалыҡтарына ла сәсергә ҡушыла, башҡа район биләмәләренә таратыла.
1941 йылда Банат апай ире Сәйетғәлене һуғышҡа оҙата. 1943 йылда уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Ҡатын өс бала менән тороп ҡала. Звено, фашистарға үс итеп, Еңеү­ҙе яҡынайтыу өсөн оло йөкләмә ала — сәсеү майҙанын һәм гектар ҡеүәтен арттырырға. Былар хәҙер генә яңғырауыҡлы һүҙҙәр һымаҡ ҡабул ителә. Әммә һуғыш мәлен­дә, унан һуңғы осорҙа был аҙымға барыу “бушҡа боғаҙ йыртыу” булмай. Бөйөк Еңеү йылында звено һәр гектарҙан 407 центнер уңыш алһа, унан һуң 502-гә еткерәләр. Иң юғары уңышҡа 1947 йылда өлгәшәләр — 611,5 центнер! (Уйлап ҡараһаң, хәҙер — заманса техника, технологиялар ҡул­ланып, гибрид орлоҡтар сәскәндә — ундай уңыш алғандары юҡ.)
Ил дә батырҙарын баһалай белә — Банат Батыроваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены тапшырыла. Звено ағзалары Ғәзизә Байгилдина, Әсҡәпъямал Хөсә­йенова, Фатима һәм Хәнифә Хәсәновалар Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Иң мөһиме — Украина тарафтарында ғына үҫтерелгән культура Башҡортостан баҫыуҙарында ерегә. Белмәйем, пропаганда шул булғандырмы, уныһы мөһим түгел, нәҡ БАССР Юғары Советы депутаты Банат Батырова республикала шәкәр заводы төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Шулай итеп, Ағиҙел менән Еҙем йыл­ғалары ҡушылған урында, Һарт-Шишмә һәм Һарт-Наурыҙ тигән башҡорт ауылдары араһында завод төҙөү өсөн ер бүленеп, эш башлана. Бөгөнгө Ҡарлыман шәкәр заводы, Прибельский ҡасабаһы барлыҡҡа килә...
Тыуған ауылым урамы. Киске сәйер тынлыҡ. Уттарын балҡыт­ҡан мөһабәт йорт ҡаршыһында туҡтайым да күҙҙәремде йомам. Ошо урында бынан быуат элек хужалары ғүмер кисергән өйҙө күҙ алдына килтерергә тырышам. Был нигеҙ Хәйрулла Теләпов­тыҡы булған. Һуңынан ошонда тыуған ҡыҙ ата-олатаһының ғына түгел, тотош ырыуының данын бар илгә таратыр. Ярым ергә һеңгән өйҙөң ишеген асып, кескәй генә табандарын ялтлатып шиш­мә буйына төшөп йүгерер ҙә, ошо шишмәнән тереһыу алған шикелле, буй еткергәс, исемен халҡыбыҙ тарихына яҙып ҡуйыр — Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876