Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Булдыҡлының эше уң
Булдыҡлының эше уң “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идарасы компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Туймазы ҡалаһы һәм районында үҙ тармағы буйынса иң эреләрҙән һанала. Уның ҡарамағында күп фатирлы 450 йорт иҫәпләнә. Әммә эш һандарҙа ғына түгел. Йәмғиәт үҙ яуаплылығына тапшырылған объекттарҙы тейешле дәрәжәлә ҡарап, тәртиптә тотоуы һәм тармаҡтағы әһәмиәтле башланғыстарға юл ярыуы менән баш­ҡаларға үрнәк булып тора. Быға компа­нияның барлыҡ подразде­лениеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән өлгәшелә. Әйтәйек, Туймазы районы беренселәрҙән булып күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса федераль адреслы программала ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 2008 йылда тәүге тапҡыр берлектә финанслау юлы менән күп фатирлы 76 йортто ремонтланылар. Ә инде Төбәк адреслы программаһында ҡатнашыу район ауыл­дарындағы байтаҡ күп фатирлы йортто йүнәтеү мөмкинлеген бирҙе. Рес­пуб­ли­каның лифттарҙы яңыртыу програм­маһына ҡушылыу ҙа һөҙөмтәле булды: был эш күп фатирлы алты йортта атҡарылды.
Хеҙмәтләндереү өлкәһендәге мөһим бурыстарҙы үтәгәндә һәм проблемаларҙы хәл иткәндә компания тәү сиратта торлаҡ хужаларының законлы мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Был маҡсатта күп фатирлы йорттарҙың советтары булдырылған. Улар аша халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыла. Ә советтарҙың рәйестәре союзға берләшкән. Улар идарасы компания менән эшлекле осрашыуҙар үткәрә, көнүҙәк мәсьәләләр шулай бергәләп хәл ителә. Берҙәм тырышлыҡ иһә көткән уңышҡа илтә. Мәҫәлән, компания өс йыл рәттән республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы кимәлендә үткәрелгән “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” конкурсында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Йәғни компания ҡарамағындағы күп фатирлы 15 йорттоң һәр береһе, бәйгелә еңеүсе булараҡ, 100-әр мең һум күләмендә финанс ярҙамы алды. Был аҡсалар йорт алдарын төҙөкләндереүгә, балалар майҙансыҡтары урынлаштырыуға, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыуға һ.б. файҙаланылды.
Әлбиттә, бар ерҙәге кеүек, ҡайһы бер фатир хужаларының күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәүе эште ҡыйын­лаштыра. Ундайҙарға ҡарата закон ниге­ҙендә ҡәтғи саралар күрелә. Шул уҡ ва­ҡытта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарма­ғында барған реформаның маҡсатын һәм бурыстарын халыҡҡа аңлатыу йәһәтенән йоғонтоло эш башҡарыла. Был йәһәттән компания 2009 йылдан башлап ай һайын үҙенең “Вестник Управляющей компании ЖКХ” тигән мәғлүмәти-хоҡуҡи гәзитен нәшер итә һәм үҙҙәре ҡара­мағындағы йорттарҙа бушлай таратыла. Әйткәндәй, был матбуғат баҫмаһы тармаҡтағы реформаны яҡтыртҡан иң яҡшы мәғлүмәт-пропаганда проекттарын ойоштороу буйынса республика конкурстарында 2011–2014 йылдарҙа призлы урындар яуланы.
Компанияның Туймазы теле­виде­ниеһында алып барған “Беҙ йәшәгән йорт” тапшырыуҙар циклын да халыҡ көтөп ала. Әлеге телепроекттың 2013 йылда республика конкурсында “Телевизион программалар һәм сюжеттар” номинацияһында беренсе урынды яулауын да билдәләп үтергә кәрәк.
Етәксеһе ниндәй – эше шундай, тиҙәр халыҡта. Компанияның эшмәкәрлеген ҡалала һәм районда ғына түгел, республикала ла өлгө булырлыҡ итеп ойоштороуға уның етәксеһе Раил Ғафаров ҙур көс һала. Раил Байраҡ улының ны­ҡышмалылығы, бигерәк тә бөгөнгө шарттарҙа эште дөрөҫ иҡтисади йүнәлештә алып барыуы уңышҡа юл аса. Ул заман етәксеһенең әүҙем, оҫта ойоштороусы, үҙ өлкәһендә бар яҡлап та әҙерлекле белгес булырға тейешлеген үҙ миҫалында күрһәтә. Тармаҡтағы күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнгән. Раил Ғафаров етәкселегендә коллектив алға ышаныслы атлай.





Автор: Р. НӘБИУЛЛИНА. Район: Туймазы ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә