Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кем ниндәй һөнәр һайлай?
Кем ниндәй һөнәр һайлай? Быйыл Баймаҡ районында 679 уҡыусы – IX, 287-һе XI класты тамамлай. Берҙәм дәүләт имтиханының һайлап алыу предметтары буйынса һынау тотоу түбәндәгесә: физика – 38,7, йәмғиәтте өйрәнеү фәне – 53, химия – 19, биология – 34, география – 12, информатика – 14, тарих – 16 һәм инглиз теле – 5,6 процент. Сығарылыш уҡыусыларының ҡайҙа уҡырға барырға теләүен белеү маҡсатында һорау алыу үткәрелде. Унда Баймаҡ лицей-интернаты һәм 4-се лицейҙан 76 сығарылыш класс уҡыусыһы ҡатнашты. Уларға “Ҡайһы уҡыу йортона инергә уйлайһығыҙ һәм ни өсөн?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.


Һорауҙарға лицей-интернаттан 52 уҡыусы яуап бирҙе. Уларҙан бер уҡыусы – Ынйы Дәүләткилдина – халыҡ-ара кимәлдәге уҡыу йортонда белем алырға теләге барлығын белдерҙе, әммә һайлаған уҡыу йортон әлегә сер итеп ҡалдырҙы. Туғыҙ уҡыусы Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарын һайлаған. Динә Йәнтилина: “Күңелемә яҡын һөнәр – психолог, шуға ҡайҙалыр эшкә урынлашам тиһәм, Мәскәү дипломы әһәмиәтле булыр тип уйлайым. Әммә тыуған яғымды ташлап китеүҙе күҙ алдына килтерә алмайым. Шуға күрә документтарымды БДУ-ға тапшырасаҡмын”, – ти. Ә Азамат Ишморатов Мәскәүҙәге техник йүнәлешле уҡыу йортона инергә хыяллана. Гөлфиә Ҡаҙаҡҡолова Мәскәүҙә йәки Силәбелә мәғлүмәти хәүефһеҙлек йүнәлеше буйынса сифатлы белем алырға теләй. Гүзәл Камалова сит илдәрҙә эшләү хыялын бойомға ашырыу маҡсатында Мәскәү дәүләт лингвистик университетында уҡырға теләүе тураһында яҙа. Гөлсибәр Тотманова Рәсәй дәүләт социаль университетында юриспруденция факультетында уҡырға хыяллана. Азат Мырҙабулатов бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып прокурор булмаҡсы, шуға уның маҡсаты – Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы академияһына инеү. Айтуған Әхмәтов, Ильяс Ҡасҡынов, Сыңғыҙхан Мәжитов, Алмас Хәсәнов, Дим Моталов, Данил Фәйзуллин киләсәген хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ниәтләй.
Рүзилә Зәйнәғәбдинова дизайн йүнәлеше буйынса бер нисә уҡыу йортон һайлаған: Ҡазан технология университеты, Мәскәү бизнес һәм дизайн институты, БДПУ һәм Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы. Гөлназ Биктимерова Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡырға йыйына: “Бында менеджмент һөнәренә төплө белем бирәләр”, – ти ул.
Алты уҡыусы Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡырға теләй. Илназ Теүәлев үҙ ҡарарын былай тип дәлилләгән: “Ололар “Күңелеңә ятҡан эште һайла!” тиҙәр. Ә оҡшаған һөнәрҙәрҙең күпселегенең эш хаҡы түбән. Шуға күрә мин табип түгел, нефтсе буласаҡмын. Аҡса бәхет түгел, тиһәләр ҙә, ул – йәшәйешебеҙҙең нигеҙе. Әгәр ҙә мин “аҡса” һүҙе телдә йыш әйтелмәгән, бөтәһенә лә бар нәмә лә еткән мөхиттә йәшәгән булһам, ӨДНТУ-ға бармаҫ инем”.
Ильяс Ураҙбаев: “Был уҡыу йортонда яҡшы кадрҙар әҙерләнә, унда үҙеңде һәр яҡлап асырға мөмкинлек бар”, – ти. Илнар Нәҙербаев “хәҙерге заманда нефть менән бәйле һөнәрҙәр мөһим” тигән фекерҙә. Илнар Сапаров: “Тәүҙә мин ҙур ҡалалар тураһында хыяллана инем, әммә тыуған ерҙән алыҫта уҡый алмаҫымды аңланым һәм Өфөгә барырға булдым. Физика, химия, математика минең иң яратҡан дәрестәрем булғанға, ошо уҡыу йортон һайланым”, – ти.
Дүрт уҡыусы Өфө дәүләт авиация техник университетын һайлаған. Айгиз Вәлишин: “Мин электроника факультетында уҡырға теләйем, сөнки бала саҡтан бәләкәй генә схемаларҙан, кәрәкмәгән деталдәрҙән кәрәкле әйберҙәр төҙөргә яратам. Кешеләрҙең боҙолған ҡолаҡсындарын, телефондарын йүнәтәм. Тағы ла шул университеттың хәрби кафедраһында белем алғым, унда самолеттарға двигателдәр төҙөп өйрәнгем килә”, – ти. Был уҡыу йортонда белем алыу Зөлфиә Самарбаеваның да бала саҡ хыялы икән.
Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары йәки башҡа уҡыу йорттары араһында икеләнгән уҡыусылар ҙа бар (биш уҡыусы). Илназ Айытбаев: “Шул уҡыу йорттарында алған белем илебеҙҙең нефть һәм газ өлкәләрендә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа электроника, приборҙар төҙөү тармаҡтарында белгестәр талап ителә. Үҙ республикамдан алыҫ киткем дә килмәй. “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тигән бит беҙҙең ата-бабалар”, – тип фекер йөрөтә. Заһир Күлембәтов: “Минең бала саҡ хыялым – программалаусы булып, төрлө уйындар, ҡушымталар һ.б. уйлап сығарыу. Шуға күрә был вуздарҙа мин хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлектәр күрәм”, – ти. Ә Гөллирә Сәлихова БДУ-ның геодезия факультетында картограф һөнәрен алырға хыяллана йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына барырға уйлай.
Һорау алыуҙа 4-се лицейҙан 24 уҡыусы ҡатнашты. Уларҙан һигеҙ кеше медицина өлкәһен һайлауын белдергән. Техник вуздарҙы биш уҡыусы өҫтөн күргән. Ике уҡыусы БДУ-ға уҡырға инергә хыяллана. Ҡалғандар төрлө йүнәлештәге уҡыу йорттарында белем алыу уйы менән яна.
Шулай итеп, уҡыусыларыбыҙҙың байтағы бала саҡ хыялдарына тоғро ҡалмаҡсы. Кемдәрҙер замана еле ыңғайына иҫергә теләй икән – улар өсөн дә бөтә мөмкинлектәр бар. Тырышып уҡы ла теләгән уҡыу йортона ин генә!




Автор: Айгөл ИҘЕЛБАЕВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә