Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Алыҫ диңгеҙ аръяғында ла кемлегеңде онотма”
“Алыҫ диңгеҙ аръяғында ла кемлегеңде онотма” Бик нәзәкәтле, нескә һәм шул уҡ ваҡытта көслө, маҡсатына ынтылыусан ул Гөлназ БУРАНШИНА. Башҡорт һылыуы ситтә, алыҫ тарафта ятҡан илдән ҡурҡып тормай, юлға сыға. Ул бөгөн Дубай ҡалаһында йәшәй, уңышлы эшләп йөрөй. “Ҡәтғи тормош девизым юҡ, әммә һәр саҡ яҡшы кеше булыу маҡсатына тоғро ҡалырға тырышам”, – ти ул.


– Гөлназ, Дубай ҡалаһына күсеп китеүеңдең сәбәбе нимәлә?
– Үҙ-үҙемде тыуған яғымда, Рәсәйҙә табырға тырышҡан мәлдә килдем мин был ҡарарға. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, бер генә эшем дә уңмай, килеп сыҡмай, йыш ауырый башланым. Дөрөҫ йүнәлештә бараммы, тигән уй ҙа тынғылыҡ бирмәне. Дөрөҫөн әйт­кәндә, Дубайға юлланыуым заманында иңемә төшкән барлыҡ ауырлыҡ­тан ҡасыу касафаты булды.
– Әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһең?
– Быға тиклем “Елкән” ҡунаҡха­на­һында администратор-тәржемәсе булып эшләнем. Донъялағы иң абруйлы отелдә хеҙмәт юлын үтеү ҡыҙыҡлы тәжрибә бирҙе. Әле һөнәр баҫҡы­сым­дың сираттағы һикәлтәһенә күтәреләм – Дубайҙа күсемһеҙ милек һатыу буйынса компанияла эшләйем.
– Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һиндә ниндәй тәьҫораттар уята?
– Иң хәүефһеҙ илдәрҙең береһе, етмәһә, бында нескә заттың хоҡуҡ­та­рына ихтирам ҙур. Әмирлектә бер кем­дең дә башына ниндәй ҙә булһа ҡатын-ҡыҙҙы эҙәрлекләү йә кәмһетеү уйы килмәйәсәк, бының өсөн яза – төрмәгә ябыу һәм илдән ҡыуыу. Йәмәғәт транспортында гүзәл зат вәкилдәре өсөн тәғәйен урындар бар. Әгәр ҙә унда ир-егет ултыра икән, тимәк, уға ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ.
Бында юлдар бик төҙөк, юғары сифатлы. Бензиндың литры һыуға ҡарағанда осһоҙораҡ, автомобилдәрҙең дә хаҡы бик түбән. Һатып алып, яғыулыҡ ҡой ҙа, кинәнеп йөрө. Урамда эсмәй­ҙәр, метро һәм автобуста ашау, эсеү йә һағыҙ сәйнәү тыйыла. Метрола сәйнәнеп барған кешене киләһе станцияла уҡ төшөрөп, уға 200 дирхам (3500 һум) күләмендә штраф һалған­дарын өс тапҡыр күрҙем. Әйтер­гә кәрәк, Әмирлектәрҙә аҙна һайын тиерлек донъя кимәлендә танылған “йондоҙ”ҙар­ҙың концертына барырға була.
– Туған башҡорт телеңде бе­леүең башҡа телдәрҙе өйрәнгәндә ярҙам иттеме?
– Әйтеп тораһы ла түгел, бик уңайлы булды. Дуҫтарым күп, улар араһында Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан яҡтарынан килгәндәр бар. Ҡайҙа ғына осрашһам да, дуҫтарымдың нимә хаҡында һөйләгәнен еңел аңлайым.
– Европа стилендә кейе­нәһең. Мосолман илендә ошо килеш йөрөү ҡамасауламаймы?
– Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәре – мосолман иле, әммә Дубай үҙе – донъяуи әмирлек. Тирә-яҡтағыларға ихтирамлы, кешелекле мөнәсәбәттә булһаң, рәхәтләнеп йәшәргә була бында.
– Башҡортостандан алыҫ­та бу­лыуыңа ҡарамаҫтан, башҡорт йыр­ҙарын да тыңлайһың икән. Милли әҙәбиәтте лә уҡыйһыңмы?
– Көн һайын тиерлек. “Башҡорт халыҡ ижады” китаптары өҫтәлемдән төшмәй. Ҡурай моңон да бик йыш тыңлайым.
– Дубайҙа башҡа диндәге кеше­ләргә нисек ҡарайҙар?
– Исламда көсләп тағыу күренеше юҡ, мин йәшәгән ҡалала ла был асыҡ сағыла: сиркәүҙәр, ҡорамдар, башҡа дин вәкилдәренең табыныу урындары булдырылған.
– Ғәрәп Әмирлектәрендәге халыҡ тураһында әйтеп үтһәңсе. Социаль ҡатламдар бер-береһенән ныҡ айырыламы? “Байҙар”ҙың, “ярлы”лар­ҙың тормошо нисек ҡоролған?
– Ҡатламдар бүленеше бар. Шәхси күҙәтеүемдән сығып әйтә алам, урындағы халыҡ өс төргә ҡарай: иң юғарыла – милекселәр (хужалар), бик етеш йәшәйҙәр; уртансыла – идара эшселәре (ярлы түгелдәр); иң түбәндә – эшселәр (ярлылар).
– Дубайҙа белем алыу мәсьә­лә­һенә ниндәй ҡараш ­бул­­ды­­­рыл­ған? Мәктәптә ҡыҙ­ҙар малайҙарҙан айырым уҡыймы?
– Был ҡалала ғилем эстәү бик юғары баһалана, уҡытыусы һөнәре лә – иң килем­леләрҙең береһе. Әммә остаз булыр өсөн, махсус белемдән тыш, хаҡы 10 мең доллар тирәһе булған программа буйынса шөғөлләнергә кәрәк. Ошо этапты үтеп, йыл дауамын­да практика алғандан һуң ғына һеҙгә уҡыусылар менән эшләү рөхсәт ите­ләсәк. Мәктәптәргә килгәндә, бында төрлөләре бар. Ҡайһыһында – айырым рәүештә, бәғзеһендә бергә уҡыйҙар.
– Дубай халҡы ниндәй теле­тапшырыуҙарға өҫтөнлөк бирә? Телевидениела реклама бармы?
– Күпселек нейтраль нигеҙле, спорт­ҡа, аш-һыу әҙерләүгә арналған тапшы­рыуҙар күрһәтелә. Милли каналдар ғәрәп телендә генә яңғырай, ҡатын-ҡыҙҙар – хиджаб һәм пәрәнжәлә. Реклама бар, ул шулай уҡ ғәрәпсә. Фильм­дарҙағы оятһыҙ күренештәр ҡырҡып алына, телевидениела ла, кинотеатр­ҙарҙа ла ул ҡаты тыйылған.
– Ир-егеттәрҙең нескә зат вәкил­дәренә мөнәсәбәте ниндәй?
– Әйтеп үтеүемсә, ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам менән ҡарайҙар. Ире, атаһы ҡаршы килмәһә, ғәрәп ҡатынының эшләү мөмкинлеге лә бар. Ғаиләләрҙә уртаса биш-алты бала тәрбиәләнә.
– Яҡын арала Башҡорт­останға кире ҡайтыу ниәтең бармы? Әллә Дубай һине тамам ғашиҡ иттеме үҙенә?
– Һорауың еңелдән түгел. Алдағы йылдарҙа үҙемде бында күрәм.
– Сит илдәргә сәйәхәт итеү, шунда уҡыу, эшләү теләге менән янған йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инең?
– Николай II әйткән һүҙҙәр яуабым булыр: “Алыҫ диңгеҙ аръяғы илдәрендә булғанда Рәсәй вәкиле икәнлегегеҙ хаҡында онотмағыҙ! Сәфәр ҡылған тарафтарҙа йәшәгән халыҡтар ара­һында үҙегеҙҙе күркәм тотоғоҙ”.
– Төплө, үҙенсәлекле яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт, Гөлназ! Уңыштар!

Мәрйәм ВИЛДАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә