Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алданыу йәки кеше кеҫәһен таҙартыуҙың инновациялы ысулдары
Алданыу  йәки кеше кеҫәһен таҙартыуҙың  инновациялы ысулдары Ниңәлер беҙҙең халыҡ артыҡ ышаныусан.
Был һыҙатыбыҙҙы файҙаланырға әҙерҙәр бөгөн быуа быуырлыҡ. Йәмғиәтебеҙ шулай ҡоролғандыр, ахырыһы. Кемдер алдай, кемдер
алдана...
Редакцияға үтенес менән килеүселәр байтаҡ. Ахыр сиктә, бер ерҙә лә яҡлау таба алмағас, “Матбуғат көсө ярҙам итмәҫме?”
тигән өмөттәре тыуалыр. Был юлы ла шулай булды.


Әлиә (исеме үҙгәртеп алынды) – белемле, һылыу, мөләйем ҡа­тын. Яңғыҙы бәләкәй бала тәрбиә­ләй. Һөнәре буйынса табип. Ал­да­ныуының нигеҙендә уның тормош шарттарын яҡшыртыу маҡ­саты торғандыр тим, сөнки декрет ялында ултырған ҡатындың аҡса еткерә алмауы көн кеүек асыҡ. Быға тиклем Әлиә төрлө дистрибьютер-фәләндәрҙе өнәмәгән. Ишекте шунда уҡ танау төптә­рендә үк шартылдатып япҡан. Ә бына был юлы нисек алданғанын һиҙмәй ҙә ҡалған.
Ауылдашы уны селтәр маркетингы буйынса эш иткән фир­ма­ның асылыу тантанаһына саҡы­ра. Йәнәһе лә, селтәргә иң тәүҙә ҡушылғандар, эштең башында тор­ғандар отасаҡ. “Аҡсалы ла бу­лырбыҙ, һаулыҡты ла нығытыр­быҙ”, – тип өмөтләндерәләр Әлиә кеүектәрҙе һәм ниндәйҙер фәнни-етештереү предприятиеһының “Лидомед” тип аталған приборын һатып алырға өндәйҙәр. Был ҡора­мал ярҙамында 15 минут эсендә кешенең нимә менән ауырығанын, уға ҡайһы дарыуҙы эсергә була, ниндәйен ярамай икәнен белергә мөмкин, тиҙәр.
Әлиә, аҡсаға ҡытлыҡ кисергәс, яңы технологияның матди йәһәт­тән файҙаһы менән нығыраҡ ҡы­ҙыҡ­һына. Ни тиһәң дә, “Лидомед” менән бер сеанс 1500 һум самаһы тора, ә ул – табип. Әле бына офиста һаулығын тикшер­тергә теләү­се­ләрҙән оҙон сират йыйылған. Ауылдашы ла албырғап ҡалған ҡатындың алҡымынан ала. “Ауы­рыуҙар өйөңә килеп торор, рәхәт­ләнеп аҡса эшләрһең”, – тип өгөт­ләй. Асылда иһә медицина фән­дәре кандидаты, дермато-венеролог булып эшләгән Әлиәнең абруйын файҙаланып аҡса һуғыу­ҙы алдан уҡ маҡсат итеп ҡуйған­дар­ҙыр улар. Ошо өгөтләүҙәргә нисек ышанғанын әле лә аңлап бөтмәй ҡатын.
– Әйтерһең, гипноз булды. Үҙем менән нимә булғанын да аңла­ма­йыраҡ ҡалдым, – ти ул хәҙер.
Шулай итеп, хаҡы 35 мең һум­дан ашыу булған приборҙы тотоп фатирына ҡайтҡас, уны тикшереп ҡарарға була Әлиә. Яңы ғына бала тапҡан йәш әсәлә ниндәй генә ауырыу табылмай: сифилис, гонорея һәм төрлө-төрлө паразиттар. “Бына, исмаһам, аптыраҡ!” – тип, Әлиә барлыҡ туғандарына ошо йыһаз ярҙамында диагностика үткәрә. Араларында бер генә һау кеше лә табылмай: барыһы ла енси ауырыуҙарҙан яфалана, барыһының да эсе тулы ҡорт, имеш. Шундай һөҙөмтәләрҙе күргәс кенә ҡатын төпһөҙ кәмәгә ултырғанын аңлай һәм, әлеге приборҙы тотоп, һатыусыларға йүгерә. Әммә офиста уны “таны­майҙар”. “Интернет селтәре аша алған йыһазды хәҙер беҙгә тап­шырырға маташаһығыҙ. Һеҙгә уны беҙ һатманыҡ”, – тип кире боралар. Ысынлап та, Әлиәнең чегы ла, башҡа дәлилдәре лә булмай. Приборҙың хаҡын түләр өсөн шәхси банк картаһын үҙ ҡулы менән ауылдашына тотторған бит ул! Алданған ҡатын аҡсаһын ҡайтарырға булып полицияға ғари­за яҙа, башҡа хоҡуҡ һаҡлау орган­дарына, “Роспотребнадзор”ға мө­рә­жәғәт итә, әммә әлегә эштең ың­ғай хәл ителере икеле. Шуға ла Әлиә редакцияға мөрәжәғәт иткән дә инде.
– Тәү сиратта ололар һәм ысынлап та табип ярҙамына мохтаж кешеләр зыян күреп ҡуймаһын тип, гәзит уҡыусыларҙы иҫкәрткем килә. Махсус диагностиканы бары тик дауахана шарттарында ғына үткәреп була. Һаулығын ҡайғырт­ҡан кеше бары табип ярҙамына ғына өмөт итә ала, – ти ул.
Әйткәндәй, әлеге приборҙы Әлиә БДУ-ның Физика-техник инс­титуты директоры Роберт Әсҡәт улы Яҡшыбаевҡа күрһәткән.
– Алдауҙың заманса бер ысулы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, инновациялы лохотрон! – тип баһалама биргән ғалим.
Шулай итеп, мутлашыусы­лар­ҙың ауына эләккән Әлиә аҡсаһын һаман ҡайтара алмай. Ә теге фирма бер ни булмағандай эшләүен дауам итә. “Һаулыҡты нығытыусы” тауарҙарын Интернет селтәре ярҙамында ла, дистрибьютерҙар аша ла тарата. Тимәк, алданыу­сылар артҡандан-арта.
Алдашыусылар, мутлашыусылар тураһында күп яҙырға тура ки­лә беҙгә. Әммә ҡайһы саҡта жур­налистар ҙа уларҙың ҡарма­ғына эләгеп ҡуя. Уңайы тура кил­гәндә ошо хаҡта ла яҙып үтәйек. Редакцияға кеше күп килә, тип әйтеп үткәйнем инде. Улар ара­һын­да мутлыҡ ҡылырға теләүсе­ләр булыуы тәбиғи.
Бер көн насар ғына кейенгән инәй килеп инде.
– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, кәрт һалам!
– Юҡ, кәрәкмәй.
– Йөҙ һум ғына. Артығын һора­майым. Икмәклек-сәйлек тә аҡсам юҡ...
Шулай тип торғас, йәлләнек үҙен. Бармаҡтарына тасылдатып төкөрөп алды ла таушалып бөткән кәрттәрен һала башланы әбей.
– Уй, ҡыҙым, аяҡтарың һыҙлай икән (Көн һайын бейек үксәле туфли кейеп йөрөгәс, һыҙлай инде, тип эстән генә килешәм. – Авт.). Эргәлә генә йөрөгән ышаныслы әхирәтең гел яманлыҡ теләп тора. Иреңә артығын эсергә ярамай (Артығын эсергә кемгә ярай икән һуң? – Авт.). Малайың ныҡ сирләп киткән икән. Ябыҡҡан (Күрәҙә­легенең дөрөҫлөккә тап килгән берҙән-бер һөйләме ошо булды. Малай, ысынлап та, дауаханала ятып сыҡты. Ябығыуы ни, өс килограмм самаһы ғына. – Авт.) Тағы бер ҡыҙыҡай күрәм. Йәһә­терәк декретҡа китә һал, ваҡытың үтеп китһә, шунан малай тыуып ҡуйыр (Ул күргән ҡыҙыҡайға һигеҙ йәш тулғанын әйтеп торманым инде. – Авт.). Өйөңдә бер ҙә тыныслыҡ юҡ. Сихырлағандарҙыр, ахырыһы. Гел ығы-зығы ғына кү­рәм (Өйҙә – ике бесәй, һарайҙа – ҡуяндар, тауыҡтар. Тап ошо мәл­дә көсөк алдыҡ. Уныһы ла өйҙә әле. Көсөктөң ығы-зығы түгел, мәх­шәр булдырған сағы. – Авт.).
– Шул тиклем хайуан йәшәһен дә, ығы-зығы булмаһын... Шулай ин­де, – тим, “күрәҙәсе” менән килешеп.
– Әстәғәфирулла, ҡәйнәңдәр менән бергә тораһыңмы әле! Шуға эргәңдә ҡара энергия йыйылған шул. Бетеү эшләйемме? Хәлең насарланып китмәҫ борон ҡотҡа­рырға кәрәк һине!..
– Ул бетеү өсөн күпме һорай­һың һуң?
– Мең һум бирһәң, ризамын. Оҙаҡҡа һуҙма, – ти.
Инәйҙе бүлмәнән саҡ оҙаттыҡ. Бер килке ваҡыт үткәс, икенсе бүл­мәгә инһәм, теге йәнә кәрт һала.
– Уй, ҡыҙым, аяғың һыҙлай икән... – тип башланы ул һүҙен.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә