Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » һабаҡ алырлыҡ Һабаш
һабаҡ алырлыҡ Һабаш Ауыл аша үткән саҡта магазин ишегенә йәбештерелгән иғлан иғтибарҙы йәлеп итте. Унда ситтән килгән артистарҙың бушлай тамаша күрһәтәсәге хаҡында һүҙ бара ине. Ирекһеҙҙән колхоз замандары иҫкә төштө. Баҡтиһәң, һабаштар түләүһеҙ концерт ҡарап ҡына ҡалмай, хәтергә килгән нәҡ колхоз замандарындағы һымаҡ хөрриәттә йәшәй икән!


Һауынсылар сит илдә ял итә

Ысынын ғына әйткәндә, колхоз-совхоздар тарҡалып, ауылдарҙың башлыса фермерҙарға таянғанын (улары ла булһа әле) күреп өйрәнгәс, бер бәләкәй генә Һабашта ҙур хужалыҡтың эшләп килеүе ҡыҙыҡ тойолдо. Әммә улар менән танышҡас, һоҡланыу хисе уянды. Ергән ауылында урынлашҡан “Салауат исемендәге колхоз” ауыл хужалығы етештереү кооперативының Һабаш бригадаһы хаҡында һүҙем.
Бригадаға 1992 йылдан Илдус Игбаев етәкселек итә. Йәшерен-батырын түгел, хужалыҡтың күрһәткестәре нәҡ шул йылдарҙан нығына башлаған. Нисек кенә булмаһын, уңған хужанан тора шул барыһы ла. Хәйер, төп предприятие үҙе лә районда ғына түгел, республикала алдынғылар рәтендә. Бында ла етәксене иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел: Сибәғәт Ғәйнуллин эште яҡшы алып бара.
Илдус Миңлебай улы ябай эшсенән башлап күтәрелгән етәкселеккә. Училище тамамлап ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән, хисапсы бурысын башҡарған. Ҡатыны Зөлфиә менән бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтергән. Уңған етәксегә, абруйлы ғаилә башлығына ауыл Советы депутаты, староста бурыстарын да ышанып тап­шыр­ғандар. Ышаныс ныҡлы аҡланған: ауылдағы тәртип, халыҡтың хөрмәте – быға асыҡ дәлил. Хәйер, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан “Башҡортостандағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнеүе күпте һөйләйҙер. Урындағы халыҡ менән дә, яҡында ғына урынлашҡан Салауат ҡалаһынан килеүсе баҡсасылар менән дә уртаҡ тел тапҡан Илдус Игбаев. Үҙен хеҙмәткә, матур итеп йәшәүгә һәм тыуған яғын йәмләндереүгә арнаған ауылдаштарын ихтирам итә, уларға таянып эшләй староста-бригадир.
– Кешенең эшен күрә белеү, тейешенсә баһалау зарур – шул саҡта хеҙмәт алға китәсәк, – ти хужа, уңыш серҙәрен асып.
Һабаш бригадаһында 50-нән ашыу кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Ғәмәлдә ауыл халҡының төп өлөшө инде был. Бигерәк тә йәштәрҙең күплеге ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Динар Рәмиев менән Артур Бикбулатов былтыр ғына хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан. Сит ерҙә олтан булып йөрөүҙе хушһынмай, тыуған ауылдарында эшкә ҡалған улар. Динар тракторҙа йөрөһә, Артур – иретеп йәбештереүсе.
– Ҡалала эш табыуы ҡыйын, йәшәргә урын да юҡ, ауылда иһә, бына, хеҙмәт итер ер бар. Быйыл өй һалырға тотонасаҡбыҙ, – тине улар бер тауыштан. Егеттәрҙе дәртләндерерлек күренешкә ҡыуанмау мөмкин түгел.
Йәш кадрҙарҙың урында ҡалыуына, әлбиттә, шуныһы ла булышлыҡ итә: улар ата-әсәләренең хеҙмәтен күреп үҫә, эшен дауам итергә хыяллана. Хеҙмәт тәрбиәһе лә әһәмиәтһеҙ ҡалмай. Мәҫәлән, Илгиз Игбаев ферма мөдире булып эшләй, ҡатыны Гөлшат менән биш балаға ғүмер биргән. Оло ҡыҙҙары менән улдары студент та булып киткән инде хәҙер.
– Балаларыбыҙ һәр саҡ ҡул араһында, ярҙамлашып тора, бергә эшкә йөрөгән саҡтары ла бар, шуға ауыл тормошон яраталар, – ти Игбаевтар. Улдары Ғайсаның Башҡортостан дәүләт аграр университетында ветеринар һөнәрен үҙләштереүе осраҡлы түгел, әлбиттә. Уның тыуған ауылына ҡайтып, атай эшен дауам итеүен теләргә генә ҡала. Йәштәр яҡлы бит хужалыҡ. Һуңғы ваҡытта хеҙмәт кешеһе иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, тип саң ҡағабыҙ. Ә Һабашта был оранды ғәмәлдә ҡулланалар.
Ысынлап та, хужалыҡ – ауылдың ҡалҡаны, тип ныҡлы әйтергә була. Бригада ярҙамында күптәр өй һалып ингән, мәҫәлән. Был йәһәттән хужалыҡ про­центһыҙ ссуда бирә, бура менән ярҙамлаша, ер алыу өсөн дә бюрократик кәртәләр аша үтергә кәрәкмәй хеҙмәт кешеһенә. Күптән түгел генә ошондай бәхеткә Эдуард Алсынбаев, Азамат Йәрмөхәмәтовтар эйә булған. Хужалыҡтың ярҙамын торлаҡлы булыу йәһәтенән генә тоймай һабаштар, етәкселек эшселәрҙең һаулығын да ҡайғырта. Әйтәйек, һауынсылары сит илгә ял итергә йөрөй. Санкциялар ҡабул ителгәс кенә, Мысырҙа ҡыҙыныуҙан туҡтағандар. Ябай эшселәрҙең шундай хөрмәткә лайыҡ булыуын күреү түгел, үкенескә ҡаршы, ишеткән дә юҡ ине һуңғы йылдарҙа.
Бәхетле тормошҡа тағы бер асыҡ миҫал: Ғәфүр Бикбулатов хужалыҡта оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй, ә донъяһына баҡһаң, бында Дума депутаты торалыр тип уйларһың. Хатта мал һарайы ла профилләнгән ҡалай менән кәртәләнгән.
– Эш хаҡы аҡсалата килә, һалам-бесәнде бушлай тиерлек алабыҙ, йыл аҙағында игенләтә премия өләшәләр, мал аҙығы етерлек, күпләп һыйыр аҫрайбыҙ, – тип ҡәнәғәтлек белдерә Ғәфүр.
Әйткәндәй, урында бер фермер ҙа юҡ, уның ҡарауы, күпләп мал аҫрап, шунан килем алыу­сылар байтаҡ. Һорау тыуа: ошондай хужалыҡтар булғанда, фермер булып теркәлеү кәрәкме икән?
Батша һарайындай был донъяла, әлбиттә, итәк тултырып бала үҫтермәү яҙыҡтыр. Был йәһәттән дә уңған Бикбулатовтар. Земфира һөйөклө иренә дүрт бала бүләк иткән. Айҙар менән Илдар мәктәптә уҡыһа, игеҙәктәр Әлфинә менән Әлсинәнең әле тәпәй баҫырға өйрәнгән саҡтары.
Биш тиҫтәнән саҡ ҡына ашыу кеше эшләүгә ҡарамаҫтан, бригада иҫ киткес ҡеүәтле. Һөтсөлөк, картуф, сөгөлдөр һәм иген үҫтереү – төп йүнәлештәре. Һыйыр малдары ғына ла мең баштан ашыу. Ә техникалары һуң, техникалары. Хәйер, 5 миллион һумдан ашыу торған сәскес кенә лә ни тора!
Шуныһына ла иғтибар итәйек: мең баш малды, мәҫәлән, ни бары ике тиҫтәгә яҡын кеше ҡарай. Ҡарай тип, техника башҡарған хеҙмәтте контролдә тоталар. “500 ферма” программаһы нигеҙендә ҡуралар заманса йыһазландырылған. Аҙыҡты нормаларға ярашлы ғына итеп техника тарата, мал тиҙәген дә көрәк менән таҙартып йөрөмәйҙәр. Ә инде махсус паспорты булған һәүкәштәр һауҙыр­ғанда классик музыка ғына тыңлап тора.
Хужалыҡ менән танышҡан саҡта кәрәкле материалдарҙың, тимер-то­морҙоң бикләп һаҡланмауы аптырат­ҡайны.
– Сәлдермәйҙәрме һуң? – тип һо­рағас, Илдус Миңлебай улы:
– Үҙҙәренеке бит, нисек сәлдер­һен­дәр? Бөгөн тимер урлаһалар, иртәгә – техника, унан – малдар… Тик ул аҡса эш хаҡы түгел бит, ә бер көнлөк табыш, – тине. Бер уйлаһаң, ошо яуапта урындағы халыҡтың бар асылы сағыла һымаҡ. Бөгөнгөһө менән генә йәшәмәйҙәр бында.

Шөкөр итмәү яҙыҡ булыр

Бәләкәй генә ауыл булыуына ҡарамаҫтан, Һабашта ҙур хужалыҡ ҡына түгел, социаль объекттар ҙа гөрләп эшләй. Башланғыс мәктәп ауылдың иң сағыу биҙәгелер. Уҡыу йорто – Ергән урта белем биреү мәктәбе филиалы. Бөгөн унда 14 бала уҡый. Ике уҡытыусы кескәйҙәргә төплө белем бирә.
– Өлкән кластыҡылар Ергәнгә йөрөп уҡыһа ла, кескәйҙәрҙең урында белем алыуы ҡиммәт. Дәрес үткәреү менән генә сикләнмәйбеҙ, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ, – тип таныштыра белем усағы ҡаҙаныштары менән филиал мөдире Рәсилә Бикбулатова. – Яңы ғына район кимәлендә үткән шиғыр бәйгеһендә еңеүҙәр яулап ҡайттыҡ: беренсе урынды 1-се класс уҡыусыһы Гөлназ Бикбулатова алһа, икенсе урынға 2-селә белем алыусы Филүс Ғәбиҙуллин лайыҡ булды.
Эйе, ни бары тиҫтәнән ашыу уҡыу­сыһы булған мәктәптең ҡаҙаныштары тос. Тик бына уйландырған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Баҡтиһәң, 14 уҡыусының өсәүһе күрше ауылдан йөрөй, ә дүрт кластың ни бары береһе генә комп­лектлы. Киләсәктә мәктәп ябылып ҡуймаҫмы, тип ҡайғыра ауыл халҡы. Хәйер, Динар менән Артур һымаҡ йәштәрҙә инде бар өмөт. Иң мөһиме – әлегә ауылда белем усағы бар, шуныһына шөкөр итмәү яҙыҡ булыр!
Хәйер, урындағы властың халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы бер мәктәпте тотоп тороу менән генә сикләнмәй. Ҡыш көндәрендә буран йыш “ҡунаҡлауға” ҡарамаҫтан, юлдар һәр саҡ тап-таҡыр. Урамға кисен дә сығыуы хәүефле түгел, бағаналарҙан сағылған уттар ауылды яп-яҡты итеп тора. Әйткәндәй, фонарҙар эңер төшөү менән үҙҙәре ҡабына, таң атҡас та йәнә үҙҙәре һүнә.
– Һабаш ауылында газ бар, халыҡ һыуға ҡытлыҡ кисермәй, һуңғы ва­ҡыт­та юлдарҙы рәтләү менән мәш­ғүлбеҙ, – ти алып барылған эштәр хаҡында Ергән ауылы Советы хаки­миәте башлығы урынбаҫары Фәйез Тимербаев. – Һабаштар үҙҙәре лә дәртле һәм тырыш. Шуға ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ.
Ысынлап та, урындағы халыҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел: емертеп эшләйҙәр ҙә, кинәнеп ял итә лә беләләр. Һуңғыһын ауыл клубында ойошторолған саралар асыҡ дәлилләй. Иң мөһиме – ул сараларҙа быуындар бәйләнеше сағыла. Төрлө йәштә­геләрҙең бер концерт-уйында ҡатнашыуы – бик шәп өлгө. Клуб стеналары бихисап нәҫел шәжәрәләре менән биҙәлгән. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында туған-тыума­саларҙың күрешеүе, донъяуи мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүе инде йолаға әүерелгән. Бигерәк тә шуныһы ҡиммәт: йәш быуын атай-олатай­ҙарының тамыры менән ҡыҙыҡһына, ауыл тарихын хәтеренә һеңдерә. Ни тиһәң дә, Һабаш – боронғо ауыл бит, инде ике ярым быуаттан ашыу ғүмер үткән бында тәүге нигеҙ һалыныуға. Өйрәнәһе серҙәре байтаҡ.

Бер рәхәттең бер ҡыйыны


– Башлыса йөрәк ауыртыуға, ҡан баҫымы күтәрелеүгә зарланалар, – тип ҡаршы алды ауыл халҡын инде ҡырҡ йыл буйы дауалаусы апай, урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Камилә Исламғолова.
– Күберәк хаҡлы ялдағы инәй-бабайҙар йөрөйҙөр инде, улар зарланалыр? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Үкенескә ҡаршы, йәштәр ҙә күп шул… – тип аптырашҡа һала Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы. – Республика сәнәғәте гиганттарының береһе – Салауат ҡалаһы – яҡын булыу сәбәпле, экологик торош бигүк яҡшынан түгел, тип уйлайым. Шуға ҡан баҫымы, йөрәк, ашҡаҙан сирҙәре йыш осрай. Онкологик сирлеләр ҙә бар. Ҡайһы саҡта Салауат яғынан иҫкән ел менән килгән еҫ күңелде болғата, тынды быуа.
Ҡаланы маҡта ла ауылда тор, тиҙәрме әле?! Бер уйлаһаң, һабаштарға бик уңайлы. Кәрәк-яраҡ артынан Салауатҡа барып ҡайтыу күрше ауылдан әйләнеп килеүгә тиң, ҡалаға эшкә йөрөүе лә ҡулай. Һуңғы ваҡыттағы ҡала ситенә күсеп йәшәүселәрҙең күбәйеүен иҫәпкә алғанда, ауыл халҡы бөтөнләй бәхетле. Тик бер рәхәттең бер ҡыйыны ошолор, күрәһең: төрлө матдә менән ағыуланған һауаны һулау эҙһеҙ үтмәй. Хәйер, нисек кенә булмаһын, үҙ ереңдә йәшәүгә етмәй инде. Ҡаланың үҙендә торһаң, хәл ике-өс тапҡырға ҡатмарлыраҡ.
…Сирлеләрҙең күп булыуын, шул уҡ ваҡытта ауылда йәш сабыйҙар ҙа барлығын иҫәпкә алғанда, урында артабан да фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшләүе шарт. Нисек кенә булмаһын, һабаштар ғына түгел, күрше нурдәүләттәр ҙә күҙ терәп тора бит әле уға. Тик Камилә апайҙың мәңге эшләй алмаясағы көн кеүек асыҡ.
– Медицина буйынса белем алған йәштәребеҙ байтаҡ, тик ҡалала тороп ҡалалар. Шулай ҙа Денис Фәйзуллин исемле егеткә өмөт бар, бәлки, тыуған ауылында эш башлар, – тип йылмая Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы.
Баҡтиһәң, ауыл хужалығы тармағын иҫәпкә алмағанда, йәш белгестәрҙең ауылға ашҡынмауы проблемаһы был төбәкте лә урап үтмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн бынамын тигән “Ауыл табибы” программаһы эшләй, өй һалырға теләһәләр, ер мәсьәләһен ҡыйынлыҡһыҙ хәл итергә мөмкин. Тик йәштәрҙең күпселеге һаман да, ҡуртымға фатирҙа йәшәп булһа ла, сит ҡаланы үҙ итә. Денис киләсәктә ошо шарттарҙы ла, тыуған ауылы алдындағы яуаплылыҡты ла аңлар, тип өмөт итергә генә ҡала. Ҡайт, Денис, тыуған яғыңа, ең һыҙғанып, ауылдаштарыңды дауала!..







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Лилиә Ғәббәсова, Һабаш клубы
    Лилиә Ғәббәсова, Һабаш клубы от 17.04.2016, 22:28
    1. Концертҡа (спектаклгә) килгәндә, ул түләүле булды. Спектаклде ойоштороусы администраторҙың хаталы информация биреүенән килеп сыҡты был яңылышлыҡ. Ләкин түләүле булһа ла, ауыл халҡы клубта ойошторолған сараларға теләп йөрөй.
    2. "Һауынсылар сит илгә ял итергә йөрөй" тигәне бик үк дөрөҫ түгел.
    3. Башланғыс мәктәп ысынлап та ябылмаһа ярай ине, сөнки балалар һаны кәмеүҙән мәктәп ябыла ҡалһа, балалар күрше Ергән мәктәбендә уҡып "урыҫлашып" бөтәсәктәр. Һабаш башланғыс мәктәбендә уҡып белем алыу ул башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыусы мөһим фактор.
    4. Әлеге ваҡытта ер алыуы еңелдән түгел.
    5. Дөйөм алғанда, Һабаш ауылының киләсәге өмөтлө. Колхозда һәм фермала эштәр гөрләп бара, теләге һәм тырышлығы булған һәр кем мал аҫрай ала.
    6. Ошондай матур, йөкмәткеле һәм оптимистик мәҡәлә яҙған өсөн авторға ҙур рәхмәт!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876