Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙа “халыҡ
врачы” тигән исеме таралған Мәхмүзә атлы профессорыбыҙ бар. Кем генә белмәй уны!
Кем генә уның мәрхәмәтенән файҙаланмай! Мәхмүзә Ғәйнуллина ярҙамға мохтаж һәр кеше тураһында хәстәрлек күреүҙе, үҙе йәки таныштары аша ярҙам итеүҙе бурысы итеп алған һымаҡ.
Кешегә ул тиклем ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек, изге күңеллелек ҡайҙан килә? Ғаиләлә ниндәй сифаттар тәрбиәләнгән? Медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнуллинаның әсәһе менән осрашып һөйләшкәс, был сифаттарҙың рухи ныҡлыҡтан, үҙ-үҙеңә ныҡ ышаныуҙан, кеше хәленә инә белеүҙән икәнлеген аңланым.
Насретдиновтар, йәғни Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының туғандары араһында ғына ла ун бишләп медицина хеҙмәткәре бар. Бөтөнөһөнөң дә ғәжәп кешелекле һәм ярҙамсыл булыуының да төп сере рухи ныҡлыҡта, ихтыяр көсөндә, үҙ-үҙеңә ныҡ ышаныуҙа бит! Ә рухи ныҡлыҡтың сере ниҙә? Әлбиттә, был хаҡта үҙҙәренән, иң элек әсәй кеше Сафия Насретдинованан һораштым.
— Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә. Ике яҡлап та. Атайҙары яғынан да, минең яҡтан да. Шуға бирешмәнек, һынманыҡ. Беҙ бит — Совет власының “кулак балалары” тип ситкә тибелгән, ҡыйырһытылған үгәйҙәре. Шулай булғас, үҙеңде юғалтмау, был донъяла кем икәнлегеңде раҫлау өсөн көс унлата күберәк кәрәк булды, — тине ул.
Сафия апайҙың атаһы Хәбиәхмәт Нурғәлиевтең үҙ ҡул көсө менән һалып ингән өс бүлмәле ағас йорто, бер нисә һыйыры, аты була. Колхозға иң беренселәрҙән яҙыла, мал бирә, тәүгеләрҙән булып большевиктар партияһы сафына баҫа. Әммә Нуриман районының Ишморат ауылынан уны 1932 йылда “кулак” тип һөргөнгә ҡыуалар.
Шулай итеп, Сафияның атаһы Хәбиәхмәтте Силәбе өлкәһенә эшкә ебәрәләр, ә ҡатыны Сафияны алтынсы балаһына ғоманлы көйө мунсаға ҡыуып сығаралар. Йорт-ҡуралағы бөтөн нәмәләрен, хатта йәмкәләренә тиклем тартып алалар. Кафия алтынсы балаһын мунсала таба. Ул баланың кендек инәһе Сиҙаҡа исемле ҡатын мөләйем, ипле, әҙәпле була. Шуға ла ниндәй кәртәләр аша бында килеп етеүен Кафияға өндәшмәй. Баланы тыныс ҡына ҡабул итә. Иҫке-моҫҡонан йүргәктәр әтмәләй, әммә бик һаҡ ҡылана, аҙ ғына тауышҡа ла шомлана, тик йәш балаһын ҡулына алған Кафияға өҫтәмә борсолоуҙар тыуҙырмаҫ өсөн бер ни ҙә һиҙҙермәй. Баҡһаң, ул саҡтағы колхоз рәйесе, Хәбиәхмәттең яҡшы атын менеп йөрөһә лә, Кафия янына барыуҙы тыйған икән. Ул ғына ла түгел, иң беренселәрҙән булып һыйырын етәкләп колхозға тапшырған был ғаиләгә тәғәм ризыҡ бирмәҫкә, һөт алып бармаҫҡа, тип ауылдаштарын саҡыртып иҫкәртә йөрөгән. “Мин — батрак” тип күкрәк һуғып, ялҡаулыҡты маҡтаныу итеп алған замандарҙа, Хәбиәхмәттең ярҙамын байтаҡ ҡына күргән был әҙәм шулай ҡайтара изгелек хаҡын. Әммә башҡалар йәшерен-боҫорон ғына ярҙам итә Кафияға. Ҡатын, сабыйын алты йәшлек Сафияға ҡалдырып, үҙе эшкә йөрөй. Ә өлкән ир балалары Исламғол менән Исламетдин йомран ояларынан ашлыҡ йыя. Уларға Алмас исемле эттәре ныҡ ярҙам итә. Һәр йомран ояһы оло табышҡа әйләнә. Ҡыш көндәре эт ҡуян да тота. Малайҙар әсәйҙәрен тынысландыра. “Әсәй, этебеҙ генә иҫән булһын, астан үлмәбеҙ”, — тиҙәр.
Хәбиәхмәт, йыл да үтмәй, бер кемгә лә һиҙҙермәй генә төндә килеп, ғаиләһен Ашаға күсереп алып китә. “Кулак эттәрен мәкегә тығырға кәрәк булған”, — тип ҡоторонған колхоз рәйесе, был хәлде ишеткәс. “Был тиклем ҡоторонорға бер кем дә ҡушмай бит уға, үҙенән-үҙе шулай яуыз кеше инде. Кеше, эсе тулы яуызлыҡ булһа, үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Аҡ янына – аҡ, ҡара янына ҡара эркелә бара. Бөгөн былаймын, тип маһайырға ярамай. Бөгөндөң иртәгәһе бар. Берәү ҙә аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгән, балалар. Байлыҡ та, вазифа ла мәңгелек түгел”, — ти Кафия балаларына.
Ире килеп алып киткәс, үҙен ожмахтағылай хис итә ул. Хәбиәхмәт Аша ҡасабаһындағы химия заводында бик тырышып эшләй. Ғаиләһен бағырлыҡ эш хаҡы ала. Кафия иһә бик оҫта хужабикә була. Матур йәшәп китәләр, тик, Башҡортостанды һағынып, кире ҡайталар. Хәбиәхмәттең колхоз рәйесенә нәфрәте көслө булғанға, күрше ауылда торорға булалар. Аҙ ғына ваҡыт эсендә ғаилә бынамын тигән итеп донъяһын ҡора.
Илебеҙҙә тиҫтәләрсә миллион кешене “аҡтар”, “коммунистарҙың дошманы”, “кулак” тип Себергә ебәреп бөткәндән һуң халыҡ хужалығы тармаҡтары ныҡ ҡаҡшай, аҡылыбыҙ башҡа дәүләттәргә хеҙмәт итә. “Халыҡ дошманы”, “кулак”, мулла балаларын, туғаны аҡтарҙа хеҙмәт иткәндәрҙе бынамын тигән көслө, һәләтле, аҡыллы, дәртле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыйырһытыу, уҡыуҙан ҡыуыу, комсомолға алмау кеүек алымдар менән рухи яҡтан һындырыу сәйәсәте алып барыла.
Хәбиәхмәттең ҡыҙы Сафияға ла аҙым һайын татырға тура килә был сәйәсәт һипкенен. Үҙе йәшәгән ауылдағылар ғына түгел, хатта тирә-яҡтағылар ҙа “ҡоро ҡалмай”. Нуриман районының Яңы Күл ауылына килен булып төшкәс, ире Кәлимулла менән еләккә сығалар. Шунда ауылдан берәү: “Йөрөмәгеҙ сабынлыҡ тапап, бында кулак ере юҡ”, — тип төртмә телләнеп үтеп китә. Ул ғына ла түгел, хатта йылдар үтеп, үҙ балалары үҫә башлағас та, ул осор өсөн иң яман “кулак балаһы” тигән һүҙ онотолмай. Урамға уйнарға сыҡҡан саҡтарында: “Әсәйең — кулак балаһы”, — тип уйнатмай ҡыуып ҡайтара тиҫтерҙәре. Имеш, байлыҡ – социалистик ҡоролош өсөн ят күренеш, кеше ярлы йәшәргә тейеш. Ярлылыҡ – йәшәү рәүеше. Сталиндың бер генә шинеле булған, Ленин хатта ҡаты ауырыған сағында ла үҙенә тәғәйен шоколадты балаларға ебәрткән... Уҡырға ингәндә — атаңдың батрак булыуын, вазифалы урынға дәғүә иткәндә хеҙмәт юлын ҡара эштә башлауыңды байраҡ итеп иң алда елпелдәтеү кәрәккән замандар ине.
Сафияның балалары ни өсөн ҡыйырһытылғандарын аңлап етмәй, “кулак” тигән һүҙҙең бик яман икәнлеген, әсәләренең яман кеше балаһы булыуын ғына төшөнә. “Әсәй, кем ул кулак?” тигән һорауға нимә тип яуап бирһен Сафия? Ер эшен һәйбәт белгән, үҙ көсө менән донъяһын бөтәйткән, ғаиләһен матур баҡҡан, тир түгеп мал тапҡан, йоҡо һимертеп ятмаған, шуға етеш йәшәгән, әммә сереп байымаған кеше кулак була, типме? Улай тиһәң, ни өсөн “кулак – дошман” тиҙәр, тип аптырар булған бала. Бала түгел, өлкән кешене аптыратырлыҡ, аңға һыймаҫ хәлдәр әле лә уйылып китерлек уйҙарға һала.
Ә ошондай аңға һыймаҫ хәлдәрҙе үҙ файҙаларына бороп аңлаттылар халыҡҡа. “Ҡайғырма, әсәһе, бер йыл тартай һимерә, икенсе йыл — бүҙәнә”, — тигән Сафияның атаһы, йыуаныр-йыуатыр һүҙҙәр эҙләгәндә. Заманалар алмашынды, кемдең кем икәнлеге асыҡланды. Әммә яралар тәрән. Алты йәшендә күршеләренә һөт һорарға инеп, буш көрөшкә тотоп илай-илай сығып киткәнен, бәләкәй һылыуым үлә инде хәҙер, тип һығылып-һығылып илағанын әле лә иҫләй ҙә... “Ҡыҙың профессор бит, әсәйем ҡаты ауырый”, — тип ярҙам һорарға килгәстәр, атаһының һүҙҙәре иҫенә төшә. Бер йыл тартай һимерә, бер йыл — бүҙәнә... “Мәхмүзә, ҡыҙым, ауырһынмай ғына ярҙам ит инде”, — ти әсәһе ҡыҙына. Мәхмүзәнең аптыраулы йөҙөнән барыһын да аңлап: “Уларҙың ни ғәйебе?” – тигәндәй, ҡарашы менән генә яуап бирә. Мәхмүзә лә төрлө һылтау табып ярҙамдан баш тарта ала бит... Юҡ, улар икенсе тәрбиә алған. “Күңелегеҙ ныҡ булһын, тик ҡаты булмаһын!” — тип ҡабатлай уларға өлкәндәр Хәбиәхмәт уҙамандың аманатын.
— Хоҙай үҙе күрә, үҙе тигеҙләй, балам. Унан өҫтөн булырға ярамай. Яманлыҡ бөлдөрә, ә яҡшылыҡ тун кейҙерә. Яҡшылыҡ менән еңегеҙ. Күңелегеҙҙе яҡшы нурҙар ғына балҡытып торһон, — тип өйрәтә Сафия ла балаларына.
– Әсәй, улар көслө саҡтарында һинән көлгәндәр, кәмһеткәндәр. Уларға бөтөнләй рәнйемәйһеңме ни?
– Әрнеһәм әрненем, әммә рәнйемәнем. Һеҙ ҙә бер ваҡытта ла кешегә рәнйемәгеҙ, рәнйеш төшә. Кеше таш менән атһа ла, аш менән атығыҙ. Яҡшыға кем дә яҡшы. Уға аҡыл кәрәкмәй. Ә һин яманға яҡшы бул. Ана шул аҡыл була. Изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай. Ерҙән һорағанды күктән бирҙе Хоҙай, тигәнебеҙ шулдыр, тип уйлайым. Изгелектең үҙеңә ҡайтыуылыр.
Ниндәй ауырлыҡтар үткәрһә лә, рух юғарылығын да, кеше булып йәшәү бәҫен дә юғалтмаған атаһынан ҡалған һабаҡты балаларына шулай тапшыра Сафия.
— Күңелегеҙ ҡаты булмаһын, ныҡ булһын. Күңеле ҡаты кеше үҙен бөлдөрә, күңеле ныҡтар бер нәмәгә лә бирешмәй, маҡсатына елдерә. Бына мине лә үлтерергә теләнеләр – үлмәнем, хәйерсе хәленә ҡалдырырға теләнеләр – яңынан бауыр ҡалҡыттым, балаларыма юғары уҡыу йорттарының ишеген ябырға теләнеләр – баштары эшләгәс, ҡандарында зирәклек һаҡланғас, күңелдәре ныҡ булғас, бер ни ҙә ҡыла алманылар. Мыҫҡылларға теләнеләр – әлеге лә баяғы күңел ныҡлығы ҡотҡарҙы. Ғорурлығымды ла, бәҫемде лә төшөрә алманылар. Атай-олатайҙарҙан ҡалған ныҡлыҡ ул. Атайым: “Көлгә күмһәләр, көлөп килеп сыҡ, балсыҡҡа батырһалар, балҡып ҡалҡ”, – ти торғайны...
Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.